Методик ҡумта

Кулдубаева Диля Ахтаровна

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_telenn_olimpiadaga_zerlneu_oson_beleshm.docx32.12 КБ
Файл Асыҡ дәрес22.15 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

 

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре:

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1. Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2. Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3. Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4. Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5. Көләмәстәр

6. Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7. Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8. Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

“Урал бытыр” эпосы- идеяһы- кешене тәбиғәттең иң көслө заты, төрлө яуыз көстәрәҙе еңеп сығыр, донъяға ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Ошо идея Урал образында сағылыш таба, Кешегә дан йырлана. Темаһы- батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, үлем менән үлемһеҙлек, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Иҙеүкәй менән Мораҙым”- был эпоста Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро,шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр(хандар, бейҙәр, батырҙар) һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары үҙәктә тора.Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән Иҙеүкәйҙе халыҡ батыры итеп күрергә теләй. Эпостың теле ябай, халыҡсан, яғымлы. Мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр, фразеологизмдар бик күп.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар- ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған. Ҡулъяҙма китап ҡулдан- ҡулға күсерелгән.Уларҙа дине идеология өҫтөнлөк итә. Донъя хәлдәре, дин, әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ҡулъяҙмаларға Йософ вә Зөләйха, Таһир менән Зөһрә, Буҙйегет, Алдар менән Зөһрә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу, Рисаләи Ғәзизә, әҫәрҙәре инә.

Боронғо әҫәрәҙрҙе ижад итеүселәр: Мәхмүд Ҡажғари- атаҡлы ғалим. Сәйәхәт итергә яратҡан, төрки халыҡтар теле тураһында мәғлүмәт йыйған. “Төрки һүҙҙәр йыйынтығы” исемле әҫәр өҫтөндә ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

Йософ Баласағуни- Урта Азияла тыуып үҫә. Йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, хеҙмәткә баһа, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа. “Ҡот килтереүсе белем” исемле әҫәре 13 мең шиғри юлдан тора.

Ҡол- Ғәли “Ҡисса- и- Йософ”- төрки телендә яҙылған боронғо поэтик әҫәр. Ул шиғри формала яҙылған. Ҡол Ғәли 13 быуаттың 1174-1248 йылдарында йәшәгән. Был әҫәрҙе 1212-1233 йылдарҙа ижад иткән.Әҫәр нигеҙендә Зөләйханың Йософҡа булған мөхәббәте ята. Автор саф мөхәббәткә дан йырлай, кешенең сабырлығын, уңғанлығын маҡтай, яуыз әҙәмдәр фашлана, идеал батша тураһында хыялдар һүрәтләнә.

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”- төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында таралған әҫәр. Идеяһы- ғәҙел батша, башлыҡ кәүҙәләндерелә.Ҡаһарманлыҡ, имен, гүзәл тормош тураһындағы ҡараштар сағыла. Геройҙар идеаль заттар. Уларҙың тойғолары гүзәл һәм һоҡланғыс.

Буҙйегет- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралған әҫәр. Буҙйегет исемле егет менән Ҡарасәс исемле ҡыҙҙың саф мөхәббәте, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәр, кешеләрҙең хоҡуҡһыҙлығы һүрәтләнә. Идеяһы- саф мөхәббәт өсөн көрәш, социаль тигеҙһеҙлектәргә протест.

Йырауҙар- төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫтаһы. Һабрау йырау- 14-15 быуаттарҙа йәшәгән. Сығышы менән Ҡыпсаҡ ырыуынан тип иҫәпләнә. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙйәшәр ҡарт, тормош тәжрибәһен, аҡылын йыйыусы итеп һүрәтләнә. Асан ҡайғы- 15 быуатта йәшәгән. Сығышы менән башҡорт. Ҡарағалпаҡтарҙың Майҡы бейе менән нәҫел ептәре тоташа. Ҡаҙтуған йырау- сығышы менән Ҡара- ҡыпсак ырыуынан. Батыр, шағир, йыраусы булып дан ала. Ай, Уралым, Уралым ҡобайыры уныҡы тип иҫәпләнә.

Сәсәндәр ижадыҠобағош сәсән (15- 16 быуатта йәшәгән). Ул Дим йылғаһы буйында йәшәгән, үҙе мең башы булып танылған. Ҡобағош батыр булған.Ул һүҙ менән дә, бүтән төрлө юлдар менән дә бейҙәргә ҡаршы көрәш башлаған. Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсән әйтешкәне исемле әҫәре бар. Ҡарас сәсән- 17-18 быуатта йәшәгән. Уны мәғлүмәттәр буйынса Ҡобағош сәсәндең бүләһе тип әйтәләр. Ул батыр һәм мәргән булған. Сәсәнлеге өсөн халыҡ уны бик яратҡан.(Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында, Ҡарас менән Аҡша исемле әҫәрҙәре һаҡланған.

