Внеклассная работа

 

 Маҡсат:

1.    Уҡыусыларҙы З.Биишева тормошо, ижады менән тулыраҡ таныштырыу;

2.    Уҡыусыларҙың  тасуири һөйләү  һәләттәрен үҫтереү;

3.    Әҙибә тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

 

 

 Йыһазландырыу: презентация, китаптар күргәҙмәһе

   

   

 Ҡатнашыусылар:   5-8 -се класс уҡыусылары

                                                        

Тын ғына А.Солтанов  башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Томан» ишетелә башлай.

...Иртә лә томан,

Кис тә томан.

                              Был томанҡайҙарға ни булған

                                                      Һағынырһығыҙ, һарғайырһығыҙ,

                                                      Янығыҙҙа мин булмам...

Сәхнәгә алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы:

Хөрмәтле  уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар!

Слайд 1(яҙыусы портреты)

Бөгөн беҙ  Хәтер кисәһенә йыйыдыҡ. Белеүегеҙсә, 2 ғинуар көнө Башҡортостандың  Халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, шағирә, драматург Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл  тула. Был сараны  «Ил  инәһе - халыҡ хәтерендә »  тигән исем менән үткәрәбеҙ.

Слайд 2 ( фотопортрет, шиғыр)

2-се алып барыусы.

З.Биишева тормошо, ижады, шәхесе  йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуын кешеләренә  лә берҙәй яҡын, сөнки әҫәрҙәренән ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ, ғәҙеллек бөркөлөп тора.

  З.Биишева  ижады - тыуған Башҡортостанға, уның халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө ул. Әҙибә тормошта ла, ижадта ла янып йәшәне һәм эшләне. Ул йәшәү йәмен, бәхетте тик намыҫлы хеҙмәттә генә күрҙе.

 Уҡыусы (Байгильдин Ғәзинур яттан һөйләй)

Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ,хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете – илең,халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

1-се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев  исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең  сағыу биттәрен тәшкил  итә.Ул ысын-ысындан да халыҡ араһынан сыҡҡан яҙыусы.Шуға ла халыҡтың уйын, күңелен тулыһынса аңлай, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ һәм яманлыҡты күрә,тормош ысынбарлығын уҡыусыларға тапҡыр ҙа, дөрөҫ тә итеп  еткерә алған.

Слайд 3 – 5 (Тыуған ере, хеҙмәт юлы, ижады)

 Уҡыусы (Мортазина Рәхилә З.Биишеваның тормош юлын ҡыҫҡаса һөйләй)

З.Биишева 1908 йылдың  2 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуған...Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.Белемде ауылы мәктәбендә, артабан Ырымбур башҡорт педагогия техникумында ала. 1929-1931йылдарҙа Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләй. 1931 йылда Өфөлә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курсын үткәндән һуң эшкә ҡалдырыла: китап нәшриәтендә,төрлө гәзит-журналдарҙа, радиокомитета эшләй. 1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.1996 йылда  89 йәшендә әҙибә вафат булды.

2- се алып барыусы:

Ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт – минең иң ҙур бәхетем булды, » - тип яҙған З.Биишева үҙенең  «Үткән юлдар,уҙған йылдар” иҫтәлегендә.

Әҙибәнең ҡәбер ташына шундай юлдар яҙылған:

        Мин рухымдың

        Алып хазинаһын

        Илем, һиңә биреп

        Ҡалдырҙым.

Слайд 6 («Йырлайым» шиғыры)

 Уҡыусы:( Хужәхмәтова Алина «Йырлайым»  шиғырын яттан һөйләй).

Слайд 7 (әҫәрҙәре)

2- се алып барыусы:

З.Биишева балалар өсөн күп кенә әҫәрҙәр ижад итте. «Партизан малай» хикәйәһен, «Дуҫлыҡ»пьесаһын, әкиәттәрен, «Дуҫ булайыҡ»повесын төрлө быуын балалары яратып уҡый.

Слайд 8 (Күл)

Уҡыусылар сығышы: ( 7-се класс малайҙары Денис һәм Вадим «Дуҫ булайыҡ» повесындағы «Балыҡсылар» бүлегенән Юлдаш менән Ҡыҙырастың балыҡ тотоуҙарын сәхнәләштерәләр).

1-се алып барыусы:

З.Биишеваның шиғри әҫәрҙәренең күбеһе  50-60-сы йылдарҙа ижад ителгән. Шағирә Тыуған ер, Ватан, туған тел, кеше, уның хеҙмәте, бәхете тураһында уйлана.Мәңгелек темалар мөхәббәт, йәшлек, тәбиғәт уның поэзияһында айырым урын алып тора.

