Методик ҡумта

Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

Был биттә дәрес эшкәртмәләре, презентациялар, контроль-баһалау материалдары,

кластан тыш саралар сценарийҙары урынлашыр 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Нимә ул бәхет? (класс сәғәте)

Маҡсатар: Уҡыусыларға бәхет төшөнсәһе һәм бәхетле булыр өсөн нимәләр кәрәк икәнде аңлатыу.

2. Уҡыусыларҙы уйландырыу, үҙ фекерҙәрен асыҡ, матур итеп башҡаларға еткерә белеү һәләттәрен үҫтереү

3. уҡыусыларҙа рухи-әхләҡи тәрбиә биреү, тормошта дөрөҫ маҡсат ҡуйырға йүнәлтмә биреү

Йыһазлау: Проектор, ноутбук, презентация, карточкалар

Класс сәғәте барышы

Психологик комфорт булдырыу

Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар!

- Әйҙәгеҙ, сәпәкәйләп, класта ултырыусыларҙың барыһын да сәләмләп алайыҡ.

Бер - берегеҙгә уңыштар теләп шым ғына ултырығыҙ.

- Бөгөнгө ошондай матур көндә һеҙҙе күреүемә, һеҙҙең менән осрашыуыма шатмын.

 Маҡсаттарҙы билдәләү. 

Уҡыусылар,  нисек уйлайһығыҙ һеҙ бәхетлеһегеҙме?

Бөгөнгө класс сәғәтебеҙҙә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Эйе, бәхет.

Әйҙәгеҙ класс сәғәтебеҙҙең маҡсаттарын билдәләп китәйек.

(Бәхет тураһында һөйләшербеҙ

Бәхет нимә икәнен аңларбыҙ.

Бәхетле булыу серҙәрен асырбыҙ.  

Бәхетле йәшәргә өйрәнербеҙ, тип уйлайым)

Һеҙҙеңсә нимә ул бәхет? Ул ниндәй? Уйланығыҙ, күҙ алдына килтерегеҙ.

Ә хәҙер мин һеҙҙең күҙҙәрегеҙҙе йомоуығыҙҙы һорайым.

Тренинг “Бәхет ниндәй ул?”

 Һеҙҙең алдығыҙҙа бәхет. Уның формаһы, размеры, төҫө ниндәй? Һеҙ уға ҡул һуҙаһығыҙ. Уға тейгәс нимә тояһығыҙ? Бәхет ниндәйҙер тауыш бирәме? Ул тәмлеме икән? Бәхет һеҙгә йылмаямы?

Уҡыусыларым, әкрес кенә күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бәхетте күҙ алдығыҙға килтерә алдығыҙмы?

  • Бәхет ул матди хәлдә була алмай, уны тотоп ҡарап булмай. Күңел түрендәге хис, шатлык, ҡәнәғәтләнеү һәләте ул.

Бәхет нимә ул?- тиһегеҙме,

Ул бит ғәжәп төшөнсә.

Яуаптар булыр күп төрлө-

Һәр кем аңлай үҙенсә…

Бәхет нимә?- тиһегеҙме,

Теүәл әйтмәҫ берәү ҙә.

Бәхет  - ул был йыһанда

Кеше булып йәшәүҙә!

Ике уҡыусы барыһына ла ҡарап һөйләй.

Төркөмдәрҙә эш. Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа, карточкалар ята, унда ситуациялар яҙылған. Улар өҫтөндә уйланып, был ситуацияларҙы хәл итегеҙ.

  Ситуациалар өҫтөндә уйланыу.

  1. Ике малай хоккейҙан ҡайталар. Үҙ ара бәхәсләшеп тә алалар, төрткөләшә лә башлайҙар . Шул ваҡыт яндарына сит ил машинаһы килеп туҡтала. Тәҙрәһен асып, машинанан да сыҡмай, Рәүил ағайҙарҙың ҡайҙа йәшәгәндәрен һорай. Малайҙар юлды өйрәтеп ебәрә. Машина ҡуҙғалып киткәс:
  • Эх, бар ҙа инде бәхетле кешеләр, - тине Илдар.
  • Әйтмә инде, - тип дуҫы менән Раил дә килеште.

Һөйләшә-һөйләшә сит ил машинаһы туҡтаған ергә килеп тә еттеләр.

Һәм шып туҡтап ҡалдылар: машинанан коляскала баяңғы ағай төшеп килә иде...

Малайҙар фекере менән килешәһегеҙме? Ысынлап та бәхет байлыҡтамы?

Яуап: Беҙҙеңсә, бәхет – сәләмәтлектә. Әгәр кеше сәләмәт булмаһа үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алмаҫ ине. Шуға күрә беҙгә үҙ сәләмәтлегебеҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Рухи көс булыу мотлаҡ.

  1. Алһыу менән Зилә кисәнән ҡайтып киләләр. Көлөшәләр, шаярышып бер-берһен этәп тә ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡосаҡлашып та алалар. Арттарынан Әлиә килә. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, уның борсоулы икәне күренә. Ул ҡыҙҙар янына килә алмай, уларҙы бик ныҡ үпкәләтте шул ул.

     Ни өсөн икән? Бәхет төшөнсәһе был осраҡта нисек һүрәтләнгән?

  • Яуап: Беҙ бәхетте дуҫтар менән бергәләп йәшәүҙә күрәм. Беҙ дуҫтар менән аралашырға яратабыҙ. Ни генә эшләһәк тә минең дуҫтарымдың фекерҙәрен ишетәһе килә. Ысынлап та улар ауыр минуттарҙа ярҙамға киләләр, кәрәк саҡта шатлыҡты уртаҡлашалар. Был үҙе ҙур  бәхет. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен өсөн уйлап һөйләргә, кеше күңеленә яра һалмаҫҡа кәрәк.  