Ерәнсә сәсән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы йәйләүҙә тыуған. Ул Әбелхәйер хан заманында еткән егет була. Аҙағыраҡ үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы араһында йәшәп уларҙың зарын белеп, күреп йәшәгән. Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне исемле әҫәре билдәле.

Байыҡ сәсән 18 быуатта йәшәгән. Ул Салауат районына ҡараған Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Байыҡ Салауат Юлаев менән туған булалар. Пугачев етәкселегендәге , 1812 йылғы һуғыштырҙың шаһиты булған, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында ҡатнашҡан. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа ал бирмәҫ сәсән булып танылған.Уның Салауат батырға, Рәсәйҙе француз илбаҫарҙарынан һаҡларға арнап әйткән ҡобайырҙары билдәле. Байыҡ, Әхмәт Байыҡ исемле йырҙарҙы ла Байыҡ сәсән сығарған тип иҫәпләйҙәр.

Буранбай- Йәркәй сәсән- үткән быуаттың һүҙ оҫталарының иң атаҡлыһы. Буранбай, Ялан Йәркәй, Һыр, Хажеғәле, Иркутский, Бөҙрә тал,Сәлимәкәй йырҙарының авторы ул тип иҫәпләнә.Заманына күрә уҡымышлы иҫәпләнә. Йәштән уға белем алыу бәхете эләгә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1781 йылда тыуа, 1868 йылда үлә. Ул байҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Шуға һөргөнгә ебәрәләр.

Ишмөхәмәт сәсән 1781 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған. Йәштән үк ҡурайсы, йырсы булып таныла. Шулай уҡ уны элекке сәсәндәрҙең ижадын һаҡлаусы тип иҫәпләйҙәр. Ишмөхәмәт сәсән “аяҡлы тарихсы”булған. (Санды үҙәк, Юлтыҡ ҡараҡ, Малыбай, Бүҙекәйев көйҙәренең һәм йырҙарының авторы тип әйтелә.

Ғәбит сәсән 1856 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуа. 1921 йылда үлә. Ул ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булып таныла. Ул халыҡ араһында электән ҡалған эпостарҙы, легендаларҙы һөйләп, йырлап йөрөр булған. Урал, Иҙел менән Яйыҡ, Салауат, Аҡбуҙат, Һары мулла, Күсәк бей, Тамьян, Салауат тигән эпостарҙы яҙып ала. Тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендаларҙы яҙып алған.

Салауат Юлаев (1754-1800)- Салауат районы Тәкәй ауылында старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуа. Емельян Пугачев етәкселегендәге восстаниела ҡатнаша.1775 йылда Балтик диңгеҙе буйына Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелә. Ул шағир, сәсән булараҡ та билдәле. Ул бик иртә шиғырҙар ижад итә башлай. Уның Тыуған илем- шиғырында патриотик тойғо сағыла, Уҡ- исемле шиғырында ғәйепһеҙ ҡошҡа эләккән уҡ батша түрәләренә эләкһәсе тип әрней, Яу- иле,халҡы алдында ир- егеттәрҙең намыҫ эше, бурысы яуға сығыу,Тирмәмдә, Зөләйха, һандуғас- шиғырҙары тәбиғәт матурлығына бағышлана. Салауат образы сәнғәттә ҙур урын алып тора. Уның тураһында Р.Ишбулатов, Ә.Лотфуллин, А.Кузнецов кеүек күренекле рәссамдарыбыҙ геройҙың портретын яҙҙы. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлен төҙөнө, Тамара Нечаева бюсын яһаны, Республикабыҙҙа С.Юлаев исемендә премия булдырылды. Хоккей командаһы, ҡала, район исеме бар.Степан Злобин, Дауыт Юлтый, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева уның тураһында әҫәрҙәр ижад иттеләр.

Тарихи шәхестәр- Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә, Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина....

