Педагогик тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса эш
Распространение передового педагогического опыта
Год |
Уровень |
Тема «открытого» урока, мероприятия, мастер-класса, выступление на педагогическом совете, на конференции, семинаре или другом мероприятии
|
2016 | Республиканский | Открытое мероприятие башкирского народного праздника “Кәкүк сәйе”на республиканском семинар-совещании «Основы религиозных культур и светской этики: опыт и перспективы» в общеобразовательных организациях РБ в условиях реализации требований ФГОС . |
2016 | Районный | Выступление на Районном методическом объединение библиотекарей общеобразовательных учреждений МР Уфимский район по теме “Формирование компетентного пользователя школьной библиотеки путем привлечения его к различным видам читательской деятельности через библиотечные уроки”. |
2016 | Районный | Открытый урок на Районном методическом объединении учителей башкирского языка и литературы общеобразовательных учреждений МР Уфимский район по теме: “История книги. От истоков до наших дней”. |
2016 | Школьный | Театрализованное представление “Йомро икмәктең әкиәттәр буйлап сәйәхәте” для воспитанников дошкольных образовательных учреждений деревни Шамонино. |
2017 | Районный | Открытый урок на тему: “Кадир Даян. Шаймуратов генерал” на районном конкурсе “Учитель года - 2017” |
2017 | Районный | Мастер-класс на тему: “Традиционные и новые технологии на уроках башкирского языка и литературы на” на районом конкурсе “Учитель года - 2017” |
2017 | Республиканский | Встреча с одним из художников триптиха “Душа земли” Г.З. Калитовым. |
2017 | Международный | Выступление и публикация на тему: “Традиционные и новые технологии на уроках башкирского языка и литературы” на Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием) «Башкортостан - территория роста: Предпринимательство, экология, язык и культура (проблемы, поиски, перспективы)» г. Сибай |
2017 | Районный | Открытый урок на тему: «Тормош-көнкүреш әкиәттәре. «Алтын тамсы» әкиәте» на районном семинаре для учителей башкирского языка и литературы. |
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
master_klass.docx | 27.63 КБ |
master_klass.pdf | 2.58 МБ |
miniyarova_d.r._traditsii_i_novatorstvo_v_prepodavanii.docx | 20.92 КБ |
scan.pdf | 924.43 КБ |
scan1.pdf | 687.93 КБ |
scan2.pdf | 899.36 КБ |
scan3.pdf | 889.17 КБ |
scan4.pdf | 853.88 КБ |
Предварительный просмотр:
Халыҡ рухы — халыҡ ҡанынан ул,
Ул бөйөк hәм изге төшөнсә.
Ул мөҡәддәс! Борғоларға уны
Тейеш түгел hәр кем үҙенсә.
Халыҡ рухы hәр кем йөрәгендә
Ул дөйөм дә hәм ул үҙ аллы.
Әгәр ҙә hин ысын башҡорт икән,
Йырлап күрhәт миңә «Урал»ды...
Назар Нәжми Урал поэмаһы.
Хәйерле көн хөрмәтле жюри ағзалары, ҡунаҡтар һәм коллегалар! Нимә ул - рухи-әхлаҡи тәрбиә?
Рухи-әхлаҡи тәрбиә шәхес булдырыуҙың, кешенең үҙ билдәленеше һәм яҡшылыҡ ҡылыусы булараҡ камиллашыуына һәм уның юғары, бөйөк аң йәшәйешенә йүнәлтелгән маҡсатлы эшмәкәрлек.
Рухи-әхлаҡи үҫеш һәм тәрбиә бөтә дәүерҙәрҙә лә иң мөһим һорау булып торған. Боронғо Грецияла уҡ Аристотель әхлаҡ тураһында былай тигән: “Рухи матурлыҡ төшөнсәһенә бөтөнләй абруйлы кеше генә эйә”. Рухи-әхлаҡи тәрбиә - ул намыҫ менән килешеп йәшәгән кешегә тәрбиәләү өсөн шартар булдырыу.