  1. Илшат бөгөн үҙ-үҙенә урын таба алмай: әле тегендә барып бәрелә, әле бында һуғыла. Уның бөтә нәмәһе лә бар: квартираһы, машинаһы, эше, ата-әсәһе лә иҫән-һау.  Осрашып йөрөгән ҡыҙы ла бар, тик һиҙелеп тора: ҡыҙ уның менән бары тик байлығы өсөн генә осраша.  Илшат та янып- көеп тормай.

Илшат ни өсөн бәхетһеҙ?

Яуап: Илшаттың мөхәббәте юҡ. Ул ҡыҙҙың һөйөүен тоймай. Беҙҙеңсә, иң зур бәхет – һөйөү.

Яратыу ул ҡыҙ менән егет араһында ғына буламы?

Яратырға мөмкин туғандарҙы, тыуған ерҙе, туған телеңде һ.б.

Яҡшы, берәйһе нимәлер өҫтәргә теләйме?

  1. - Уҡыусылар, иғтибар менән экранға ҡарағыҙ әле. Нимә күрәһегеҙ?

Нисек уйлайһығыҙ ул бәхетлеме? Ни өсөн? (һәр береһе үҙенең вариантын әйтә)

Һеҙ уны нисек бәхетле итер инегеҙ?

C:\Users\Lenovo\Desktop\36b4a1b6-e96b-41f4-b7e6-c8422aaf3c55.jpg     C:\Users\Lenovo\Desktop\l7Y1c9jcPap_y1agDO9TUs6BQOMbHU20.jpg

  • Уҡыусылар, әбей һеҙ уны бәхетле иткәнегеҙ өсөн. Рәхмәтле, ул һеҙгә баҡсаһында үҫкән һутлы алмаларын күстәнәскә ебәрҙе. (алмалар)

Бөгөнгө осрашыуға әҙерләнгәндә мин бер ябай ғына бәхет рецебына тап булдым, һеҙгә лә уны тәҡдим итәм.

Бер кәсә сабырлыҡ алығыз.

Уға яратыу хистәре ҡушығыҙ.

Ике семтем йомартлыҡ өҫтәгеҙ.

Юмор хисен һалырға онотмағыҙ.

Изгелекте һибегеҙ

Мөмкин ҡәҙәр күберәк ышаныс өҫтәгеҙ һәм барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ.

Артабан һеҙгә бирелгән ғүмерҙең берәр киҫәгенә уны һылағыҙ ҙа юлығыҙҙа осраған һәр кемгә  тәҡдим итегез!!!

  • Ошо яҡшы сифаттар һеҙҙән китмәһен, һәр саҡ йәнәшә торһон, уларҙы тормошта ҡулланығыҙ.  

Уҡыусылар, бик күп яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, компазиторҙар бәхет тураһында яҙғандар. Әйҙәгеҙ, дәррәү баҫып Г.Ишҡыуатованың  “Бәхет өсөн” йырын йырлап китәйек.

Бәхет өсөн

  1. Ил эсендә гел тыныслыҡ булһа

Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын

туғандарым иҫән имен булһа

Йылы булһа ғаилә усағы

Ҡушымта: Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә

 бәхет өсөн тағы ни кәрәк

теүәл булһын өсөн был донъялар

 булсын өсөн донъя түңәрәк

  1. Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән

Тәмле икмәк еҫе уятһа

кисен өләсәйҙең йомшак теле

 Әкиәттәр һөйләп ойотһа

  1. Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан

 Әсәй наҙлап сәстән һыйпаһа

 Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар

Йорт эсенә генә һыймаһа.

Уҡыусылар, һеҙҙең өҫтәлдәге һауытта нимә күрәһегеҙ? (һабаҡ)

Уға нимә етмәй тип уйлайһығыҙ? (таж, япраҡ)

Шулай уҡ сәскә таждары ята. Ошо таждарға бөгөнгө һөйләшеүҙәребеҙҙән сығып “Нимә һуң ул бәхет?” тигән һорауға яуаптар яҙығыҙ. Бәхет гөлөн төҙөгөҙ.

(таҙалыҡ, ғаилә именлеге;  һәр яңы көнгә һөйөнөү;  дуҫтарың булыу; яратыу,

әйбәт билдәләр алыу, яҡындарың булыу, кемгәлер ярҙам итеү, игелек эшләү, тыныс йәшәү, һуғыш булмау, хыялдар томошҡа ашыу)

  • Кемдә ниндәй бәхет гөлө сыҡты?
  • Әйҙәгеҙ, ҡайһы төркөм бәхетте нисек күҙ алдына килтерҙе, ҡарайыҡ.
  • Бик яҡшы, афариндар!
  • Мин һеҙҙең менән килешәм, яҡшы.
  •  ”Нимә ул бәхет?” тигән һорауға яуап күп төрлө. Беҙ быны һәр ҡайһығыҙҙың яуаптарында күрәбеҙ.

Бөгөнгө әңгәмәбеҙ барышында бер хикәйәт иҫкә төштө.

Бер көндө Бәхет урман буйлап китеп барғанда яңылыш соҡорға ҡолай һәм илай башлай. Эргәнән генә кеше үтеп бара. Бәхет, кешенең аяҡ тауыштарын ишетеп:

  • Эй, изге кеше! Мине бынан сығарсы! – ти.
  • Ә һин бының өсөн миңә нимә бирәһең? – ти кеше.
  • Ә һин нимә теләйһең? – тип һорауға һорау менән яуап бирә Бәхет.
  • Мин диңгеҙ буйында иң ҡиммәтле, матур һәм ике ҡатлы ҙур йорт теләйем, – ти кеше. Бәхет кешегә һорағанын бирә, ул өйгә йүгерә һәм Бәхет хаҡында бөтөнләй онота. Бәхет соҡорҙа тағы ла нығыраҡ илай.
    Икенсе кеше үтеп бара, Бәхет уға ҡысҡырып, үҙен сығарыуын үтенә:
  •  Эй, изге кеше! Миңә ярҙам итсе!
  •  Ә һин миңә нимә бирәсәкһең? – ти кеше.
  • Һиңә нимә кәрәк һуң? – ти Бәхет.
  • Миңә бик күп матур һәм ҡиммәтле, төрлө маркалағы машиналар кәрәк. Быныһына ла Бәхет һорағанын бирә. Был кеше лә ҡыуанысынан Бәхетте онота.