Тажетдин Ялсығол (1767-1838)- Көҙәй ырыуынан. Тыуған ерендә бик аҙ йәшәй, сөнки 12 йәшендә атаһына эйәреп хажға китә. Ҡайтып килешләй атаһы Татарстанда үлеп ҡала, атаһының “минең ҡәберемде ташлама” тигән васыятына тоғро булып Мамадыш, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәй.Ғәрәп, фарсы,төрки телдәрен бик һәйбәт белә. Урта быуат китаптарын төрки теленә тәржемә итә.(Рисалә-и Ғәзизә, Тарихнамә –и болғар әҫәрҙәре бик әһәмиәтле. Тарихнамә –и болғар әҫәрендә тарихсыларҙың хеҙмәттәре, фольклор материалдар йыйылған Был әҫәрҙә Ҡөрьән, Библия мотивтары сағыла. Шәжәрәләр ҙә осрай.

Ғәбдерәхим Усман (1754-1834) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ имән ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Белем алырға бик ынтыла. Ҡарғалы, Бохара мәҙрәсәләрендә уҡый.Уны Стәрлетамаҡ яғы башҡорто Лоҡман кантон улы Ибраһимов уны юғалған улы урынына уллыҡҡа ала, шулай итеп ул саф башҡорт булып донъя ҡуя. Уның 50- гә яҡын әҫәре билдәле. Ижадының төп йүнәлеше тормошто реаль һүрәтләү.Ғилемгә, әҙәпкә дан йырлай. Белемле, намыҫлы булырға өндәй.

Ғәли Соҡорой (1826-1889) Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуа. Бөрө, Усы, Минзәлә мәҙрәсәләрендә белем ала. Әҫәрҙәре: Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү, Тәуарих- и Болғария.Әҫәрендә элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй, үҙ фекерен белдерә, географик белешмәләр бирә, ғибрәтле ваҡиғаларҙы тасуир итә.Ижады бик бай һәм йөкмәткеле.

Мифтахетдин Аҡмулла(1831-1895) Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа.Әсән мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Зәйнулла мәҙрәсәһендә белем ала.Ҡаҙаҡ далаларында ярлы балаларын уҡытып йөрөй. Ил гиҙеп, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы- ябағаны, етем- еҫерҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап шиғырҙарын ижад итә. Уны мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Халыҡты белемгә, уҡырға саҡыра. Мәғрифәтселек ҡараштары Башҡорттарым уҡыу кәрәк, Нәсихәттәр, Мәжлесенә ҡарай ғына, Инсафлыҡ,Урыным- зиндан, Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе шиғырҙарына сағыла. Шиғыр ҡобайырҙары: Бәхет, Ҡәнәғәт, Донъя, Тиһеңме, Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Мөхәмәсәлим Өмөтбаев (1841-1907) Ҡырмыҫҡалы районы Йомран Ибраһим ауылында тыуып үҫкән.Үҙ заманынды шаҡтай белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәһе лә Көнсығыш әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын яҡшы белгән. 1852 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый: география, математика, тарих, әҙәбиәт, тел өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тәржемәсе, волость старшинаһы булып эшләй. Туған халҡының тарихын өйрәнә, Петербургта, Ҡырымда эшләй һәм йәшәй. Ижады бик ҙур булмаһа ла күп яҡлы. Ул тарихсы, этнограф, телсе- шағир, тәржемәсе, мәғрифәтсе ғалим. Нәсихәт, Бәйет, Васыят һәм нәсихәт- исемле шиғырҙары белемгә, әхлаҡи тәрбиәгә өндәй. Башҡорттар, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар тигән хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһай. Башҡорт халҡының фольклорын да йыя. Йомран иле исемле шиғырында тыуған ил тәбиғәте менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарҙың илебеҙҙе талауына асынып һыҙлана. Ҡайыш илә йүкә- мәҫәлендә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер- береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала. АС.Пушкиндың Романс, Наслаждение, Делибаш, Бахчисарайский фонтан поэмаларын татар теленә тәржемә итә.

