Газина Альфия Идрисовна

Башҡорт телен онотмайыҡ.

Телен һөйгән -илен һөйә.

Профессия: учитель башкирского языка и литературы

Профессиональные интересы: ИКТ, проблемное обучение

Увлечения: Әҙәбиәт

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: г.Туймазы

Место работы: МБОУ СОШ№7

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/alf
Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем! Кеше итеп һине әҙерләй, Тормоштоң ул көрәшсеһе итә, Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй!
Р.Ғарипов

Уҡытыусы һѳнәре—донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һѳнәрҙәрҙең береһе һәм уның ҡулдарында—кеше киләсәге, яҙмышы. Уҡытыусы һѳнәрен һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем, яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Был минең йәшәү рәүешем. Бала килеш кенә күңелемдә: “Уҡытыусы булам!” − тигән уй ярал­ғанда ла, оло талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда ла, ошо һөнәрҙең ҙур яуаплылыҡ, оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап етмәгәнмен. Парта артында һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балаларға ҡарап, уйланам. Был сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер? 

Ошо һөнәрҙе һайлағас ҡына эшмәкәрлегемдең телем яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Уҡыусыларым киләсәктә үҙ урынын табып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итһен ине, тигән теләк менән көн дә яратҡан эшемә ашығам. Үҙ көнөмә генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуап­лымын,  Яйлап-яйлап телдең матурлығын, байлығын асып, уҡыу­сының мөнәсәбәтен үҙгәртергә тырышам. Яҡшы уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә тормош ҡуйған мөһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз булыуы ла мөһим.

О себе

 Мин 1971 йылдың 20 авгусында Башҡортостаныбыҙҙың матур төйәктәренең береһендә Бүҙдәк районының  Яны -Тауҙар ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгәнмен. Исемемде атайым миңә Әлфиә тип ҡушҡан. Әлфиә   исеме тәүге, менйәшәр тигәнде анлата.Мин Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың мәҙәниәте, йолалары менән танышырға яратам.1997 йылда мәктәпте гел "4” һәм "5” билдәләренә генә тамамлағас,Бәләбәй педагогия училещеһында  белем алдым .  Башҡортостанға, халҡыма, әҙәбиәтемә, телемә булған һөйөүем мине башҡорт филологияһы факультетына алып килде. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып,  Башҡорт дәүләт педагогия институтына  уҡырға индем. 1996 йылдан башлап Туймазы ҡалаһынын 9-сы мәктәбендә белем бирәм. Эшләй башлаған көндән бирле  22  йыл уҙҙы. Эшемдең иң яҡты, мөләйем сағы - ул балалар. Улар менән бергә шатланаһың, ҡыуанаһың, ҡайғылырын уртаҡлашаһың, бейеклектәргә күтәреләһең... Бәлки, ошолор ул иң оло бәхет – балалар менән бергә "үҫеү”, йәшәү. Тимәк, уҡытыусылар - иң бәхетле кешеләр.

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Р.Ғарипов. Йөрәгемде һеҙгә илтәм.

В.А.Сухомлинский. Йөрәгемде балаларға бирәм. 

Бөйөк педагог В.А. Сухомлинский: “Уҡыу юҡ икән, тәрбиәсе менән тәрбиәләнеүсе араһында ла берлек юҡ”, — тигән. Балаларыбыҙҙың нимә уҡығанын беләбеҙме йәки улар ата-әсәһен беләме? Нимә хаҡында уйлай, нимә тураһында хыяллана улар? В. А. Сухомлинский, дәрестә уҡытыусы «уҡыусыларға белем дөнъяһына тәҙрә  асып ҡына ҡалмай, ә үҙен-үҙе асып бирә»—тип тә бик дөрөҫ әйткән.

 

 

Моё портфолио

Категория: Первая
Педагогический стаж (лет): 22
1992 - 1997

Башкирский государственный педагогический университет им. М.Акмуллы
факультет: башкирская филология
специальность: преподаватель башкирского языка и литературы
Используемые программы:Программа по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир 1-11 классов с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Вильданов А.Х., Давлетшина М.С.,Хуснутдинова Ф.А., Хажин В.И. Ижевск: издательство \\\"КнигоГрад\\\", 2008. Рекомендовано Министерством Образования Республики Башкортостан. 2. Программа по башкирскому языку. Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С., Габитова З.М., Усманова М.Г. Ижевск: издательство \\\"КнигоГрад\\\", 2008. Рекомендовано Министерством Образования Республики Башкортостан.
Мои успехи:

Почетная грамота отдела образования-2006

Почетная грамота МБОУ ООШ№9 г. Туймазы от 2008 года.
Почетная грамота МБОУ ООШ№9 г. Туймазы от 2009 года
Почетная грамота МБОУ ООШ№9 г. Туймазы от 2011 года.
Почетная грамота управления образования-2010
Благодарность управления образования-2010
Благодарность управления образования-2012

Курсы повышения квалификации:
2009год-\"Особенности изучения грамматики башкирского языка в русскоязычних школах\"
2012-"Совершенствование преподавания башкирского языка и литратуры в условиях введения ФГОС нового поколения"

 

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: