Гульнара Камсовна Хасанова08.11.2021 - 19:05
Туған телебеҙҙә һөйләшәйек, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе үҙ телебеҙҙә наҙлайыҡ, яратайыҡ. Күркәм сифаттар матур тел аша күскәнен онотмайыҡ
. Туған тел
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел
: Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!