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936) Һамар губернаһы Юлдаш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Мәҙрәсәләрҙә белем алып йөрөгәндә үҙе лә уҡый, башҡаларға һабаҡ та биреп йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә яңыса уҡытыу буйынса ныҡлап уйлана, яңыса уҡытыу өсөн дәреслектәр яҙа. Ул Диниә назаратында эшләгән ваҡытта ундағы архивты тәртипкә килтерә. Ваҡыт исемле гәзетала эшләй. Шура журналының баш мөхәрире булып эшләй. Фәхретдин дин белгесе, теолог. Ислам нигеҙҙәре, Диниә назараты, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Мәшһүр әҙәмдәр исемле әҫәрҙәре бар. Ул мәғрифәтсе. Белем биреү генә түгел, тәрбиә, кешене дини, әхлаҡи тәрбәиәләү мәсьәләһен ҡуя. Тәрбиә, Ғаилә, Тәрбиәле ата, Тәрбәиәле бала, Тәрбиәле әсә исемле әҫәрҙәре бар. Аҫар исемле китабын яҙа. Бында халыҡтың, күренекле шәхестәрҙең тормошо, хеҙмәттәре хаҡында белешмә бирә. Был китабында халыҡтың, милләттең белеме, мәҙәниәте, ғилеме, әҙәбиәте үҫеше тураһында яҙа. Сәлимә повесында- мәғриәфәтселек ҡараштарын халыҡҡа етерлек, аңлайышлы итеп һүрәтләй. Шул уҡ темаға Әсмә әҫәрен дә яҙа.

Сафуан Яҡшығолов.(1871-1931) Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Тарих, география кеүек фәндәрҙән белем алырға тырыша. Мулла булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта. Ул яңылыҡты яҡлаусы шағир. Тәржемә итеү менән дә шөғөлләнгән. Башҡорт ағаларына хитап исемле шиғырында башҡорттарҙы белемгә өндәй, Дим буйы исемле шиғырында тыуған яғы матурлығына һоҡлана.

Фәтхелҡадир Сөләйманов (1889-1976) Силәбе өлкәһе Шығай ауылында тыуа. Атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Китаптар уҡырға ярата. Р.Фәхретдин, М.Өмөтбаев китаптарын йотлоғоп уҡый. Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡаҙаҡ ауылдарында мөғәллим булып эшләй. Революциянан һуң башҡорт хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең теле, Салауат гәзитәләрендә эшләй.Зәки Вәлиди менән бергә Төркөстанға сығып китергә мәжбүр була. Таныҡлы Төркиәт ғалим булып китә, Анкара ҡалаһында үлә. Әҫәрҙәре: Башҡорт моңо- шиғырында элегерәк халыҡтың иркен йәшәүе тураһында, бөгөнгөһөн күреп һыҙланыуы һүрәтләнә. Йәйләүҙе һағынғанада- шиғырында фәҡирлеккә, хәйерселеккә килтереүсе төп сәбәпте ерҙе һатып бөтөрөүҙә икәнен белдерә. Тимербай ҡурайсы- хикәйә, халыҡ тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйлана, моң -зарын һүрәтләй. Салауат батыр драмаһы- Башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен һүрәтләү. Пугачев менән Салауаттың ҡушылыуы, көрәштәре һүрәтләнә.

Мәжит Ғафури (1880-1934) Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Шәйхзада Бабич (1895-1919)- 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы. Халҡым өсөн- шиғыр. Темаһы: халыҡ, тыуған ил. Идеяһы: шиғырҙарын халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, халыҡҡа хеҙмәт итергә ант итә. Кем өсөн- ярлыларҙың тормошо,байҙарҙың тормошо менән сағыштырып бирелә. Бер минут- илдең алға, яҡтыға ынтылыуын теләй, һуғыш, ярлы тормош күңелен әрнетә. Көрәшеп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде, Көтәм, Йәшәһен эшселәр, Бай һәм ярлы, Әйҙә милләт, Башҡортостан, Башҡорт халҡына көйлө хитап- шиғырҙарында азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәү, илебеҙҙе азат итеп күреү теләге менән һуғарылған. Ғазазил- поэма. Үҙ ара көрәшеүсе көстәр төркөмгә бүленгән. Ожмах, фәрештәләр, Иблес, шайтандар һәм бер аллаға, бер шайтанға ышанып йәшәүсе кешеләр һүрәтләнә.

 

О компании | Карта сайта

Вход

 

8 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерлек

 

Башҡорт теле буйынса белешмә

 

Синтаксис- грамматиканың бер өлөшө. Ул телдәге һүҙҙәрҙең бәйләнеү закондарын,һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төрҙөрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу булғанһөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һөйләм айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән барлыҡҡа килә.Тулы бер уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр теҙмәһеһөйләм тип атала. Интонацион төрҙәре буйынса һөйләмдәр хәбәр, һорау, бойороҡ һөйләмдәргәбүленә. 

