Стихи для детей - Кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә шиғырҙар
Предварительный просмотр:
Кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә шиғырҙар
БЕСӘЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БЕСӘЙ УҠЫЙ
Өйрәтһәм дә бесәйҙе,
Үҙенекен туҡыны:
“Аҡбай” тигән исемде
“Мыяу” тиеп уҡыны.
(Р.Әбүталипова)
БЕСӘЙ
Бесәй төшкән байлыҡҡа –
Сумған тәмле ҡаймаҡҡа.
Аҙағы нисек бөтөр,
Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!”
(А.Йәғәфәрова)
БЕСӘЙ
Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй.
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.
(Ф.Туғыҙбаева)
БЕСӘЙ БЫЙМА ЭСЕНДӘ
Тышта буран ҡотора,
Сәйҙә илап ултыра:
- Бесәйем сығып киткән,
Аҙашып үлер микән?
Юҡҡа илаған Сәйҙә,
Хәйләкәр бит бесәй ҙә:
Шәп йылы оя тапҡан -
Быймаға инеп ятҡан!
(Р.Әбүталипова)
БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,
Ята келәмдә ойоп.
Бәп-бәләкәй булһа ла,
Үҫкән бит уға мыйыҡ!
(Ҡ.Әлибаев)
БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАН
Бесәй сыҡҡан һунарға,
Ҡомаҡ, сысҡан ауларға.
“Хәҙер барып тотам, - ти, -
Һоғонам да йотам!” – ти.
Сысҡан мейес аҫтынан
Көлә мыйыҡ аҫтынан.
Уның яуабы зәһәр:
- Ин әйҙә, һыйһаң әгәр!
(Б.Байымов)
БЕСӘЙ
Бесәй, бесәй, бесәй шул,
Бесәй әле кескәй шул.
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай?
Килтерегеҙ сысҡан, ти,
Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?
Килтерегеҙ хәҙер, ти,
Мин ашарға әҙер,ти!
(Ҡ.Даян)
БЕСӘЙ
Көндәр буйы йоҡлап ята
Ҡаймаҡ ялаған бесәй.
Бөгөн сысҡан тотҡан ине,
Маҡтаны уны әсәй.
(Р.Ниғмәтуллин)
БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТА
Бесәй ҡыҙы Мырбикә
Әллә бигерәк иркә?
Йырламаһаң, йоҡламай,
Йырлатмайса туҡтамай.
Мыр-мыр-мыр-мырым,
Мырбикәгә был йырым...
Кис етә, ҡояш бата,
Бесәй ҡыҙын йоҡлата.
(Г.Юнысова)
БЕСӘЙҘЕҢ ӨЙӨ ЯНА
(рус халыҡ ижадынан)
Саңҡ-саңҡ!.. Саң ҡаға,
Бесәйҙең өйө яна!
Бесәйҙең өйө яна,
Төтөнө сыға, ана!
Бесәйҙең ҡото осоп,
Килеп сыҡҡан урамға!..
Биҙрә тотоп йүгерә
Тауыҡ ут һүндерергә.
Эт – мейес һеперткеһе,
Ат фонарь тотоп алған,
Япрағын болғай-болғай,
Ашыға һоро ҡуян.
Бер, ике, өс!..
Бына ҡайҙа көс!..
Ялҡын артҡа һикерҙе,
Ут бөтөнләйгә һүнде!..
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)
ҺАЙЫҪҠАН БУТҠА БЕШЕРГӘН
(рус халыҡ ижадынан)
Ап-аҡ түшле һайыҫҡан
Ҡайтып төшкән алыҫтан,
Тәмле бутҡа бешергән,
Һары майҙы төшөргән.
Балаларын һыйлаған,
Тик айырып һайлаған.
Быныһына биргән ул,
Быныһына ла биргән.
Быны ла ҡалдырмаған,
Ә быға ул бирмәгән.
- Һин һыу алып килмәнең,
Ҡырҡманың утынын да.
Бутҡа бешерер өсөн
Яҡманың бит утын да.
Бар, ас көйөнсә уйна,
Ни өсөн тиһең - уйла!..
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)
ЭТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
АҠБАЙ
- Атайыңа мин булышам,
Көнө буйы сабам.
Һарыҡ көтөшәм, - ти Аҡбай, -
Мин дә, - ти, - чабан.
Төндә ул, часовой булып,
Йорт-ҡура һаҡлай.
Хужаһының ышанысын
Һәр ваҡыт аҡлай.
(Р.Хәйретдинов)
ЕҘТЫРНАҠ
Көсөк алдым көтәм тип,
Исем ҡуштым – Еҙтырнаҡ.
Малдарҙы өркөтәм, тип
Өргән була, ер тырнап.
Буш йәшниктән бер өйсөк
Яһап бирҙем тиҙерәк:
Ҡояш ҡыҙҙырһа, көсөк
Ятыр шунда иҙерәп...
(Ә.Әхмәт-Хужа)
КӨСӨК
Юҡ та юҡ – юғалды,
Ҡараным юлдарҙы.
Байҡаным урамды,
Юҡ та юҡ – юғалды.
Юҡ йылға буйында,
Күңелһеҙ уйын да,
Ул ғына уйымда.
Бер ҡайҙа сыҡмаған,
Баҡсала – ышыҡта йоҡлаған.
Ур-ра! Көсөгөм табылды.
(Ф.Шакирйәнов)
БАРБОС
Барбос менән икәүләшеп,
Мәж килешеп уйнаныҡ.
Баҫтырыштыҡ, йүгерештек,
Аҙаҡ ерҙә аунаныҡ.
Көнө буйы уйнай торғас,
Барбос тамам арыны.
Ҡолаҡтарын тырпайтты ла
Телен һалды арҡыры.
Әллә мине үсекләйме?
Мин дә телде күрһәттем.
"Үсекләшеү ярамай!"- тип,
Аҙаҡ аҡыл өйрәттем.
(Г.Ҡыуатова)
АҠТҮШ
Аҡтүш исемле
Этем бар минең.
Һин уны күрһәң,
Ҡыҙығыр инең.
Үҙе бәләкәс,
Ҡолағы һалбыр.
Ә түше ап-аҡ,
Ҡойроғо ялбыр.
Мороно осло,
Тәпәйҙәре ныҡ.
Күҙендә, гүйә,
Баҙлап тора ут.
(А.Игебаев)
ЭТ
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)
КѲСѲК
Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.
(Ф.Туғыҙбаева)
ХӘЙЛӘКӘР КӨСӨК
Бәләкәс көсөк Буян
Ҡаймаҡты түгеп ҡуйған.
Зыян эшләнем, тиеп,
Ҡайғырып та бирмәй ул,
Балағымдан тартҡыслап,
Мине тышҡа һөйрәй ул.
— Әйҙә, ҡастыҡ, — ти… Тоям,
Хәйләкәр, ай-һай, Буян.
Ә мин әсәй ҡайтыуға
Иҙәнде һөртөп ҡуям.
(Г.Ғәлиева)
КӨСӨК
Ояһы булғас,
Көсөгөм үҫә.
Һауытҡа һалып
Һөт бирһәң, эсә.
Мин асыуланһам,
Ул бик тиҙ күрә.
Тынын да алмай
Өрә лә өрә.
Ҡыҙып барма, ти,
Юҡ-барға улай.
Һин бит түгелһең
Бер йүләр малай!
(Ф.Мөхәмәтйәнов)
ӘТӘС, ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӘТӘС
Әтәс ҡойма башында,
Алтын тараҡ башында.
Йоҡонан тора иртүк,
Ҡысҡыра: “Ки-ки-ри-күк!”
(А.Йәғәфәрова)
СЕБЕШТӘР
Әсәһе менән бергә
Себешкәйҙәр йүгерә:
“Зилә, беҙгә емдәр һип,
Сип-сип-сип, һип-һип-һип!”
(А.Йәғәфәрова)
ТАУЫҠ
Йомортҡа һалған тауыҡ –
Яҡтырып киткән кетәк.
Шуға йөрөй ҡыуанып:
“Ҡыт-ҡытыҡ та ҡыт-ҡытыҡ!..”
(А.Йәғәфәрова)
СЕБЕШ
Ѳйѳрѳлә-сѳйѳрѳлә,
Сип-сип йырлап, бер себеш,
Берәүҙең күлдәге һары,
Бигерәк матур, имеш.
(Ф.Туғыҙбаева)
ШУҠ ӘТӘС
Күрҙем-күрҙем шуҡ әтәс,
Ана кейгән күк кәпәс.
Тик маҡтансыҡ әтәстең
Кәпәсе бик бәләкәс.
(А.Игебаев)
ТАУЫҠ АПАЙ
Эй ҡупшыҡай тауыҡ апай,
Күлдәге сыбар ғына,
Ҡыт-ҡыт-ҡыт, тип килеп етә
Емеңде сығар ғына.
Тауыҡ апай, тип-тип-тип,
Себештәре сип-сип-сип,
Тибенәләр, һөйөнәләр,
Сүпләргә ем күп-күп, тип.
(Г.Ситдиҡова)
СЕБЕШТӘР
Сыбар тауыҡ бик күп себеш
Сығарғас бүләк итеп,
Һанай алмай торам гелән,
Себештәргә иҫ китеп.
Күҙгә йөҙ булып күренә,
Йүгерәләр, шашалар.
Ярма, эремсек ташлаһам,
Ем өҫтөнә баҫалар.
Көн буйына һис ятмайҙар
Себешкәйҙәр кес кенә.
Тауыҡ ҡанаты аҫтына
Инәләр тик кис кенә.
(К.Булат)
ӘТӘС
Әтәс ҡысҡыра иртүк,
Кикерикүк тә кикерикүк:
«Киттек, тауыҡ ҡунаҡҡа
Күрше эте Муйнаҡҡа!»
(Ф.Туғыҙбаева)
СЫБАР ТАУЫҠ
Сыбар тауыҡ
Кетәгенән
Тышҡа сыҡҡан.
“Ҡыт- ҡытаҡ!” – тип
Тибенә ул –
Емме тапҡан?
Ҡанаттарын
Елпеп-елпеп
Ҡағып ҡуя.
“Йомортҡалы
Буласаҡ, - ти, -
Минең оя”.
(Ф.Мөхәмәтйәнова)
ДАРЫУ ҮЛӘНДӘРЕ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
МӘТРҮШКӘ
Мин – мәтрүшкә, тыйнаҡмын,
Зәңгәр сәскә атамын.
Йәнгә, тәнгә ләззәт биреп
Хуш еҫтәр таратамын.
Дауалайым йүтәлдәрҙе
Татлы хуш еҫем менән.
Ауырыуҙан арыныуҙың
Мең төрлө серен беләм.
ГӨЛБАҘРАН
Сәскәләрем түп-түңәрәк,
Һап-һары ла үҙҙәре.
Әйтерһең дә, ҡарап тора
Унан йәйҙең күҙҙәре.
Дауалайым быуындарҙы,
Һыҙлаһалар, һәммәһен.
Табам тик ярҙамда ғына
Йәшәүемдең мәғәнәһен.
БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ
Кинәт кенә, көтмәгәндә,
Ауыртып китһә йөрәк,
Ауыртыуҙан дауаларға
Бесәй үләне кәрәк.
ӘРЕМ
Мин яп-ябай әсе әрем,
Үҫәм болон-туғайҙа.
Әллә ни иҫ китерлек ерем
Юҡтыр инде. Шулай ҙа...
Әйтәм әле: дауалайым
Йоҡоһоҙлоҡ сирҙәрен,
Ашҡаҙандың...
Бөтөрәмен
Хәтерһеҙлек сирҙәрен.
КЕСЕРТКӘН
Мин – кесерткән, зәһәр инде,
Сағамын, ҡул тейҙерһәң.
Шаяныраҡ балаларҙы
Үрле-ҡырлы һикертәм.
Тик барыбер шифалы мин,
Һыҙлаһа ҡул-быуындар.
Япрағымда, һабағымда
Йәшәү көсө – һутым бар.
ҺУҠЫР КЕСЕРТКӘН
Мин – кесерткән, саҡмайым,
Шуға ла һуҡыр, тиҙәр.
Тик шулай ҙа минән бик күк
Дарыуҙар әҙерләйҙәр.
ЮЛ ЯПРАҒЫ
Исемем сәйер булһа ла,
Мине бик хөрмәтләйҙәр.
Киҫелһә лә, ҡанаһа ла,
Иң һәйбәт дарыу, тиҙәр.
ЙӘНЛЕКТӘРҘЕҢ БИШЕК ЙЫРҘАРЫ
Бүре
Әлли-бәлли ит инде,
Бәү-бәү итеп кит инде.
Йоҡлаһын күҙҙәрең дә,
Йоҡлаһын теҙҙәрең дә.
Йоҡламаһа күҙҙәрең,
Күрмәҫ ҡуян эҙҙәрен.
Йоҡламаһа теҙҙәрең,
Тоталмаҫһың үҙҙәрен.
Әлли-бәлли, бәү!
(Р.Шәғәлиев)
Ҡуян
Көнө буйы болонда,
Һикереп унда-бында,
Арып йонсоған үтә –
Бәпесем бәү-бәү итә.
Әлли-бәлли, бәү!
(Р.Шәғәлиев)
Эт
Йондоҙҙар, күҙ ҡыҫмағыҙ,
Әтәстәр, ҡысҡырмағыҙ!
Бәпесем бәү-бәү итә.
Йоҡоһонан тороуына
Уны күп эштәр көтә.
Әлли-бәлли, бәү!
(Р.Шәғәлиев)
ТРАНСПОРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҺѲТ МАШИНАҺЫ
Ҡалаға китә машина
Һѳт тултырып мискәгә.
«Һѳт мискәһе» ти әсәйем,
Һѳт яратып эскәнгә.
«ТИҘ ЯРҘАМ» МАШИНАҺЫ
Ауырыған кешеләргә
Кѳнѳ-тѳнѳ ашыға.
Уны һәр кем танып тора:
«Тиҙ ярҙам» был машина.
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ МАШИНАҺЫ
Сиренаһын ҡысҡыртып,
Ҡыҙыл машина елә.
Ҡайҙа бәлә, ҡайҙа янғын,
Ут сыҡҡанын ул белә.
МИЛИЦИЯ МАШИНАҺЫ
Милиция машинаһы
Елдерә сигнал биреп.
Ул бит ярҙамға ашыға
Бәлә булғанын белеп.
АВТОБУС
Автобустарҙың тѳп эше –
Кешеләрҙе йѳрѳтѳү.
Туҡталышты иғлан итеп,
Тѳшѳрѳү һәм керетеү.
ДЖИП
Һыналған һәм сыҙамлы
Кѳслѳ машина джип –
Сүллектән дә, һаҙлыҡтан да
Үтә генә ул елеп.
ТРАМВАЙ, ТРОЛЛЕЙБУС
Трамвай, троллейбус йѳрѳй
Электр тогы менән.
Айырма шунда: трамвай
Рельстан йѳрѳй гелән.
КРАНЛЫ МАШИНА
Кранлы машина оҡшай
Жирафтың муйынына.
Уның башы тейеп тора
Болоттар ҡуйынына.
ҺАЛ
Бүрәнәне ҡушып бәйләп,
Һал яһайҙар ағайҙар.
Ағайҙарҙан был һѳнәргә
Ѳйрәнә сос малайҙар.
А. Мәһәҙиев
ПАРОХОД
Үҙе бара – эҙе юҡ.
Яуабын, йә, кем белә?
Һыу ѳҫтѳнән юлдар ярып
Пароход йѳҙѳп килә.
КӘМӘ
Ике ҡулда – ике ишкәк,
Машина руле һымаҡ.
Ишһәң – бара, ишмәһәң – юҡ,
Тик тора ул аптырап.
САМОЛЕТ
Барыр ереңә ашыҡһаң,
Ултыр һин самолетҡа.
Һауа юлынан осорһоң,
Сәләм биреп болотҡа.
ИНКАССАТОР МАШИНАҺЫ
Инкассатор машинаһы
Оҡшап тора танкыға.
Ул бѳтә аҡсаны йыйып,
Алып бара банкыға.
А. Мәһәҙиев шиғырҙары
ҠАҘ, ӨЙРӘК ҺӘМ БӘПКӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӨЙРӘК
Ҙур-ҙур емдәр бирһәм дә,
Ул һаман да:
- Ваҡ! Ваҡ! –ти.
Үҙенә гел баҡһам да,
Ул һаман да:
- Баҡ! Баҡ! –ти.
(Р.Ниғмәтуллин)
ҠАҘ
Ҡаҙ, ҡаҙ, ҡа-ҡа-ҡа,
Ҡарама минең яҡҡа,
Һуҙмасы муйыныңды,
Боҙмасы уйынымды.
(Г.Ситдиҡова)
ӨЙРӘК
Мороно, гүйә, көрәк,
Ниндәй ҡош, тиһең - өйрәк.
“Ҡыж- ҡыжыҡ,-ти,- ҡыжыҡ,” - ти.
“Йүгереүе ҡыҙыҡ,” - ти.
(А.Йәғәфәрова)
ҠАҘҘАР
Ҡаҙҙар төшкән йылғаға,
Йәшел үләнле ярға.
Күңелле һөйләшәләр:
“Ға-ға-ға ла ға-ға-ға!..”
(А.Йәғәфәрова)
ӨЙРӘКТӘР
- Ағай, ниңә өйрәктәр
Һәр саҡ:
“Быжыҡ-быжыҡ”, - тиҙәр?
- Илағаныңды белгәндәр,
Һиңә:
“Мыжыҡ-мыжыҡ!” – тиҙәр.
(С.Әлибаев)
УҪАЛ ҠАҘҘАР
Өләсәйемдең ҡаҙҙары
Ҡалай уҫал, ҡара әле!
Уҫал ҡаҙҙарҙы ҡыуырға,
Әлдә сыбыҡ бар әле.
Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып ҡаса,
Һелтәһәм шул сыбыҡты.
Ағайым гел үртәмәһен:
"Ҡустым, - тиеп, - йыбытҡы”.
(К.Булат)
БӘПКӘЛӘР ҺАҠЛАЙЫМ
Һис бер эшһеҙ ултырмайым,
Көн дә бәпкәләр көтәм.
Ҡарға, төйлөгән күренһә,
Ҡырҡ һанап арып бөтәм.
Ҡар ҙа ҡар ҡарға ҡысҡырһа,
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙарым.
Күмәкләп тауыш күтәреп
Һаҡлайбыҙ ҡош баҙарын.
(К.Булат)
ҠАҘҘАР
Беҙҙең йылғабыҙ Туҡта
Ҡаҙҙар йөрөй катокта.
Боҙ баҫмалай һығыла,
Ҡаҙҙар тайып йығыла.
- Ҡый-ғаҡ та ҡый-ғаҡ! – тиҙәр,
- Боҙ өҫтө тай-ғаҡ! – тиҙәр,
- Ниндәй шыма боҙ! – тиҙәр,
- Көскә шыуабыҙ! – тиҙәр.
