Сценарийҙар
Предварительный просмотр:
ТЕМА: ДУҪЛЫҠ БАЙРАМЫ.
МАҠСАТ: уҡыусыларҙы башҡорт халҡының милли уйындары менән
таныштырыу;
башҡорт халҡының Рус дәүләтенә үҙ ирке
менән ҡушылыуы тураһында белешмә биреү;
балаларҙа башҡорт тенлен өйрәнеүгә, башҡорт халҡының
тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
САРА БАРЫШЫ.
I.Инеш.
-Хәйерле көн,ҡәҙерле уҡыусылар,хөрмәтле уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн байрамға йыйылдыҡ.Бик борон,450 йыл элек беҙҙең ата-бабалар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылған.Улар дуҫ,татыу йәшәргә, ауырлыҡ килгәндә бер-береһенә ярҙам итергә тип килешеү төҙөгән. Беҙҙең байрам «Дуҫлыҡ байрамы. » тип атала.Руссаға нисек тәржемә ителә?
-Бөгөн байрамға II,III,IV синыф уҡыусылары йыйылған.Беҙ улар менән төрлө ярыштар үткәрербеҙ,йыр,шиғыр тыңларбыҙ,һорауҙаға яуап бирербеҙ.
-Байрамды концерт номерҙары менән башлап ебәрәйек.
1.Шәйәхмәтова Юлиә «Бала саҡ» йыры.
2.IV синыф уҡыусылары «Салауат» йыры.
3.Сафиуллина Азалия, Фазылова Лиана, Бойко Света «Шаян ҡыҙҙар»
бейеүе.
4.III синыф уҡыусылары «Нур» йыры.
- Беҙҙең артистарыбыҙға ҙур рәхмәт!Әйҙәгеҙ,бөгөн беҙҙе баһалаясаҡ жюри менән танышып үтәйек.(жюри менән таныштырыу.)
-Байрамыбыҙ дүрт ярыштан тора.
-Беренсе ярыш «Беҙ башҡорт телен өйрәнеҙ.» тип атала.Мин һәр
синыфҡа һорауҙар йәки эштәр бирәм,ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.Ярышты
башлайбыҙ.
-II синыф өсөн һорауҙар:
а).Был төҫтәрҙе атағыҙ.(төрлө төҫтәге карточкалар күрһәтеү).
б).20-ға тиклем һанағыҙ.
в).Йомаҡтың яуабын табығыҙ.
Йәйен һоро,ҡышын аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ шеш ҡолаҡ.(ҡуян)
-III синыф өсөн һорауҙар:
а).Башҡортостанда йәшәүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?
б).Йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ.
* Ҡош түгел-оса,
Ябалаҡтай боҫа,
Сәтләүекте ярата,
Һунарсыны ҡарата. (тейен)
* Үҙе илай,үҙе һыйлай.(көҙ)
* Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа ташлама.(китап)
в).Һеҙ нинсәнсе синыфта уҡыйһығыҙ?
Һеҙҙең синыфта нисә уҡыусы уҡый?
-IV синыф өсөн һорауҙар:
а).Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ.(карточкала яҙылған һөйләмдәрҙе
күрһәтеү).
* Бөгөн балалар урманға барҙылар.
* Улар урманда төрлө япраҡтар йыйҙылар.
* Экскурсия бик күңелле үтте.
б).Һүҙҙәрҙең антонимдарын әйтегеҙ:
*аҡ- таҙа-
ҙур- батыр-
яҡшы- тырыш-
в).Йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ.
* Ауыҙы юҡ – теше бар.
* Аҡ ергә эҙ һалған, эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған.
* Һыу өҫтөндә һары май
Батмай ҙа, иремәй ҙә.
-Афарин, балалар. Жюри һеҙҙе баһалай, ә беҙҙә икенсе конкурс «Сәсәндәр бәйгеһе »(состязание сэсэнов). Һәр синыф шиғыр әҙерләргә
тейеш ине. Сәхнәгә сәсәндәребеҙҙе саҡырабыҙ. (Уҡыусыларҙың шиғыр
һөйләүе).
-Беҙҙең сәсәндәргә ҙур рәхмәт!Һүҙ жюриға бирелә. Улар беренсе
ярыштың баһалары әйтеп ишеттерә.
-Жюриға рәхмәт. Өсөнсө конкурс беҙҙә викторина «Башҡортостанды беләһеңме?». Һәр синыфҡа һорау бирелә, әгәр яуап бирмәһәләр, икенсе синыф уҡыусылары яуап бирергә мөмкин. Иғтибарлы булығыҙ.
Предварительный просмотр:
Салауат батырҙы яуға оҙатыу.