Һүҙбәйләнештәр тамамланған уй- фекерҙе аңлатмайҙар, шунлыҡтан уларҙа тамамланыу интонацияһы булмай. Телдә ҡулланылған һүҙбәйләнештәр ике юл менән яһалалар: теҙмә һәмэйәртеүле юл. Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙә уларҙың өлөштөре бер- береһенәбуйһонмай, бер- береһен асыҡламай, үҙ- ара тиң була.

М-н: кешеләр һәм халыҡтар; ҡыҙҙар, малайҙар; ирҙәр, егеттәр;

Эйәртеүле бәйләнеш менән яһалған һүҙбәйләнештәр бер- береһенә тиң булмайҙар: уларҙың береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап, тултырып килә.

М-н: ҡалала уҡыу,сәйер төшө, мин ҡайттым, баланың эше.

Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре:Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу- Эйәреүсе һүҙ менән эйәртеүсе һүҙ бер үк затта, һанда килә( ҡыҙым- таң йондоҙом,минең китабым балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра,йәнемде тетрәтте, һинең өсөн килдем); йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә килеш ялғауҙарынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый)Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ III зат эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән ике исем араһындағы бәйләнеш( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө, мәктәп баҡсаһы).

Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ. Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙ. Ул ҡылымдан,  һирәкләп  исемдән, сифаттан, алмаштан, һандан, рәүештән, мөнәсәбәт һүҙҙән килә.

Тыныш билдәләре ҡуйылышы:

1.Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килһә улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.

2. Эйә исемдән, алмаштан, ә хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған һүҙ төркөмдәренән килгәндә лә, улар пауза менән айырылып әйтелһә, араларына һыҙыҡ ҡуйыла.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәреАныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).

Тиң булған аныҡлаусы аныҡлаусының бер төрлдө билдәһен белдерәләр: Ал, ҡыҙыл, һары сәскәләр күҙҙәрҙе ялмап тора.

Тиң булмаған аныҡлаусылар предметтың йәки заттың төрлө билдәһен белдерәләр: Унда, зәңгәр күлдәр көҙгөһөндә, бейек зәңгәр күктәр сағылып уйнай.Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө.Предметтарҙың, заттарҙың түбәндәге билдәләрен белдерә:

1.Кешенең ниндәй белгес булыуын: уҡытыусы – филилолог уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик.

2.кешенең дәрәжәһен һәм сифат яғынан билдәһен: генерал Кусимов, рус Василий

3. предметтың тәғәйенләшен: класс- кабинет, телефон- автомат, фабрика- кухня

4. кешенең хеҙмәт төрөн: һауынсы Ғәлимә, летчик Гәрәев

5.ҡәрҙәшлекте, ҡартлыҡ- йәшлекте: Хәлимә еңгәй, Салауат бабай, Хәсән ҡарт.

 Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан  һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә.

 Тура тултырыусы һәр ваҡыт төшөм килештә торған исемдән, алмаштан һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Ситләтелгән тултырыусы төшөм килештәге һүҙҙәрҙән башҡа килештә тороусы тултырыусылар.

 Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшләнеү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып,ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем,  нисә, күпме, ни өсөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәрерәүеш хәле(Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай), урын хәле (ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып),  ваҡыт хәле (ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем),  , күләм- дәрәжә хәле(нисә, күпме), сәбәп хәле (ни өсөн, ни сәбәпле), маҡсат хәле ( ниндәй маҡсат менән, ни өсөн), шарт хәле (ниндәй шартта, ни эшләһә), кире хәл ( ни эшләһә лә, ни эшләмәһә лә, нимәгә ҡарамаҫтан).

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм- хәбәре булып 1-се һәм 2- се зат хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары килә.( Әйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙэйәле һөйләм- хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдан килә, башҡарыусының кем икәне билдәле түгел( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм- эйәһе бөтөнләй юҡ, хәбәре аша ла билдәләп булмай ( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.); атама һөйләм- тик эйә составы, уға эйәргән эйәрсән киҫәктәр генә була,(Ҡыш)

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тип үҙенсәлекле интонация менән айырым әйтелгән һәм билдәле дәрәжәлә үҙаллылыҡҡа эйә булған һөйләм киҫәктәре атала. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы- үҙҙәре аныҡлаған һүҙҙәрҙән һуң килһәләр генә айырымланалар.(О, күҙҙәр, береһенән- береһе йылтыр, бызырашып миңә ҡарайҙар)

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы-(Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам)

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы-

1.Исемдән, алмаштан килгән эйәһенә ҡараған өҫтәлмәлектәр ( Өс улы- Сәлих, Сәйәх, Зәйни абзыйҙар һуғыш башланғанда уҡ армияла инеләр)