Ә хәҙер бөгөнгө методик оҫаханамда ҡатнашыу теләген белдергән коллегаларымды сәхнәгә саҡырам. Рәхим итегеҙ! Ике төркөмгә бүленеп ултырабыҙ. Рәхмәт!
Оҫтаханамдың маҡсаты итеп:
рухи-әхлаҡи тәрбиә эшендә ҡулланған алымдар менән коллегаларымды таныштырып үткем килә.
Хөрмәтле коллегалар “Бөйөк шәхестәр менән диалог” исемле уйында фекер алышырға саҡырам.
Һеҙҙең алдығыҙҙа афоризмдар менән яҙылған карточкалар ята. Уларҙың йөкмәткеһен иғтибар менән уҡығыҙ һәм һорауҙарға яуап яҙығыҙ. (“Бала - ғаиләнең көҙгөһө; бер тамсы һыуҙа сағылған ҡояш кеүек үк, балала ла атаһы менән әсәһенең рухи таҙалығы сағыла” В.А. Сухомлинский, “Тик рухи ҡылыҡтарыбыҙ ғына беҙгә матурлыҡ һәм дәрәжә бирә” бөйөк ғалим-физик Алберт Энштенйдың)
Беренсе төркөм: был афоризмды нисек аңлайһығыҙ?
Икенсе төркөм: был афоризм ниндәй проблемаларҙы күтәрә?
Зал менән эшләү:
Уҡыусыларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә ҡағиҙә һәм тыйыуҙар, иң заманса методика ҡулланған, тәрбиәләнеүселәрендә рухи-әхлаҡи башланғысты аса алмаған рухһыҙ уҡытыусы түгел, ә мәктәптәге рухи мөхит ҙур урын алып тора. Балаларға белем генә биреп ҡалыу түгел, ә бай эске мәҙәниәт, яҡты, изге, әхлаҡи кеше сифаттары булдырыу тора.
Ә хәҙер методик оҫтаханала ҡатнашыусыларҙың фекерен тыңлайыҡ.
Рәхмәт коллегалар.
Балала рухи-әхлаҡи ҡараш тәрбиәләгәндә беренсе мөһим мәсьәлә булып - ата-әсә тәрбиәһе тора. Ғаиләлә балаларҙа ата-әсәгә оло хөрмәт, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгәнгә, юғары әхлаҡ нигеҙҙәре бирелгән. Ул ауыҙ-тел ижады - мәҡәлдәр, әйтемдәр, әкиәттәр, төрлө тыйыуҙар аша тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, ҡыҙ баланы аш урынын тиҙ генә йыйыштырып ҡуйырға өйрәтеү өсөн өлкәндәр: “Кеше ашағанда, уларҙың ашына бәрәкәт биреп, ашъяулыҡтың дүрт мөйөшөндә дүрт фәрештә ултыра. Ашап бөткәс тә ашъяулыҡты йыйыштырмаһаң, һауыт һабаны шайтан ялай. Уларҙы яҡын ебәрмәҫ өсөн, дүрт фәрештә, кеше ашап бөткәс тә, осоп китмәй, өҫтәлдең йыйыштырылғанын, һауыт-һабаның йыуылғанын, ҡанаттарын талдыры, ыҙаланып көтөп ултыра” - тиер булған. Төркөмдәргә киләһе эш булып, үҙегеҙҙең белгән бер нисә тыйыу тураһында һөйләп китергә тәҡдим итәм.
Ә беҙ, хөрмәтле коллегалар, әхлаҡ темаһына мәҡәл-әйтемдәр табайыҡ.
- Яҡшыға эйәргән ялпайған, яманға эйәргән ҡартайған.
- Үҙеңә теләмәгәнде кешегә эшләмә.
- Оло кешегә изгелек күрһәтмәгән, үҙе лә изгелек күрмәйәсәк.
- Кәңәшле ил, тарҡалмаҫ.