(С.Муллабаев)
БӘПКӘЛӘР
Бәпкәләр сыҡҡан! Бәпкәләр!
Ҡа-ҡа-ҡа! Ура! Ура!
Ата ҡаҙ ҡыуанысынан
Тып итеп бейеп тора.
(Ф.Рәхимғолова)
ҠАҘ
- Бар улым, баҡсаға сығып,
Берәй күнәк картуф ҡаҙ. -
Бешереп, иҙеп биргәнде
Бик яратып ашай ҡаҙ.
(Г.Юнысова)
МИЛЛИ АШ-ҺЫУ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БУҘА
Шифалы был эсемлекте
Күптәр эсергә ҡыҙа.
Һоло, арпа йә боҙайҙан
Әсетелә ул буҙа.
(С.Ғәләүетдинов)
ҠОРОТ
Оҙон юлда тәмләп алһаң,
Көс-ҡеүәт бирә ҡорот.
Һыу кәрәкмәй ул булғанда,
Китһә лә ауыҙ ҡороп.
(Н.Сәлимов)
АЙРАН
Әсәй майҙың туртаһына
Айран беште.
Күрше ҡарсыҡ, маҡтап–маҡтап,
Уны эсте.
– Айрандың да шифаһы бар,
Килен, – тине.
– Хәл белергә һеҙгә тағы
Киләм,– тине.
(С.Ғәләүетдинов)
ҠАТЫҠ
Өләсәйем, һөт ойотоп,
Әҙерләй гелән ҡатыҡ.
Уйнап арып, ҡустым менән
Ҡатыҡ эсергә ҡайттыҡ.
(Н.Сәлимов)
ҠЫМЫҘ
Өләсәйем ҡымыҙ бешә,
Нисек беләге талмай?
Ағас көбөлә, гөбөрләп,
Кәзә ҡымыҙы ҡайнай.
Өләсәй әйтә, ҡымыҙҙы
Баһадирҙар эсә, ти.
Бәләкәй малайҙар унан
Көслө булып үҫә, ти.
(Г.Ғәлиева)
БАЛ
Бик тә тәмле
Бал, бал,
Әсәй, сәйгә
Һал, һал.
Ауырымам
Ҡыш-ҡыш,
Бал ашаһам
Йыш-йыш.
(Г.Ситдиҡова)
ТУЛТЫРМА
Килгәнһең икән, түрҙән уҙ,
Тартынып та ултырма.
“Ризыҡ йөрөтә” тиҙәр бит,
Ауыҙ итсе тултырма.
(С.Ғәләүетдинов)
ЫУМАС
Арыш оно аҡ ҡына,
Иләп алдым һаҡ ҡына.
Ыумас ашы танһыҡҡа,
Килешә ас ҡорһаҡҡа.
Ыуҙым-ыуҙым, ыуылды,
Ыумасым аҙ тойолдо.
Он өҫтәнем аҙыраҡ,
Ыуылһын ул вағыраҡ.
(Р.Ураҡсина)
ТУҢ МАЙ
Ҡыҙҙырмаһаң, был аҡ май
Бүлмәлә иреп аҡмай.
Уның исеме - туң май.
Туң май һыуыҡта туңмай.
Ғәжәп бит: үҙе май,
Ә былай ашап булмай.
(М.Сиражи)
АЙРАН
Башҡа эсемлектәрҙән
Тәмен бик тиҙ айырам:
Ҡымыҙҙан һис кәм түгел,
Әсәйем бешкән айран.
(С.Ғәләүетдинов)
ЙҮКӘ БАЛЫ
Олатай кәрәҙ ҡырҡты ла,
Аша, тип, өҫтәлгә
Кәрәҙле бал ултыртты.
Бына һиңә йүкә балы,
Бер ҡабып ҡара әле!
Беҙҙең яҡтың йүкәләре
Йәмле генә түгел икән,
Тәмле лә икән әле.
(Г.Ғәлиева)
ӘПӘКӘЙ
Ҙур үҫәйем тиҙ генә, тип,
Гөлсөм ашай әпәкәй.
Тамаҡ туйғас бик күңелле,
Ҡулдар итә сәпәкәй,
Тәмле булды әпәкәй.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
СЫЙЫРСЫҠ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
СЫЙЫРСЫҠ
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!
Ҡошсоғом сыҡта ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.
(Р.Ғарипов)
СЫЙЫРСЫҠ
Иртән торһам, сыйырсығым
Килеп ҡунған ояға.
Һайраны ул, һайраны,
Шатлыҡ сәсеп донъяға.
Ҡанатҡайын елпей-елпей,
Көйләне моңло көйҙө.
Эй маҡтаны, данланы
Тыуған ер, тыуған өйҙө.
(Ҡ.Әлибаев)
КИЛ ИНДЕ
Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған,
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.
Ҡанаттарыңды елпеп,
Аҫыл һайрауың һирпеп,
Сыйырсығым,кил инде,
Өйөң әҙер бит инде.
(М.Кәрим)
СЫЙЫРСЫҠ СӘПӘКӘЙ ИТӘ
Таҡтанан оя яһап,
Ағасҡа ҡуйҙыҡ элеп.
Атай менән икебеҙҙе
Маҡтай сыйырсыҡ килеп.
Эй ҡыуана, иртә таңда
Үҙенсә таҡмаҡ әйтеп.
Ҡанаттарын ҡағып һайрай,
Ҡул сапҡан һымаҡ итеп.
(К.Аҡбашев)
СЫЙЫРСЫҠ, ҺАНДУҒАС
Ҡара ҡаурый сыйырсыҡ,
Һары шәлле һандуғас–
Йырсы ҡоштар йылы яҡтан
Ҡайта беҙгә яҙ булғас.
(Г.Юнысова)
СЫЙЫРСЫҠ
Әһем-әһем әһемсек,
Ҡайтып етте сыйырсыҡ.
Матур итеп өҙөлөп һайрай,
Ваһап, тиҙерәк йүгереп сыҡ!
Ҡыйыҡҡайын ҡыйғаслап,
Яһап ҡуйҙым оясыҡ.
Сыйырсығым, матурсығым,
Ҡунаҡ булып инеп сыҡ.
Матур көндәр булғанда,
Беҙ сығырбыҙ ҡырҙарға,
Мин йөрөрмөн утарға,
Һин күбәләк тоторға.
Сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ
Сиҙәм араларында.
Сырлай-йырлай емдәр йыя
Сибәр балаларына.
Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Бик аҡыллы дуҫсығым,
Беҙгә ярҙам итеп, ул
Сүпләй баҡса ҡортсоғон.
Сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ,
Һиңә ҡуйҙым оясыҡ,
Сыйырсығым-матурсығым,
Ҡунаҡ булып тороп сыҡ.
(Ғ.Амантай)
НравитсяПоказать список оценившихОтветить
Регина Хабутдинова
Регина Хабутдинова 3 апр 2016 в 11:15
ҮЛӘНДӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠАҠЫ
Табып бир, тип, ҡаҡыны
Ҡустым көн-төн талҡыны.
Уның ниһен эҙләйһең,
Аяҡ аҫтын күҙләйһең -
Үҫә бит ул һәр ҡайҙа
Бик матур айҙа - майҙа,
Ҡаҡыға тулған майҙан,
Уны ашаһаң - файҙа!
(Г.Ситдиҡова)
ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ
Яуыз, мәкер булмаһам да,
Атайҙар мине шулай.
Әлегәсә һәммәгеҙгә
Тик шифам тейҙе, буғай.
Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән,
Мин йоҡомдан уянам.
Зарығып көтөк булғандыр
Сирләгән апай-ағай.
Ғүмерем дә ҡыҫҡа ғына –
Йәй етеүгә юғалам.
Үкенмәйем, ғүмеремде
Кешеләр итә дауам.
(В.Исхаҡов)
ЙЫУА
Йыуан-йыуан йыуалар
Таңдан битен йыуалар,
Туҙан ҡунмаһын тиеп
Итәктәрен ыуалар.
Йыуынып та бөттөләр,
Йыйылды бала-саға,
Йыуан-йыуан йыуаны
Йыйҙылар йыуасаға.
(Г.Ситдиҡова)
ӘРЕМ
Бер кемгә лә юҡ зыяным, әммә
Үпкәләтәләр гелән.
Телсәндәрҙең әсе һүҙен
Үлсәйҙәр минең менән.
(В.Исхаҡов)
ҺАРЫНА
Һары-һары, һарына,
Беҙ ҡәнәғәт барына,
Йыябыҙ сәскә итеп,
Ашайбыҙ утта өтөп.
(Г.Ситдиҡова)
МӘТРҮШКӘ
Йәйҙәрен дә, ҡыштарын да
Мине ярата кеше.
Минең сәйем бик шифалы,
Тарала өйгә еҫе.
(Ф.Туғыҙбаева)
АНДЫҘ
Бар хикмәте тамырында,
Шифаһы уның һанһыҙ.
Һарғылт төҫтә сәскә ата,
Ул шундай үлән – андыҙ.
(С. Ғәләүетдинов)
КЕСЕРТКӘН
Мин тоғро ҡарауылсы,
Үҫәм ҡойма буйында.
Сөнки һиҙәм малайҙарҙың
Нимә барын уйында.
Мин булмаһам, улар әҙер
“Таҙартырға” баҡсаны,
Шуға ла бит хужам мине
Йәй буйына сапманы.
(В.Исхаҡов)
ҠЫМЫҘЛЫҠ
Әскелт тәмле ҡымыҙлыҡ
Ҡымыҙыңа торолоҡ,
Ҡандыра һыуһыныңды,
Ҡупшылай буй-һыныңды.
Ябай бер үлән, тимә,
Үҫә ул беҙҙә генә.
(Г.Ситдиҡова)
ЙЫУА
Йыйып килтерҙем йыуа,
Сәлимә ҡулын йыуа.
Бысраҡ ҡуллы кешегә
Бирмәйем шул мин йыуа.
(Ф.Рәхимғолова)
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ
Һары суҡлы алҡалы
Ҡупшы кәзә һаҡалы,
Сәскә төбө - тәмле һөт,
Тамсы-тамсы ауыҙ ит.
(Г.Ситдиҡова)
АҠ СӘСКӘ
Юл буйҙарын яратамын,
Саңлы булһа ла һәләк.
Юлға сыҡҡан кешеләргә
Ҡаламын аҡ юл теләп.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҮЛӘНДӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
МЕҢЪЯПРАҠ
Меңъяпраҡ тигән булалар,
Ҡайҙан мең булһын инде,
Һәр береһен иҫәпләнем,
Йыя алманым меңде.
Үҙең уйла: бер һабаҡта
Егерме ике япраҡ,
Икенсеһен иҫәпләнем-
Ун бишкә тулды саҡ-саҡ.
Башҡаһында – унан да аҙ.
Ә һабаҡтар ун бары.
Иҫәпләп ҡара иң шәптә
Нисә япрағы барын.
Ике йөҙ ҙә юҡ түгелме?
Мең тиҙәр, биҙа харап…
Ә ниңә меңъяпраҡ тиҙәр –
Йә, тиҙерәк бир яуап.
(Г.Ситдиҡова)
БӘПЕМБӘ
Һикерешә бәпембәләр
Йәшел үлән өҫтөндә,
Һикерешкән бәпембәләр
Алтын ҡояш тәҫөндә.
(Ф.Туғыҙбаева)
ДЕГӘНӘК
Килә лә йәбешә миңә
Был бәйләнсек дегәнәк!
Кейемемде саҡ таҙарттым
Дуҫым менән бергәләп.
Дуҫым әйтә: "Дегәнәктәр
Күсенә ауыл буйлап.
Һиңә һырығандар улар,
Автобус, тиеп уйлап".
(Т.Дәүләтбирҙина)
ОҪҠОН
Ҡыраҡала, тауҙа үҫә,
Дымлы ерҙәрҙе һайлап.
Тәүгә килгән һис танымаҫ,
Ҡарамаһа абайлап.
Нәфселәнеп, тамырынан
Ҡай берәү йолҡоп ала.
“Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ул,
Беләме быны бала?
Япраҡтары, гүйә, ҡамыш,
Һарымһаҡ кеүек тәме.
Ер һайламай буйға үҫә,
Тауҙарға биреп йәмен.
Ел туҙғыта орлоҡтарын,
Тауҙан тауҙарға осһон.
Оҙаҡламай шытып сығыр,
Яҫы япраҡлы оҫҡон.
(С. Ғәләүетдинов)
ЯҘ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨНДӘ
Юҡ болоттоң әҫәре лә,
Күк йөҙө шундай аяҙ.
Йәм-йәшел үлән-ер өҫтө,
Ер өҫтөндә йылы яҙ.
Иртәнге елдәр тын ғына
Тал ботаҡтарын ҡаға,
Япраҡтарға төшкән ысыҡ
Ялтырап ергә тама.
Ҡаяла бөркөт ҡағынып
Ҡанатын ташҡа һуға,
Көн буйы күккә йөрөргә
Тәгәрәп ҡояш сыға.
(М.Кәрим)
ЯҘ
Төндәр ҡыҫҡара,
Көндәр оҙая,
Ҡояш бик иртә
Сығып, һуң байый.
Ерҙәр йәшәрә,
Үләндәр үҫә,
Иртә, кис ергә
Аҡ ысыҡ төшә.
(М.Ғафури)
ЯҘ КИЛДЕ, ЯҘ!
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды.
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм: бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.
(Р.Ниғмәти)
ЯҘ КИЛДЕ
Зәңгәр шәлен бөркәнеп,
Беҙгә Яҙһылыу килде.
Ҡайындарға йәм-йәшел
Бөрө-алҡалар элде.
Беҙгә матур яҙ килде,
Бар тәбиғәт йәнләнде.
Умырзая күҙен асты,
Күк урманға йәм инде.
(А.Айытҡолова)
ҠОЯШЛЫ ЯҘ
Шишмә аға сылтырап,
Нәфис талдар шаулаша.
Яҙ килгәнгә сыйырсыҡтар
Ҡыуанышып һайраша.
Аҡ умырзая болонда
Күкрәп сәскә аталыр.
Яҙҙы ҡотлап, йырсы ҡоштар
Йылы яҡтан ҡайталыр.
Ал ҡояштан бөтә ергә,
Йылы нурҙар һибелә.
Аҡ ҡайындар сағыу йәшел
Бәрхәт еләнен кейә
(А.Айытҡолова)
ЯҘ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ЯҘ КИЛӘ
Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,
Һынып ята талсыбыҡ.
Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға
Ҡышты ҡыумаҡсы булып.
Сыбыҡтан ҡурҡып китергә
Бармай шул ҡыш ашығып.
Ҡарғаға оя ҡорорға -
Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.
Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,
Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.
Хәҙер һыуҙар ташып инде -
Тормаҫ улар тамсылап.
Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,
Тотоп алып талсыбыҡ.
Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!
Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!
(Х.Юлдашев)
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ
Ҡояш бер ҡараһа,
Ҡар ирей, ҡар бөтә.
Бөрөләр тулышып,
Яҙ көтә, наҙ көтә.
Тамсылар суп та суп
Ер битен үбәләр.
Ҡарҙарҙан арынып
Боҫ(о)рай түбәләр.
Тереклек донъяһы
Уянып шатлана.
Күңелдә яҙғы көн
Гел шулай һаҡлана.
(Ә.Әсәҙуллина)
ЯҘ
Аҡ биләүҙән сыҡҡан сабыймы ни
Тәбиғәттең әлеге мәле!
Ер-Әсәнең наҙлы ҡосағында
Иркәләнеп үҫәһе әле...
Күҙ йәштәре даръя булып аҡһа-
Мөлдөрәмә тула йылғалар!
Илап туйғас, бер йылмайып ҡуйһа-
Яҡтырып та китә донъялар!
Бөрө-күҙен аса тал-сыбыҡтар,
Морон төртә йәшел үләндәр...
Яландарға,баҫыу -ҡырҙарына
Шифалы дым бөркөр үҙәндәр...
Ҡошҡайҙарҙың моңло ауаздары
Сафлыҡ өҫтәй беҙҙең күңелгә.
Ошо тамашаны хайран итеп
Умырзая сыҡҡан күрергә...
(М.Бикәнәсова)
ЯҘҘАР ЕТТЕ
Тағы яҙҙар етте, йәмле яҙҙар
Йөрәктәрҙең ярһыу бер мәле,
Күңелдәрҙе боҙҙай иретерлек
Әлдә, яҙым, һин бит бар әле!
Тау битләүе ҡарҙан әрселер ҙә
Йәшел елән кейер аҡландар,
Аҡ юрғанын әкрен генә йыйнап
Сәскә келәм йәйер болондар.
Ҡыйыҡтарҙан тамған тамсыларҙа -
Яҙғы күкрәү , сирень еҫтәре,
Сыйырсыҡтар моңо, гөрләүектәр йыры,
Йәшел болон, еләк тәмдәре!
(Р.Ғәзизова)
ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ
Төлкө һата, ти, баҙарҙа
Бер тоҡ кишер орлоғо.
Аптырата йәнлектәрҙе
Орлоғоноң ҙурлығы!
Маҡтап, маҡтап һата Төлкө,
Теле телгә йоҡмайса.
Йәнлектәр ала тоҡсайлап,
Уның һүҙен йыҡмайса.
«Бер орлоҡтан килограмм
Алдым кишер унышын:
Бик шәп сорт уйлап сығарҙым,
Тамаҡ туҡ булды ҡышын!»
Килеп сыҡты баҙар буйлап
Күршеһе етеҙ Ҡуян:
«Ха-ха-ха-ха, хи-хи-хи-хи!» —
Көлә лә көлә йығылып,
Был Ҡуянға ни булған?
Уны һырып алды йәнлек:
«Һөйләп бирсе асығын,
Йыртылдымы әллә һинең
Ҡуян, көлкө ҡапсығың?»
«Ха-ха-ха-ха!
Төлкө былтыр
Кишер тип яңылыштан
Әнис сәскәйне күп итеп,
Балалары, бахырҡайҙар,
Ҡыш буйына асыҡҡан!
Нисек оҫта һата Төлкө
Шул әнис орлоғон!
Әйтмәһәм дә, беләһегеҙ
Һеҙ уның йылғырлығын!»
Ҡараһалар тирә-яҡҡа,
Төлкөнән елдәр иҫкән!
Ҡуян ғына һаман көлә:
«Ха-ха-ха-ха!
Хи-хи-хи-хи!
Әнис бигерәк шәп үҫкән!»
(Ф.Туғыҙбаева)
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҮРМӘКСЕ
Кескәй генә үрмәксе,
Арҡан үреп ебәктән,
Төшөп килә еректән.
Һай, афарин, үрмәксе,
Уңған булып үҫмәксе!
(Ә.Әфтәх)
БАЛ ҠОРТТАРЫ
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр.
(Ш.Бикҡол)
ҠУҢЫҘ
Ҡуңыҙ-ҡуңыҙ, ҡуңыҙҡай,
Арҡалары ҡуңырҡай,
Шәп ҡумыҙсы ул ҡуңыҙ,
Йәй буйы тарта ҡумыҙ.
(Г.Ситдиҡова)
ҠЫРМЫҪҠА
Түмәр өҫтөндә
Йөрөй ҡырмыҫҡа.
- Килсе, ҡырмыҫҡа,
Ултырсы усҡа.
(А.Йәғәфәрова)
МАТУР ҮРМӘКСЕ
Күршеләге үрмәксе
Сәсен өстән үрмәксе,
Ал таҫма тағып ҡына
Матур итеп йөрөмәксе.
(Д.Талхина)
ҠЫРҒАЯҠ
Ҡырғаяҡ - ҡырғаяҡ,
Утыҙ аяҡ, ун аяҡ,
Егермеһе - һул аяҡ,
Егермеһе - уң аяҡ.
(Г.Ситдиҡова)
ҠЫРМЫҪҠА
Уралға ҡушып
Үҙенән ҡалмаҫҡа,
Ағасты буйлай
Етеҙ ҡырмыҫҡа.
(Д.Талхина)
КҮБӘЛӘК
Мин торам ҡырҙарҙа,
Болонда, урманда.
Уйнайым, осамын,
Яҡты көн булғанда.
Иркәләй һәм һөйә
Ҡояштың яҡтыһы.
Аш булалыр миңә
Сәскәләр хуш еҫе.
(Ғ.Туҡай)
ҮРМӘКСЕ
Етеҙ энәләре менән
Баҡсабыҙҙа үрмәксе
Үҙенә мамыҡ шәл бәйләй
Әсәйемдән күрмәксе.
(А.Йәғәфәрова)
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
КҮБӘЛӘК
Күбәләгем, һыу буйында
Туғайҙарҙа үҫәһең,
Сәскәләрҙән сәскәләргә
Ниҙер эҙләп күсәһең.
Күбәләгем, леп-леп осоп,
Төрлө гөлгә ҡунаһың,
Гөл өҫтөнә ҡунған саҡта,
Сәскә кеүек булаһың.
Аҡ та була, күк тә була,
Төрлө була күбәләк.
Сәскә осҡан кеүек була,
Улар осһа бергәләп.
(Ҡ.Даян)
БАЛ ҠОРТО
Тельняшка "кейгән" бал ҡорто
Быҙлап оса яҡында,
Әллә инде тыуып-үҫкән
Десантниктар янында.
Холоҡо ла бит шуларҙыҡы -
Ҡурҡмай ҙа ул бер ниҙән,
Ниңә инде ҡурҡһын ти ул -
Ул бит тельняшка "кейгән"!..
(Ғ.Гайсин)
СӘСКӘ МЕНӘН КҮБӘЛӘК
Яландағы аҡ сәскәгә
Ҡунды ла бер күбәләк:
- Икебеҙ ҙә бер төҫтәбеҙ,
Осайыҡ, - ти, - бергәләп.
- Үҙең генә ос, - ти сәскә, -
Үпкәләмә һин бер ҙә.
Икебеҙ ҙә осоп китһәк,
Матурлыҡ ҡалмаҫ ерҙә.
(М.Дилмөхәмәтов)
СИҢЕРТКӘ
Күҙҙәреңде йыртып ас та
Кил туғайға һин иртә.
Донъяларын ярыр булып,
Сың-сың итә сиңерткә.
Әй атыла ут остоғо,
Ялт-йолт килә үләндә.
Сиңерткәләр сырылдаша
Ысыҡ тулы сиҙәмдә.
Әй атыла сиңерткәләр,
Һикерә ут остоғо,
Әйтерһең дә, тыуған яҡтың
Сәселә бит осҡоно.
(Т.Йосопов)
ӘТӘС, ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ТАУЫҒЫМ
Үлән ашатам тауыҡҡа,
Бойҙайын, тарыһын да.
Йомортҡаһын бик яратам -
Ағын да, һарыһын да.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
ӘТӘС
Батыр йөрәк, аҡ әтәс,
Алтын тараҡ, мәрйен сәс,
Башҡайҙарың майланған,
Ебәк һаҡал алланған.
Ниңә иртүк тораһың,
Кик-ри-күк ҡысҡыраһың,
Йоҡо, тынғы бирмәйһең,
Кемеңде саҡыраһың?
(Д.Юлтый)
АҠ ТАУЫҒЫМ
Аҡ тауығым бик сибәр,
Ҡыҙыл ҡашмау сәсендә,
Мәрйен селтәр түшендә,
Яңы камзул өҫтөндә.
(Ф.Юлдашбаева)
ӘТӘС ТЕЛЕ
- Нимә тиеп һөрәнләне
Ҡойма башында әтәс? -
Әхирәттәр араһында
Ҡыҙҙы ла китте бәхәс.
- Кукареку, - тине Валя, -
- Кикрикүк, - тине Гөлгөл.
... Әтәс шым-шым кеткелдәне:
- Бер ҙә минеңсә түгел!..
(Г.Ситдиҡова)
СЕБЕШТӘР
Себештәр: “Сип-сип, - тиҙәр, -
Асыҡтыҡ бик-бик,” – тиҙәр.
Әллә мине беләләр,
Артымдан йүгерәләр.
Туҡтауһыҙ: “Сип-сип, - тиҙәр, -
Беҙгә ем һип-һип,” – тиҙәр.
Алып сығамын тары –
Бер генә ус ни бары.
Һаман да: “Сип-сип, - тиҙәр, -
Күп кәрәк, күп-күп,” – тиҙәр.
Тиҙ үк ашап бөтәләр,
Тағы ла ем көтәләр.
(Г.Юнысова)
СӘСКӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ПИОН
Сәскәләре шундай ҙур,
Ҙурлыҡта ул – чемпион.
Хуш еҫтәрен тарата,
Ел иҫкәндә ал пион.
(Ф.Туғыҙбаева)
ГЛАДИОЛУС
“Глобус” түгел был сәскә,
Гладиолус - исеме.
Ярата Гөлсәсәкте –
Һыу һипкән ҙур кешене.
(Ф.Туғыҙбаева)
РОЗА
Тотонһаң һабағына,
Һалһаң да тырызыңа,
Ҡулды ул сәнестерә,
Ауырттыра, уф, роза.
(Ф.Туғыҙбаева)
БӘРХӘТ
Ҡыҙғылт-һары сәскәгә
Йәй буйына бик рәхәт:
Бирешмәй һыуыҡтарға,
Бик сыҙамлы шул бәрхәт.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠӘНӘФЕР
Ҡышҡаса сәскә ата
Ҡәнәфер – ал да ҡыҙыл.
Күбәләктәр ҡуналар
Ҡәнәфергә көн оҙон.
(Ф.Туғыҙбаева)
МИМОЗА
“Мин нәҙек тә мин оҙон”, - тип
Ҡояшҡа башын һуҙа,
Тәмле еҫтәр сәсә-сәсә,
Һары ғына мимоза.
(Ф.Туғыҙбаева)
НӘРКӘС
Һары нәркәс
Ҙур үҫә,
Ҡар һыуын
Эсә-эсә.
(Ф.Туғыҙбаева)
БӘПЕМБӘ
Һикерешә бәпембәләр
Йәшел үлән өҫтөндә,
Һикерешкән бәпембәләр
Алтын ҡояш тәҫөндә.
(Ф.Туғыҙбаева)
УМЫРЗАЯ
Умырзая балалары
Йәшәйҙәр бер ояла.
Улар әле бик бәләкәй,
Кешеләрҙән ояла.
(Ф.Туғыҙбаева)
АҠ СӘСКӘ
Юл буйҙарын яратамын,
Саңлы булһа ла һәләк.
Юлға сыҡҡан кешеләргә
Ҡаламын аҡ юл теләп.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ
Сың-сың-сың-сың…
Мин-күк төҫтә,
Мин-Ҡыңғырау сәскәһе,
Мине өҙмәһендәр ине,
Килә оҙаҡ йәшәге.
(Ф.Туғыҙбаева)
СӘСКӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
АҠ СӘСКӘЛӘР
Күҙен асып
Аҡ сәскәләр.
Ҡыуанышып
Нур сәсәләр.
(М.Ғәйфуллина)
ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘҺЕ
Ҡыңғырау сәскәһе
Ҡыңғырай, ҡыңғырай.
Шаян ел сәскәгә
Ҡушылып йыр йырлай.
(М.Ғәйфуллина)
ТОНБОЙОҠ
Күл өҫтөндә тонбойоҡ
Моңһоу ултыра ойоп.
Моңһоу ултырмай ойоп,
Исеме генә бойоҡ.
(М.Ғәйфуллина)
МӘК
Мәк үҫтерәм һыу һибеп,
Һулып ҡуймаһын тиеп.
Матур, ҡыҙыл таждарын
Ергә ҡоймаһын тиеп.
(М.Ғәйфуллина)
УМЫРЗАЯЛАР
Унар бөртөк умырзая
Гөрләп үҫә бер төптән.
Миңә ишле ғаиләне
Хәтерләтәләр күптән.
Бер ояһы - таҡыялай,
Ниндәй гөлли-гөлләмә.
Бүләк итһәң, ҡыуанысы
Ниндәй булыр - һөйләмә!
Их, сәхрәләр! Их, сәскәләр!
Ҡомһоҙланып күҙ ҡармай -
Тик был данлы ғаиләне
Тарҡатырға ҡул бармай.
(Р. Хисаметдинова)
ЫНЙЫ СӘСКӘ
Кескәй генә, наҙлы ғына,
Ап-аҡ ҡына ҡыңғырауҙар,
Үҙҙәренә һеңгән кеүек
Бар балҡышта йәйғор-нурҙар.
Тик һәр кемгә ишетелмәй
Ҡыңғырауҡай сәскә сыңы.
Оялсан ҡыҙ - ынйы сәскә,
Егет, тыңла уны, тынып.
Шунда ғына ишетерһең
Мөғжизәле симфония
Ишеттеңме? Тимәк хәҙер
Һин тылсымлы моңға эйә!
Тик өркөтмә...
(Г.Ситдиҡова)
ҒАИЛӘМ
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы -
Атам-әсәм ҡосағы!
ӘСӘЙ
Әсәкәйем, әсәйем, әсәй -
Яратып ҡына әйтәм.
Шулай яғымлы булырға
Ҡустымды ла өйрәтәм.
АТАЙ
Атай, атаҡайым, атайым -
Таяныс беҙҙең өйҙә.
Атай һүҙе, бер ҡарашы -
Сыбыҡ кәрәкмәй сөйҙә.
ОЛАТАЙ
Оло булғанға – олатай,
Әсәйемдең атаһы.
Үҙе генә оло түгел,
Оло хатта ҡатаһы.
ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
РӘСИМӘ УРАҠСИНА
ӨЛӘСӘЙҘӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӨЛӘСӘЙ
Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтәһе лә маҡтай уны:
«Уңғанлыҡта – ише юҡ».
«Аптырарһың, - тиҙәр уға, -
Белеме булмаһа ла,
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала».
(К.Булат)
ИКЕ ӨЛӘСӘЙ
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһе лә тиҫтерҙәр.
Беренсеһе атайымды,
Икенсеһе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһен дә яратабыҙ,
Уларға эш ҡалдырмайбыҙ,
Бик бойоҡҡан саҡтарында
Ҡайғыларын таратабыҙ,
Икеһен дә яратабыҙ!
(Ф.Рәхимғолова)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем ойоҡ бәйләй,
Энәһе ялт-йолт итә.
Итәгендәге йомғағы
Иҙәнгә төшөп китә.
Аҡ бесәйем күреп ҡалып,
Йүгереп барып етә.
“Һә” тигәнсе йомғаҡты
Өләсәйгә йүгертә.
(А.Айытҡолова)
ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
(Р.Ураҡсина)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)
МИНЕҢ ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйемдең
Сәстәре ап-аҡ,
Ерҙәге ҡарҙай
Күренә ялтлап.
Һүҙҙәре уның
Күңелгә яҡын.
Йөҙө мөләйем,
Ҡулдары алтын.
(А.Игебаев)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем иртүк тора,
Самауырын ҡайната.
Тәмләп-тәмләп сәй эсергә
Унан беҙҙе уята.
“Тор, үҫкәнем, ҡояш ҡалҡты,
Етеп килә төшлөккә.
Иртә торһаң, яуып торор
Бәхет һеҙҙең өлөшкә.”
Өләс менән сәй эсеүе
Үҙе бер байрам инде.
Ҡасан ғына уҡыу бөтөп,
Ауылға ҡайтам инде…
(А.Айытҡолова)
ҮГЕҘ, ҺЫЙЫР ҺӘМ БЫҘАУ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҮГЕҘ
Беҙҙең үгеҙ асыулылыр, —
Ҡапҡаны һөҙөп асты.
Мөгөҙөнә маһайыпмы,
Урамға сығып ҡасты.
Ҡыйыуланған ул бер мәлгә,
Малайҙарҙы ҡурҡытҡан.
Ух, һөҙөшөр ине үгеҙ...
Мөгөҙө яңы сыҡҡан.
(К.Булат)
БЫҘАУ
Быҙауҡайым, зәп-зәп-зәү,
Үҫеп китерһең дәү-дәү,
Үҫеп етеп, һыйыр булғас
Саҡырырмын: һәү-һәү-һәү.
(Г.Ситдиҡова)
АЛА ҺЫЙЫР
Ала һыйыр, һәү-һәү,
Һине үҙем ҡарайым,
Бесәндең иң тәмлеһен,
Хуш еҫлеһен һалайым.
Ала һыйыр, һәү-һәү,
Аша әйҙә туйғансы.
Таҙа һыу ҙа ҡояйым,
Эс һыуһының ҡанғансы.
Унан һөт бир, һәүкәшем,
Ҡаймаҡ бир һин күп итеп,
Быҙауыңды үҫтерәм,
Үҙең һымаҡ көр итеп.
Ала һыйыр, һәү-һәү,
Ала һыйыр, һәү-һәү...
(К.Кинйәбулатова)
БЫҘАУ
Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ,
Инәй, эшең бѳттѳмѳ?
Мин асыҡтым, инәйем,
Тиҙерәк һѳт имәйем».
(Ф.Туғыҙбаева)
ҺЫЙЫР
Һағыҙ сәйнәй һыйырыбыҙ,
Сәйнәй-сәйнәй – туҡтамай,
Кѳтѳүгә ҡыуырға кәрәк,
Алып ҡайтһын бал да май.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҮГЕҘ
Күҙәтеп тора беҙҙе
Ике күҙ, ике мөгөҙ.
Кем ул? Йәле, әйтегеҙ!
- Ул беҙҙең ҡыҙыл үгеҙ.
(Ш.Бикҡол)
ҮГЕҘ, ҺЫЙЫР ҺӘМ БЫҘАУ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ҺЫЙЫР
Көтөүҙән ҡайтҡан һыйыр,
Кем генә уны һауыр?..
Йәшел ҡапҡа биклеме -
Һыйыр тора: “Мө-мө-мө!..”
(А.Йәғәфәрова)
БЕҘҘЕҢ ҮГЕҘ
Беҙҙең ҡыҙыл үгеҙҙең
Эй ҡысыта мөгөҙө.
Осраған бар нәмәне
Йығып китә ул һөҙөп.
(К.Кинйәбулатова)
ҺЫЙЫР ҺАУҒАНДА
Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ
Әсәй һыйыр һауғанын,
Ап-аҡ һөттөң күбекләнеп
Биҙрәбеҙгә тулғанын.
“Йыш һауһаҡ та, ниңә уның
Һөтө бөтмәй?” – ти Гөлсөм.
Гөлнур әйтә: “Бер туҡтауһыҙ
Һағыҙ сәйнәгән өсөн”.
(М.Дилмөхәмәтов)
ҮГЕҘ
Үгеҙ быҙау мөгөҙ һелтәп
Һөйләшә эре генә.
Тик аңламай: һөҙгәк булғас,
Яратмай береһе лә
(Г.Ситдиҡова)
АЛА ҺЫЙЫР
- Ала һыйыр, ҡайҙа киттең?
- Туғайға, туғайға.
Йомшаҡ йәшел үлән ашап,
Ҡоштар йырын тыңларға.
- Алаҡай, ҡасан ҡайтаһың?
- Кис менән, кис менән.
Бөтәгеҙҙе лә һыйлармын
Һөт менән, һөт менән.
(А.Йәғәфәрова)
МӨЙӨШКӘ ҠУЙҘЫ ӘСӘЙ
Тыңламағас, бик шаярғас,
Ҡамасаулап бар эшкә,
Аҡыл ултыртырға мине
Әсәй ҡуйҙы мөйөшкә.
Ә мин алдым ҡәләмдәрҙе,
Һыҙғысланым, буяным,
Бынау яғында - айыуым,
Бынау ерҙә - ҡуяным.
Битем-күҙемде буяным,
Буяным беләгемде,
Сәскә яһап, әсәйемә
Күрһәттем бүләгемде.
Оҡшатмайса һүрәтемде,
Асыуланһа ла йәнә,
Бүтән мөйөшкә ҡуйманы -
Юҡтыр инде мәғәнә!
- Әсәй, әсәй, асыуланма,
Бүтәнсә улай итмәм,
Мөйөшкә ҡуйған сағыңда
Сыйғыслап буяп бөтмәм.
- Ышанам, - тине әсәйем,-
Тәртипһеҙләнмә башҡа!
Тырышырһың тип уйлайым
Һин мөйөшкә баҫмаҫҡа,
Мәсхәрәгә ҡалмаҫҡа.
(Г.Ситдиҡова)
ҺАРЫҠ, КӘЗӘ ҺӘМ БӘРӘСТӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
АҠ БӘРӘС
Аҡ бәрәскә һыу эсерәм,
Һыйлайым бесән менән.
Ҡышын миңә йылы ойоҡ
Бүләк итерен беләм.
(С.Муллабаев)
КӘЗӘ
Баҡса тулы кәбеҫтә,
Түтәлдә йөрөй кәзә.
Сыбыҡ күрһәтә Зилә,
Ә Кәзә: “Мәә лә мәә!..”
(А.Йәғәфәрова)
БӘРӘС
Бѳҙрә генә бер бәрәс,
Ҡысҡыра, һѳт бирмәгәс,
«Кәрәк, - ти ул, - мә-мә-мәм,
Юҡ ашарға бер нәмәм».
(Ф.Туғыҙбаева)
КӘЗӘ
Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә итә сәпәкәй:
Бәләкәй генә үҙе,
Һѳҙѳп йыҡҡан үгеҙҙе.
(Ф.Туғыҙбаева)
БӘРӘСКӘЙ
Һарыҡ бәрәсләп биргәс,
Саҡ-саҡ туңмаған бәрәс.
Йәһәт өйгә индерҙек,
Шешәнән һөт имеҙҙек.
Ул үҙе бик сос икән,
Тояҡтары тос икән:
Атлап китте бәрәскәй,
Бына һиңә бәләкәй.
(Ә.Әхмәт-Хужа)
АЛДАҠСЫ КӘЗӘ
Бирмәһә лә
Бер нәмә,
Алдай кәзә:
- Мә-мә-мә!
(Р.Әбүталипова)
БӘРӘС
Бер, бер, бер-бер-бер,
Бәрәс йүгереп килер,
Бер, бер, бер-бер-бер,
Йәнә береһе килер.
Меке-ке, меке-ке,
Бәрәстәр булыр ике.
(Г.Ситдиҡова)
КӘЗӘ
Беҙҙә бар ул бер кәзә,
Бигерәк тә мут инде.
Нисәмә ҡараһаң да,
Ике күҙе ут инде.
Ошо ут күҙҙәр өсөн
Көн дә шелтә алабыҙ.
Баҡсаға кергән сағын
Бер ҙә күрмәй ҡалабыҙ.
(Ф.Рәхимғолова)
ЙӘЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ЙӘЙ
Ерҙә ысыҡ ялт-йолт килә,
Хәс тә көмөш һибелгән.
Алмағас алмалар элеп,
Башҡайын түбән эйгән.
Сәскәләр ысыҡ эсәләр,
Хуш еҫтәрен бөркөтөп.
Бал ҡорттары һут эсәләр
Осоп килеп бер көтөү.
Их, йәйҙең матур саҡтары,
Һис уйнап туйып булмай.
Ниңә икән ҡыш булмайса,
Йәй генә булып тормай.
Миңлегөл Хисмәтуллина
ЙӘЙ
Йәй – ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.
Зөһрә Ҡотлогилдина
ЙӘЙ
Ҡырҙа, яланда
Бөжәк ҡыуабыҙ.
Болонда йырлап
Еләк йыябыҙ.
Күлдә көн дә беҙ
Һыу ҡойонабыҙ.
Ҡыҙыу ҡомда беҙ
Эй ҡыҙынабыҙ.
Муса сиражи
ЙӘЙ КИЛДЕ
Күңелле урамдарҙа,
Юҡ хәҙер бурандар ҙа.
Күктә йылмая ҡояш,
Япраҡлана бар ағас.
Күләүеккә сумалар
Сыр-сыу килеп турғайҙар,
Йәй килә, тип шатланып
Улар шулай уйнайҙар.
Зәңгәр күктә ҡояшҡай
Һипкелдәрен тарата,
Шат, көләс балаларҙы
Ҡояш бигерәк ярата.
Йәй, йәй, йәй килә
Ҡояш күңелле көлә!
Ә.Зиннурова
ЙӘЙ КИЛДЕ
Йәшәрҙе урман, туғайҙар,
Йәй килде, йәй.
Сәскәләр хуш еҫ тарата
Йәй килде, йәй.
Күбәләктәр оса леп-леп,
Ҡоштар һайрай сут-сут, тип.
Тыуған ерҙән матурыраҡ
Донъяла ер юҡ-юҡ, тип.
Ҡыҙарып беште еләктәр,
Йәй килде, йәй.
Эй сәсрәтеп һыу инәбеҙ,
Йәй килде, йәй.
Н.Дәүләтҡолова
ҺАУМЫ, ЙӘЙ!
Һәр көнөбөҙ - шатлыҡ ҡына,
Һөйөп үҫтерә илем.
Күп һөнәргә өйрәнәбеҙ,
Алабыҙ төплө белем.
Һау бул, мәктәп, көҙ еткәнсе,
Саҡыра борғо беҙҙе.
Мажаралы сәйәхәттә
Гиҙербеҙ илебеҙҙе.
Әйҙәп торған урман-тауҙың
Асырбыҙ әле серен.
Беҙ - буласаҡ хужалары
Ҡәҙерле тыуған ерҙең.
Факиһа Туғыҙбаева
ҺАУМЫ, ЙӘЙ!
һаумы, болон, туғайҙар,
Сыр-сыу килгән турғайҙар!
һаумы, сәскә, күбәләк,
Һағындым һеҙҙе һәләк!
...Бейеп, йырлап киләм мин,
Түҙә алмайым өндәшмәй,
Ҡолас йәйеп киләм мин:
Һаумы, һаумы, көләс йәй!
Сафуан Әлибай
ЙӘЙҒОР ТӨҪТӘРЕ
ҠЫҘЫЛ
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Ҡыҙыл төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Әтәстәр ҙә кикреген
Ҡыҙыл буяуға манған,
Хатта ут та үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
Роза гөлдәре лә бит,
Мөләйем генә көлөп,
Ултыралар серләшеп
Ҡыҙыл таҡыя кейеп.
Ҡояш та байығанда
Ялҡын яулығын болғай,
Таң аттымы, офоҡта
Ҡып-ҡыҙыл нурҙар уйнай.
ЗӘҢГӘР
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Зәңгәр төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Тәбиғәт тә тауҙарын
Зәңгәр буяуға манған,
Хатта күк тә үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
ҺАРЫ
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Һары төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Томбойоҡ та таждарын
Һары буяуға манған,
Алтын да бит үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
ЙӘШЕЛ
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Йәшел төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Ҡарағайҙар ылыҫын
Йәшел буяуға манған,
Шыршылар ҙа үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
ҠАРА
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Ҡара төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Ҡарлуғас та ҡаурыйын
Ҡара буяуға манған,
Хатта ер ҙә үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
АҠ
Әллә нисәмә төрлө
Аҫыл төҫтәр булһа ла,
Ап-аҡ төҫтән дә матур
Төҫ бармы һуң донъяла?!
Ҡайындар ҙа туҙҙарын
Ап-аҡ буяуға манған,
Аҡҡоштар ҙа үҙенә
Минең төҫөмдө алған!
(А.Игебаев)
ТЫЛСЫМЛЫ ҺҮҘҘӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ!
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ! ҺАУМЫ ӘЛЕ?
Шундай йылы һүҙ икән.
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
Берәү әйтте танышына:
- Туған, ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
(М.Дилмөхәмәтов)
ҺАУМЫ!
Осраған һәр кешегә
Әсәйем дә: “ҺАУМЫ!” – ти,
Атайым да: “ҺАУМЫ!” – ти,
Апайым да: “ҺАУМЫ!” – ти.
Ауылда һәр кеше лә
Осрашҡанда шулай ти.
Әсәй: “Һаулыҡ ҡушмаһаң,
Кеше йүнле булмай”, - ти.
(Р.Ниғмәтуллин)
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ...
“ҺАУМЫҺЫҒЫҘ”, - тиеп сәләмләйем
Тыуған ауылым кешеләрен.
Йылы һүҙем кинәндерһен
Ололарын, кеселәрен.
Устарыма ҡыҫып тотам
Инәйҙәрҙең мин ҡулдарым.
Үҙ улымдай ҡосоп алам
Сәфәр сыҡҡан уландарын.
(Р.Кәлимова)
ЗИНҺАР!
- Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала.
Аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, ЗИНҺАР!
- Бына алсы! Һау йәшә!
(Ф.Туғыҙбаева)
РӘХМӘТ!
Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул:
- Ҙур РӘХМӘТ, атай-әсәй!
(Ф.Туғыҙбаева)
ҒӘФҮ ИТ!
Быҙау баҫты ауырттырып
Тәпәйенә тауыҡтың.
- ҒӘФҮ ИТ, зинһар, - тине ул.
Тауыҡ йырлап яуапланы:
- Шифа һүҙҙән һауыҡтым!
(Ф.Туғыҙбаева)
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ!
“ҺАУМЫҺЫҒЫҘ!” - тип әйтергә
Өйрәнә алмай маъмай.
“Һау-һау!” - ти ҙә туҡтап ҡала,
Шуны ятлай ҙа ятлай.
(Ф.Туғыҙбаева)
РӘХМӘТ!
Бик тә тәмле булды аш,
Тамаҡ туйҙы, бик рәхәт.
Ошо ашты бешергән
Әсәйемә мең РӘХМӘТ!
(Ғ.Гайсин)
СӘЛӘМ!
Сәләм, тием, сәләм!
Өр-яңы тыуған көнгә.
Сәләм, тиеп көн башлаһам,
Шатлыҡтар ҡуна иңгә.
(Д.Талхина)
БЕЛЕМ КӨНӨ йәки 1 СЕНТЯБРЬ тураһында шиғырҙар
ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ИРТӘ
Бына тағы юл-һуҡмаҡтар
Мәктәпкә ҡарай илтә:
- Һаумы, сентябрь иртәһе –
Ҡыңғыраулы саф иртә!
Был иртәлә бар йәнлелек,
Йәмлелек күсеп килде,-
Мәктәп алды, әйтерһең дә,
Сәскәле болон инде.
Беренселәр алға баҫҡан,
Иң кескәй дуҫтар улар:
Унынсылар сәскә һуҙа,
Теләп хәйерле юлдар.
Ал таҙмалы ҡыңғырауҙан,
Күңелде арбап, әйҙәп,
Моң таралды тирә яҡҡа:
- Һаумы, һөйөклө мәктәп!
(Б.Ноғоманов)
ИҢ МАТУР КӨН
Сентябрҙә иң матур көн —
Ул беҙҙең белем көнө.
Ошо көндө көтә-көтә
Сәскә атҡан һәр гөлө.
“Телем, Илем, Дуҫлыҡ, Ерем…”
Беҙ шиғырҙар ятлайбыҙ,
Иҫәп-хисапты беләбеҙ —
Компьютер аса серен.
“Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп
Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,
Үҙебеҙсә уҡығанда
Нурланып китә йөҙҙәр.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
БЕЛЕМ КӨНӨ
Сентябрҙең иң башында
Саҡыра белем көнө,
Ә унан һуң йыл буйына
Уҡыйбыҙ көнөн-төнөн.
Йыл буйына белем биреп,
Беҙҙең башты ваталар,
Ә ниңә ул бер генә көн
Улай тиеп атала?
Әллә инде был белемгә
Бары тик бер көн ҡалған?
Шуға күрә беренсе көн
Бына шулай аталған?
(Ә.Ғаязов)
БЕЛЕМ КӨНӨ
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(К.Кинйәбулатова)
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй йылмаялар балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып, урамдарҙан
Үтә улар, гөр килеп.
Килә балалар көс йыйып
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.
(Ф.Рәхимғолова)
БЕЛЕМ КӨНӨ йәки 1 СЕНТЯБРЬ тураһында шиғырҙар (дауамы)
ШАТЛЫҠЛЫ ИРТӘ
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бит тәбрик итә.
Хуш киләһең, сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай звонок тауышы.
Көнгә янған йөҙөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
(С.Муллабаев)
МӘКТӘП ЮЛЫ
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -
Был донъяла юлдар тулы.
Тик барынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы
Бына тағы еҙ ҡыңғырау
Иртүк сыңлап һөрән һала.
Ошо юлдан тағы атлай,
Сәскә тотоп, күпме бала.
Сәскә төҫлө яҡты ғүмер
Һәр бер әсә теләп ҡала.
Сәскәләй саф уйҙар менән
Уҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
(С.Әлибаев)
СЕНТЯБРЬ ЕТТЕ
Мәктәптәр ишеген асҡан,
Сентябрь етте.
Аҙмы уны шат балалар
Һағынып көттө.
Ләләгә лә алты тулды,
Уҡырғы бара.
Урамға сыҡҡас та, бер аҙ
Аптырап ҡала.
Ниндәй күп икән беҙ, ти ул,
Йылмая үҙе.
Ашыға-ашыға атлай,
Эй ғорур йөҙө.
(К.Кинйәбулатова)
ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БОЛАН
Ҡуш тояҡлы күк болан
Байҡап тора яҡ-яҡты.
Ағас ботағы һымаҡ,
Мөгөҙҙәре тарбаҡлы.
(А.Игебаев)
ТЕЙЕН
Ялҡын кеүек ялт-йолт итә,
Ҡапыл һикереп китә.
Йәйе уның эштә үтә,
Ҡышын сәтләүек сиртә.
(Ғ.Бирҙин)
ТЕРПЕ
Кәкре аяҡтары менән
Арҡыс та торҡос баҫып,
Терпе атлай арҡаһына
Арыш көлтәһе аҫып.
(А.Игебаев)
ҠАРТ БҮРЕ
Ҡыуып етә алмаһа ла
Ҡарт бүре йәш ҡуянды:
“Күптән өшөп ята инем,
Йылындым,” – тип ҡыуанды.
(Р.Шәғәлиев)
МЫШЫ
Ҡарағыҙ, мышы килгән,
Бесән ваҡытын белгән.
Ә башына берәү түгел,
Ике тырмаһын элгән.
(Р.Әбүталипова)
ТЕРПЕ
Мин терпе, энәле йомғаҡ,
Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.
Дуҫтарға күстәнәс тип,
Энәмә алма элдем.
(Ә.Таһирова)
ТӨЛКӨ
- Ни булды, төлкө, һиңә?
Бойоҡһоң былай ниңә?
- Ҡойроғома баҫтылар,
Бар хәйләмде астылар.
(Р.Шәғәлиев)
ҠУЯН
Йәйен – һоро, ҡышын – аҡ
Өҫтөнә кейгән туны.
Кейем һайлай белеү ҙә
Эт-ҡоштан һаҡлай уны.
(С.Муллабаев)
АЙЫУ
Айыу, ниндәй төш күрһә лә,
Көймәй, ҡыуанмай икән.
Шуға ла ул ҡыш буйына
Йоҡлай, уянмай икән.
(Р.Шәғәлиев)
БОЛАН
Йәм-йәшел кәбән ултыра,
Уға ҡар бүрек булған.
Ә аҡлан ситендә тора
Оҙон аяҡлы болан.
Ул бында көрт йырып үткән,
Ҡарап тора кәбәнгә –
Башында ҙур һәнәк бар,
Килгән, ахыры, бесәнгә.
(С.Әлибаев)
ТЕЙЕН
Тейен шыршы ботағына
Бәшмәктәр өҙөп ҡуйған.
Иҫәп төймәләре кеүек
Матурлап теҙеп ҡуйған.
Юҡҡа ғына шулай итеп
Теҙгәнме ни һуң уны? —
Ҡыш көндәре иҫәбендә
Бәшмәктәренең һаны.
(Р.Ҡорбан)
АЙЫУҘАР
Айыу апай алдан атлай.
Бәпәйҙәре – артынан.
Тәнәйҙәре тәүге тапҡыр
Тау-түбәгә артыла.
Айыу атай артта ҡалып,
Бәләкәстәрен һаҡлай.
Әсәһе эшкә өйрәтә,
Атай бәләнән яҡлай.
Йоморо айыу балалары
Эләгә лә, һөрлөгә.
Йығылған һайын ауыҙға
Тама еләк-бөрлөгән!
(Т.Дәүләтбирҙина)
КӨҘ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
КӨҘ ЕТКӘС
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел - көҙҙөң алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.
(Кәтибә Кинйәбулатова)
КӨҘ КИЛГӘН
Көҙ килгән, көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.
Ҡайындар, тирәктәр, талдар
Һарынан күлдәк кейгән.
Көҙ килгән, тиҙ килгән,
Тиҙ килгәнен кем белгән?
Көҙ бит, һорап та тормайса,
Баҡсаға барып ингән.
(Гөлфиә Юнысова)
КӨҘ
Игендәр урылған,
Уңыштар йыйылған,
Бесән дә сабылған,
Эҫкерттәр ҡойолған.
Ел менән ҡыуышып,
Япраҡтар ҡойола,
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына.
Кескенә бер турғай
Шатланып йыр йырлай
- Минең ер - Гөлөстан,
Ҡурҡмайым мин ҡыштан!
Уңһам да, туңһам да,
Китмәйем илемдән!
Мин ғәзиз еремдән!
(Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина)
КӨҘ
Ут янында әсәй ҡоймаҡ ҡоя,
Икмәк еҫе өйгә таралған.
Боҫтар бөркә көмөш самауыры,
Ҡояш тора көлөп табанан.
Яңы бойҙай тейәп атай ҡайтҡан,
Көлөп йөрөй шундай ҡыуанып.
Икмәк еҫе, атай ҡыуанысы —
Шул түгелме көҙҙөң, буяуы?
(Тамара Ғәниева)
КӨҘ
Көндөҙ һалҡын ел иҫә,
Таң менән ҡырау төшә.
Ҡояшты болот ҡаплаған
Ҡыҙҙырмай ул йәйгесә.
Ҡыр, баҫыуҙар һап-һары,
Ҡыуарып бөткәндәр бары.
Тик ужым баҫыуҙарын
Йәшел тиергә ярай.
(Мәжит Ғафури)
КӨҘ БИҘӘКТӘРЕ
Көҙ биҙəгəн еркəйемде
Мең биҙəккə,
Əллə япраҡ оса, əллə
Елбəҙəктəр?!
Эй килешə һары күлдəк
Ҡайындарға:
Ə милəштəр ялҡын яулыҡ
Ябынғандар.
Баландарым таҡҡан ҡыҙыл
Муйынсаҡтар.
Ал яулығын болғап ҡала
Йəш уҫаҡтар.
Йондоҙ төҫлө балҡый ана
Көҙ гөлдəре...
Бигерəк аҫыл тыуған ерем
Миҙгелдəре!
(С.Əлибаев)
ТӨҪТӘР БАЛҠЫШЫ
АҠ
Хуш еҫле ап-аҡ ҡалас
Аҡ ашъяулыҡ өҫтөндә.
Ем-ем итеп йылмая
Аҡһыл йондоҙҙар төндә.
Аҡ – тыныслыҡ билдәһе.
Шуға ул йыш осрар.
“Мин тыныслыҡ яҡлы”, - тип,
Аҡ күгәрсен осорам.
ҠЫҘЫЛ
Һин әйт кенә был төҫтө –
Уны һәр кеше таныр.
Тирә-яҡта, һәр ерҙә
Ҡыҙыл төҫтө ул табыр.
Болонда еләк ҡыҙыл,
Урманда ҡыҙыл балан.
Бешкән ҡыҙыл алманы
Ярата бит һәр бала.
ЙӘШЕЛ
Матурлығы яғынан
Бер төҫтән дә ҡалышмай.
Тирә-яҡтан һин уны
Табырһың һис яңылышмай.
Йәшеллеккә төрөнгән
Урмандарым, ҡырҙарым.
Уралымдың йәшмәһе
Һибә йәшел нурҙарын.
Бар тәбиғәт балҡыуҙа
Йәшеллектең төҫөнән.
Еремә булһын биҙәк –
Матур баҡса үҫтерәм.
КҮК
Күм-күк төҫкә мансылған
Баш осонда күк йөҙө.
Ҡыҙығып көнгә баҡҡан
Сабыйҙың күк күҙе.
Күңелдәге хыялым
Саҡыра күк йыһанға.
Яратам мин күк төҫтө,
Күгем аяҙ булғанға.
ҠАРА
Шуны белә һәр бала:
Ҡара ла бар донъяла.
Йәшәү көсөн йәшеллек
Ҡара тупраҡтан ала.
Ҡара ҡарлуғас – ярҙа,
Ҡырҙа нефть – ер майы
Ҡара торбанан аға.
Ҡара көртмәле – тауҙа,
Ҡара муйыл – туғайҙа.
Уйлабыраҡ ҡараһаң,
Ҡаранан да күп файҙа.
ҺАРЫ
Йылмая һары ҡояш,
Һары нурҙарын ҡойоп.
Күл өҫтөндә тирбәлә
Һары матур томбойоҡ.
Һары ҡауын, һары ай,
Һары лимон, һары май.
Һайрай һары һандуғас
Һары талда арымай.
Ер өҫтө – һары башаҡ,
Ер аҫты – һары алтын.
Һары төҫ – шатлыҡ төҫө,
Хөрмәтләй уны халҡым.
Бар төҫтәр ҙә ҡәҙерле:
Ҡыҙыл, аҡ һәм һары ла,
Йәшел, күк һәм ҡара ла,
Беҙгә кәрәк бары ла.
(Б.Байымов)
ҺӨНӘРҘӘР КҮП – ҺАЙЛАП АЛ!
ТЕГЕНСЕ
Күбәләкле ал күлдәге
Эй килешә Ләйләгә.
Ләйлә кейгән күлдәктәрҙе
Уңған апайҙар тегә.
УҠЫТЫУСЫ
Белем илен күргәнем юҡ,
Бәләкәй мин әлегә.
“Уҡытыусы ишек аса, -
Ти әсәйем, - ул илгә”.
БАНКИР
Өләсәй һаҡлай аҡсаһын
Шкаф артында банкыла.
Ә мин йыйған тинлектәрҙе
Алып барҙым банкыға.
Банкир ағай “үрсетһен”,
Тәтәй аларлыҡ итһен.
ШАХТЕР
Һуҡыр сысҡан аптыраған,
Күреп ҡалғас шахтерҙы.
Әлегәсә белгәне юҡ
Үҙе кеүек батырҙы.
Байлыҡ таба ағайҙар –
Ҡараңғынан ҡурҡмайҙар.
УРМАНСЫ
Ағайым - етеҙ урмансы,
Тәбиғәтте һаҡлаусы,
Терпекәйҙе,тейенкәйҙе,
Ҡуянҡайҙы яҡлаусы.
Мин дә урман ҡарайым,
Ғорурланһын ағайым.
АШНАҠСЫ
”Кем эшләмәй - шул ашамай”,-
Яҡшы белә ашнаҡсы.
Шоколадтан торт бешереп
Тәмләтеп ҡарамаҡсы.
Телдәреңде йоторлоҡ,
Һөнәрҙәрен оторлоҡ!
Миләүшә Ғәлиева
БИЛДӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БЕРЛЕ
Мин - “берле”, мин - “берле”,
Минең ғәҙәтем серле.
Мин ялҡауҙы яратам,
Юлына кәртә тотам.
Кем һалышмай кешегә,
Ышана үҙ көсөнә,
Мин уға терәк түгел,
Мин уға кәрәк түгел.
ИКЕЛЕ
Мин - “икеле”, мин - “икеле”,
Ялағай эт шикелле.
Яратам алдашҡанды,
Юлынан аҙашҡанды.
Күңелдәренә инәм,
Эштә икеләндерәм,
Көлдөрәм илар ерҙә,
Мин бит оҡшаш “берле”гә.
ӨСЛӨ
Мин - “өслө”, мин - “өслө”,
Мин үҙемсә бик көслө.
Ауырлыҡтарҙан ҡасам,
Көрәшмәйем һис ҡасан.
Кем дәрес әҙерләмәй,
Урамдан ҡайта белмәй,
Шулар менән көслө мин,
“Өслө” мин, “өслө” мин.
ДҮРТЛЕ
Мин - “дүртле”, мин - “дүртле”,
Мин - “дүртле”, тимәк, яҡшы.
Кемдең күңеле яҡты,
Бар алдында маҡсаты.
БИШЛЕ
Мин “бишле” тигән билдә,
Маҡталам бөтә телдә.
Кемдә көс, кемдә аҡыл,
Шул йондоҙ кеүек балҡыр.
Бөтә эште лә белер,
Һәр саҡ иң алда килер.
Матур булып, ҙур булып,
Нур өҫтөнә нур булып
Үҫәм тигән кешегә
Уҡыу кәрәк “бишле”гә.
Әлфинур Вахитова
АТ, ҠОЛОН ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠОЛОНСАҠ
Өйөрҙә бер күк ҡолон,
Ҡойроғо – бөҙрә толом.
Күҙҙәре – янар йондоҙ,
Яналар хатта көндөҙ.
Мороно – ебәк бәрхәт,
Яратыуҙары рәхәт.
Терпе ялын тараныҡ,
Таҫма тағып ҡараныҡ.
(З.Йәнбирҙина)
МИНЕҢ АТЫМ
Топ-топ-топ итә,
Тауға менһә, һоп итә.
Минең атым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)
ҠОЛОНСАҠ
Мин килгәнсе олатайҙың
Бейәһе ҡолонлаған.
Бергә сабып уйнаһындар,
Тигәндер, болондарҙа.
Ҡолонсағым, ҡолонсаҡ
Үҫеп бейә буласаҡ.
Өләсәйем уны һауып
Ҡымыҙ бешеп ҡуясаҡ.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
ҠОЛОН
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠОЛОН
Тулҡына үлән диңгеҙе,
Сайҡала йәйге болон,
Бәрхәттәй болон өҫтөндә
Уйнаҡлап йөрөй ҡолон.
Көн буйы һутлы үләнде
Ул тәмләп ашап туя.
Оло аттарға ҡарай ҙа
Ҡысҡырып кешнәп ҡуя.
(М.Ғәли)
АРҒЫМАҒЫМ
Арғымағым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.
Елберләй ялы елгә,
Саң борлай ҡара ерҙә.
(А.Йәғәфәрова)
ҠОЛОН
Ҡолон әле аяҡланмаған,
Тоя тик елде генә.
Әй сайҡалып торған була,
Барып үҙ белдегенә.
Ер кендеге тоташҡанмы
Ҡолоном кендегенә?
Әйтерһең дә, күҙ алдымда
Япраҡ бөрөһөн тиртте.
Әсәһенең бауырына
Ҡолон моронон төрттө.
(Т.Йосопов)
ҠОЛОНСАҒЫМ
Ҡолонсағым, һин юртып кил,
Таңда уят йоҡонан.
Эс серҙәремде һөйләрмен,
Ысыҡ кисербеҙ шунан.
Ана, күрәһеңме, һиңә
Ҡояш һоҡланып ҡарай.
Ә һин елдереп йөрөйһөң,
Сабый саҡ матур ҡалай!
(Г.Ҡотоева)
ҠОЛОН
Ҡолон килгәс яныма,
Ҡулым һалдым ялына.
Ялағайны ҡулымды,
Яҡын иттем ҡолондо.
(Ғ.Дәүләди)
ҠОЛОНСАҠ
Еҙ тояҡлы ҡолонсаҡ
Тиктомалға билендәй
Көндөҙ ятып йоҡларға
Ҡурҡып торған килендәй.
Тауыштары-ҡыңғырау,
Алтын төҫлө ялҡайы.
Керпектәре-һөңгөләй,
Өс урайлы маңлайы.
(С.Миңлебаева)
ТОЛОМЛО ҠОЛОН
Бәләкәс кенә ҡолон
Үҫтергән оҙон толом.
Эй көҙгөгә ҡараған,
Эй толомон тараған.
Ә әсәһе ҡыуана:
"Ҡыҙым эшкә яраған!"
(Д.Талхина)
ҺАНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
Был - бер һаны, берле цифр,
Энә кеүек нәп-нәҙек,
Һанағанда ул беренсе,
Тағы ла - бер берәмек.
Был - икеле билдә була,
Һоҡландырғыс буй-һыны,
Әгәр бергә берҙе ҡушһаҡ,
Ул була ике һаны.
Ике баштарын бора,
Артында ҡойроҡ тора.
Өс - һандар теҙмәһендә
Өсөнсө билдә була,
Өслө цифр ҙур булмаған
Ике ырғаҡтан тора.
Терһәктәрен осландырып
Өс артынан дүрт килә,
Иңбаштарын ҡыйшайтҡылап
Бик оҫта бейей белә.
Бишле килә,бишле килә,
Ҡулын уң яҡҡа һуҙған,
Аяҡтарын дуға кеүек,
Матурлап бөгөп ҡуйған.
Был алтылы - ишектәге
Йоҙаҡ тишеге. Мәҙәк!
Өҫ яғы элмәктәй уның,
Ә аҫ яғы - дүңгәләк.
Алтынан һуң ете килә,
Тәртешкәгә оҡшаған,
Бер аяҡлап бейеп килә,
Билбауҙары бушаған.
Был - һигеҙле, түп-түңәрәк
Ике өлөштән тора,
Баш түбән яҙған саҡта ла
Барыбер һигеҙ була.
Цирктағы акробаттай
Баштүбән еңел тора,
Әйләндереп яҙып ҡуйһаң,
Туғыҙ алтылы була.
“О” хәрефе кеүек үҙе,
Дүңгәләктәй түңәрәк,
Алдына бер таяҡ ҡуйһаң,
Ун тип әйтергә кәрәк.
Х.Ризванова
БЕРЕНСЕ ҠАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ТӘҮГЕ ҠАР
Иртән йоҡонан торғас,
Тәҙрәгә ҡарап алдым.
Ап-аҡ күлдәк кейгән ағас —
Һоҡланып ҡатып ҡалдым.
Кейенеп сыҡтым тышҡа,
Санамды тотоп ҡулға.
Туйғансы шыуҙым тауҙа,
Ҡар ирегәнсе юлда.
(Ф.Даминов)
БЕРЕНСЕ ҠАР
Ябалаҡлап кистән яуҙы ҡарҙар.
Ҡара хәҙер: яландар һәм тауҙар
Аҡ мамыҡҡа ята күмелеп.
Беренсе ҡар – шундай таҙа үҙе,
Әйтерһең дә, һинең күңелең.
Сафлығына уның һоҡланаһың,
Эйеләһең дә услап бер алаһың –
Ята шундай матур күренеп.
(Б.Рафиков)
ТӘҮГЕ ҠАР
Бына инде ҡыш та етте,
Ергә төштө тәүге ҡар.
Ошо кескәй йомарлаҡта
Күпме сафлыҡ, паҡлыҡ бар.
Тәүге ҡарҙың тәңкә төҫө
Күңелдәрҙе нурлаһын.
Сафлыҡ, паклыҡ Аҡбуҙатта
Бар донъяны ураһын.
(Н.Сәлимов)
БЕРЕНСЕ ҠАР
Их, бөгөн ниндәй күңелле:
Ҡаплаған ҡар ер йөҙөн,
Әй беренсе ҡырпаҡ ҡарҙар
Ергә һипкән бөртөгөн.
Барса ер яҡты, күңелле,
Ябалаҡ ҡарҙар яуа.
Инде ерҙә юҡ еүешлек,
Барса ерҙә саф һауа.
(Д.Юлтый)
ТӘҮГЕ ҠАР
Ташлана ла ҡара ергә
Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө,
Төшөп бөтмәҫ борон иреп бөтә,
Тере ҡалмайынса бөртөгө.
Тик күктән уның артынса уҡ
Башҡалары ергә ташлана.
Ә ҡара ер тотош аҡҡа сума...
Һәр үҙгәреш шулай башлана.
(Р.Ғарипов)
ТӨҪТӘРҘЕ ӨЙРӘТКӘНДӘ
Ҡыҙыл-ҡыҙыл, ҡып-ҡыҙыл,
Алма бешкән ҡыҙарып!
Һары-һары, һап-һары,
Ҡояш көлә нурланып!
Аҡ-аҡ, аҡ ҡына,
Ап-аҡ ҡына ҡар яуған!
Йәшел, йәшел, йәм-йәшел,
Ағастар япраҡ ярған!
Зәңгәр, зәңгәр, зәп-зәңгәр,
Күк йөҙө, күлдең төҫө!
Ҡара, ҡара, ҡап-ҡара,
Ер өҫтө, тупраҡ төҫө!
Һоро, һоро, һоп-һоро,
Нимә бар, уйлап ҡара?
(Г.Байғужина –Йосопова)
ҠЫШ, ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠЫШ
Кемдер, селтәр биҙәк яһап,
Тәҙрәгә һуҙа ҡорған.
Мамыҡтай ҡарҙар яуҙырып,
Түшәй аҡ, йомшаҡ юрған.
Ҡуян тунын алмаштырған,
Хәҙер ул ап-аҡ ҡына.
Яңы йылға яңы кейем
Кейҙем, ти ҙә маҡтана.
(Г.Яҡупова)
ТЫШТА ҠАР ЯУА
Тышта ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа!
Әйҙә сығайыҡ,
Сана шыуайыҡ;
Ҡырға барайыҡ,
Юлдар ярайыҡ.
Биттәр ал булһын,
Күңелле ял булһын!
(Ҡ.Даян)
ҠЫШ
Ап-аҡ ҡына ҡар яуған
Бөтә ерҙе ҡаплаған,
Юл ситендә ялтырай -
Көмөш түгелгән буғай.
Баҫыуҙар ҙа аҡтан ғына
Ябынған ҡарҙан юрған.
Ваҡыт еткәс мул уңышлы —
Йәшелдән булыр ҡорған.
(Ф.Дәүләтсурина)
ОСА КҮКТӘ
Оса күктә, оса күктә
күбәләкме, ҡармы?
Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,
шундай ваҡыт бармы?
Бар икән, бар икән,
Яуғаны аҡ ҡар икән,
Ҡар икән, ҡар икән,
Шундай ваҡыт бар икән.
(Х.Ғиләжев )
ҠАР ЯУА
Мамыҡ ҡар яуа,
Шундай саф һауа.
Саналар һөйрәп,
Беҙ киттек тауға.
Саналар оса,
Ҡаршы ел выжлай.
Ә шатлыҡ беҙҙең
Күкрәккә һыймай.
Кемдәр ҡурҡмайҙар
Елдән, һыуыҡтан,
Шулар барыһы
Тау шыуа сыҡҡан.
(Ш.Бикҡолов)
ҠЫШ
Таң менән тышҡа сыҡһам,
Ап-аҡ булған ер өҫтө.
Ҡайҙан алған ҡыш-рәссам
Шундай яғымлы төҫтө?
Ағастарҙың буйына
Мамыҡ шәлен ураған.
Ихатаның алдына
Ҡарҙан тауҙар бураған.
Тәҙрәләрҙең ситенә
Тау-ҡырҙарҙы төшөргән.
Ҡыйыҡтарҙың башына
Аҡлы-күкле төҫ өргән.
Төн буйы алһыҙ-ялһыҙ
Биҙәгән тирә-яҡты.
Тик шыршыларға ғына
Еткермәй ҡалған аҡты.
(Р.Сөләймәнов)
ҠАР ЯУА
Ҡар яуа,
Ҡар яуа,
Ҡарға тулған
Бар һауа.
Ҡар яуа,
Ҡар яуа,
Өҫтөбөҙгә күк ауа!
Йомшаҡ ҡарҙы,
Ынйыларҙы
Өҫтөбөҙгә түк, һауа!
Бына ниндәй
Икән күк:
Унда ҡары, еле күп!
Ҡар бөртөгө –
Ябалаҡ,
Ҡайҙа остоң ҡабалан?
Ҡар яуа,
Ҡар яуа,
Йәнгә сихәт һәм дауа!
(Т.Искәндәриә)
ҠЫШ, ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ҠЫШ
Өйөрөлөп - өйөрөлөп,
Яуа аҡ ҡарҙар.
Йомшаҡ мамыҡҡа төрөндө
Яландар, ҡырҙар.
Тау баштары, йылға-күлдәр
Ябынды юрған.
Ағастарға, селтәрләнеп,
Эленде ҡорған.
Ҡарһылыуҙың ынйылары
Һибелә күктән.
Тыуған еремдең биҙәге –
Ҡыш инде күптән.
(М.Тайсина)
МАТУР КӨН
Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,
Ғәжәп матур көн бөгөн.
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.
Бәүеле- бәүелеп төшә,
Ҡар яуа- матур ниндәй!
Әйтерһең дә, кемдер күктә
Ҙур иләктән он иләй.
(С.Әлибай)
ҠЫШ
Ҡыш булғас,
Ҡар яуғас,
Бар ағас,
Яланғас!..
Ҡыш үтер,
Ҡар бөтөр,
Бөтә ер
Кейенер!..
(Р.Ғарипов)
ҠАР БӨРТӨГӨ
Мин кескәй ҡар бөртөгө,
Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына.
Мине күреп ҡалам тиһәң,
Көтөп торсо саҡ ҡына.
Мин кескәй ҡар бөртөгө,
Ем-ем осамын гелән.
Ҡарһылыуҙың, Ҡыш бабайҙың
Ҡайҙа икәнен беләм.
(Ә. Таһирова)
БУРАН
Урамда буран,
Мин өйҙә торам,
Тәҙрә аша
Тик ауыҙ йырам.
Эй, ел выжылдай
Буран геүелдәй,
Асыулы бесәй
Кеүек мырылдай.
(Ғ.Туҡай)
ШАЯН ЕЛ
Зәңгәр күктә аҡ болот
Ағыла офоҡ тулып.
Ынйы ҡарҙарҙы ҡоя,
Елдәр һыҙғырып ҡуя.
Ергә төшкәс, аҡ ҡарҙарҙы
Ҡыуалатып йөрөтә.
Бәләкәстәргә шыуырға
Һырынты өйөп китә.
(Ә.Әсәҙуллина)
БУРАН
Өҫтөмдә - ҡалын юрған.
Ябынған тәҙрә ҡорған.
Тышта ел көрттәр һырған,
Һепертеп килеп ҡырҙан.
Эй, буран, буран, буран...
Әсәйем япты юрған.
Күҙемә монар тулған.
Эй, буран, буран, буран,
Тыныс йоҡо, тим, туған!
(Т.Искәндәриә)
ЕР ЙОҠОҺО
Ҡырға аҡ ҡарҙан
Юрған ябылған,
Ер яҙға саҡлы
Йоҡоға талған.
Ул тормаҫ, йоҡлар
Ҡыштар үтмәйсә,
Көньяҡтан ҡоштар
Ҡайтып етмәйсә.
Ер йоҡлай тыныс,
Күреп тәмле төш,
Уяныр әле,
Туҡта, үтһен ҡыш.
(Ғ.Туҡай)
ҠЫШ, ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ҠЫШ
Ағастарҙың кейемдәрен
Көҙ алып ҡалды сисеп,
Улар һалҡын көндәрҙә һуң
Түҙерҙәр инде нисек?
Ҡыш килгәс тә хайран ҡалды,
Урманға баҡты йәлләп.
Ағастарға яба һалды,
Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.
Бер көндө урман буйына
Һалып ҡуйҙы һырынты, -
Бына шулай ағастарҙың
Аяғы лы йылынды.
(С.Әлибай)
ҠЫШ
Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары,
Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.
Ағастарға муйыл сәскәһендәй
Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.