2.Үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә хатта, мәҫәлән, шул иҫәптән, йәғни кеүек һүҙҙәр менән бәйләнәләр

3.Бер үк һүҙ ҡабатланып килһә

4.Үҙҙәре ҡараған һүҙ менән бер үк килештә торһалар.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр түбәндәге тойғоларҙы белдерәләр:

Раҫлауҙы йәки кире ҡағыуҙы (әлбиттә, юҡ..); мөрәжәғәт итеүҙе ( Эй-эй) ;шатланыуҙы, ғорурланыуҙы ( Күрәһеңме); ғәжәпләнеүҙе (аһ-аһ) икеләнеүҙе ( ахыры, бәлкем); һөҙөмтә сығарыуҙы ( тимәк, шулай итеп, әйтерһең дә); ышаныуҙы ( минеңсә, шик юҡ)



Предварительный просмотр:

Тема: Н.Мусиндың  “Йыртҡыс тиреһе” әҫәрендә  яуызлыҡ  һәм  шәфҡәтлелек идеяһы.

 Маҡсаттар:

 1. Әҫәрҙең төп мәғәнәһенә төшөнөү, уҡыусыларға әҫәрҙәге яуызлыҡ һәм шәфҡәтлелек идеяһы тураһында аңлатма биреү.

2. Үҙ фекерҙәрен булдырыуҙы, фекерҙәрен яҡлай белеү күнекмәләрен үҫтереү.

3. Уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ,ихтияр көсө,сабырлыҡ,тоғролоҡ сифаттарын булдырыу. Тәбиғәткә, кешеләргә ихтирам, һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: дәреслек,Н. Мусиндың  портреты, проектор.

Дәрес барышы.

Ойоштороу өлөшө. Өй эштәрен тикшереү. (Һорауҙарға яуап)

  • Повеста ваҡиғалар ҡасан  һәм  ҡайҙа бара?  (Повеста  ваҡиғалар  урманлы  райондарҙың  береһендә, Бөйөк  Ватан һуғышы  һәм  унан  һуңғы  йылдарҙа  бара.)

 -    Әҫәрҙең төп темаһы?(Тәбиғәт һәм кеше яҙмышы)

  -   Уның идеяһы нимәлә? (Был повеста Һолтанбай  һәм уның атаһы Яуымбай

      тураһында һөйләнә. Һолтанбайҙың  ғибрәтле яҙмышын һүрәтләп, автор шул

      замандың дәрәжәле кешеләре һәм ябай халыҡ араһындағы мөнәсәбәтте асып

      бирә. Автор был повеста яуызлыҡты фашлай, шәфҡәтлелеккә саҡыра.)

  •  Автор ниндәй проблемалар күтәрә? Һанап китәйек әле.(Дәрәжәле  кешеләр  һәм  ябай  кешеләр  араһындағы  мөнәсәбәттәр, ысын кеше  булыу, ғәҙелһеҙлек, ғорурлыҡ, намыҫлылыҡ проблемалары, тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы, йыртҡысылыҡ проблемаһы)

-  Уҡыусылар, әҫәрҙә  йыртҡыслыҡ проблемаһы  ниндәй образдар аша сағыла?

   (айыу,прокурор,Булашов,секретарь)

-  Ни өсөн автор повесты ,,Йыртҡыс тиреһе” тип атаған?  Әҫәрҙең исеме “ Йыртҡыс   тиреһе”- айыу тиреһеме. Йыртҡыслыҡ ниндәй  образдар аша асыла. Әҫәрҙән өҙөк килтереп иҫбатлағыҙ.

  - Яуымбай улына ниндәй васыят әйтеп ҡалдыра? Табып уҡып күрһәтегеҙ.   

       -  Бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һуҡма, яҡшы әҙәмдәр ҙә бөтмәгән.

       -   Кешеләргә  ышанысты  юғалтыу - йәшәүгә  ышанысты  юғалтыуға  тиң, шуны  онотма.

       -  Күңелгә ятышһыҙ  көйгә  бейеү - ир кешенең эше түгел.

       -  Ғорур бул, намыҫлы бул, кешеләргә изгелекле бул.

 -  Һолтанбай  атаһының  васыятын  тотамы?  Тотмаһа  ни  өсөн?