Бәхет бөтөнләй өмөтөн юғалта.  Көтмәгәндә өсөнсө кешенең яҡынлашыуын тоя һәм: - Эй, изге кеше! Ярҙам ҡулдарыңды һуҙсы миңә! – ти. Кеше Бәхетте соҡорҙан сығара һәм юлын артабан дауам итә. Ә Бәхет уның артынан ҡыуып етә лә:

  • Кеше! Миңә ярҙам иткәнең өсөн һин нимә теләйһең? – ти.
  • Бер нәмә лә кәрәкмәй, – ти кеше. Шунан башлап Бәхет был кешенең артынан ҡалмай, һәр саҡ уның менән.
  • Мин дә һеҙгә бәхет һеҙҙең йәнәшәгеҙҙә барыуын теләйем.

Уҡыусылар, ҡулдарығыҙҙы тотоғоҙ әле. Әйҙәгеҙ күҙ алдына бәхетте күбәләк рәүешендә килтерәйек.

Усты япһағыҙ, уға унда нисек  тип уйлайһығыҙ? (ҡараңғы)

Усығыҙҙы ҡыҫһағыҙ нисек булыр? (хәрәкәтһеҙ ҡалыр, тығыҙ булыр)

Ә устарҙы асһаҡ, ул ни эшләр?

  • Эйе, иркенлеккә, яҡындары янына осор, Беҙ уны осороп ғүмер, ҡыуаныс, йәшәү бирәбеҙ. Ул үҙ иреклектә үҙ бәхетен табыр. Һәр кешенең бәхете үҙ ҡулында? Һеҙ тормош китабығыҙҙың авторы, һеҙ уны нисек яҙаһығыҙ, шулай була. Бөгөнгө осрашыуҙан һуң һеҙ киләсәк тормошоғоҙҙо бәхетле итеп ҡорорһоғоҙ тип ышанам.

Йомғаҡлау.

Әйҙәгеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙағы сәскәләргә әйләнеп ҡайтайыҡ.

  • Ошо 3 сәскәнән нимә эшләргә мөмкин. (Гөлләмә)

Әйҙәгеҙ уға исем бирәйек. (Бәхет гөлләмәһе)

Был бәхет гөлләмәһе һеҙгә бәхеттәр генә юраһын, һеҙҙе 11 класҡа тиклем оҙатып барһын, һеҙгә дөрөҫ юл һайларға ярҙам итһен. Ул беҙҙең осрашыуҙы хәтерләтеп торор, ә был сифаттар һеҙҙең күңелегеҙҙән китмәҫ тип ышанам.

Уҡыусылар, бөгөнгө класс сәғәте һеҙгә ниндәй фәһем бирҙе?

Нимә алдығыҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ?

Һеҙ бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙән  сығып, артабан дөрөҫ юлдан барырһығыҙ, бәхетле булып, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырһығыҙ тип уйлайым. Класс сәғәте өсөн, йылы аралашыуығыҙ өсөн, уҡыусылар, һеҙгә ҙур рәхмәт.

 

- Бәхет менән бәйләнешле ниндәй мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙ?

Бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә.

Бәхет быяла кеүек, һаҡламаһаң - ыуала.

Бәхет тәхеттә түгел, аҡсаға ла һатып алып булмай.

Бәхетленең ҡунағы бергә. 

Ҡыйыулыҡ – ярты бәхет

Үҙ-үҙенә ышанған кеше бәхетле була.

Аҡыллы кеше бәхетте көтөп ятмай.

Һәр кем үҙенсә бәхетле



Предварительный просмотр:

Тема: Рәми Ғариповтың “Салауат батыр” әҫәрен өйрәнеү.

Маҡсаттар: 1) Рәми Ғариповтың биографияһын иҫкә төшөрөп, өҫтәмә мәғлүмәт биреү, “Салауат батыр” әҫәрен тасуири уҡырға өйрәтеү, әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу;

2) һөйләү телмәрҙәрен, логик фекер йөрөтә белеү һәләттәрен үҫтереү, тел байлыҡтарын арттырыу, лингвистик анализ яһау тәртиптәрен нығытыу;

3) уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов һәм Салауат Юлаев үрнәгендә илһөйәр, телһөйәр, батыр, көслө рухлы итеп, Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары  тәрбиәләү.

Предмет-ара бәйләнеш: тарих, тел, йыр.

Йыһазлау: мультимедия проекторы, компьютер, презентация, дәреслек, Р.Ғарипов портреты, күргәҙмә өсөн китаптары, һәйкәл.

Дәреслек: Башҡорт әҙәбиәте:Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия / М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х.Иҙелбаев, Ә.М. Сөләймәнов, З.И. Яйҡарова. - Өфө: Китап, 2012.

Дәрес барышы

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу
  2. Уңыш ситуацияһы булдырыу. Үтелгәнде ҡабатлау. Һеҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштегеҙ, миңә лә әйтегеҙ әле.

Уҡыусылар: Беҙ үткән дәрестә“Төш” әҫәрен уҡыныҡ

  • Яҡшы!
  • Был әҫәрҙе кем яҙған?
  • Афариндар!
  • Әйҙәгеҙ тиҙ генә әҫәрҙе иҫкә төшөрөп телдән бер нисә тест һорауҙарына яуап биреп китәйек.
  • Әҫәр ни өсөн “Төш” тип атала?

