Дистанцион уҡыу

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Скачать:


Предварительный просмотр:

5- се класс Инеш контроль күсереп яҙыу.

Минең мәктәбем.

 Мин Саҡмағош ауылы гимназияһында уҡыйым. Беҙҙең гимназия өс ҡатлы, ҙур һәм яңы.

        Гимназия янында спорт майҙаны бар. Унда физкультура дәрестәре үтә.

        Беренсе ҡатта – ашхана, врач бүлмәһе, икенсе ҡатта – китапхана, спорт залы, һәм һәр бер ҡатта һәр фән буйынса кабинеттар урынлашҡан. Компьютер кабинеты ла бар.



Предварительный просмотр:

Контроль күсереп яҙыу.

   Аҡмуйын.

Йәй үтте.Уны ямғырлы көҙ алмаштырҙы. Көҙҙән һуң һыуыҡ ҡыш килде.Аҙашҡан бесәй балаһы Аҡмуйын өшөй-өшөй ишек алдарында йоҡлап йөрөнө. Урамда балалар ҙа һирәк күренә башланы. Аҡмуйын урамда йөрөп үҫте. Ә төшөндә ул йыш ҡына әсәһен, үҙен яратҡан малай менән ҡыҙҙы, йәмле йәйҙе күрә. (Й.Ильясовтан)

  1. Текстан 4 исем табып яҙ.
  2. Яңғыҙлыҡ исемдең аҫтына һыҙ.



Предварительный просмотр:

6 –сы класс

Инеш контроль диктант.

Беҙ мәктәптә.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар мәктәпкә китеп бара. Улар ҡулдарына сумка тотҡан. Сумкаларында китаптар, дәфтәрҙәр, пенал бар. Пеналда ҡәләм, ручка ята.

        Был мәктәп. Уҡыусылар кластарға инә. Класта улар уҡыйҙар, яҙалар, яуап бирәләр, һүрәт төшөрәләр, миҫал эшләйҙәр, мәсьәлә сисәләр.



Предварительный просмотр:

Контроль диктант

Грипп ауырыуы.

        Грипп ауырыуы йоғошло һәм тиҙ таралыусан. Ул халыҡҡа бик ҙур зыян килтерә. Грипп һауа аша йоға. Ауырыу һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә тирә-яҡ һауаға вирустар сәсә. Грипп ҡапыл ғына башлана. Кешенең температураһы күтәрелә, тымаулай, йүткерә. Ауырыуҙы ваҡытында дауаларға кәрәк.

  1. Предметтың эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙ нимә тип атала.

А) һан        

Б) исем

В) сифат

Г) ҡылым

  1. Мәҡәлдәрҙе  бирелгән һандарҙы һүҙ менән яҙығыҙ.

                    7 ҡат үлсә 1 ҡат киҫ.  Аҙнаһына 5 йома.



Предварительный просмотр:

7-се класс

Инеш контроль диктант.

Урманда.

Урманда йөрөргә яратам.Уның иң матур сағы сентябрь бөткәндә булалыр. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Тәрән тынлыҡ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ишетелеп ҡуя. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән  алтын япраҡ иркәләй. Йыраҡта һирәк кенә һайыҫҡан шыҡырлап ҡуя.



Предварительный просмотр:

Контроль диктант.

                                        Баҡсала.

Беҙҙең мәктәп баҡсаһы бик матур. Уны беҙ күмәкләп үҫтерәбеҙ. Баҡса үҫтерергә беҙҙе Сәлим ағаә өйрәтте. Яҙ етеү менән ул беҙҙе баҡсаға алып сыға. Көрәк тотоп, үҙе иң алдан эшкә тотона. Беҙ, уҡыусылар, унан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Башта ағастарҙың тирә-яғын йомшартабыҙ. Ағастарҙың олонон аҡҡа буяйбыҙ. Йәй буйы баҡсаны таҙартып, ҡарап торабыҙ.

Баҡса ул тәрбиәне ярата.

  1. Текста алмаштарҙың аҫтына һыҙ.
  2. Ҡылымдарҙың һанын билдәлә.



Предварительный просмотр:

  8-се класс

Инеш контроль диктант.

Илем-Башҡортостан.

Башҡортостан-бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлыкиңяландарҙа, көмөш һыулыйылғаларҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙурмандарҙа күп бында.

Беҙ  йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанапбөткөһөҙ.  Нефть һәм газ тиеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыртиһеңме-бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.



Предварительный просмотр:

Контроль диктант

                                Көләс булһын әсәйҙәр!

Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Һәр баланың теле “әсә” һүҙе менән асыла.Төндәр буйы керпек ҡаҡмай беҙҙе ҡараған, көйҙәр көйләгән әсәй! Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә.Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла,эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар.  (Йәншишмә газетаһынан.)

  1. Ҡараған, иркәләгән ҡылымдарын хәҙерге заман формаһына ҡуй.
  2. Ҡайғыра, шатлана ҡылымдарын үткән заман формаһына ҡуй.