Эссе "Мин - уҡытыусы"
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Мәхмүт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф ҡаҙан учреждениеһы
Яруллина Айгөл Рәшит ҡыҙы
Мин –уҡытыусы.
Эссе.
Таң ата. Күҙҙәремде асам.Эргәмдә йоҡлап ятҡан улымды-кинйәмде уятмаҫ өсөн, шым ғына торор кәрәк. Мин ҡыбырлап та өлгөрмәйем, һаҡ ҡолаҡ улым һикереп тора ла:”Әсәй, тор, һиңә эшкә бит”, ти. Эйе, бишенсе балам- төпсөгөм дә аңлай, һәр иртә әсәй эшкә ашыға. Бына 22-се йыл яратҡан мәктәбемә юл тотам.
Мин-уҡытыусы.Был һөнәрҙе ни өсөн һайланым? Бәлки, яҙмыштыр. Бәлки әсәйемдең уҡытыусы булып эшләүелер.Әллә бала саҡ хыялы булдымы?
Бала саҡ хәтирәләре күҙ алдына килә. Атай-колхозда, әсәй-мәктәптә, ағай-уҡыусы. Өйҙә 4 бала. Мин 2 ҡустым һәм һеңлемде “уҡыусылар” итеп ултыртып ҡуям. Ә үҙем-уҡытыусы. Сәстәр өҫкә төйөнләп ҡуйыла, әсәйҙең юбкаһы кейелә (ҙур булғас сәс таҫмаһы менән бәйләнә), аяҡтарҙа –бейек үксәле туфлиҙар.Аяҡтарҙы бора баҫа-баҫа “класҡа” керәм. Уҡыусыларҙың көлөүенә иғтибар итмәй, һыр бирмәй дәрес башлайым. Өй стенаһы класс таҡтаһына әйләнә. Атай-әсәй эштән ҡайтҡансы, көн дә шул картина ҡабатлана...
7-се класта уҡығанда әсәйҙең план дәфтәрендәге яҙыуҙарҙы үҙемдең дәфтәргә күсереүҙәр. Шулай итеп, уҡыусы ҡыҙ бала дәрес планының төҙөлөшөн дә өйрәнә.Кистәрен әсәйгә карточкалар , альбомдар эшләшеү- барыһы ла буласаҡ һөнәремә нигеҙ булғандыр.
Кем һуң уҡытыусы? Бала күңелен аңлаусы психолог та ул. Сабый күңеле-быяла. Һаҡһыҙ ҡыландыңмы- селпәрәмә килеүен көт тә тор.Һәр сабый –шәхес. Был хаҡта бер генә минутҡа ла иҫтән сығарырға ярамай.Бала ышанысын, һис шикһеҙ, аҡлау зарур.
Уҡытыусы-әсәй ҙә ул. Уҡытыу дәүерендә һәммәһен яратаһың, үҙ итеп өлгөрәһең. В.Сухомлинский әйтмешләй, “йөрәгеңде бирәһең”, инде.
Балаларҙы яратмаған, улар күңелен аңламаған кеше уҡытыусы була алмайҙыр, тип уйлайым.
Уҡытыусы өсөн төп шарт-сабырлыҡ. Хатаң булһа, уҡыусы алдында ғәйебеңде таныу ҙа зарур.
“Кешегә йөк йөкмәтергә кәрәк. Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ уята. Ә яуаплылыҡ кешене үҫтерә”, ти күренекле әҙибебеҙ Рәшит Солтангәрәев. Уҡытыусының эше –ҙур йөк, ҙур яуаплылыҡ талап итеүсе һөнәр. Ысынында, уҡытыусы һәр эште яуаплы башҡарыусы, һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы.
Бына 22 йыл инде Белорет районының Мәхмүт мәктәбендә уҡытам. Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Сәғит Агиш бик тә дөрөҫ әйткән, “Уҡытыусылылыҡ шундай профессия. Уны башта уҡ яратҡан кеше бер ваҡытта ла ташлай алмай”.
Минең тормош девизым булып Муса Сиражи һүҙҙәре тора:
Уҡытыусы- аңдарҙы яҡтыртыусы,
Йәндәрҙе балҡытыусы...
Ҡыҫкаһы , укытыусы һәр ваҡыт үҫештә булырға тейеш. Шул осраҡта ғына уңышҡа ирешеп була. Һәр укыусымдың уңыштары мине бәхетле итә лә инде, сөнки укытыусы- ул дуҫ та, белем биреүсе дә, яклаусы һәм кәңәш биреүсе була.
Уҡытыусы – белемле, алдынғы ҡарашлы, ижади фекерләүсе, яңылыҡҡа ынтылыусы, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашыусы шәхес.
Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, сөнки яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, көс өҫтәй. Мәктәпкә килеп, һине йылмайып көтөп алған йөҙҙәрҙе күреү – үҙе үк бик ҙур бәхет минең өсөн.