1) Салауаттың өләсәһе төш күрә

2) төш ваҡыты була

  • Әҫәрҙә кемдәр тураһында һүҙ бара?

1) Юлай, Салауат, Мирас Иҙелбаев

2) Аҙналы, Юлай, Салауат, Гөлсафия, Көнбикә

  • Әҫәрҙә Салауаттың ... сағы бирелә.

1) бала сағы

2) яугир сағы

  • Әҫәрҙә Салауат нисек һүрәтләнгән?

1) яҫыусы Салауатта илһөйәрлек, халыҡтың ауыҙ - тел ижадына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, һунарсылыҡ сифаттарын күрһәтә

 2) дуҫтары менән уйнап ҡына йөрөүсе, ялҡау булғанын асыҡлай

- Афарин!

- Эйе, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев был әҫәрендә Салауаттың бәләкәй саҡтан уҡ ҡыйыу, һиҙгер, зирәк, отҡор, ҡыҙыҡһыныусан булыуын күрһәткән.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

-        Уҡыусылар, был һәйкәл тураһында нимә әйтерһегеҙ?  Нимәләр беләһегеҙ?

Уҡыусылар: Салауат Юлаев һәйкәле.

-        Тағы?

-        Өфөнөң иң юғары нөктәһендә урынлашҡан

-        Бик яҡшы. Кем тағы нимә әйтер?

-        Бейеклеге  9,5 м,  ауырлығы 40 т., суйындан эшләнгән.

-        Авторы кем?

-        Сосланбәк  Тавасиев

-        Уҡыусылар, Сосланбәк Тавасиев Салауат исемен һәйкәл менән мәңгеләштергән.

-         Ә Салауат исеме тағы нисек мәңгеләштерелгән?

-        Ә Салауат  ҡайҙа тыуған?

-        Салауат районында сыҡҡан тағы ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ?

-        Эйе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәми ағай Ғарипов.

-        Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙ темаһы ниндәй була? Кемдәр, ниндәй күренекле шәхестәр менән танышасаҡбыҙ?

-        Дөрөҫ, дәрестә Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев тураһында һүҙ барыр.

  • Уҡыусылар, дәрестә нимәләр эшләрбеҙ? Бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаттары ниндәй булыр? (Р.Ғариповтың биографияһын иҫкә төшөрөрбеҙ,  әҫәрен тасуири уҡырбыҙ, өйрәнербеҙ, һорауҙарға яуаптар бирербеҙ, Салауат батыр тураһында һөйләшербеҙ)
  • Маҡсаттарға ирешер өсөн тырышып эшләүегеҙҙе, һорауҙарға яуап биреүегеҙҙе, дәрестә актив ҡатнашыуығыҙҙы һорайым.

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
  • Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө датаны, көндө, теманы яҙығыҙ.
  • Уҡыусылар, һеҙгә Рәми Ғарипов исеме танышмы?
  • Әйҙәгеҙ хәҙер уның тормошон, ижадын иҫкә төшөрөп ярыш үткәреп алайыҡ. Ҡайһы  рәт  шағир тураһында күберәк белә икән? (слайдтар күрһәтелә, өҫтәлмә мәғлүмәттәр бирелә)
  • Һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
  • Афарин!
  • Китабығыҙҙың 134 – се битен асығыҙ, Рәми Ғариповтың тағын бер матур, рухлы әҫәре менән танышырбыҙ. Был әҫәрен шағир бөйөк осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевҡа – яҡташтары, тыуған иле исеменән 1972 йылда яҙған.
  • Мин уҡыйым, иғтибар менән генә, матур итеп күҙәтеп барығыҙ.
  • Әҫәрҙә ниндәй аңлашылмаған, яңы һүҙҙәр осраны?

Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш.

Айбарланған – ярһып, көс, ғәйрәт сәсеү (мужественный, отважный, бесстрашный);

айҡау – алыш-һуғышта дошмандарҙы ҡырыу (размахивать);

ажар сәсеү – ғәйрәтләнеү, дәртләнеү (проявлять энергию);

бығау – тотҡондағы  кешенең аяҡ – ҡулына кейҙерә торған тимер ҡоршау (оковы, кондалы, путы(железные));

даръя – сиге күренмәгән ҙур йылға (большая река);

ҡуй (курдючная овца);

алғасҡы -  ғәскәрҙең алдан барған сафы йәки төркөмө (авангард);

тыу – байраҡ (флаг, знамя).

  • Сылбырлап (4 юллап) уҡыйбыҙ, аңлатабыҙ.
  • Рәми Ғарипов был әҫәрендә ил-йорт ирке өсөн яуҙар сапҡан, ут-һыуҙарға ингән, еңеүҙәр яулаған яугир ир-егеттәрен Салауат, Ҡаһым түрә, Шәһит батыр, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары йөҙөндә күҙ алдына баҫтыра. Тыуған халҡының азатлығы өсөн көрәштә барыһын да кисергәндәр, әммә башын эйеп ҡол хәленә төшмәгәндәр. Шағирҙың иле, халҡы, ир-егеттәре хаҡындағы уйҙары шулай йыш ҡына үткәндәргә, тарихҡа әйләнеп ҡайта, бөгөнгөгә ялғана, киләсәккә йүнәлә.
  • Уҡыусылар, әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уянды? (Был әҫәр һеҙҙе ниндәй уйҙарға һалды?)
  • Бик яҡшы.
  1. Ял минуты
  • Уҡыусылар, әйҙәгеҙ хәҙер беҙ ҙә һүҙҙәр ярҙамында һәйкәл төҙөп ҡарайыҡ. Салауат образы һеҙҙең күҙ алдығыҙға нисек килеп баҫты?