- Ат бирһәң үлер, кейем бирһәң түҙер, яҡшылыҡ барын да уҙыр.
- Ялған һөйләһәң тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң ҡотолорһоң.
- Алдаҡсының хәтере ҡыҫҡа.
- Ата-әсәнән ҡасҡан - яманлыҡ менән күҙен асҡан.
- Уйы боҙоҡтоң - теле лә боҙоҡ.
- Тәүҙә үҙең ярҙам ит, унан кешенән ярҙам көт.
- Эсең тулы ут булһа ла, кеше алдында “уф” тимә.
- Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да күренә.
Яуаптар әҙер, беренсе төркөмдөң яуабын тыңлайыҡ. Рәхмәт. Икенсе төркөмдөң тыйыуҙары нисек яңғырар? Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.
Киләһе башҡара торған эш бик ябай ғына. Әммә баланы рухи-әхлаҡи ҡанундарында тәрбиәләгәндә, бындай ябай ғына күренеш ҙур урын алып тора. Бер-береңә ярҙам итеү, кеше менән шатлығыңды уртаҡлаша белеү, донъялаға тереклеккә ихтирамлы, ҡыҙғаныу, йәлләү сифаттарын үҙ итеү, кәрәк саҡта йылы һүҙ менән башҡаларҙың күңелен күрә белеү ҙур ихтирамға лайыҡ. Беренсе төркөм дуҫы бәләгә тарыған ваҡытта әйтелә торған һүҙҙәр әҙерләй, икенсе төркөм дуҫының шатлығына ҡыуанған ваҡытта әйтелә торған һүҙҙәр әҙерләй.
Төркөмдәр эш башҡарғансы, әйҙәгеҙ беҙ ҙә һеҙҙең менән ошо уҡ һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Бөгөнгө кинотеатрҙарҙа, зәңгәр экрандарҙа ныҡлы урын алған сит ил фильмдары ла баланың күңелендәге әҙәп, әхлаҡ сифаттарын ҡыҫырыҡлап сығарырға тырыша, уны бәғерhеҙлеккә өйрәтә. Беҙ бөгөн халыҡты берләштерерҙәй, йәш быуынды алға әйҙәрҙәй идеология юҡлығына һылтанабыҙ. Ә ата-бабаларыбыҙ халыҡтың ауыҙ-тел ижады аша тыуған ерҙән изге нәмә юҡ тигән идея менән йөҙәр йылдар буйына лайыҡлы быуын тәрбиәләгән. Әле лә был йүнәлештә заманға ярашлы, ныҡышмал эшләргә мөмкин бит. Мәҫәлән, мин үҙемдең дәрестәремдә, класс сәғәттәрендә, класстан тыш сараларҙа үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ, батырҙарыбыҙ тураһында кинофильмдар, йәнһүрәттәр ҡулланам. Уларҙың исемдәрен һеҙ слайдта күрә алаһығыҙ. СЛАЙД
Беҙҙең төркөмдәр яуаптарын әҙерләгән, рәхим итегеҙ, беҙ һеҙҙе тыңлайбыҙ. Беренсе төркөм, мин бәләгә тарыған һеҙҙең класташығыҙ, һеҙҙең яуап. Минең эргәмә килеп үҙегеҙҙең ролегеҙҙе башҡара алаһығыҙ. Рәхмәт. Шундай йылы һүҙҙәрҙән һуң, күңелдә ҡояш сығып, рәхмәтлек тойғолары кисерҙем.
Икенсе төркөм, мин һеҙҙең класташығыҙ. Мин бөгөн ҙур уңышҡа эйә булдым, конкурста беренсе урын алдым, һеҙҙең яуап. Рәхмәт, бына бит ниндәй матур һүҙҙәр, шатлығым, ҡыуанысым тағы ла артты. Төркөмдәргә ҙур рәхмәт.