(әҙәби-музыкаль композиция)
Музыка яңғырай( Салауат Р.Ғарипов һүҙҙәре, А.Туҡтағолов көйө), йырҙың аҙағына балалар ике яҡтан теҙелеп сығалар, йырлайҙар.
Автор: Башҡорт ерендә Байыҡ атлы сәсән булып, берҙән-бер көндө мәмерйәнән сығып, Ҡылыстауҙың башына менеп уйланып ултырған да, Юлайға бармаҡ булып, юлға сыҡҡан. Китеп барғанда, һунарҙа сыҡҡан Салауатҡа тап булған, ти.
Салауат: Иҫәнме, олатай!Әсәләмәғәләйкүм!
Байыҡ сәсән: Вәғәликүвәссәләм, улым!
Салауат: Олатай, бер ҙә таныған кешегә оҡшамағанһың, атың кем?
Бәйыҡ сәсән:
Аты юҡҡа – атымын, Өйөнә төбәп барайым,
Яуызға һаман ятымын. Йөҙөнә күҙ һалайым,
Батырҙары ҡыуылған Йөрәге нисек һуҡҡанын
Ил сәсәне ҡартымын. Тел төбөнән беләйем.
Салауат тигән исемең, “Батырҙар юлы ереккән,
Ишетеп беләм ҡолаҡтан Батырҙар юлы ереккән,
Исемеңде ишетеү - Саң баҫҡан эҙләп тапманым,” -
Белеү түгел йөрәктән. Тиһә: “Бына мин! – тирем, -
Юлыма тап килгән һуң, Батыр юлын буйлаған,
Әйтә торған һүҙем бар. Алдыңа килгән ҡарт, - тирем, -
Аҙналының балаһы Ат өҫтөндә сапҡанда,
Инде Юлай ни көтә? Алдыма дошман баҫҡанда,
Яумы көтә, дан көтә? Елем менән дошманды,
Атаһы юлын эҙләйме? Ҡолата килгән ҡарт!” – тирем.
Батырҙар юлын күҙләйме?
Автор: Байыҡтың һүҙен ишеткәс, Салауат та аңлаған. Байыҡ ҡартты үҙе менән бергә алып ҡайтып киткән, ти. Юлай менән өсәүһе һөйләшеп, һүҙ үткәндәрен саҡырып, бергә кәңәш төйнәшеп, яу башларға булғандар, ти.
Салауат: Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.
(Күмәк бейеү. Ҡурай моңо яңғырай.)
1-се уҡыусы Майҙанға сығып көрәшкәндә
Бөтә ғаләм хайран ҡалыр ине.
Күңелдәре тулып, ҡурай тартһа,
Күҙҙәренән йәш тамыр ине.
Юлай улы – батыр, һай, Салауат
Сал Уралда – илдә бер ине.
Күп интеккән зарлы башҡорт халҡының
Яҡты көнгә тартыр ит ине.
(Ҡурай моңо яңғырай. Салауат алғы планға сығып сүкәйеп ултыра.)
Салауат: Тирмәм тора көмөш кеүек Шул саҡта тирмәм ишеген
Йылға ярында. Асырға ҡуштым.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә Төн буйы тыңланым моңон
Тирә-яғында. Һандуғас ҡоштоң.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Ятам тирмәмдә. Булды был төн.
Туғандарым, яҡындарым Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Минең эргәмдә. Ошо төндө мин.
(Салауат уйланып ултыра. Ярым ҡараңғылыҡ. Занавес артында уҡыусы “Зөләйха” шиғырын һөйләй. Бейеү “Һыу буйында”.)
2-се уҡыусы: Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.
Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.
Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.
Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.
Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
3-сө уҡыусы: Башҡорт илен яу баҫты,
Йылға булып ҡан аҡты.
Пугачевҡа ҡушылып,
Салауат тигән ир ҡаоҡты.
Ҡоралын ҡулға алып,
Халыҡ алдында ант итте.
Һурҙы ҡындын ҡылысын,
Алмас ҡылыс ялт итте.
Бөтәһе бергә: Бар, бар, батыр яуға бар,
Халҡың өсөн ирек ал.
Ир-Юлайҙың балаһы
Дошманыңды ҡыр ҙа һал.
4-се уҡыусы: Ғәйепһеҙ халыҡтың ҡаны
Ерҙең битен буяғас,
Намыҫ һаҡлаған йөрәк
Нисек итеп ҡуҙғалмаҫ?!
Халыҡ батыры, яуға бар,
Дошманыңды ҡырып һал,
Ир- Юлайҙың балаһы,
Халыҡҡа яулап ирек ал!