Башҡорт халыҡ ижадынан
Предварительный просмотр:
ДУҪЛЫҠ ХАҠЫНДА МӘҠӘЛДӘР
1.Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.
2.Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер.
3.Дуҫ-дуҫтың көҙгөһө.
4.Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
5.Дуҫ килгән көн-байрам көн.
6.Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
7.Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн.
8.Дуҫ хаҡы өсөн йән фиҙа.
9.Дуҫ әйтһә –ҡалма, дошман әйтһә-барма.
10.Дуҫты тапҡансы эҙлә, тапһаң-һаҡла.
11.Дуҫы күпте яу алмай.
12.Дуҫһыҙ кеше-ҡанатһыҙ ҡош.
13.Дуҫың күп булһа,дошманың үҙе үлер.
14.Дуҫың ниндәй-ҡәҙерең шундай.
15.Дуҫың яныңда булмаһа,донъяның йәме юҡ.
16.Ике яҡшы дуҫ булһа,ике аранан ҡыл үтмәҫ.
17.Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
18.Кейемдең яңыһын маҡта,дуҫтың иҫкеһен маҡта.
19.Дуҫыңды дуҫ итә бел,эшеңде эш итә бел.
20.Дуҫың һуҡмағына үлән үҫтермә.
Предварительный просмотр:
ЙОМАҠТАР
Башҡорт халҡы бик аҡыллы һәм йор һүҙле халыҡ. Йомаҡтары ла иң ҡыҙыҡлыларҙан һанала. Сәғәттәр буйына, төрлө яуаптар килтереп баш ватып ултырырға мөмкин.
Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды - Ай күрҙе, ҡояш алды. Йомаҡҡа яуап: ЫСЫҠ
Биш бүлмәгә бер ишек. Йомаҡҡа яуап: БИРСӘТКӘ
Башы – тараҡ,ҡойроғо – ураҡ. Йомаҡҡа яуап: ӘТӘС
Йөк һалһаң – йөрөй, Йөгөн алһаң – туҡтай. Йомаҡҡа яуап: ГИРЛЫ СӘҒӘТ
Ағас үгеҙ, өс мөгөҙ. Йомаҡҡа яуап: АҒАС ҺӘНӘК
Биш егеткә бер ҡолаҡсын. Йомаҡҡа яуап: БЕЙӘЛӘЙ
Улы бер өйгә ингәнсе, Атаһы ун ике өйгә инә. Йомаҡҡа яуап: СӘҒӘТ ТЕЛДӘРЕ