(Ф.Рәхимғолова)
ҠЫШ
Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар.
Мамыҡ юрғанға төрөнөп.
Хәл йыя төҫлө улар.
Ҡояш та ялда шикелле,
Йылытмай ерҙең өҫтөн.
Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа
Тиҙ генә ята төҫлө.
Ә елдәр йөрөй маһайып,
Ыжғыра ла һыҙғыра.
Ер өшөһөн тигән кеүек,
Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
Яланғас ҡала ер йөҙө,
Һалҡындан китә туңып.
Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,
Йылыта алмай уны...
(Н.Нәжми)
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.
(Х.Ғиләжев)
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
Ә санала күҙҙең яуын
Ала йәш шыршы.
Ҡыш бабайҙың бүләге ул
Байрамға ҡаршы.
Тиҙҙән булыр ошо шыршы
Өйҙөң түрендә.
Йондоҙ балҡытып саҡырыр
Беҙҙе үҙенә.
(А.Йәғәфәрова)
ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –
Йәшел кейемдән,
Оҙатып килгәндәр уны
Ҡуян, тейендәр.
Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Бөтә ил менән.
Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
(Ғ.Рамазанов)
ЯҢЫ ЙЫЛ ҠАСАН КИЛӘ?
Календарҙың
Бите йыртыҡ.
Ҡағыҙ ҡалды
Артыҡ-бортоҡ.
Үткән көндө
Йыртып ташлап,
Була яңы
Көндө башлап.
Йыртһам тотош
Календарҙы
Яңы йылға
Еттем-барҙым!
Әсәй көлә:
Юҡ, ти, ҡыҙым,
Яңы йылға
Юлдар оҙон.
Үтмәйенсә
Йәйен-көҙөн,
Йыл үтмәй шул
Булсы түҙем!
Яҙҙың һары
Бәпкәләре,
Йәйҙең матур
Сәскәләре,
Көҙҙөң һутлы
Алмалары,
Ҡыштың боҙло
Алҡалары
Аша ята
Урау юл, ти.
Шунан килә
Яңы йыл, ти
(Т.Искәндәриә)
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.
Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар
Йылтырайҙар шыршыла.
Эх, күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип
Беҙгә бүләк тарата.
(Р.Янбулатова)
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ЁЛКА БАЙРАМЫНДА
Йырланыҡ та бергәләп,
Бейенек тә бергәләп.
Уйындар ҙа уйнаныҡ
Елкабыҙҙы тирәләп.
(Ә.Таһирова)
АЙҘАР ЁЛКА ЯНЫНДА
Өфөлә бар бер ҙур баҡса,
Ап-аҡ шәмдәй ҡапҡаһы.
Айҙарҙы бер көн ошонда
Алып килде атаһы.
Бейек, бейек шыршы үҫә
Баҡсаның уртаһында.
Биш ҡанатлы йондоҙ яна
Ошо шыршы башында.
Шыршы төбөндә кескәй өй.
Мөрйәнән төтөн сыға,
Көмөш уйынсыҡтар оҡшай
Туңып ҡалған тамсыға.
Унда ҡуяндар, айыуҙар,
Хәйләкәр төлкө, бүре...
Ҡыш бабай тора уртала,
Матур бүләктәр биреп.
Күгәрсен кеүек елпенә
Елка тирәләй ҡарҙар.
Бейеүсе балалар менән
Ҡушылып китте Айҙар.
(Х.Ғиләжев)
ЯҢЫ ЙЫЛ
Их, ошо байрам
Гел булһа икән?!
Шыршыға биҙәк
Гел ҡунһа икән!
Ҡыш бабай көн дә
Бирһә күстәнәс,
Ҡарһылыу бейеп
Торһа гел йәнәш -
Йыл бик бәхетле
Йыл булыр ине,
Алған бүләктән
Өй тулыр ине.
(Л.Абдуллина)
ШЫРШЫ БАЙРАМЫ
Ҡыш бабай килә,
Ҡыш бабай көлә,
Матур шыршыға
Бүләктәр элә.
Бына бер айыу,
Бына бер ҡуян,
Әсәйем бирә,
Мин элеп ҡуям.
(Г.Ситдиҡова)
ШЫРШЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ШЫРШЫ
Беҙҙең шыршы балҡып тора,
Ай-һай матур биҙәнгән.
Йәйғор кеүек сулпылары
Төшөп тора иҙәнгә.
Бөгөн шыршы балҡып тора
Бүлмәләрҙә, өйҙәрҙә.
Ул бейеп китер һымаҡ
Беҙ уйнаған көйҙәргә.
(С.Әлибаев)
ҠЫУАНЫС
Өйөбөҙҙөң иң түрендә
Балҡый йәшел шыршыбыҙ.
Күлдәгендә тәтәй шарҙар,
Энәлекәй ҡупшыбыҙ.
Төрлө төҫтә баҙлауыҡтар
Йылпылдап янып китһә,
Күҙҙәренән нур бөркөлөп,
Ҡустым сәпәкәй итә.
Ул бит быйыл беренсегә
Күрә шыршы уттарын.
Ҡупшыҡай янына теҙә
Машинаһын, аттарын.
Кескәй ҡулдарын күтәрһә,
Тәтәйҙәр китә сыңлап.
Ҡустымдың ҡыуанысынан
Шыршыбыҙ тора йырлап.
(М.Тайсина)
ШЫРШЫ ӨЛӘСӘЙ
Итәктәрен әберкәләп,
Тәңкәләп,
Ылыҫтарын шәмдәй тотоп
Шәмдәлләп,
Матур-матур тубырсығы
Туптырҙап,
Ҡупшыланып, күкрәк киреп,
Тыпырҙап,
Баҡсабыҙҙы нурлап тора
Шыршыҡай,
Үҙе көйсө, бейеүсе лә,
Йырсыҡай!
Алҡа, мәрйен таҡҡан, гүйә,
Өләсәй,
Таҡмаҡ әйтеп, әйһәйҙүкләп
Көлә, шәй!
(Т.Искәндәриә)
ШЫРШЫ
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.
Шыршы тағы матурлана,
Уйынсыҡтар тағылһа.
Аллы-гөллө нурға сума,
Киске уттар ҡабынһа.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип
Беҙгә бүләк тарата.
(Ҡ.Даян)
ҠУПШЫҠАЙ
Уның урыны –
Байрам түрендә.
Ул бөгөн, ай-һай,
Матур күренә.
Толобо йәшел,
Сыбар нағышлы.
Ялтыр сылбырҙар –
Уның ҡайышы.
Башына кейгән
Йондоҙ түбәтәй.
Был ҡупшыҡайҙы,
Йәгеҙ, кем әйтә?
(Л.Абдуллина)
ЁЛКА
Ёлканың иң осона
Ҡып-ҡыҙыл йондоҙ ҡуйҙым.
“Яҡын барма, ватырһың”, - тип
Филемде ҡаты тыйҙым.
(Д.Талхина)
ЁЛКА БАЙРАМЫНДА
Йырланыҡ та бергәләп,
Бейенек тә бергәләп.
Уйындар ҙа уйнаныҡ
Елкабыҙҙы тирәләп.
(Ә.Таһирова)
ШЫРШЫ
Беренсе булып урмандан
Килде байрамға шыршы.
Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,
Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.
Иң бейектә йондоҙ яна,
Шыршыбыҙға йәм биреп.
Ҡыш бабай аҙашмай килер
Яҡты йондоҙҙо күреп.
ҠЫШҠЫ УЙЫНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ТАУ ШЫУҒАНДА
Аҫҡа шыуып төшкән саҡта,
Бик тә рәхәт – елдерәм!
Санама ла рәхәт булһын –
Үргә тартып мендерәм.
(Ф.Рәхимғолова)
САҢҒЫСЫ
Сана шыуыу шәп микән,
Саңғы шыуыу шәп микән,
Әллә тимераяҡ кейеп
Сәкән һуғыу йәп микән?
Алдым, һалдым,
Алдым, һалдым,
Көнө буйы уйланым,
Ултырҙым да...
Һөнәрбашта
Сана шыуып уйнаным.
(Г.Ситдиҡов)
БЕҘҘЕҢ КАТОКТА
Көҙгөләй боҙҙан
Үттек шыуышып,
Бер-беребеҙҙе
Киттек ҡыуышып.
Ялтыр боҙ шыжлай
Аяҡ аҫтында,
Шат йыр яңғырай
Алыҫ-алыҫҡа.
Ҡурҡытмай беҙҙе
Ҡышҡы һыуыҡ та,
Һәр саҡ күңелле
Беҙҙең катокта.
(Н.Иҙелбай)
САНАБЫҘ
Шыжлап ҡына түбән оса,
Эй шәп шыуа санабыҙ.
Ҡайһы саҡта тау битендә
Тәкмәс атып ҡалабыҙ.
Ап-аҡ ҡарҙы ҡаға-ҡаға
Беҙ ҙә аҫҡа сабабыҙ.
Ярай әле тау аҫтында
Көтөп торған санабыҙ.
(С.Әлибаев)
САҢҒЫЛАРЫМ
Саңғыларым, саңғыларым,
Өр-яңылар, матурҙар.
Тиҙерәк кейә һалайымсы,
Тышта яуа йомшаҡ ҡар.
Саңғыларым, яңы булғас,
Бик тә шәп шыуыр микән?
Иптәштәрҙе уҙған саҡта
Йығып та ҡуйыр микән?
Йығылһам да иламамын,
Иптәштәрем көлмәһә.
Бара торған юлым бөтөп,
Ағасҡа төртөлмәһә.
(Ә.Вахитова)
БИРЕШМӘЙБЕҘ
Һеңлем менән икәүләшеп
Уйнарға сыҡтыҡ тышҡа.
Һыуыҡ булһа ла урамда
Бирешмәйбеҙ беҙ ҡышҡа.
Ҡулдарҙа - йомшаҡ бейәләй,
Аяғыбыҙҙа - быйма.
Рәхәтләнеп ҡар өйәбеҙ,
Әсәй, һин беҙҙе тыйма!
Уңғанбикә ҡояш апай
Ҡарҙы иретеп бөтһә,
Ҡыш бабай ҙа яһап булмаҫ,
Көләс йөҙлө яҙ етһә!
(М.Тайсина)
ҺЫРҒАЛАҠ
Ябалаҡлап ҡая яуа,
Текә тауҙар өйөлә.
Беҙ сығабыҙ санала
Һырғалаҡтар эйергә.
Ел еткермәҫ ерәндәй,
Тау түбәнгә сабабыҙ.
Кәйелеп китһә саналар,
Ҡолайбыҙ ҙа ҡалабыҙ.
Әй күңелле һырғалаҡ,
Онотола бары ла.
Шыуһын сана шәберәк,
Текә булһын тау ғына.
(Б.бикбай)
ҠЫШҠЫ УЙЫНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ҺЫУЫҠ
Мин урамға сана һөйрәп
Сыҡтым бөгөн дә иртә.
Һыуыҡ әллә көтөп торған.
Яныма килеп етә.
Йүгереп килеп етә лә,
Биттәремде семетә,
Биттәремде семетә лә
Ҡулдарымды өшөтә.
Унан ҡурҡып, тауға ҡарай
Китеп барҙым мин шәп-шәп.
Шул саҡ һыуыҡ әллә ҡайҙа
Тороп ҡалды – вәт ғәжәп.
(С.Әлибай)
БУРАН
Саңғымды кейеп
Сыҡтым мин тышҡа.
Ә бурап боҫоп,
Торған ышыҡта.
Мине күргәс тә,
Китте ул тулап.
Шулай ҡоторһам,
Ҡурҡыр тип уйлап.
Ә мин саңғыла
Ҡош кеүек осам
Бурандың үҙен
Ҡуйынға ҡосам.
(М.Хисмәтуллина)
ҠАР БАБАЙ
Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп
Әүәләнем ҡар бабай,
Уны яһау ҡыйын түгел,
Уны яһау яп-ябай.
Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.
Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.
(Г.Ситдиҡова)
БУРАН МЕНӘН УЙНАЙЫМ
Ҡар йомарлап, мин
Алыҫ осорам.
Уйнайым шулай,
Урамда – буран.
Ел мине ҡыуа,
Мин уны ҡыуам.
Семетеп китһә,
Ҡулымды ыуам.
Тик һаман өйгә
Һис инге килмәй.
Буран ҡотора,
Нимәлер һөйләй.
Ҡар йомарлап, мин
Алыҫ осорам.
Ҡыш булһын ҡарлы,
Уйнаһын буран.
(Л.Абдуллина)
ҠАР БАБАЙ
Ҡар бабай яһап ултырттыҡ,
Бейек буйлы, бик оло.
Күҙҙәре – ҡап-ҡара күмер,
Таяҡтан – ике ҡулы.
“Ни өсөн ҙур?” – тиһегеҙме,
Уның сере яп-ябай:
Мәктәптән беҙҙең ҡайтҡанды
Алыҫтан уҡ, алыҫтан
Күреп торһон Ҡар бабай.
(Ф.Туғыҙбаева)
ӘЙ САНАЛАР
Әй саналар, саналар,
Бигерәк шәп баралар.
Ҡурҡаҡ-өркәк балалар
Ҡолап ҡына ҡалалар.
(Й.Гәрәй)
ОСОУ
Ҡар тауынан саңғы менән
Эй еләмен түбән табан,
Битте елдәр һыйпап ала,
Табанда ҡар шыжлап ҡала.
Алда бер ни ҙә күренмәй,
Юл да ап-аҡ, ҡар ҙа ап-аҡ.
Аҡ болоттар араһынан
Осоп китеп барам һымаҡ.
(Гөлфиә Юнысова)
АЙ, ҠОЯШ ҺӘМ ЙОНДОҘҘАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠОЯШ
Алтындай Ҡояш офоҡтан
Тәгәрәп килеп сыҡты.
Томандарҙы таратты ла
Һөртөп алды ысыҡты.
Кинәндереп тәбиғәтте,
Ерҙәге тереклекте,
Ҡояш зәңгәр көмбәҙ буйлап
Гиҙергә сығып китте.
Һәр үлән, сәскәне үбеп
Уятты наҙлап-һыйпап.
Шишмә һыуында ҡойондо,
Тамсылар менән уйнап.
АЙ
Көмөш нурлы Ай ғына,
Күктә йөҙә яй ғына.
Биләмәһе ҙур ғына,
Йондоҙҙары нур ғына.
Ергә төбәлгән күҙе,
Һағышлы һары йөҙө.
Төн буйы керпек ҡаҡмай,
Йондоҙ көтөүен һаҡлай.
ҠОШ ЮЛЫ
Ҡош Юлы – ҡош мамығынан
Күпертеп түшәлгәндер.
Йыһанда бер күпер итеп
Кем генә эшләгәндер?
Тыуған ерҙән йылы яҡҡа
Осҡанда ҡоштар көҙөн,
Яҙлыҡтырмайса баралар
Бер-береһенең эҙен.
ОЛО ЕТЕГӘН
Диңгеҙҙән ынйы-мәрйенле
Һыу һоҫоп алған да Ай,
Йондоҙ итеп күккә һипкәс,
Йылмайып ҡарай ҡалай.
Күҙҙәре йомола бара
Айҙың, йоҡоһо килеп.
Серемгә киткәс, сүмесен
Ҡалдырған күккә элеп.
ТИМЕРҒАҘЫҠ
Бәләкәй Етегәндә ул
Иң яҡты – Тимерғаҙыҡ.
Күк йөҙөндә көмөш сөйҙәй,
Нурҙары балҡый баҙыҡ.
Юлсыларға юлдаш булған,
Маяҡ тапҡандар ҡарап.
Диңгеҙҙә лә йүнәлеште
Билдәләй алған карап,
Тимерғаҙыҡҡа ҡарап.
СУЛПАН
Сулпан йондоҙ таң алдынан
Яҡтыраҡ балҡып яна.
Ул Айҙан да, Ҡояштан да
Үҙенә нурҙар ала.
Йондоҙ тирбәтеп ел иҫә –
Ал таңдан хәбәр йөрөй.
Ҡояш уянғас, Сулпан да
Уның наҙында ирей.
ИЛӘК
Иләк йондоҙон ҡара,
Емелдәп яна, ана.
Йыһанда нурҙар һөҙә,
Шуға урыны түрҙә.
Әлфиә Әсәҙуллина
ҠУЯН ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠУЯН
Йәйен – һоро, ҡышын – аҡ
Өҫтөнә кейгән туны.
Кейем һайлай белеү ҙә
Эт-ҡоштан һаҡлай уны.
(С.Муллабаев)
МИН – ҠУЯН
Танышайыҡ, мин – ҡуян,
Урман эсендә оям.
Бары тик оямда ғына
Үҙемде батыр тоям.
(Г.Юнысова)
АҠ ҠУЯН
Ап-аҡ ҡына бер ҡуян
Сабып йөрөй аҡ ҡарҙа.
Ҡурҡмай бүре, төлкөнән
Аҡ ҡына туны барҙа.
(Ә.Әсәҙуллина)
ҠУЯНДАР
Ҡуян ҡуянды ҡунаҡҡа
Саҡырған, ти, ҡыуаҡҡа.
Ашап туйғас, ҡасҡандар, ти,
Икеһе ике яҡҡа.
(Р.Шәғәлиев)
ҠУЯН
Алғы аяғы ҡыҫҡа,
Сабырға ул бик оҫта.
Һоро тунын һала ла
Аҡ тунын кейә ҡышҡа.
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,
Ҡолағы оҙон икән.
(М.Бикбова)
ҠУЯН
Кескәй генә, ап-аҡ,
Йөрөй ҡарҙы тапап.
Үҙе алыҫ һикерә,
Ҡайҙа былай елкенә?
Урман буйлап фырт-фырт,
Ҡырҙар буйлап тырт-тырт,
Күҙе уйнай - сабып туймай,
Йүгерә лә йүгерә.
(М.Сөндөклө)
ҠЫЙЫУ ҠУЯН
Ҡолағым ҡарпыш,
Ҡылыйҙыр күҙем.
Әммә белегеҙ:
Ҡыйыумын үҙем!
“Ҡурҡаҡ ҡуян”, - тип
Әйтәләр юҡҡа...
Кәрәк икән, мин
Керермен утҡа!
Йылғыр тәпәйем
Иҫән-һау саҡта,
Төлкө лә мине
Тоталмаҫ хатта!
(А.Игебаев)
ҠУЯНДАР
Күҙкәйҙәре төймәләй,
Ҡолаҡтары шеш кенә,
Әллә инде игеҙәктәр –
Бары ла бер иш кенә.
Һикерәләр, уйнайҙар,
Уйнап һис тә туймайҙар.
Мине һәр саҡ тыңлайҙар,
Бер ҙә тәртип боҙмайҙар.
Ҡыш көнө лә уларҙың
Ниңә һоро тундары
Тунын алмаштырып тормай,
Улар – йорт ҡуяндары.
(С.Әлибаев)
АҠ ҠУЯН
Шыршы үҫә урманда,
Шыршылар бик күп бында.
