Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна

Үҙ телеңдә балалар тәрбиәләү ҙур бәхет !

Гөлнаҙ

Беҙҙең ҡыҙыбыҙ Рәшиҙә Рахимовна төркөменә бик яратып йөрөй! Иң шәп Тәрбиәсебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Балалар туған телде яратып өйрәнәләр, матур итеп һөйләшергә тырышалар - беҙ, атай-әсәйҙәргә, ниндәй кинәнес! Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйттереү өҫтөндә өйҙә лә эшләйбеҙ, әлбиттә.
Рәшиҙә Рәхимовна, бер үтенесем бар ине, баҡсала өйрәнгән тел төҙәткестәрен бирә алмаҫһығыҙмы икән? Өҫтәмә шөғөлләнер инек. Рәхмәт!

Ҙур рәхмәт.

Ңө - ңө - ңө ана айыуҙың өңө.
Нө - нө - нө үкерә көнө - төнө.
Ңы - ңы - ңы өнө уның өр -яңы.

Ға - ға - ға әйҙә киттек урманға.
Шә - шә - шә урманда еләк бешә.
Ле - ле - ле ауыҙ итәйек әле.
Ге - ге - ге ҡалай тәмле еләге.

Ҙа - ҙа - ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа ?
Ҙы - ҙы - ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
Ҙә - ҙә - ҙә рәхәтләнеп эй йөҙә.
Ҙы - ҙы - ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна

Ҙур рәхмәт һеҙгә. Тағы ла бик күп яңылыҡтар ,кәңәштәр булыр .

Рәхмәт хаты

Хәйерле көн, Рәшиҙә Рәхимовна!
Һеҙҙә әсәй булараҡ ҙур рәхмәттәремде еткерәһем килә. Һеҙ биргән кәңәштәрҙе тормошта ҡулланабыҙ. Күберәк тағы ла кәңәштәр көтөп ҡалабыҙ. Һәм тағы ла шуны әйткем килә, балалар һеҙгә ҙур ҡыуаныс менән йөрөй. Һеҙҙе яраталар, хөрмәт итәләр.
Үҙем балалар баҡсаһында эшләгәс һеҙҙең конспекттарығыҙҙы ҡулланам. Рәхмәт, дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә.
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалам.

Добавить запись

Защита от спам-роботов