Уҡытыусы.  Уҡыусылар, дәреслектә  өҙөк  кенә  бирелеү  сәбәпле,  Һолтанбайҙың  үҫмерлек, уҡыу  осро  тураһында  бик  әҙ  мәғлүмәт  беләбеҙ. Әҫәрҙе  тулы  килеш  үҙләштергән  уҡыусылар  училищенан  ҡайтыу  күренешен  тулыраҡ  күҙ  алдына  баҫтырырға  ярҙам  итер  тип  уйлайым.(Һүҙ  уҡыусыларға  бирелә).

   Ҡатнашалар:

Һолтанбай.
Ерән.

Борзый.

    Ятаҡ  ишеге  алдында  ерән  сәсле,  яһил  ҡарашлы  рус  егете  Һолтанбайҙы  ҡара  сәкмәненең  еңенән  тартып  туҡтата.

Ерән.  Султанчик,  әйҙә  әле  анауында.

Һолтанбай.  Нимә  бар  унда?

Ерән.  Барғас  күрерһең.

     Һолтанбай  ерән артынан бара. Унда өс  егет  көтә ине.

Борзый.  Султанчик,  политбюроға  ниңә  саҡыртылыуыңды  беләһеңме? (Уның  ҡарашында – мыҫҡыллы  түбәнһетеү)

Һолтанбай.  Әбрәкәй  политбюроһынамы  ни?

Борзый.  Ҡарағыҙ  әле, был  юҡҡа  ғына  ашауын  онотоп  китап  уҡымай, күрәһең! Нисегерәк  һөйләшә!

Ерән.  Уҡымышлы  кеше  бай  була,  кеҫәһе  тулы  аҡсалыр  әле  уның!

Борзый.  Рыжик,  ҡыҫылма!  Султанчик – йомарт  малай,  аҡсаһы  бар  икән,  бынауындай  шәп  дуҫтар  өсөн  йәлләп  тормаҫ. -  Шулаймы,  Султанчик?(Ул  бер  бармағы  менән  генә  ҡағылып,  Һолтанбайҙың  эйәген  өҫкә  этте. - Ниңә  башыңды  эйҙең? Тура  ҡарап  әйт!

Һолтанбай.  ( Берәмләп  барлыҡ  кеҫәләрен  әйләндерә)  Бына  ҡарағыҙ,  бер  тинем  дә  юҡ.

Борзый.  Китсе,  шул  тиклем  ярлымы  ни  һин? Сис  сәкмәнеңде!

Һолтанбай  аптырап  ҡалды, үҙен  уратып  алғандарға  алмаш – тилмәш  ҡараны:  миһыбан  юҡ  ҡараштарында.

Борзый.  Рыжик.

      Ерән  сәс  уның  сәкмән  төймәләрен  шарт  та  шорт  ысҡындыра  ла  башланы, Һолтанбай  түҙмәне,  шундай  һөмһөҙлөккә  асыуы  ла  килеп,  таланыуына,  көсһөҙлөгөнә  лә  ғәрләнеп,  уны  этеп  ебәрҙе: тик  ситкә  бер – ике  аҙым  атларға  ла  өлгөрмәне,  кемдер  аяҡ  салып  йыҡты.  Һә  тигәнсе  уның  сәкмәнен  һалдырып  алдылар.

Борзый.  Марш  ятаҡҡа! Әгәр  тауыш – тын  сығарһаң (ул  муйынын  бармағы  менән  сыйып  күрһәтте,) – ҡых!..

      Һолтанбай  төнө  буйы  йоҡламаны. Иртән  шым  ғына  атлап  ерән  сәс  килеп инде.

Ерән. Берәйһенә  әйтмәнеңме?

Һолтанбай. (Өндәшмәй)

Ерән.  Борзый  тағы  бер  киҫәтергә  ҡушты: тауыш  сығарһаң,  ата – әсәйең  менән  хушлаш! Сәкмәнеңде  кемдер  урлаған,  Шуның  менән  бөттө – китте! Аңланыңмы?

Һолтанбай.  Сығып  кит!

Ерән.  Телеңде  тый,  йолҡош! Юғиһә  бөгөн  үк…(Сығып  китә)

Һолтанбай. Өҙгөләп  ташларға  ине  ошондай  яман  кешеләрҙе.

Уҡытыусы.  Һолтанбай  ғәҙелһеҙлектәрҙе,  йыртҡыслыҡты  бала  сағында  уҡ  күреп  үҫеп,  кешеләргә  булған  ышанысында  юғалта.

- Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ бөгөнгө көндә лә ошо повестағы геройҙар араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек мөнәсәбәттәр бармы?(эйе,бар.)