“Уйынсыҡтар эләм”, - тиеп,
Һикереп йөрөй ҡуян да.
Ҡуян менән Ҡыш бабай
Икеһе лә аҡ ҡына.
Ҡурҡаҡ түгел Ҡыш бабай,
Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.
(Ҡ.Даян)
Ай саҡыра
Батты ҡояш,
Ҡалҡты ай.
Күк диңгеҙе
Уға һай.
Бер йәшенә,
Бер ҡалҡа.
Болоттарҙы
Шаярта.
Йондоҙҙарҙы
Баҫтыра.
Үҙ янына
Мине лә
Тәҙрә аша
Саҡыра!
Бесәй
Миңә тиңләшә,
Күтәрһәм бесәй.
Ул тик әлегә
Ике аяҡта
Атлай белмәй.
Йырғанаҡ
Йырғанаҡтың
Йырлы сағы:
Дилбегәһен
Ҡулға алды.
Тау сәләмен
Тейәп алып,
Тере юлдар
Һала һалды.
Боҙбармаҡ
Ҡыйыҡ һура
Боҙбармаҡ.
Башҡа шөғөл
Тап, һармаҡ!
Ынйы кеүек
Ялтырай.
Ырғый алмай
Ҡалтырай.
Һикерер ул
Түбәнгә.
Мәҙәк булыр
Күргәнгә.
Йомшаҡ ҡарға
Ҡаҙалыр.
Ҡаты төшһә
Ватылыр!
ТУМЫРТҠА ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ТУМЫРТҠА
Ҡорттар ашай тумыртҡа:
Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ...
Егәрле шул тумыртҡа,
Тынғы белгәне юҡ,юҡ.
Эш сәғәте иҫәпһеҙ,
Ҡорттар ҡырыу – гел уйы.
“Урман табибы” тиҙәр
Элек-электән уны.
Килеп ҡунһа тумыртҡа,
Һәр ағас ҡорто ҡурҡа.
Дауаларға тотона,
Һылтанмай көйө юҡҡа.
(З.Үтәғолова)
ЕГӘРЛЕ ТУМЫРТҠА
Иң йомарт, иң егәрле ҡош,
Моғайын, тумыртҡалыр.
Яҙ һайын яңы ояға
Һала йомортҡаһын.
Ағасты соҡоп, ояны
Яһау бер һөнәр уға,
“Туҡ та туҡ” итеп урманда
Телеграммалар һуға.
(Г.Яҡупова)
ТАБИП-ТУМЫРТҠА
Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ — һис арымай,
Туҡылдата ағасты.
Белмәйһеңме һин был ҡошто,
Ниндәй ҡош ул аҙашты?
Аҙашмаған, алдашмайым,
Был бит үҙе тумыртҡа.
Ағастарҙы дауалай ул,
Урман тигән ҙур йортта.
- Зыян килтереүсе бөжәк
Ағасҡа дошман була.
Һауыҡтырып тере итеү —
Минең, ти, — изге йола.
(М.Хисамова)
ТУМЫРТҠА
Ҡыуарған ағас ҡабығын
Суҡып, тишкеләп бөтә,
Аҙаҡ, суҡыуҙан ҡаңғырып:
- Суҡымам, - тип ант итә.
Иртә менән тороп, тағы
Туҡтауһыҙ туҡ-туҡ итә.
Серек, иҫке ҡабыҡтарҙы
Өңөп, тишкеләп бөтә.
Ҡапыл ултырған еренән
Оса ла тағы ҡуна.
Кипкән ағастар эсенән
Ҡорттар суҡып туйына.
(С. Кулибай)
ТУМЫРТҠА
Ҡаты томшоҡло ҡош бит ул,
Аптырамай ем юҡҡа.
Ағастарҙы “туҡ–туҡ” суҡып,
Аҙыҡ таба тумыртҡа.
(Г.Юнысова)
ТУМЫРТҠА
Тумыртҡа – урман докторы,
Ағас йөрәген тыңлай.
Уның әйткән һәр бер һүҙен
Урман ҡабатлай, тынмай.
(А.Йәғәфәрова)
КҮГӘРСЕН ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
КҮГӘРСЕН
Көн буйына “гөлдөр–гөлдөр”,
Эй, гөрөлдәй күгәрсен.
Уның нимә һөйләгәнен
Ҡайҙан ғына беләһең?!
(Г.Юнысова)
ГӨРЛӘЙ КҮГӘРСЕНДӘРЕМ
Күгәрсендәр пар икән,
Һөйләр һүҙе бар икән.
Яҡын килеп тыңланым,
Телдәрен мин аңланым
– Гөлдәр-гөлдәр, гөл генә,
Дуҫҡайым һин – бел генә.
Кемдәр беҙҙе ярата,
Шулар емде тарата.
Рәхмәт инде уларға –
Был изге балаларға.
(М.Дилмөхәмәтов)
КҮГӘРСЕН
Гөрләй күгәрсен
Тәҙрә башында.
Ике балаһы
Ҡанат аҫтында.
Бына бер аҙҙан
Улар үҫерҙәр.
Болоттар аша
Осоп үтерҙәр.
(К.Кинйәбулатова)
КҮГӘРСЕН ЙЫРЫ
Гөлдөргө-гөлдөргө,
Бөтә эшем өлгөрҙө,
Бөтә эшем өлгөрҙө.
Көндәр матур булғанға,
Сыҡтым бөгөн ҡырҙарға.
Ҡырҙа эшем уңғанға,
Бүрләтәүем тулғанға,
Тарта күңел йырларға,
Йырлай, гөрләй уйнарға.
Гөр-гөр, гөлдөргө,
Алдыр бы ла, гөлдөр бы.
Ялҡауҙарға донъя яман,
Тырыштарға гөлдөр бы.
Гөлдөргө -гөлдөргө,
Тырыштарға был донъя
Алдыр бы ла, гөлдөр бы.
(Ғ.Амантай)
КҮГӘРСЕН
“Гөл! Гөл! Гөл!” - ти гел генә,
Гөл ярата күрәһең,
Беҙҙең баҡса эргәһендә
Оялаған күгәрсен.
(Р.Ниғмәтуллин)
КҮГӘРСЕН
Күгәрсен алып ҡайттым,
Уны урмандан таптым.
Аяғы өшөп ҡатҡан,
Шуға осалмай ятҡан.
Туңа яҙған, бахырҡай,
Мәрйен күҙле матурҡай.
Ҡуйҙым мейес янына,
Емдәр һиптем алдына.
(Г.Ғәлиевә)
ҠАРЛУҒАС ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҠАРЛУҒАС
Мин ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Ҡайттым бына яҙ булғас.
Оя юҡ тип ҡағырмайым,
Бейек текә яр булғас.
(Г.Юнысова)
ҠАРЛУҒАС
Ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Түшеңдә аҡ алъяпҡыс.
Бысранмаймы күп осҡас,
Әйтсе шуны, ҡарлуғас,
Йыуаһыңмы, ҡарайғас?
Эй ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Ҡанатың хәс ҡыйғас ҡаш.
Күҙең, башың йомроҡас,
Күҙ теймәһен, ос, бар, ҡас,
Малайҙар бәрмәһен таш.
Ҡарлуғас, һин кил миңә,
Дуҫ булайыҡ гел генә,
Уйнайыҡ гелән бергә,
Минең исемем Гөлгөнә,
Көтәмен, кил тиҙ генә.
(М.Хисмәтуллина)
ҠАРЛУҒАСТАР
Ҡарлуғастар - ҡыйғас ҡанат,
Осаһығыҙ ҡыйылып.
Болоттарҙа тәҙрә ҡала
Ҡайсығыҙҙан уйылып.
Шул тәҙрәнән ҡояш ҡарай,
Нурҙан ғына ҡарашы.
Баллы кәрәҙгә оҡшаған
Ҡарлуғаслы яр башы.
(Ә.Әсәҙуллина)
ЯР ҠАРЛУҒАСТАРЫ
Беләһегеҙме, беҙҙә лә
Йылға яры ҡаялай.
Ҡая кеүек был ярҙарҙа
Ҡарлуғастар оялай.
Улар суҡыштары менән
Йылға ярын уялар.
Соҡой торғас, ошо ярҙа
Оя ҡороп ҡуялар.
(Р.Заһиҙуллин)
БАЛ ҠОРТО ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БАЛ ҠОРТТАРЫ
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр.
(Ш.Бикҡол)
БАЛ ҠОРТТАРЫ
Билдәр быуып, бал ҡорттары
Бәпембәгә һыу һибә.
Һуттар йыйып күнәгенә,
Ҡайта улар өйөнә.
(М.Ҡасимова)
БАЛ ҠОРТО ҺӘМ КҮБӘЛӘК
Осалар болон буйлап
Бал ҡорто һәм күбәләк.
Ҡайҙа йәмле бигерәк,
Баллы сәскә күберәк.
(Ф.Рәхимғолова)
БАЛ ҠОРТО
Бик эшсән бер халыҡ
Беҙгә бирә тәмле аҙыҡ.
Сәскәләрҙән һут йыя,
Матур кәрәҙҙәр ҡоя.
Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә
Балға тултырып ҡуя,
Баҡсала ғына йорто,
Ә исеме – бал ҡорто.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
БАЛ ҠОРТО
Жыж-жыж килә бал ҡорто:
“Килдем, - ти, - бында эшкә.
Саҡырып тора мине
Ал, зәңгәр, ҡыҙыл сәскә”.
(Ф.Рәхимғолова)
БАЛ ҠОРТО
Тельняшка "кейгән" бал ҡорто
Быҙлап оса яҡында,
Әллә инде тыуып-үҫкән
Десантниктар янында.
Холоҡо ла бит шуларҙыҡы -
Ҡурҡмай ҙа ул бер ниҙән,
Ниңә инде ҡурҡһын ти ул -
Ул бит тельняшка "кейгән"!..
(Ғ.Гайсин)
КҮС
Арғы остан бирге осҡа
Күс болото күсенә.
Күсә-күсә, килеп инә
Буш умарта эсенә.
(М.Илбаев)
БАЛ ҠОРТО
Гиҙеп туғай-болондарҙы
Йыяһың сәскә һутын,
Бөтә донъяға танытып
Арттырҙың милләт ҡотон.
Ҡояш нурына мансылған
Алтынһыу һары төҫтә,
Кәрәҙеңә бал тулғансы
Кәрәк уңғанлыҡ, көс тә...
Нескә билең биштән быуып
Көн буйы етә эшең!
Шуғалырҙа йыйған балың
Татлы,хеҙмәт емешең!
Күккә күтәреп маҡтарлыҡ
Тырыш, етеҙ бал ҡортон!
Исемеңә есемеңде
Тап ҡылһаңсы, баш ҡортом!
(М.Бикәнәсова)
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ЭТ
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)
КӨСӨГӨМ
Көсөгөм бар кес кенә,
Әле ул бәпес кенә,
Эсерәмен һөт кенә,
Торам иркәләп кенә.
(М.Хисмәтуллина)
БЕСӘЙ
Бесәй, бесәй, бесәй шул,
Бесәй әле кескәй шул.
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай?
Килтерегеҙ сысҡан, ти,
Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?
Килтерегеҙ хәҙер, ти,
Мин ашарға әҙер,ти!
(Ҡ.Даян)
БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,
Ята келәмдә ойоп.
Бәп-бәләкәй булһа ла,
Үҫкән бит уға мыйыҡ!
(Ҡ.Әлибаев)
ҺЫЙЫР
Һағыҙ сәйнәй һыйырыбыҙ,
Сәйнәй-сәйнәй – туҡтамай,
Кѳтѳүгә ҡыуырға кәрәк,
Алып ҡайтһын бал да май.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҮГЕҘ
Күҙәтеп тора беҙҙе
Ике күҙ, ике мөгөҙ.
Кем ул? Йәле, әйтегеҙ!
- Ул беҙҙең ҡыҙыл үгеҙ.
(Ш.Бикҡол)
ҺЫЙЫР
Көтөүҙән ҡайтҡан һыйыр,
Кем генә уны һауыр?..
Йәшел ҡапҡа биклеме -
Һыйыр тора: “Мө-мө-мө!..”
(А.Йәғәфәрова)
БЫҘАУ
Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ,
Инәй, эшең бѳттѳмѳ?
Мин асыҡтым, инәйем,
Тиҙерәк һѳт имәйем».
(Ф.Туғыҙбаева)
АҠ БӘРӘС
Аҡ бәрәскә һыу эсерәм,
Һыйлайым бесән менән.
Ҡышын миңә йылы ойоҡ
Бүләк итерен беләм.
(С.Муллабаев)
КӘЗӘ
Баҡса тулы кәбеҫтә,
Түтәлдә йөрөй кәзә.
Сыбыҡ күрһәтә Зилә,
Ә Кәзә: “Мәә лә мәә!..”
(А.Йәғәфәрова)
БӘРӘС
Бѳҙрә генә бер бәрәс,
Ҡысҡыра, һѳт бирмәгәс,
«Кәрәк, - ти ул, - мә-мә-мәм,
Юҡ ашарға бер нәмәм».
(Ф.Туғыҙбаева)
АЛДАҠСЫ КӘЗӘ
Бирмәһә лә
Бер нәмә,
Алдай кәзә:
- Мә-мә-мә!
(Р.Әбүталипова)
ҠОЛОНСАҠ
Мин килгәнсе олатайҙың
Бейәһе ҡолонлаған.
Бергә сабып уйнаһындар,
Тигәндер, болондарҙа.
Ҡолонсағым, ҡолонсаҡ
Үҫеп бейә буласаҡ.
Өләсәйем уны һауып
Ҡымыҙ бешеп ҡуясаҡ.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
МИНЕҢ АТЫМ
Топ-топ-топ итә,
Тауға менһә, һоп итә.
Минең атым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ҠОЛОН
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠУЯНДАР
Күҙкәйҙәре төймәләй,
Ҡолаҡтары шеш кенә,
Әллә инде игеҙәктәр –
Бары ла бер иш кенә.
Һикерәләр, уйнайҙар,
Уйнап һис тә туймайҙар.
Мине һәр саҡ тыңлайҙар,
Бер ҙә тәртип боҙмайҙар.
Ҡыш көнө лә уларҙың
Ниңә һоро тундары
Тунын алмаштырып тормай,
Улар – йорт ҡуяндары.
(С.Әлибаев)
ИШӘК
Һоро ғына ишәгем
Көйшәп тора бесәнен.
Үҙе ҡуян ҡолаҡлы,
Тояҡтары - аттыҡы.
(Р.Хабутдинова)
СУСҠА
Мырҡ-мырҡ, мырҡылдай,
Ер һөрә ул һабандай.
Ҡойороғо элмәкле,
Төҫтәре алһыу ғына.
(Р.Хабутдинова)
ТУРҒАЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ТУРҒАЙҘАР
Һоро турғайҙар
Пырылдап оса.
Уйнап арыһа,
Ботаҡҡа боҫа.
(К.Кинйәбулатова)
ТАУЫШЛАНА ТУРҒАЙҘАР
Сырҡ-сырҡ килеп сырҡылдаша,
Һалҡын тип тә тормайҙар,
Дыу килешеп шаулашалар –
Икмәк тапҡан турғайҙар.
(Б.Кәрим)
ТУРҒАЙ
Әсәй ергә ем һипкән,
Бер турғай килеп еткән.
Бәләкәс туптай еңел,
Һикереп йөрөй ул гел.
Сүпләгән саҡта емде,
Тотоп ҡарағым килде.
Бигерәк йомшаҡтыр инде,
Үҙе ҡурҡаҡтыр инде.
Һуҙған инем ҡулымды,
Аңламаны уйымды –
Фыр-р-р итеп осоп китте,
Күңелһеҙ булып китте.
(Г.Ғәлиева)
ТУРҒАЙ
Уяндым бөгөн иртә –
Кемдер тәҙрәне сиртә.
Туҡ-туҡ-туҡ килә турғай,
Миңә ни һөйләй, йырлай?
Тышта һыуыҡ, ҡар, тиҙер,
Сыҡ, миңә ем һал, тиҙер...
Йүгереп сыҡтым тышҡа,
Ярҙамым тейһен ҡошҡа.
Яһап ҡуйҙым тағараҡ,
Ем һалдым уға аҙаҡ.
Килде лә ҡунды турғай,
Ем сүпләй йырлай-йырлай.
(С.Әлибаев)
ТУРҒАЙЫМ
“Сырҡ-сырҡ” килеп, турғайым
Өшөп тора ҡалтырап.
Тәҙрә ҡаға ипләп кенә,
Ҡанаттарын ҡаҡҡылап.
- Әйҙә, бергә уйнайыҡсы,
Яндарыма йүгереп сыҡ.
Өшөмәҫкә бишмәтеңде,
Туныңды ла кейеп сыҡ!
Тағараҡҡа емдәр һалып
Ҡошсоғомдо саҡырам.
Тамаҡ туйғас, икәүләшеп
Кемуҙарҙан ел ҡыуам.
(З.Исламова)
ҺОРО ТУРҒАЙ
Буран ҡарҙан
Бура бурай,
Шул буранда
Һоро турғай
Сырҡ-сырҡ итә,
Күсә, оса.
Буран уны
Үбә, ҡоса.
Эй, бәләкәс
Һоро турғай!
Һинең көсөң
Сикһеҙ буғай…
Бәреләһең,
Һуғылаһың,
Йығылаһың,
Ҡағынаһың,
Әллә ҡайҙа
Ашҡынаһың:
Тағы яуға
Ташланаһың…
…Яҙмышым да
Буран булып
Бура бурай,
Мин үҙем дә
Әйтерһең бер
Һоро турғай…
( Ф.Абдуллина)
ДИН ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
МИН - МОСОЛМАН
Динем - Ислам,
Дин - йәннәт,
Пәйғәмбәрем -
Мөхәммәт.
Изге китап
Ҡөръәнем -
Аллаһ биргән
Йәм-йәнем.
Йома етһә,
Барыбыҙ
Ғибәҙәткә
Барабыҙ.
Манарала
Һилал - ай,
Яңы ғына
Тыуған ай;
Йондоҙо бар
Янында.
Ислам дине -
Ҡанымда!
(Гүзәл Ситдиҡова)
ЙОМА
Әсәй таңдан ҡамыр баҫа:
"Бөгөн, - ти, - икмәк уңа!
Әйҙә, улым, йоҡоңдан тор,
Байрам бит, бөгөн - йома!"
Иркәләнеп ятам әле,
Шатлыҡҡа сума-сума.
Беҙҙең алсаҡ йорт эсебеҙ
Икмәк еҫенә тула!
Йыйыла күрше әбейҙәр,
Беҙҙә шундай бар йола:
Ҡоръән уҡып сәй эсәләр,
Шулай үтә һәр йома.
(Рамай Ҡаһир)
НАМАҘ
Өләсәйем хәбәр һөйләй –
Ғәжәпләнерлек уға:
Тәнде таҙартҡан ише, ти,
Йән дә мохтаж йыуыуға.