Бына бында өс төркөмгә бирелгән терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр яҙырға.

I – се төркөм

зирәк

киң яурынлы

оратор

батыр

оҫта һунарсы

II – се төркөм

аҡыллы

илһөйәр

оҫта һыбайлы

дәртле

шағир

III - сө төркөм

ҡыйыу

телһөйәр

ҡурҡыу белмәҫ

фекер йөрөтә белеүсән

ғорур

  • Һөйләмдәрҙе тикшерәбеҙ.
  • Эйе, ысынлап та, Салауат Юлаев – беҙҙең легендар батырыбыҙ.  Ул  ҡыйыу, зирәк булған.  Илен, телен һөйгән, халҡы өсөн йәнен аямаған. Ул  беҙҙең күңелебеҙҙә. Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ ( слайд - кластер).
  • Бына беҙ милли батырыбыҙ, Салауатҡа, һүҙҙәр ярҙамында һәйкәл төҙөнөк.
  • Һәйкәлебеҙ нимәгә оҡшаған?
  • Эйе, Салауат беҙҙең бөгөнгөбөҙҙө, киләсәгебеҙҙе яҡтыртып тороусы, йылылыҡ биреүсе ҡояш ул.
  1.  Өйгә эш
  • Әҫәрҙе тасуири уҡырға
  • Салауат батыр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатларға, өҫтәлмә мәғлүмәттәр табырға

  1. Рефлексия
  • Уҡыусылар, бөгөнгө дәрескә тиклем һеҙ нимәләр белә инегеҙ?
  • Нимәләр белдегеҙ?
  • Дәрестә уйландыҡмы?
  • Ғорурландыҡмы?
  • Шатландыҡмы?
  • Кем нисек эшләне? Кемгә ниндәй баһалар ҡуябыҙ?
  • Афариндар!
  • Уҡыусылар, композитор булһағыҙ һеҙ Р.Ғариповтың беҙ бөгөн өйрәнгән әҫәренә ниндәй көй яҙыр инегеҙ?
  • Р.Ғариповтың “Салауат батыр” әҫәре беҙгә йыр булып ҡайтты, Артур Туҡтағолов уға көй яҙҙы. Мин  һеҙгә йырлап ишеттерәм, белһәгеҙ ҡушылып, бергәләп йырлайыҡ.
  • Салауат образы беҙҙең күңелдәрҙә йыр булып һаҡланыр, алға әйҙәр.
  • Дәресебеҙ тамам. Рәхмәт.



Предварительный просмотр:

Тема: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү алымдары»

Бөгөн яңы быуын стандарттарына күскән осорҙа  күптәрҙе “Нимә ул яңы стандарттар?”, “Уның үҙенсәлектәре нимәлә?” кеүек һорауҙар борсой. Уларға яуап бирер өсөн һәр уҡытыусының ең һыҙғанып яңы стандарттар нигеҙҙәрен өйрәнеүе, дәрестәрҙә ҡулланыу тәжрибәһен үҙенең мөмкинлектәренән сығып туплауы тора. Улай ғына ла түгел, бөгөнгө көндә уҡытыусы үҙенә ҡарата ныҡ талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиәләй алмаясаҡ. Һәр уҡыусының һәләтен асыу, төплө белем биреү, алған белемен практикала ҡуллана белгән, ижади фекерләүсе, бөгөнгө юғары технологиялар, конкурентлыҡ шарттарында үҙ урынын таба алырлыҡ, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, улар өсөн яуаплы була алған шәхес тәрбиәләү – бөгөнгө көн талабы. Уҡытыусылар  алдында нисек итеп туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тигән һорау тора.

Яңы стандарттар шарттарында шаҡтай ҙур бурыстар тороуы күренә:

 - һәр балала илһөйәрлек тойғоһо, туған теленә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу уятыу;

-  һәр уҡыусының хәтерен, фекерләү ҡеүәһен, яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү;

- уҡыусының һәләттәрен асыу һәм үҫтереү.

Телмәр үҫтереү менән бер рәттән уҡыусыларыбыҙға әхлаҡи тәрбиә лә биреү беҙҙең бурысыбыҙ.

- Бөгөн үҙемдең оҫталыҡ дәресемдә һеҙҙең менән уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә булышлыҡ иткән ҡайһы бер эш алымдарым менән уртаҡлашырмын.

  • Хөрмәтле коллегалар, минең ҡулда сәскә күрәһегеҙ, мин хәҙер уны кемгәлер бирәм, һеҙ әйтегеҙ, бөгөнгө көндә дәрескә ниндәй кәйеф, ниндәй уйҙар менән килдегеҙ?
  • Бөгөнгө осрашыуыбыҙ ҙа беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирер, ошо яҡшы кәйефтәрегеҙ, көн аҙағынаса һаҡланып ҡалыр тип уйлайым.
  • Колегалар, һеҙҙең иғтибарығыҙҙы экрандағы һүрәткә йүнәлтер инем.  Кем нисек уйлай, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ.

Һеҙҙең алдығыҙҙа текст ята, бәлки беләһегеҙҙер ҙә. Иғтибар менән уны уҡып сығайыҡ. (кемдер уҡый, башҡалар тыңлай)

"Буйың етмәҫкә үрелмә..." (уймаҡ хикәйә)

Йәмле йәй иртәһе. Ҡояш бар донъяға үҙенең йомарт нурҙарын һибә. Аҡрынлап ысыҡ кибә бара.Тирә – яҡҡа танауҙы ярып, йүкә сәскәһе еҫе таралған.Йорт тирәһендәге сәскәләр ҙә асылған.Бал ҡорттары, шуны ғына көткән кеүек,бер- бер артлы оса башлайҙар.Бына ике күбәләк, бер-береһен уҙырға теләгәндәй, өйөрөлөп осоп йөрөйҙәр.Иртәнге саф һауаны һулап ҡалайыҡ тиҙәрҙер, моғайын.

