ИСМАГИЛОВА ФИЛЮЗА НИГМАТОВНА

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле  тәрбиәселәр,

ата -әсәләр  һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр !

Һеҙҙе сайтымда күреүгә бик шатмын. Мин бында  хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә ата -әсәләргә телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Башҡа фәндәрҙе өйрәнгәндә күп кенә материалдарҙы, Интернет селтәрҙәренән табып, рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин, ә бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса был йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға күрә был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем.

 

 Рәхим итегеҙ!

Телем! Ерем

Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Мин һеҙҙе үҙемдең шәхси сайтымда күреүемә шатмын! Был сайт тәрбиәселәр,ата-әсәләр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, актуаль һорауҙарға яуаптар табыр өсөн булдырылды.
Баланың күңел түрендә йәшерелгән ҡыңғырауҙың изге сыңын ишетер өсөн - уны табып, ҡуҙғатып ебәрергә генә кәрәк.
В.А. Сухомлинский.
 

! Иң ҙур байлығыбыҙ,

Күсә килгән ата-бабанан!

Бала башын бутамайым тиеп,

Хәл итмәсе ҡандаш, ҡабалан.

Түкмәй сәсмәй еткерәйек уға

Бөйөклөгөн тыуған телемдең!..

Ҡош йырылай моңон, яғымлығын,

Ғорурлығын ғәзиз еремдең!

Тыуған телен белмәй икән балаң

Бушҡа йәшәлә бит ғүмерең…

Киләсәккә мираҫ итеп үҙең,

Һалмағанда рухи күперен!?

Добавить запись

Защита от спам-роботов