Битте саям, ҡулды саям,
Йыуынам мин иренмәй,
Йәнде нисек йыумаҡ кәрәк -
Ул бит күҙгә күренмәй?!
Кет-кет көлөп, өләсәйем
Миңә былай аңлата:
Намаҙ йәнде сафландыра,
Йәнде-тәнде таҙарта.
(Гүзәл Ситдиҡова)
ЙОМА КӨН
Мосолманда иң ҙур байрам
Изге көн -ул Йома көн,
Көндәрҙең иң Олоһо тип
Һанала ул Йома көн!
Йома көндө Раббым Аллаһ
Ерҙе, Күкте бар иткән,
Тәүге Әҙәм һәм Һауаны
Йома көнө пар иткән.
Йома көнө пәйғәмбәрҙәр
Күп бәләнән ҡотолған,
Яҡшынан яуыз еңелгән,
Ерҙә тормош ҡот алған!
Мосолманда иң ҙур байрам
Булыр Изге Йомаһы,
Йома көнөн ололауҙар
Ата-бабам йолаһы!
(Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ)
СӘХӘР
Өләсәйем сәхәр эсә,
Мин дә бергә уянам,
Бигерәк тәмле сәхәр сәйе,
Уянғанға ҡыуанам.
Баллы сәксәк, татлы йөҙөм,
Ҡара емеш, күрәгә...
Сәхәр тәме үҙе башҡа -
Кемгә әле эләгә!
Өләсәйем менән бергә
Мин дә тотам ураҙа:
- Афарин, - тиҙәр ололар, -
Күңелең булыр таҙа.
Тик кискә тиклем түҙмәнем,
Ашаным да ҡуйҙым шул,
Шым ғына өҫтәл аҫтында
Икмәк ашап туйҙым шул.
- Беҙ күрмәһәк, Алла күрә, -
Тине, белгәс, өләсәй, -
Мөслим бала ололарҙы
Алдамай ғына йәшәй.
Шулай ҙа һин афаринһың,
Ашаның төшлөк үткәс,
Әле һиңә биш кенә бит,
Түҙерһең бер аҙ үҫкәс!
(Гүзәл Ситдиҡова)
ДИН ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ИЗГЕ ЭШ
Әй,балалар! Изге эште
Бик кескәйҙән башлағыҙ,
Яҙыҡ эште, шайтан эшен
Мәңгелеккә ташлағыҙ!
(Ғүмәр Ғайсин)
РАМАҘАН АЙЫ
Күңелдәргә шатлыҡ бирә
Изге Рамаҙан,
Оноттора бар ҡайғыны
Әй изге аҙан.
Нурҙан ғына тора кеүек -
Донъялар яҡты,
Уйлана белгән кешенең
Иманы артты.
(Гүзәл Ситдиҡова)
ӘЙҘӘГЕҘ, ЙОМА СӘЙЕНӘ!
Әйҙәгеҙ әле, бергәләп
Йома сәйе эсәйек,
Үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа
Иман нуры сәсәйек!
Килегеҙ йома сәйенә!
Бауырһаҡ та бешерҙем,
Балан бәлешен өлгөртөп
Ашымды ла төшөрҙөм.
Ҡаҙ итенең эргәһенә
Парлы бәрәңге ҡуйҙым,
Әйҙәгеҙ, ауыҙ итегеҙ,
Бисмиллалы аш булһын!
Ҡорото ла өҫтәлдә бар,
Эремсек тә ҡуйылған,
Яңы ҡаймаҡ та ағыҙҙым,
Ҡоймағым да ҡойолған!
Һауыттарға ҡайнатмалар,
Ҡорт балы ла һалынған,
Тәмле-татлы емештәре
Үҙ урындарын алған.
Аяттар уҡып алырбыҙ,
Хәйер ҙә таратырбыҙ,
Үлгәндәрҙе иҫкә алып
Доғалар ҙа ҡылырбыҙ…
(Фәүзиә Ҡотлогилдина–АЛТЫНБИКӘ)
ИСЕМ
Исем туйы бөгөн беҙҙә,
Исем ҡушыу - байрам ул.
Исем һайлауҙары бер ҙә
Еңел түгел, хайран ул.
Ниндәй генә исемдәрҙе
Һайламаныҡ һеңлемә -
Ул Эльвира, ул Анжела,
Карина һәм Элина.
Был исемдәр матур, әммә
Мосолман бит әле беҙ,
Ят исемдәр ҡушып бөтһәк
Мөшкөл булыр хәлебеҙ.
Беҙ Мөхәммәт өммәтенән -
Исемдәрҙән күренһен,
Исем менән һеңлебеҙгә
Бәхет нуры үрелһен.
Нурҙың Нуры - Аллаһыбыҙ,
Насип ит нурлы исем
Һеңлебеҙгә - гөлөбөҙгә!
Исемдә, тиҙәр, есем.
Ниһайәт, таптыҡ исемде,
Туйға рәхим итегеҙ,
Нурияҡай һеңлебеҙгә
Бәхет теләп китегеҙ.
(Гүзәл Ситдиҡова)
МӘКТӘП ҺӘМ МӘКТӘП ТОРМОШО ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
БЕҘ ХӘҘЕР УҠЫУСЫЛАР
Уйын бүтән күп эләкмәҫ,
Беҙ хәҙер уҡыусылар.
Беренсе сентябрь менән
Ҡотлай уҡытыусылар.
Бүтән беҙҙең уйҙарыбыҙ,
Икенсерәк хәстәрҙәр.
Хәҙер беҙҙең биштәрҙәрҙә -
Китап, ҡәләм, дәфтәрҙәр.
Мәктәп беҙгә ишек аса,
Көтәлер ҡыҙыҡ дәрес.
Көтәләрҙер ҡыңғырауҙар,
Көтә оҙон тәнәфес.
Күмәкләшеп бер мәктәптә
Үткәс ун бер баҫҡысты,
Сикһеҙ донъяның серҙәрен
Асыр белем асҡысы.
(Гөлнара Хәлфетдинова)
"БИШЛЕ"
Мәктәптән йүгереп ҡайтты,
Кәпәсен ҡырын һалған:
Һыймай эсенә шатлығы -
Ағайым "бишле" алған.
Өләсәйем, уға ҡарап,
Башы күккә тейгән, ти,
Һипкел ҡаплаған танауын
Нисек күккә сөйгән, ти!
Тағы уның ауыҙы, ти,
Ҡолаҡтарына еткән.
Дәрестә "бишле" алыуҙың
Билдәһе шулай микән?
(Әлфис Ғаязов)
БЕҘ МӘКТӘПКӘ БАРАБЫҘ!
"Портфелгә инеп ятығыҙ,
Иртәгә Белем көнө! -
Тине Ҡәләм дуҫтарына, -
Бергә булһаҡ, күңелле!"
Портфелгә ашыға һалды
Матур яҙыу дәфтәре,
Һарғайып бөттө, ул, көтөп
Ҡыҙыҡлы дәрестәрҙе.
"Әлифба"ла ҡабаланды
Дуҫтарының янына,
Ур-ра! Мәктәпкә барасаҡ,
Атһын әле таң ғына!
Һығылмалы юйғыстар ҙа
Портфелдә ята күптән.
Эшһеҙ ятып йәй буйына,
Билдәре ҡатып бөткән.
Ҡыуанышалар әсбаптар:
"Беҙ мәктәпкә барабыҙ!
Беҙ мәктәпкә барабыҙ бит,
Беҙ матурбыҙ – ҡарағыҙ!"
(Факиһа Туғыҙбаева)
ТӘҮГЕ "БИШЛЕ"
Әсәй:
- Нимә булды һиңә, балам,
Һис ултырып тормайһың?
Шатлығың эсеңә һыймай,
Ырғаңлайһың, йырлайһың?
Ынйыҡай:
- Гел йырлағы килеп торғас,
Нисек һуң йырламайым?
Һүрәтемә "бишле" ҡуйҙы
Бая Ирхан ағайым.
(Гөлфиә Юнысова)
МӘКТӘП ҺӘМ МӘКТӘП ТОРМОШО ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (дауамы)
ФИЗКУЛЬТУРА ДӘРЕСЕНДӘ
Уҡытыусыбыҙ бик ҡырыҫ:
Ат аша ла һикертә,
Шулай бейек һикерергә,
Әйтерһең, беҙ сиңерткә!
Тағы турникта әйләнеп,
Тороп баҫырға тейеш,
Әйтерһең, беҙ ағастарҙа
Осоп йөрөгән тейен!
Унан беҙҙе йүгертә ул,
Ярышҡас, ҡуя баһа.
Беҙ шулай шәп йүгерергә
Ҡуян түгел дә баһа!
Йә булмаһа, канат буйлап
Беҙ тейеш үрмәләргә.
Беҙ маймыл түгел дә инде
Бейеккә үрелергә!
Ә бер көндә барыбыҙ ҙа
Беҙ йөҙөүҙә уҙыштыҡ,
Һабантуйҙағы ат кеүек
Кемуҙарҙан ярыштыҡ!..
...Ә бөгөн уҡытыусыбыҙ
Үҙе ярышҡа киткән.
Беҙ "ура!" тиеп ҡысҡырҙыҡ,
Гүйә лә яфа бөткән!
Һәм ул юҡта беҙ бик теләп
Уйнаныҡ етеҙ футбол:
Быныһы беҙҙең файҙаға,
Ә быныһы "бергә-ноль!"
(Әлфис Ғаязов)
ТӘНӘФЕС
Онотола тәнәфестә
"Икеле"ләр, "бишле"ләр.
Тәнәфестә бөтәһе лә
Аҡыллылар, көслөләр.
Эй, тәнәфес, тәнәфес,
Ялыҡтырмай беҙҙе һис.
Һағынып көтөп алабыҙ
Мәктәптә сәғәт һайын.
Күп нәмәгә өлгөрөргә
Табып торабыҙ яйын.
Тәнәфес кенә булһа ла,
Ваҡыты уның оҙон.
Сөнки үҙенә йыйған бит
Мәктәптең бар ҡыҙығын.
Баҫҡыстарҙан йүгертә лә
Ишек алдын буйлата.
Кесеһен дә, олоһон да
Гөр килтереп уйната.
Тәнәфесте яратмаған
Бала юҡтыр донъяла.
Тик ҡыҙғаныс, һәр выҡыт ул
Саҡ ҡына етмәй ҡала.
(Гөлфиә Юнысова)
ҠАНАТЛЫ СУМКА
Ҙур сумкаһын болғап, Илшат
Мәктәптән ҡайтып килә.
Олатаһы, уға ҡарап,
Һаҡалын һелкеп көлә:
- Сумкаңды, - ти, - бик болғайһың,
Әллә бушап ҡалдымы?
Осоп китәм тиеп тора,
Әллә ҡанатландымы?
-Ҡанатланды.
Мин үҙем дә
Ҡанатландым, олатай:
Миңә алты "бишле" ҡуйҙы
Бөгөн Миңлегөл апай.
Синыфтағы бөтә "бишле"
Минең сумкала бөгөн...
-"Бишле", улым, ҡанатлы шул,
Ҡанатлы икән йөгөң.
Олатаһы уны һөйҙө:
- Бик байыған икәнһең.
Ҡара уны, "бишле"ләрең
Осоп сығып китмәһен...
(Рауил Шаммас)
ҒАИЛӘ ҺӘМ ҒАИЛӘ АҒЗАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ҒАИЛӘМ
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы -
Атам-әсәм ҡосағы!
(Р.Ураҡсина)
БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ
Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
Атай, әсәй, олатай,
Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.
Аҙбар тулы мал-тыуар,
Баҡса тулы йәшелсә,
Ялҡауланып тормайбыҙ,
Һәр кем эш белеп үҫә.
Хәрәкәттә- бәрәкәт,
Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,
Эшләһәң, Аллаһ бирә,
Табын тулы һый-ниғмәт.
- Күршеләргә хөрмәтле,
Кешеләргә хөрмәтле,
Булығыҙ, - ти, - олатай, -
Беҙ - Мөхәммәт өммәте!
(Г.Ситдиҡова)
КҮҢЕЛЛЕ!
Әсәйемдең ҡосағында
Миңә рәхәт, күңелле!
Атай менән тышта йөрөү
Йәнгә рәхәт, күңелле!
Ағай менән бергә уйнау,
Ҡар бәрешеү күңелле!
Апайым бәлеш бешерһә,
Бергә ашау күңелле!
Әсәй менән, атай менән
Бергә булыу күңелле!
Эй һикереп мин уйнайым,
Өйөбөҙҙә күңелле!
(Земфира Аҡбутина)
МАТУР МЕНӘН КӨСЛӨ
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
Бер кем дә юҡтыр
Әсәйем ише:
Ул донъялағы
Иң матур кеше.
(Ф.Рәхимғолова)
ӘСӘЙ
“Әсәй” тигән оло һүҙҙе
Тәү башлап әйтә бала.
Әсәләрҙәй изге йәндәр
Юҡтыр ул был донъяла!
Төндәр буйы йоҡламайса
Әкиәт һөйләгән – әсә.
- Үҫ, балам, үҫ тиҙерәк, - тип
Көйҙәр көйләгән әсә.
(Т.Муллағәлиева)
АТАЙЫМ
Етмеш һөнәр белә, тиҙәр
Атайым тураһында.
Башлап бураҙна ул яра,
Иң алда – урғанында.
Сәскән саҡта тракторҙа
Рекордтарҙы ул ҡуя.
Ә ураҡта – комбайнда
Иң күп иген ул йыя.
(Ф.Мөхәмәтйәнов)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)
ҒАИЛӘ ҺӘМ ҒАИЛӘ АҒЗАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР (ДАУАМЫ)
ОЛАТАЙ
Олатайым бик оло,
Ул үткән һуғыш юлы.
Йәш,көслө,батыр булған,
Ауыр яу ҡырын уҙған.
Дошмандарҙан ҡурҡмаған,
Һис аямай туҡмаған.
Ялҡын эсенә ингән,
Еңеү байрағы элгән.
(М.Ғәйфуллина)
БЫЛ МИН
Бына танауым,
Был минең ҡашым,
Күҙем, ҡолағым,
Ә бына башым.
Ауыҙҙы асһам,
Телем күренә.
Теҙелгән тешем
Өс бөртөк кенә.
Ҡулды күтәрҙем –
Аяҡ тыпырлай.
Үҙенән-үҙе
Бейергә һорай.
(Р.Ураҡсина)
ХАҠЫМ БАР
Атай әйтә: батырым,
Әсәй әйтә: матурым,
Олатайым: алтыным,
Өләсәйем: яҡыным.
Батыр ҙа мин, матур ҙа,
Алтын да мин, яҡын да.
Маҡтанырға саҡ ҡына
Барҙыр минең, шулай булғас,
Хаҡым да.
(Р.Шакир)
КЕСКӘЙҘӘРГӘ
Атай әйтә үҫкәнем ти,
Әсәй әйтә бәпкәм ти,
Өләсәйем һөйөп кенә
Баҡсалағы сәскәм ти.
Кескәй булғаным да оҡшай,
Өлкән булғым да килә,
Сәскә булыу нисек икән?
Шуны бик белгем килә.
(Н.Хамбалеева)
АТЛАЙЫМ!
Тып-тып-тып-тып,
Тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй,
Һул ҡулымдан атайым.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠУСТЫМ
Эй һөйләшә бер үҙе,
Аңлашылмай һис һүҙе.
Тәү аҙымдарын атлай,
Йығылһа, илап ятмай.
Әлли-бәлли бәү иткән,
Арып йоҡоға киткән.
Йә йылмая, йә көлә –
Ҡустым матур төш күрә.
(Г.Ғәлимова)
ҠУСТЫМ
Сәп-сәп-сәпәкәй –
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була,
Сәпәкәй иткән була.
(А.Йәғәфәрова)
ҺЫЛЫУҠАЙЫМ
Һылыуҡайым бәләкәй,
Баҫты әле саҡ тәпәй.
Шундай шаян, шундай шуҡ,
Йөрөп ята туп та туп.
(М.Дилмөхәмәтов)
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ХӘРӘКӘТ
Хәрәкәт ул – йөрөү атлап,
Хәрәкәт – барыу ауға.
Хәрәкәт ул – елеү атта,
Хәрәкәт – менеү тауға.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип
Әйткән ололар бик хаҡ.
Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,
Йүгер, һикер, тәкмәс ат!
(Н.Сәлимов)
ЗАРЯДКАҒА БАҪ!
Урындан тора һалып,
Зарядкаға баҫ!
Сынығып үҫеп булмай бит,
Иренеп ятҡас.
Тәҙрәне асып ебәрҙем -
Зарядкаға баҫ!
Их, ниндәй саф һауа инә -
Юғал, йоҡо, ҡас!
Бер, ике, өс, бер, ике, өс -
Яңылышмай баҫ!
Йылмай, ҡояш, иҫ, еләҫ ел,
Күңелдәрҙе ас!
(Ә.Әсәҙуллина)
ЙЫУЫНАБЫҘ
Тып-тып-тып... тама тамсылар –
Һыу ҡалай тиҙ йыйыла.
Зарядканан һуң балалар
Кран асып йыуына.
Тештәребеҙ ап-аҡ булһын,
Битебеҙ янып торһон.
Ҡолаҡтарыбыҙ таҙарһын.
Күҙҙәр ҙә көлөп торһон.
Йыуынабыҙ, йыуынабыҙ,
Ялҡауланып тормайбыҙ.
Көҙгө алдында ҡупшылап
Сәсебеҙҙе тарайбыҙ.
Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ,
Нидәй таҙа балалар.
Беҙҙән дә уңған кем бар, тип
Матур баҫып баралар.
(А.Йәғәфәрова)
СЫНЫҒЫП ҮҪӘБЕҘ
Бер, ике, бер, ике — һәр иртә
Саҡыра беҙҙе саф һауаға.
Спорт менән дуҫ булыу файҙалы
Мәктәптә уҡыған балаға.
- Йүгереп, һикереп, йөҙөп тә,
Сынығып алабыҙ күнекмә.
Таҙа ла, көслө лә, ҡыйыу ҙа булырбыҙ.
Атайҙар артынан - бараһы юлыбыҙ.
(Ә.Әсәҙуллина)
ТУРНИК
Китапта күреп айыуҙы
Китә иҫтәрем.
Булам уның кеүек көслө,
Мускул үҫтерәм.
Күтәреләләр турникта
Атай, ағайым.
Уларҙы мин ҡарап тороп,
Отоп алайым!
Көслө булам, тип эшләйем –
Нимә отҡанмын.
Ә әлегә минең турник –
Ишек тотҡаһы!
(З.Акбутина)
СЫНЫҒАЙЫҠ
Көн бик эҫе булһа ла,
Урамға ҡар тулһа ла,
Һыуыҡ һыу алып, тышта
Ҡойонам йәй ҙә, ҡыш та.
Шулай сынығам гелән
Йыл да атайым менән.
Йәгеҙ, малайҙар, кемдәр
Үрнәк алырҙар минән?
(Н.Сәлимов)