Методик оҫтахананы дауам итәбеҙ. Уҡытыусыларҙы йыш “тарих бәйләнеше” тип йөрөтәләр. Бының менән килешергә лә мөмөкин. Дәрестәрҙә күп осраҡта үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙы, кеше һәм йәмғиәтте бәйләргә тура килә. Һәр бер дәүерҙең үҙенең йөҙө, идеалы, ҡиммәттәре була. Төркөмдәргә “хәҙерге дәүер” һәм “үткән дәүер” портреттарының һыҙаттарын уҡыусы ҡарашынан яҙып китергә тәҡдим итәм. Беҙ йәшәгән дәүер ниндәй ул? Үткән заман нисек булған? Беренсе төркөм үткән дәүерҙе, икенсе төркөм хәҙерге замандың сифаттарын яҙа.
Баланың рухи сәләмәтлеге тураhында хәстәрлек биләүҙән башлана.
Мәктәптә иhә уның рухи hаулығы нығытыла, сыныҡтырыла. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә күнегеү текстарының йөкмәткеhен, аңлашылмаған hүҙҙәрҙең мәғәнәләрен, мәҡәлдәрҙең, ғөрөф ғәҙәттәрҙең,
юрау hынамыштарҙың эстәлеген аңлатыу аша баланың рухи
донъяhына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бала үҙ милли асылын, булмышын белеп үҫергә тейеш.
Беҙҙең төркөмдәрҙең яуаптары әҙер, әйҙәгеҙ яуаптырғыҙҙы тыңлап китәйек. Беренсе төркөм үткән дәүер ниндәй булған? Рәхмәт. Икенсе төркөм хәҙерге заман ниндәй? Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.
Үткән дәүер:
- изгелек, мөхәббәт һәм дөрөҫлөк донъяһы;
- намыҫлы, ихлас, эмоцияға бирелеүсән кешеләр донъяһы;
- ғаилә беренсе урында торған донъя.
Хәҙерге донъя:
- информацион технологиялар донъяһы;
- ҡағиҙәләр батшалыҡ иткән, кешенең хис-тойғолары икенсе планда булған донъя;
- быуын менән бәйләнеш юғалған донъя.
Ошо ике донъяны ҡапма-ҡаршы ҡуйғанда, информацион-коммуникацион технологиялар һәм компьютерҙы белеү дәүерендә мөһим рухи-әхлаҡи сифаттар , бурыс, намыҫ, выждан, мәрхәмәт төшөнсәләре юҡҡа сыға. Хәҙерге заман кешеһенең аңында үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылыусанлыҡ, эмоциональ һаңғыраулыҡ, яңғыҙлыҡҡа алып барған кеше өсөн өҙгөләнә белмәү, йомоҡлоҡ, агрессия өҫтөнлөк ала. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ошо проблемалар өҫтөндә эшләү, башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә хөрмәт, туған телгә һөйөү, тарихҡа тоғролоҡ, өлкән быуынға ихтирам, илһөйәрлек - кешенең эске мәҙәниәтенең төп билдәһе икәне төшөндөрөлә.
«Ат күргән ат таныр, остаз күргән хат таныр» тигән
әйтем бар. Баланы үҙ милләтен, рухын, ырыу- нәҫел тамырын, тарихын, рухи ҡаҙаныштарын, йәшәү рәүешен, ғөрөфөн, йолаларын
танырға өйрәтеү уҡытыусының булмышына, сәсәнлегенә, остазлылығына бәйләнгән. Бала тәбиғәтендә рухи аңды тәрбиәләү, артабан
үҫтереү кәрәк. Был тәңгәлдә ҡайhы йүнәләштә (бөтөндән сығып,
уның өлөштәренә йәки өлөштәренән дөйөм бөтөнгә табан) эш алып
барыу кәрәк, тип аптырарға ярамай. Ниндәй генә йүнәлештә
эшләhәң дә төп маҡсатҡа ирешеү мөhим, hәр эштә, уның hәр төрөндә
рухи камиллыҡҡа ынтылыш, үҫеш, әүҙемлек күҙәтелhен, ана шуларға йүнәлеш бирелhен.
Эшемдең бер йүнәлеше итеп тағы бер төрөн күрһәтеп киткем килә.
Икенсе кейем кейәм. Экскурсовод.(1минута 15 сек)
Хөрмәтле коллегалар беҙҙең, Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 112-се һанлы Башҡорт кавалерия дивизияһының музейына рәхим итегеҙ!
Башҡорт атлы дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойроғо буйынса ойошторолған дивизия. Командиры полковник Миңлеғәле Шайморатов билдәләнә.
Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡалар була.
1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше — Советтар Союзы Геройы исеменә һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ төркөмләп эшләп алайыҡ. Ошо темаға проект эше башҡарайыҡ. Мин һеҙгә һүрәттәр һәм мәғлүмәт таратам, һеҙ ошо материалды ҡулланып, етеп килгән 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған күргәҙмәгә проект эше әҙерләйһегеҙ.
Ә һеҙҙең менән, хөрмәтле коллегалар, үҙем ҡулланған виртуаль кинотека материалдарын һәм “Өс мөйөшлө хаттар” ҡарап китәбеҙ.
ВИДЕО
Һуғыш мәлдәрендә үҙ-ара хәбәрләшеү сараһы булып өсмөйөшлө хаттар булған.
“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы! Һау ғына йәшәйһегеҙме атай һәм инәй? Донъяла иң ҡҙерле атайыма һәм инәйемә ҡыҙыл армия сафында уҡыусы улығыҙ Ғафурҙан бик күп ҡыҙылармеецтарса һағынышлы һарғайышлы сәләмдәремде киске елдәр ебәреп ҡалам” - тип башланған һәм бөтә аылдаштарын исемләп, күрше тирәләргә сәләм яҙған, яҡшы теләктәрен ебәргән. Был кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, татыулыҡ, үҙ ара мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра.
Уның икенсе хатында халыҡ ижады өлгөһө йырҙар урын алған. Ул тыуған йортона өс йыр яҙып ебәргән:
1. Йүгереп йөрөп еләк йыйҙым,
Фарфор тәрилкәләргә.
Иҫән булһаҡ, беҙ ҡайтырбыҙ,
Яҙғы йәрминкәләргә.
2. Ҡаҙ ҡанаты - 3
Ҡаҙ ҡанаты ҡайырылған.
Бер беҙ генә түгел әле,
Әсәйҙән айырылған.
3. Үҫкән саҡта бергә үҫтек
Гөл тамырҙары кеүек.
Үҫеп еткәс таралыштыҡ
Ҡош балалары кеүек.
Ошо эштәр ярҙамында ҡыҙғаныу, йәлләү, мәрхәмәтлелек тойғоларын үҫтерергә була.
Артабан проект эштәрен тыңлап китәбеҙ.
Эштәрегеҙ өсөн рәхмәт.
Ә хәҙер хөрмәтле коллегалар бөгөнгө оҫталыҡ дәресенән үҙегеҙ өсөн нимәләр алдығыҙ?
Бындай дәрестәр рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә урынлымы?
Коллегаларыма бер нисә методик кәңәшемде бирәм:
- бындай дәрестәр уҡытыусынан ныҡ уйланғанлыҡты, әҙерлекте талап итә, шуға йыш үткәреү мөмкинселеге юҡ;
- кластағы уҡыусыларҙың әҙерлек, белем кимәлен иҫәпкә алырға кәрәк;
- был ысулды яйлап башланғыс кластан әҙмә-эҙлекле алып барыу мотлаҡ;
- дәрес элекке ҡалып буйынса түгел, ә заманса системалы берҙәм дәүләт белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп баланы үҫтерерлек итеп ойошторолорға тейеш.