Биш-алты йәштәрҙәге ҡыҙ бала йоҡоһонан тороп,  саҡ тышҡа сыҡҡайны. Был гүзәл йән эйәләрен күреп,тотмаҡсы булып, ҡыуа башланы. Ҡыҙыҡай күбәләктәр артынан баҡсаға инеп китте. Ә улар бар донъяларын онотоп,сәскәләрҙең әле береһенә,әле икенсеһенә ҡунып,уйнай бирәләр. Ҡойма буйында ләләләр сәскәгә күмелеп ултыра ине. Күбәләктәр шунда ҡундылар. Ҡыҙыҡай күбәләктең береһен инде тоттом тигәндә, ҡулын ҡойма буйында үҫкән кесерткән сағып алды.Уға шул етә ҡалды.Күбәләктәрҙе онотоп, әсәһенә бәлә һалырға инеп китте.

Әсәһе уға:”Буйың етмәҫтәйгә үрелмә!”- тине. Ҡыҙыҡайҙың әсәһенән йәлләтәһе килгәйне лә, әсәһе шулай тигәс, балауыҙ һығыуынан туҡталды.

Бала саҡта әсәләрҙең ошондай тылсымлы һүҙҙәрен сабый күңеле бик аңлап бөтмәй. Ә инде үҫеп етеп, тормош юлына баҫҡас, әсәйҙәрҙең һүҙендә ниндәй тәрән, киң мәғәнә ятыуын аңлайһың. Ҡыҙыҡай ҙа, ваҡыт үтеү, менән был тылсымлы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлар.

 (Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы)

Төркөмдәрҙә эш

I хикәйәнең аҙағын уйлап ҡарағыҙ

II хикәйәтең йөкмәткеһенә тура килерҙәй мәҡәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ 

Таба белһәң, баға ла бел, Тыуҙырған инә түгел, үҫтергән инә, Ояһында ни — осҡанында шул, Баланың ғәйебе — ата-инәнеке, Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.  Халыҡ әйтһә, хата әйтмәҫ.  Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы. 

Афарин!

III ”Буйың етмәҫтәйгә үрелмә!” тигән һүҙҙәрҙе аңлатып бирерҙәй, төшөндөрөрҙәй ситуация уйларға, сәхнәләштерергә.

Эштәрҙе бергәләп тикшерәбеҙ

Был хикәйә лә ниндәй хикмәт бар?

  • Тағы шуныһы уйландыра: үҙебеҙҙең ҡыҙ балаларыбыҙ тормоштағы бер сәскәнән икенсеһенә ҡунған күбәләктәрҙән йырағыраҡ йөрөһәләр ине…

Рефлексия.  Ҡәҙерле  коллегалар! Оҫталыҡ дәресе һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?

Әйҙәгеҙ, алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙҙарҙа сәскә һүрәте бар. Әгәр ҙә  

Яҡшы, рәхмәт! Был эштәрегеҙҙе үҙегеҙгә бөгөнгө көн иҫтәлеге итеп алып ҡалығыҙ. Бер - беребеҙгә йылмайып, буй етәрлек эштәребеҙҙә уңыштар теләйек.  Оҫталыҡ дәресе тамам. Иғтибарығыҙ өсөн  рәхмәт!

I төркөм. Хикәйәнең аҙағын уйлап ҡарағыҙ.

____________________________________________________________________________

II төркөм  Хикәйәнең йөкмәткеһенә тура килерҙәй мәҡәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ 

____________________________________________________________________________

III төркөм ”Буйың етмәҫтәйгә үрелмә!” тигән һүҙҙәрҙе аңлатып бирерҙәй, төшөндөрөрҙәй ситуация уйларға, сәхнәләштерергә.

________________________________________________________________________



Предварительный просмотр:

6 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән үтелгәндәр буйынса тест һорауҙары

I – се вариант.

  1. Морфология ... .
  2. Әҙәби китаптан һөйләм күсереп яҙҙым һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?

А) эйәлек

Б) төбәү

В) төшөм

Г) урын-ваҡыт

Ғ) сығанаҡ

  1. Мине тарихи ваҡиғалар ҡыҙыҡһындыра һөйләмендә яһалышы буйынса ниндәй сифат ҡулланылған?

А) тамыр

Б) яһалма

В) ҡушма

  1. Икешәр, өсәр, бишәр – был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А) төп һан

Б) рәт һаны

В) сама һаны

Г) бүлем һаны

Ғ) йыйыу һаны

  1. Һәр, үҙ, бөтә алмаштары ниндәй төркөмгә ҡарай?

А) зат

Б) күрһәтеү

В) һорау

Г) билдәләү

Ғ) юҡлыҡ

  1. Уҡыйһы, көләһе, бараһы – был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А) бойороҡ

Б) шарт

В) теләк

Г) хәбәр

  1. Ҡайһы рәүештәр артыҡлыҡ дәрәжәһендә килгән?

А) ифрат алыҫ, бик шәп,

Б) алыҫыраҡ, шәберәк

В) алыҫ, шәп

  1. Көн төшкә табан асылып китте һөйләмендә табан һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А) теркәүес

Б) бәйләүес

В) киҫәксә

Г) ымлыҡ

Ғ) мөнәсәбәт һүҙ

  1. Ағиҙел талғын ғына аға һөйләмендәге аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
  2. Ул һәр һорауға теләп яуап бирҙе һөйләмендәге аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

II – се вариант.

  1. Морфология ... .
  2. Рәшит миңә китабын биреп торҙо һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?

А) эйәлек

Б) төбәү

В) төшөм

Г) урын-ваҡыт

Ғ) сығанаҡ44

  1. Бүлмәләге гөлдәр аҡлы-ҡыҙыллы сәскә атты

һөйләмендә яһалышы буйынса ниндәй сифат ҡулланылған?