- Был повесть һеҙҙе ниндәй кеше булырға өйрәтә.?(ғәҙел,намыҫлы,ярҙамсыл).

 Эйе, кеше сифаттары айырыуса күп. Мөхәббәт,тыуған илде яратыу,ғәҙел булыу хистәре кешене һәр ваҡыт тулыландырып,шатландырып һәм борсоп тора. Кешеләр боронғо замандарҙан бирле балаларында шул хисте булдырырға тырышалар,тыуған илгә тоғро,тирә-йүндәге кешеләргә ҡарата ғәҙел булырға өйрәтәләр. Кешене кеше итә торған сифаттарҙың береһе - ғәҙеллек. Был повеста Н.Мусин тап ошо сифатты бик асыҡ итеп сағылдырған. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә түрәләр араһында Булашовтар кеүектәре осрай. Ләкин илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең - әлеге балаларҙың ҡулында. Һеҙ үҙегеҙ киләсәктә илде етәкләйәсәкһегеҙ. Үҙегеҙ өсөн берәй фәһем алдығыҙмы?

Уҡытыусы. Уҡыусылар,һеҙгә  интернет  селтәрҙәренән   мәғлүмәт еткереп, бер әңгәмә  тәҡдим  итәм.(интернеттан  аша  танышыу).  2015 йылдың дүртенсе  февралендә Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусин Әҙәбиәт йылын асып ебәреп  8-се класта "Йыртҡыс тиреһе" повесы буйынса йомғаҡлау дәресе үткәрә.  Дәрес аҙағында әҙипкә  уҡыусылар үҙҙәрен  ҡыҙыҡһындырған   һорауҙарын бирә.

 – Ноғман олатай, был әҫәрҙе яҙырға нимә сәбәпсе булды?. 
– Илдәге үҙгәртеп ҡороу осорон бик ауыр кисерҙем, – тине, уйға ҡалып, әҙәбиәт аҡһаҡалы. – Хатта өс йыл буйы ҡулыма эш барманы. Тормошта үҙем шаһит булған ғәҙелһеҙ осраҡтарҙы хәтергә төшөрөп, ошо повесты яҙҙым. 
– Ә Һолтанбайҙың ысын тормошта прототибы бармы?
Был һорауҙы ишеткәс, яҙыусы бер аҙ уйланып торҙо ла һөйләүен дауам итте:
– Дөрөҫөн әйткәндә, Һолтанбай  күргәндәрҙе  мин  үҙ  башымдан кисерҙем. Иртә генә атайһыҙ ҡалыу, һуғыш осорондағы аслыҡ, аҙаҡ белемгә ынтылғанда төрлө кәртәләр  аша  үтеү  миңә  ят түгел. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ күҙәтеүсән булдым. Төрлө хәл - ваҡиғанан үҙемә асыш, һығымта яһаным. Һеҙгә лә тормошта иғтибарлы, күҙәтеүсән  булырға  кәңәш  итәм.

– Автор повесҡа юҡҡа ғына “Йыртҡыс тиреһе” тигән исем бирмәгән. – Юғары вазифа биләп тә, ике йөҙлө булып, битенә йыртҡыс тиреһен япҡан әҙәмдәр әҙме донъяла? Яҙыусы был әҫәрҙе йәмғиәттәге ошондай кире осраҡтарға түҙә алмай, уларҙың ысын йөҙөн асып бирер өсөн яҙғандыр...

        Дәрестә  ҡатнашып, һорауҙарға  яуап  биреп  ултырыусыларҙы  һәм  сәхнәләштереүҙә  ҡатнашҡан  уҡыусыларҙы  баһалау.

Өйгә  эш. “Йыртҡыс тиреһе - айыу тиреһеме” тигән  темаға  инша  яҙырға.



Бөрйән  районы  муниципаль  районы   Иҫке  Монасип  мәктәбе

муниципаль бюджет  дөйөм  белем биреү  учреждениеһының  

урта  дөйөм  белем биреү  мәктәбе Тимер  филиалы

 

Башҡортостандың  халыҡ  яҙыусыһы

Ноғман  Мусиндың  85  йәшлек юбилейына  арналған

дәрес  өлгөһө

Тема:  Н.Мусин. “Йыртҡыс тиреһе”әҫәрендә

яуызлыҡ һәм шәфҡәтлелек идеяһы.

                                              Төҙөүсеһе: башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                 Ҡолдобаева  Дилә  Әхтәр  ҡыҙы

2016 йыл