Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
- Психологик комфорт булдырыу
|
Сәләмләү. Танышыу. - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Мин, Әлфиә Рәфҡәт ҡыҙы.
- Бер –беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, яҡшы кәйефтәр менән дәресте башлайыҡ.
Һаумы, алтын ҡояшым, Һаумы, зәңгәр һауа, Һаумыһығыҙ, уҡытыусым, Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
| Бер – береңде йылы итеп сәләмләргә өйрәнеү. Яҡшы эш кәйефе булдырыу. |
II.Белемде актуалләштереү. |
- Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән?
ҡ | о | й | м | а | ҡ | с | ә | й | и | т | и | к | м | ә | к | а | ш | һ | ө | т | к | ә | н | ф | и | т | а | л | м | а | б | а | л | ы | ҡ | ҡ | ы | я | р | ш | ә | к | ә | р | с | ө | г | ө | л | д | ө | р |
| м | а | й | ҡ | а | р | б | у | з | й | о | м | о | р | т | ҡ | а |
| т | о | ҙ | б | а | л | һ | у | т |
- Эйе, аҙыҡ – түлек. Бирелгән аҙыҡтарҙы табығыҙ. Парлашып эшләйбеҙ.
- Яңы һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
- Карточкала бирелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен табығыҙ.
ҡаймаҡ хлеб кишер огурец ҡоймаҡ сметана һут морковь ҡыяр каша бутҡа сок аш блины икмәк суп - Бирелгән һөйләмдәргә кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып, карточканы тултырығыҙ.
Мин Аҙыҡ – түлек магазинына барҙым. ..., ..., ... һатып алдым. ... – бик файҙалы. ... – тәмле аҙыҡ. Был ризыҡтарҙы мин бик яратам.
- Һеҙ төҙөгән һөйләмдәрҙе уҡып ишеттерегеҙ.
- Уҡыусылар, ниндәй оҡшаш мәғәнәле һүҙҙәр бар?
| Уҡыусыларҙың аҙыҡ – түлектәрҙе иҫкә төшөрөүе, уларҙың тәржемәһен белеүҙәре. Парлашып эшләй белеүҙәре.
Һүҙлек дәфтәрҙәре менән эшләү. ҡаймаҡ – сметана ҡоймаҡ – блины һут – сок һөт - молоко
Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүҙәре.
Уҡыусыларҙың яңы теманы билдәләүе. Синонимдар тураһындағы белемдәрен рус теле аша сағыштырыу.
аҙыҡ-түлек аҙыҡ ризыҡ
|
- Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
|
Дәрестең темаһын билдәләү. - Бирелгән һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән нисек әйтергә була?
- Тимәк, бөгөн беҙ синонимдар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Презентация ҡарау, темаға ярашлы миҫалдар менән танышыу.
Ял итеү минуты.
- Уҡыусылар! Һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр ята. Өс төркөмгә буленәбеҙ, мәғәнәләре яғынан оҡшаш һүҙҙәрҙе айырып алабыҙ.
батыр шатланыу һылыу ҡыуаныу гүзәл матур ҡыйыу көслө сибәр
| -бер-береһе менән оҡшаш - рус телендә “продукты” була.
Яңы һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып алыу.
Буратино кирелде, Алға эйелде, артҡа эйелде, Уңға боролдо, һулға боролдо, Урынында һикерҙе, Уҡыуын дауам итте.
- батыр ҡыйыу көслө
- шатланыу ҡыуаныу
- һылыу гүзәл матур сибәр
Афарин, бик яҡшы. |
- Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
|
- Дәфтәргә бөгөнгө числоны, теманы яҙығыҙ.
Дәреслек менән эш. -Дәреслектең 103-сө битен асығыҙ. Шиғырҙы иғтибар менән тыңлайбыҙ. - Нимә тураһында һүҙ бара?
- Дәфтәрҙәрегеҙгә торнаның матурлығын һүрәтләгән юлдарҙы яҙып алығыҙ.
Яҡшы, яуаптарығыҙ дөрөҫ.
- Ә хәҙер парлашып эшләп алайыҡ. Һеҙгә ижади эш өҫтөндә эшләргә кәрәк буласаҡ. Бирелгән һүрәткә ҡарата беренсе рәт һөйләмдәр төҙөй, икенсе рәт – диалог, өсөнсө рәт – һорауҙар уйлап яҙа.
Тикшерәбеҙ, кемдәр әҙер уҡый.
|
Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү. Сылбыр буйынса уҡыу.
һылыу матур гүзәл һөйкөмлө сибәр
уҡыусыларға һүрәттәр таратыла |
V.Ғәмәли эштәр. |
Уҡыусылар, “Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәрҙәрен алығыҙ. 34 –се биттәге 2 – се күнегеүҙе табығыҙ.
Презентация. Матур һүҙенең синонимдары.
|
Синонимдар һүҙлеге ярҙамында һүҙҙәрҙең синонимдарын табыу.
Дәрестә алған белемдәрен тикшереү. |
VI.Өйгә эш. |
10-сы күнегеүҙе тасуири уҡырға әҙерләнеп килергә.
|
Көндәлектәргә яҙыу.
|
VII.Рефлексив анализ. Баһалау. |
- Уҡыусылар, һеҙгә карточкалар таратып бирәм. Бөгөнгө дәрестә ниндәй яңы мәғлүмәт алдығыҙ, нимә тураһында белдегеҙ? Һәм һуңында үҙегеҙгә баһа ҡуйырға ла онотмағыҙ.
Нимә тураһында белдем | Миҫалдар килтереү | Минең баһам |
|
|
|
|
VIII. Йомғаҡлау. |
- Баһаларығыҙҙы журналға ҡуйырмын, дәрес бөттө, сығырға мөмкин.
|