А) тамыр

Б) яһалма

В) ҡушма

  1. Икәү, өсәү, алтау - был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А) төп һан

Б) рәт һаны

В) сама һаны

Г) бүлем һаны

Ғ) йыйыу һаны

  1. Был, ул, шул алмаштары ниндәй төркөмгә ҡарай?

А) зат

Б) күрһәтеү

В) һорау

Г) билдәләү

Ғ) юҡлыҡ

  1. Уҡыһа, көлһә, барһа – был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А) бойороҡ

Б) шарт

В) теләк

Г) хәбәр

  1. Ҡайһы рәүештәр сағыштырыу дәрәжәһендә килгән?

А)  ифрат алыҫ, бик шәп,

Б) алыҫыраҡ, шәберәк

В) алыҫ, шәп

  1. Атты ҡалдыра ла өйгә инә һөйләмендә ла һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А) теркәүес

Б) бәйләүес

В) киҫәксә

Г) ымлыҡ

Ғ) мөнәсәбәт һүҙ

        9. Ағиҙелдә һал йөҙә һөйләмендәге аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

       10.  Сәхнәләге ҡыҙ шәп бейей ине һөйләмендәге аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?



Предварительный просмотр:

6б класс уҡыусылары өсөн бөтә үтелгәндәр буйынса тест

  1. Башҡортостан Республикаһының майҙаны

А) 134, 600 кв.м

Б) 143, 600 кв.м

В) дөрөҫ яуап юҡ

2. Республикалағы иң бейек тау

А) Ямантау

Б) Ирәмәл

В) Ирәндек

3. Республиканың территорияһы нисә районға бүленгән?

А) 40

Б) 54

В) 21

4. Предметтарҙы белдергән һүҙҙәр

А) исем

Б) сифат

В) һан

5. Мәктәптең һүҙе ниндәй килештә килгән

А) төп

Б) төшөм

В) эйәлек

6. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө

А) исем

Б) алмаш

В) сифат

7. Йәшелерәк һүҙе ниндәй дәрәжәлә килгән

А) төп

Б) артыҡлыҡ

В) сағыштырыу

8. “Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле...”

Был шиғыр юлдарының авторы кем?

9. Ҡол Ғәли әҫәрен билдәләгеҙ

А) “Йософ ҡиссаһы”

Б) “Ҡармасан менән Сәрмәсән”

В) “Нәсихәттәр”

10. Сәсәндәр генә бирелгән юлды күрһәтегеҙ

А) Слауат Юлаев, Байыҡ, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев

Б) Һабрау, Ҡобағош, Байыҡ, Ерәнсә, Мөхәмәтшә Буранғолов

В) Һабрау, Ҡобағош, Байыҡ, Салауат Юлаев, Ҡол Ғәли

         

11. мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар алмаштары ниндәй төргә ҡарай

А) һорау алмаштары

Б) эйәлек алмаштары

В) зат алмаштары

12. Мөхәмәтулла бабай ниндәй әҫәр геройы

А) Ә.Вахитов  “Ир ҡанаты”

Б) Я.Хамматов “Ғәйзулла”

В) З.Биишева “Дуҫ булайыҡ”

13. 1923 йылда кемгә халыҡ шағиры исеме бирелә?

А) Рәми Ғариповҡа

Б) Рәшит Ниғмәтигә

В) Мәжит Ғафуриға

14. Ҡайһы әҙип ҡайҙа тыуған билдәләгеҙ

А) Мостай Кәрим

Б) Рәми Ғарипов

В) Рауил Бикбаев

Г) Тимер Йосопов

Ғ) Зәйнәб Биишева

Д) Ғайса Хөсәйенов

1. Ырымбур өлкәһе Покровка районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында

2. Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында

3. Дыуан районы Әпсәләм ауылында

4. Салауат районы Арҡауыл ауылында

5.Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында

6. Шишмә районы Келәш ауылында

15. Әҫрҙәрҙең авторҙарын билдәләгеҙ

А) “Күҙ йәше”

Б) “Кәмһетелгәндәр”

В) “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”

Г) “Бир ҡулыңды”

Ғ) “Аманат”

Д) “Сәләх ҡарт”

1. Зәйнәб Биишева

2. Мәжит Ғафури

3. Ноғман Мусин

4. Рәми Ғарипов

5. Рәшит Ниғмәти

6. Әхиәр Хәкимов

16. Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән, уның авторы кем?

  • Үҙ ояһына осоп китте... ҡошсоғом минең... шатлығым минең...

Атай бик оҙаҡ уйланып тора. Унан һуң беребеҙгә лә ҡарамай ғына һүҙ башлай:

  • Улай тимә, Көнбикә. Ҡыҙыбыҙ ғүмер буйы беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме булып ҡалыр.

17.  Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәре геройҙарын табығыҙ.

А) Йәмил, Оксана

Б) Емеш, Йәнеш

В) Юлдаш, Ҡыҙырас



Предварительный просмотр:

Йәйге лагерь әйҙәүселәре өсөн “Йәйләү” программаһы буйынса мастер-класс

  1. Ойоштороу мәле

Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар!

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар, әйҙәүселәр, бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға беҙ бик шат.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса йыйылғанбыҙ һәм бөгөнгө эшебеҙҙе “Йәйләү” программаһына нигеҙләнеп алып барырға булдыҡ.

Һеҙ “Йәйләү” программаһы менән танышмы? Ул башҡа лагерь программаларынан нимәһе менән айырыла?

Эйе, бында балалар, башҡортса аралашып, башҡорт йыр – бейеүҙәрен өйрәнәләр, ярыштар, бәйгеләр ҙә башҡорт телендә үткәрелә, милли уйындар уйнатыла.

