"Яҡшы уҡытыусы булыу өсөн уҡытҡан фәнеңде һәм уҡыусыларыңды яратыу мөһим"
(В.Ключевский.Уҡытыу - һөнәр генә түгел,ә йәшәү рәүеше. Уҡытыусының кейгән кейеменән башлап,үҙен нисек тотоуына тиклем балаларҙың күҙ алдында.
Ер йөҙөндәге иң ҡатмарлы,иң серле затҡа - кешегә аң-белем,тәрбиә бирә белеү - үҙе бер талант,хоҙай,тәбиғәт биргән ҡөҙрәт. Заман уҡытыусыһы ана шул ҡөҙрәткә эйә булған,ата-әсә ҡаны,һөтө менән бирелгән тәбиғи талантын юғалтмаған,уны үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләгән, балаларҙы, халҡын, тыуған ерен ныҡ яратҡан, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы,донъяға киң ҡарашлы кеше.