Тыуған илде ҡәҙерләй белгән, көслө рухлы, әхлаҡи ҡарашлы йәш быуын тәрбиәләү өсөн, Урал батырҙың әйткәнен һәр ваҡыт иҫтә тотоп эшемде ойошторам:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Д.Р. Миңлейәрова,
Өфө р-ны Шамонино ауылы урта мәктәбенең педагог-китапханасыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Өфө р-ны Ҡоролтай башҡорттары рәйесенең яуаплы сәркәтибе
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ
ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ТРАДИЦИОН ҺӘМ
ЯҢЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАРҘЫ ҠУЛЛАНЫУ
Информацион-коммуникацион технологиялар һәм компьютер дәүерендә мөһим рухи-әхлаҡи сифаттар , бурыс, намыҫ, выждан, мәрхәмәт төшөнсәләре юҡҡа сыға. Хәҙерге заман кешеһенең аңында үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылыусанлыҡ, эмоциональ һаңғыраулыҡ, яңғыҙ, яҡлауһыҙ, ярҙамға мохтаж кеше өсөн өҙгөләнә белмәү, йомоҡлоҡ, агрессия өҫтөнлөк ала. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ошо проблемалар өҫтөндә эшләү башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә хөрмәт һәм туған телгә һөйөү уятып, тарихҡа тоғролоҡ, өлкән быуынға ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо - кешенең эске мәҙәниәтенең төп билдәһе икәне төшөндөрә.
Бөгөнгө көндә балаларҙың иғтибарын дәрескә йәлеп итеү иң актуаль проблемалырҙың береһе булып тора. В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, теләк менән өйрәнеү күнекмәләре булдырыу өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу алымдары ҡулланырға тура килә.
«Ат күргән ат таныр, остаз күргән хат таныр» тигән
әйтем бар. Баланы үҙ милләтен, рухын, ырыу - нәҫел тамырын, тарихын, рухи ҡаҙаныштарын, йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын
танырға өйрәтеү уҡытыусының булмышына, сәсәнлегенә, остазлылығына бәйләнгән. Бала тәбиғәтендә рухи аңды тәрбиәләү, артабан
үҫтереү кәрәк. Был тәңгәлдә ҡайhы йүнәләштә (бөтөндән сығып,
уның өлөштәренә йәки өлөштәренән дөйөм бөтөнгә табан) эш алып
барыу кәрәк, тип аптырарға ярамай. Ниндәй генә йүнәлештә
эшләhәң дә төп маҡсатҡа ирешеү мөhим. Һәр эштә, уның hәр төрөндә
рухи камиллыҡҡа ынтылыш, үҫеш, әүҙемлек күҙәтелhен, ана шуларға йүнәлеш бирелhен.
Кешелектең үҫеше донъя закондарына ярашлы бара. Ә бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан-тура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу үҫеште.
Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға уҡытыуҙың яңы формалар һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә. Уҡыу процесын уңышлы булдырған төрлө формалар һәм методтар бар.
Шуларҙың береһе булып туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыу экскурсияларын, виртуаль музейҙарҙы, видеотаҫмаларҙы ҡулланыу тора. Эксурсия формаһының уҡытыу процесында элек-электән барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың уҡыу үҫешенә, ижади һәләтенә, коммуникатив сифатына булышлыҡ итеүҙә әһәмиәте ҙур булып ҡала. Бөгөнгө көндә бик күп уҡытыусылар яңы информацион-технологиялар ярҙамында был йүнәлештең яңы төрҙәрен үҙләштерәләр.
Уҡыу-уҡытыу экскурсияһы - ул ойошторолған, аңлатыу менән оҙатылған, белем биреү йәки нимә менәндер таныштырыу маҡсатында үткәрелгән сәнғәт әҫәрҙәрен, тарихи һәйкәлдәрҙе, ниндәйҙер ҡомартҡыларҙы күрһәтеү.