Слайд 9 (Әҙибә уҡыусылар араһында)

Уҡыусылар сығышы :

- Ҡотошов Айбулат һәм Шәһивәлиев Данир «Башҡорт  теле» шиғырын ;

Слайд 10 («Башҡортостан» шиғыры)

 -  Хөсәйенова Гөлдәниә «Башҡортостан»  шиғырын тасуири һөйләйҙәр.

   - З.Биишева һүҙҙәренә «Миләш» йырын Гөлзиә һәм Айгүзәл Мортазиналар ;

  - «Алтын балдаҡ » йырын  китапханасы Лилиә апай башҡаралар.

2-се алып барыусы:

З.Биишеваның халыҡ ижады традицияларына нигеҙләнеп 60-сы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре «Мөхәббәт һәм нәфрәт», « Һөнәрсе менән Өйрәнсек»  хикәйәттәре  бар.

Ил инәһе кеше  бәхете, кеше хеҙмәте, әхлаҡи сифаттар тураһында уйлана һәм хикәйәттәрендә сағылдыра.

Слайд 11 – 12 («Һөнәрсе менән Өйрәнсек»)

Уҡыусылар сығышы (Илнур менән Данияр «Һөнәрсе менән Өйрәнсек»  хикәйәтенән өҙөк сәхнәләштерәләр:- Юҡ, мин һине яҡшы менән яманды айырырға өйрәтермен,- тигәндән

-халыҡтың ҡыуанысы, рәхмәте минең хеҙмәтемдең оло баһаһы!- тигәнгә тиклем).

1-се алып барыусы:

З.Биишева үҙенең ижади үҫеү юлында әҙәбиәттең бөтә тармаҡтарына ла – прозаға, поэзияға, драматургияға мөрәжәғәт итте. Уның ижады жанрҙар буйынса нәҫер һәм хикәйәләрҙән- повестарға, шиғырҙан – поэмаға, әкиәттәрҙән- хикәйәттәргә һәм философик драмаға тиклем үҫеп төрлөләнә, байый.

Слайд 13 («Яҡтыға» трилогияһы)

Бына шундай әҙәби оҫталыҡ мәктәбе үтеп, З.Биишева үҙенең төп китабы - «Яҡтыға» трилогияһын яҙа. Трилогия әҙибәне оҫта һәм үҙенсәлекле романист итеп таныта. «Яҡтыға»  трилогияһы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Бала - саҡ ... Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ  та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс  та , йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.   «Кәмһетелгәндәр»  романындағы Емештең тормошо - ул минең бала сағым. Әлбиттә, ул  бында әҙәби әҫәргә хас рәүештә үҙгәртеп, дөйөмләштереп алынған. Шуныһы хаҡ – бында уйлап сығарылған нәмә юҡ. Бөтәһе лә күрелгән, кисерелгән»- ти яҙыусы.

   Ижади хеҙмәттәре өсөн З.Биишеваға башҡорт әҙәбиәтендә тәү башлап Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелә.

Слайд 14 - 15 (Музейы, бюсы)

Уҡытыусы: З.Биишева музейы тураһында һөйләй.

 Экранда портрет, әҙибәнең үҙ тауышын,шиғырҙарын тыңлау.

(1 минут тынлыҡ менән әҙибәне иҫкә алыу)

2-се алып барыусы:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары  исем беренсе булып З.Биишеваға бирелә. Уның әҫәрҙәрен һәр быуын яратып уҡый.

Ил  инәһе әҫәрҙәре менән үлемһеҙ! Гүйә, ул  бөгөн дә беҙҙең арала.

Уҡытыусы: З.Биишева ижады - өлгө. Уның әҫәрҙәре бик мауыҡтырғыс, тормошсан, милләттең бөйөклөгөн һүрәтләй, кешене матурлыҡҡа , изгелеккә өндәй, рухи аҙыҡ бирә.

Ил инәһе һәр саҡ беҙҙең күңелдә булыр! Уның исеме мәңгеләштерелде!

Слайд  16 – 19 (Музей, «Китап» нәшриәте, СГПА)

Уҡытыусы: Шағирәнең «Ҡәнәғәтме Ерем?» шиғырын һөйләй.

Слайд  20 («Ҡәнәғәтме Ерем?» шиғыры)

Хәтер кисәһе тамам, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!