Лагерҙы нимәнән башларға тәҡдим итер инегеҙ.

Әйҙәгеҙ ике төркөмгә бүленеп, 21 көнгә план-сетка төҙөп ҡарайыҡ, ниндәй эш төрҙәрен һеҙ тәҡдим итер инегеҙ.

Беренсе көн танышыу тинек.

Танышыу өсөн ниндәй уйындар тәҡдим итер инегеҙ?

  1. “Йомғаҡ” уйынынын уйнау. Түңәрәккә торабыҙ, мәҫәлән Әйҙәүсе үҙенең исемен, нимә эшләргә яратыуын әйтә. Шәл ваҡытта бармағына йомғаҡ осон урата һәм кемгәлер ырғыта. Икенсе кеше үҙе менән таныштыра ла кемгәлер ырғыта. Иң һуңғы кеше  кемгә ырғыта. шуның исемен әйтә. Йомғаҡ уратыла.
  2. “Тәүге уйҙар (“Первое впечатление»)” уйыны Сәғәт йөрөшө буйынса һәр кем күршеһе тураһында нимәлер әйтергә тейеш.

Хөрмәтле коллегалар. Бына беҙ һеҙҙең менән таныштыҡ, әйҙәгеҙ хәҙер, балаларҙы берләштереү өсөн уйындарҙы иҫкә төшөрөп китәйек. Игры на сплочение.

Йәйләү булғас борон борондан тирмәләр ҡорғандар бит инде, бына беҙ ҙә һеҙгә  үҙегеҙҙең тирмәгеҙҙе ҡорорға саҡырабыҙ.

“Тирмә” уйыны.  2-3 төркөмгә бүленеп. Һеҙгә “төҙөлөш әйберҙәренән” (скотч, төҫлөҡағыҙҙар, фломастер-ҡәләмдәр, ҡайсы, елем) ырыуығыҙҙың тирмәһен ҡороп, үҙегеҙҙең отрядығыҙ, ырыуығыҙ менән таншытырыға кәрәк буласаҡ. (Ырыу отрибуттары)

Ял минуты. Эшебеҙ ауыр булды шикелле, арыманығыҙмы? Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. (флешмобҡа баҫабыҙ)

Театр. Коллегалар, быйыл илебеҙҙә ниндәй йыл иғлан ителде?

Эйе, 2019 йыл - Театр йылы. “Йәйләүҙә” ниндәй сәхнәләштереүҙәр үткәрер инегеҙ? Беҙҙеңсә, быйылғы бигерәк тә был эш алымына иғтибар итергә кәрәктер.

Беҙ һеҙҙең менән хәҙер “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереп ҡарарбыҙ.

Өйрәнелергә тейеш күнекмәләр : 1. Һәр ырыуҙың тарихы, мәҙәниәте аша башҡорт халҡының тарихын, шәхестәрен, ижадын өйрәнеү; 2. Башҡорт балалар уйындарын өйрәнеү; 3. Ҡул эштәре оҫталығына өйрәнеү; 4. Йыр-бейеү, сәсәнлек, нәфис һүҙ оҫталығына өйрәнеү; 5. Топонимик легендалар һәм иҫтәлекле урындар менән танышыу һәм тасуирлай белеү; 6. Күренекле кешеләр менән осрашыу; 7. Һорау биреп, әңгәмә ҡороп өйрәнеү; 8. Ҡурай, ҡумыҙ уйнау серҙәренә төшөнөү

Рефлексия. Лагерҙа йәр көн үткәс, йомғаҡлауға ла төрлө алымдар бар.

Хәҙер мин һеҙгә ошо шарҙы ебәрәм, һеҙ, бөгөнгө көн, бөгөнгө сара, беҙҙең осрашыу тураһында фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтеп китегеҙ әле. Күңел йылығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Һин - башҡорт егете, Мин - башҡорт ҡыҙы, 
Беҙ - Башҡорт милләте, Беҙ - Башҡорт Халҡы! 
Бел үҙ тарихыңды, Һөй туған телде! 
Беҙ төрлө булһаҡ та, Ил - берәү беҙҙең!

Бөгөнгө эшебеҙҙе “Мин-башҡорт!” йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ. (һүҙҙәре таратылып бирелә)

Мин башҡорт

  1. Йөҙөңә бысраҡ ташлап йөрәгең ярылһа,

Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,

Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!

Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,

Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла,

Заман афәттәренә башҡортом, бирешмә!

Көс ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам,

Башҡортмон тип кукрәгемде ҡағам!!!

  1. Үткәнеңә күҙ ташлап ярhыймы йөрәгең?

Күпме ҡырылды hинең аҡыллы йөҙҙәрең

Тартып алдылар күпме hорамай ерҙәрең?

Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла,

Һынып ҡалма бер ниҙән, башҡорт илен данла,

Көслө рухлы халыҡтың уланы hин - онотма!

Көс - ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам,

Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!!!

  1. Тура баҫып ғорур атла - hин бит үҙ Ереңдә

Олтан булма, ә Солтан бул hин тыуған илеңдә,

Намыҫынды тапарға бер ҡасан ашыҡма!

Телеңдең киләсәге лә тик hинең ҡулыңда!

Ул бит беҙҙең хазинабыҙ - hин шуны онотма!

Әсә телен үлтереүгә, башҡортом - юл ҡуйма!

Көс - ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам,

Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!!!

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ғәйнуллина Розалина Хәлим ҡыҙы

физика уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ғәйнуллина Розалина Хәлим ҡыҙы

физика уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ғәйнуллина Розалина Хәлим ҡыҙы

физика уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү

учрежденияһы муниципаль районы

Салауат районы Арҡауыл ауылының

Байыҡ Айҙар исемендәге

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ғәйнуллина Розалина Хәлим ҡыҙы

физика уҡытыусыһы