Әҙәби экскурсияла булып, әүҙем эҙләнеү позицияһында торған уҡыусы ысын тикшереүсегә әйләнә. Ә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреү процесында рациональ һәм эмоциональ мәғлүмәт алыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу теләге, икенсе кешене аңлау һәм ҡабул итеү күнекмәһе барлыҡҡа килә. Экскурсиялар ярҙамында уҡыу-уҡытыу процесын йәнләндерергә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға һәм эшкә йәлеп итергә, уларҙың тирә-яҡты танып белеү һәләтен киңәйтергә, әүҙемләштерергә була. Бындай экскурсияларҙы үткәреү күргәҙмәлелек принциптарын тормошҡа ашырыуға, уҡытыуҙың заман менән бәйләнешен һәм уның ғәмәли йүнәлешен көсәйтеүгә ярҙам итә.
Уҡыу процесына компьютер технологияларының үтеп инеүе экскурсиялар үткәреүгә ҡарашты үҙгәртте: уларҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килде - виртуаль һәм интерактив экскурсиялар.
“Виртуаль” термины латин һүҙенән тәржемә иткәндә “батырлыҡ”, “Рим һуғышсыһының күңел күтәренкелеге” тигәнде аңлата. Хәҙерге аңлатмала был термин “тойолған”, “буш”, “уйҙырма” мәғәнәһенә эйә.
Беренсе виртуаль музейҙар интернет селтәрендә 1991 йылда күренә башлай. Улар музейҙар тураһында ҙур булмаған мәғлүмәттәр сайты булған. Бөгөнгө көндә интернет аша музейҙар тураһындағы мәғлүмәттәр бер туҡтауһыҙ үҫә һәм киләсәктә донъяның бөтә музейҙары ла үҙҙәренең виртуаль экскурсияларын булдырасаҡ.
Беҙҙең Башҡортостанда ла виртуаль музейҙар сайттары, видеотаҫмалар бар: Республика Милли музейы, Хәрби Дан музейы һәм уларҙың филиалдары, төрлө тарихи дәүерҙәр һәм билдәле шәхестәр тураһында видеотаҫмалар, кинофильмдар, әкиәттәр.
Бындай экскурсияларҙың төп өлөшө булып видео, өн файлдары, анимациялар, видофрагменттар тора.
Үҙемдең эш тәжрибәмдә шуларҙы ҡулланам. Мәҫәлән, 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнөнә арнап 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһының виртуаль музейына экскурсия яһап, батырлыҡ дәресе үткәрҙем. Уның һөҙөмтәһе булып уҡыусылар менән башҡарылған проект эше тора.
Реаль экскурсиялар менән бер рәттән виртуаль сәйәхәттәр уҡыу процесын ҡыҙыҡлы, сифатлы һәм һөҙөмтәле итә: уҡыусыларға тиҙ арала мәғлүмәт алырға, анализлау һәләтен булдырыуға, үҙенең фекерен нигеҙләрлек аргументтар табырға һәм һығымталар яһарға ярҙам итә.
Коллегаларыма бер нисә методик кәңәшемде бирәм:
- бындай дәрестәр уҡытыусынан ныҡ уйланғанлыҡты, әҙерлекте талап итә, шуға йыш үткәреү мөмкинселеге юҡ;
- кластағы уҡыусыларҙың әҙерлек, белем кимәлен иҫәпкә алырға кәрәк;
- был ысулды яйлап, башланғыс кластан эҙмә-эҙлекле алып барыу мотлаҡ;
- дәрес элекке ҡалып буйынса түгел, ә заманса, системалы берҙәм дәүләт белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп, баланы үҫтерерлек итеп ойошторолорға тейеш.
Шулай итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙа рухи-әхлаҡи сифаттарҙы үҫтереү маҡсатында традицион һәм яңы технологияларҙы ҡулланыу отошло.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Яңы федераль дәңләт стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған тел һәм әҙәбиәт: проблемалар, уның үҫеш перспективаһы һәм уҡытыу. 28 февраль 2013й. - Өфө: БР МҮИ, 2013. - 268 б.
2. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008. - 352 бит.
3. Студенттар өсөн ярҙамға сайт: http://www.p-lib.ru/pedagogika/babanskiy-pedag. oika/uchebnye-ekskursii.html