Ата-әсәләргә кәңәштәр
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.
Ата-әсәләргә кәңәштәр
- Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.
- Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.
- Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.
- Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.
- Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.
- Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.
- Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.
Уңыш сере
Барыһы ла “Уңышлы булғым килә” тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.
Тырышлыҡ
Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.
Маҡсатлы булыу
Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.
Тәүәккәллек
Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.
Яуаплылыҡ
Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.
Аралаша белеү
Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...
Ярҙамсыллыҡ
Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.
Итәғәтлелек
Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.
Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...
Хөрмәтле ата-әсәләр! Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанам.
ХӨРМӘТЛЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР!!!
ТУҒАН ТЕЛ – АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘЕҢ ҮҘ БАЛАЛАРЫНА МӘҢГЕЛЕК БҮЛӘГЕ УЛ. ОШО БҮЛӘКТӘН КИЛЕР БЫУЫНДАРЫҒЫҘҘЫ БЕРҮК МӘХРҮМ ИТӘ КҮРМӘГЕҘ!!! ӘЙҘӘГЕҘ, ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘЙЕК. ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ, ТИҘӘР БИТ. ЫСЫНЛАП ТА, ТЕЛ ТУРАҺЫНДАҒЫ МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ, ТАПҠЫР ҺҮҘҘӘРҘӘ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ МЕҢӘР ЙЫЛДАР ДАУАМЫНДА ТУПЛАНҒАН УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕ, БАЙ ТОРМОШ ТӘЖРИБӘҺЕ САҒЫЛЫШ ТАПҠАН.
БЫНА УЛАР – ТИҢДӘШҺЕҘ ХАЗИНАҒА ТОРОШЛО ХАЛЫҠ ИЖАДЫНЫҢ АҪЫЛ ӨЛГӨЛӘРЕН ТӘШКИЛ ИТЕҮСЕ МӘҠӘЛДӘР:
ТЕЛЕ БАРҘЫҢ ЮЛЫ БАР.
ТЕЛДӘР БЕЛГӘН – ИЛДӘР БЕЛГӘН.
ТЕЛЛЕ КЕШЕ ТЕЛЕ МЕНӘН ҠОШ ТОТА.
ТЕЛҺЕҘ КЕШЕ – ЯРТЫ КЕШЕ.
ТЕЛЛЕ ҺҮҘЕН ИКЕ ӘЙТЕР.
ТУҒАН ТЕЛЕМ – ҮҘ ТЕЛЕМ, ҠАЙҘА БАРҺАМ – ҮҘ КӨНӨМ.
ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР.
ҮҘ ТЕЛЕМ – ҮҘ ҠЫЛЫСЫМ, АТАЙҘАН ҠАЛҒАН ҠОРОСОМ, ИЛДӘ - КӨНДӘ ТЫНЫСЫМ.
ТЕЛ – ҠЫЛЫС: ТЕЙЕШҺЕҘ ЕРҘӘ ТЫЙ, ТЕЙЕШЛЕ ЕРҘӘ ҠЫЙ.
ТЕЛ ҠЫЛЫСТАН ҮТКЕР.
ТЕЛ – КҮҢЕЛДЕҢ КӨҘГӨҺӨ.
ТЕЛ МЕНӘН ӘЙТМӘЙ, БАРМАҠ МЕНӘН ТӨРТӨП БУЛМАЙ.
ТЕЛДЕҢ ЗИННӘТЕ – ТУРА ҺҮҘ.
ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
ТЕЛДӘН ТЕЛЕҢ УҘҘЫРМА, ҠУЛДАН ҠУЛЫҢ УҘҘЫРМА.
ҺҮҘҘӘН ҺҮҘ УҘА, ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
ҺҮҘҘЕҢ ҠАНАТЫ БАР.
ҺҮҘЕ ХАҠТЫҢ ЙӨҘӨ АҠ.
ҺҮҘЕҢ ҮЛГӘНСЕ, ҮҘЕҢ ҮЛ.
ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҮҘЕНӘ ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН.
ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҺҮҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН, ЭҘЕН ЭҘЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ЭҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН.
ӘЙТЕМ – ҺҮҘҘЕҢ БИҘӘГЕ, МӘҠӘЛ – ҺҮҘҘЕҢ ЕЛӘГЕ.
ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ҠАР БАҪМАҪ.
ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ТОҠҠА ҺАЛ, ЙӘШТӘР ҺҮҘЕН ЯНСЫҠҠА ҺАЛ.
ҠАТЫ КҮҘҘӘН ТАЛ ҺЫНА, ЙОМШАҠ ҺҮҘҘӘН ТАШ ҺЫНА.
ҠЫЛЫС БЕРҘЕ ҮЛТЕРГӘН, ТЕЛ МЕҢДЕ ҮЛТЕРГӘН.
ҠЫҪҠАЛЫҠТА – ОҪТАЛЫҠ.
МЕҢ КЕШЕ МЕНӘН ЭШ ИТ, БЕР КЕШЕ МЕНӘН КӘҢӘШ ИТ.
МЕҢ ИШЕТ, БЕР ҺӨЙЛӘ.
МӘҠӘЛ ӘЙТКӘН – ЮЛ ӨЙРӘТКӘН, ӘЙТЕМ ӘЙТКӘН – КҮҢЕЛ ЙЫУАТҠАН.
МӘҠӘЛЛЕ ҺҮҘ – АҠЫЛЛЫ ҺҮҘ, МӘҠӘЛҺЕҘ ҺҮҘ – ТОҘҺОҘ АШ.
ОЛО ҺҮҘЕН БҮЛДЕРМӘ.
ОЛО ҺҮҘЕН ТЫҢЛАМАҒАН – ОРОЛҒАН ДА БӘРЕЛГӘН.
ОҪТА БАРҘА ҠУЛЫҢ ТЫЙ, СӘСӘН БАРҘА ТЕЛЕҢ ТЫЙ.
БИТ КҮРКЕ – КҮҘ, ТЕЛ КҮРКЕ – ҺҮҘ.
БОРОНҒОЛАР ҺҮҘЕ КИТАПТАН ТЫШ ТҮГЕЛ.
ДОНЪЯЛА ИҢ ӘСЕ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ, ИҢ СӨСӨ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ.
ДОНЪЯНЫ ҺҮҘ БИҘӘР.
ИЛ ТЕЛЕ ИМ БУЛЫР. ИЛЕ БАРҘЫҢ ТЕЛЕ БАР.
ЯРАТАЙЫҠ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ!!!
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
knshtr.docx | 14.75 КБ |
balany_nisek_bar_shulay_yaratygyz.docx | 13.6 КБ |
ata-slrg_knshtr.docx | 15.79 КБ |
Предварительный просмотр: