Артикуляционная гимнастика
1. Һыҙғырыусы өндәр өсөн артикуляция күнегеүҙәре:
“Ҡапҡа” – йылмайырға, йомолған аҫҡы һәм өҫкө тештәрҙе күрһәтергә. Ирендәрҙе шул торошта 5-10 тиклем һанағансы тоторға.
“ Аҫҡы тештәрҙе таҙартабыҙ” – йылмайырға, ауыҙҙы асырға, телдеү осо менән аҫҡы тештәрҙең артындағы теш ҡаҙнаһын “таҙартырға”( уңға-һулға) ( 7-8)
“ Тау”-йылмайырға, ауыҙҙы асырға, телдең осо менән аҫҡы тештәргә таянырға, телдең “ арҡаһын” күтәрергә, телдең ситтәрен өҫкө тештәргә тейҙерергә. Телде шул торошта 8-10 тиклем һанағансы тоторға.
“ Кәтүк” – телдең осо менән алғы аҫҡы тештәргәтаянырға. Телдең ситтәрен өҫкө тештәргә тейҙерергә. Яҫы телде алға ауыҙҙан “тәгәрәтеп сығарырға” һәм ауыҙ эсенә “түшәккә” һалырға. 8-10 тиклем һанағансы эшләргә.
2. Һыҙғырыусы өндәр өсөн тын алыуға күнегеүҙәр:
“ Күбәләккә өрөү” – йылмайырға, ауыҙҙы асырға, яҫы телде аҫҡы ирендәргә һалырға(“Ҡоймаҡ” күнегеүе), күбәләк осоп китерлек итеп көс менән өрөргә.
“Тупты ҡапҡаға индер” –телдән торба эшләргә һәм туп (мамыҡ) ҡапҡаға инерлек итеп өрөргә.
“Һыҙғырыу” – телдән “тау” эшләргә. Телдең уртаһынан һыуыҡ һауа ағымын ебәрергә - с-с-с…Тештәр араһында тар ғына тишек ҡалдырып яҡынайтырға.
1. «Тел көнөн нисек башлай?»
Тел иртән тора ла:
- тышҡа сығып кирелә;
- шунан иртәнге һыуыҡтан ҡалтырана;
- өйгә кереп йыуына;
- шунан өйөн йыйыштыра: түшәмен (аңҡауҙы) һөртә, иҙәнен йыуып ала, тәҙрәләрен (сикәләрҙе) таҙарта;
- эше бөткәс тышҡа сығып атта йөрөй;
- тыштан ингәс сәй эсә, аыҙ ситенә буялған ҡаймағын ялап ала;
- шунан кәнфит ашай.
2. «Ат сабышы»
Ат сапҡан төҫлө итеп телде шартлатыу.
3. «Кемдең теле оҙонораҡ?»
Тел мөмкин тиклем алға таба сыға һәм 3-5 секундҡа шулай ҡатып ҡала.
4. «Тештәрең нисәү?»
Тел ярҙамында тештәрҙе һанау, тәүҙә аҫҡы, шунан өҫкө.
5. «Ябыҡ ҡапҡа»
Ирендәр ҡымтылған. Тел көс менән тышҡа сығырға тырыша, ә ирендәр ҡаршылаша.
6. «Ҡытыҡ килә»
Ауыҙҙы ябып, телдең осо менән яй ғына хәрәкәттәр яһап аңҡауҙы ҡытыҡлайбыҙ.
7. «Телде тешләү»
Аҡрын ғына итеп телдең осон, ситтәрен тешләп сығабыҙ.
8. «Акула тештәре»
Тел менән тештәрҙе үткерләйбеҙ, сарлайбыҙ: ике яҡтан да аҫҡы тештәрҙе, шулай уҡ өҫкөләрен дә.
9. «Осло ҡаҙаҡ»
Тел көс менән сикәне тишергә тырыша, ике яғын да, алмаш-тилмәш.
10. «Йөҙөк»
Телдең осо аңҡау буйлап артҡа таба бара һәм түңәрәк йөҙөк барлыҡҡа килтерә.
Артиткуляция күнегеүҙәре
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Бала йылмая.
Беҙ бер рәткә теҙелдек.
Аяҡ-ҡул менән түгел,
Аяҡ-ҡулдарҙы һелкәләр.
Тел менән эшләргә бел.
Телде ауыҙҙан сығаралар.
“Ҡоймаҡ” күнегеүе
Ҡояш кеүек көлә суйын таба,
Ипкенендә ҡауҙыр ҡуҙҙың.
Йоҡа ғына, үтә күренмәле
Ҡоймаҡ ҡоя Нәркәс.
“Тәмле варенье” күнегеүе
Бик уңған булырға оҡшай
Алмағаста быйыл алма.
Тик бер аҙ һутланһын әле,
Тәмле булыр ҡайнатма!
“Сынаяҡ” ” күнегеүе
Түгел ул етеҙ аяҡ,
Исеме ҡашығаяҡ.
Кәсә, туҫтаҡ, сынаяҡ-
Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.
“Йылан ыҫылдай” күнегеүе
Йыланға оҡшатып беҙ ҙә
Телде сығарайыҡ алға,
Тағы уны йәшерәйек
“Ш – ш - ш” тип әйтергә ҡала.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Комплекс артикуляционной гимнастики на звук ш | 12.96 КБ |
Комплекс артикуляционной гимнастики "Колобок" | 131.17 КБ |
К өнөнә артикуляция комплексы | 11.88 КБ |
artikulyatsiya_kompleksy.docx | 102.77 КБ |
tel_kunegeuzare.docx | 15.68 КБ |
Предварительный просмотр:
[ Ш] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Бала йылмая.
Беҙ бер рәткә теҙелдек.
Аяҡ-ҡул менән түгел,
Аяҡ-ҡулдарҙы һелкәләр.
Тел менән эшләргә бел.
Телде ауыҙҙан сығаралар.
“Ҡоймаҡ” күнегеүе
Уҡытыусы-логопед. Әйҙә, ҡоймаҡ ниндәй булғанын күрһәтәйек. Йылмай, ауыҙыңды ас, яҫы телде аҫҡы иренгә һал һәм 5 – 10-ға тиклем һанағансы тот.
Ҡояш кеүек көлә суйын таба,
Ипкенендә ҡауҙыр ҡуҙҙың.
Йоҡа ғына, үтә күренмәле
Ҡоймаҡ ҡоя Айзилә.
Балалар эшләйҙәр.
“Тәмле варенье” күнегеүе
Уҡытыусы-логопед. Һин варенье ашағанһың һәм иренең буялған икән тип күҙ алдына килтер. Уны яларға кәрәк. Йылмай, ауыҙыңды ас, ауыҙҙы япмай өҫкө ирендән вареньены тел менән ялап ал.
Бик уңған булырға оҡшай
Алмағаста быйыл алма.
Тик бер аҙ һутланһын әле,
Тәмле булыр ҡайнатма!
Бала эшләй.
Уҡытыусы-логопед. Әйҙә, телде сынаяҡҡа әйләндерәйек. Йылмай, ауыҙыңды ас, телде ауыҙҙан сығар һәм уны танауға һуҙ. Телдең ситтәре күтәрелгән булырға тейеш, өҫкө ирендәргә теймәй. Ошо торошта 5 – 10-ға тиклем һанағансы тот. Күнегеүҙе 3 -4 тапҡыр ҡабатла.
Түгел ул етеҙ аяҡ,
Исеме ҡашығаяҡ.
Кәсә, туҫтаҡ, сынаяҡ-
Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.
Бала эшләй.
“Ат саба” күнегеүе
Уҡытыусы-логопед. Ат тояҡтар менән нисек туҡылдағанын күрһәт әле: йылмай, ауыҙыңды ас, телде ныҡ итеп шалтылдат. Аҫҡы яңаҡ хәрәкәтләнмәй, тел генә эшләргә тейеш.
Топ – топ – топ итә
Тауға менһә, һоп итә.
Минең атым елдерә
Бар ергә лә өлгөрә.
Бала эшләй.
“Бәшмәк” күнегеүе
Уҡытыусы-логопед. Әйҙә бәшмәк эшләйек. Йылмай, ауыҙыңды ас, телде өҫкө аңҡауға йәбештер, телде шул торошта 5 – 10-ға тиклем һанағансы тот.(ауыҙ һәр ваҡыт асыҡ).
Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән.
Бала эшләй.
“Йылан ыҫылдай” күнегеүе
Уҡытыусы-логопед.
Йыланға оҡшатып беҙ ҙә
Телде сығарайыҡ алға,
Тағы уны йәшерәйек
“Ш – ш - ш” тип әйтергә ҡала.
Ҡулды алға һуҙабыҙ, бармаҡтар бергә йыйылған – тын алыу, яйлап ҡулды урынына ҡуябыҙ, үҙебеҙгә ҡыҫабыҡ – тынды сығарыу, шул уҡ ваҡытта һуҙып“ш – ш - ш” тип әйтәбеҙ.
Предварительный просмотр:
Артикуляция комплексы “Йомро икмәк”
Әбей менән бабай бик татыу йәшәгәндәр. Бер вакыт бабай әбейгә ҡарап былай тигән:
– Әбей, икмәк бешерер инең, ә? – тигән.
– Эй, нимәнән бешерәйем һуң, он юҡ бит.
– Эх, ҡарсык, йәшник төбөнән ҡырып, бура мөйөштәренән һепереп, бер-ике ус йыя алмаҫһыңмы һуң?
– Йыйып ҡарармын инде, улайһа.
Әбей, бәләкәй генә ҡанат менән йәшник төбөнән ҡырып, бура мөйөштәренән һепереп , бер-ике ус он йыйған. Әбей шул ондан йомро икмәк бешергән. (“Яңаҡтарҙы ҡабартабыҙ” күнегеүе) Йомро икмәкте бешергән дә тәҙрә төбөнә һыуытырға һалған, тәҙрәне асып ҡуйған. (“Көрәк” күнегеүе) Икмәк тәҙрә төбөндә ята торғас, кинәт һике өҫтөнә тәгәрәп төшкән, һике өҫтөнән иҙәнгә, иҙән буйлап ишеккә,унан, тупһа аша һикереп, өй алдына, өй алдынан тышҡы баҫҡысҡа, тышкы баҫҡыстан ишек алдына, ишек алдынан урамға сығып, юл буйлап тәгәрәп киткән. Ул тирә-яғына ҡарап барған. (“Сәғәт” күнегеүе) Йомро икмәктең ҡаршыһына ҡуян осраған. Уның йомро икмәкте ашағыһы килгән, хатта ирендәрен ялап алған. (“Тәмле варенье” күнегеүе) Ҡуян былый тигән:
- Йомро икмәк, мин һине ашайым!
- Ашама мине, мин һиңә йыр йырлайым.Мин – Йомро икмәк, Йомро икмәк, мине йәшник төбөнән ҡырҙылар, бура мөйөштәренән һеперҙеләр. Ҡаймак менән туҡынылар, майҙа баҫтылар, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да ҡастым, мин әбейҙән дә ҡастым, һинән дә, Ҡуян, ҡыйын булмаҫ ҡасыуы! Лә- лә –лә, лә – лә – лә!– тигән дә, үҙ юлынан тәгәрәп китеп тә барған. Ҡуян уны күреп кенә ҡалған…
Йомро икмәк тәгәрәүен белгән. Уның ҡаршыһына бүре килеп сыҡҡан. Бүре тештәрен ҡайрап ултыра, ти. (“Теш таҙалау” күнегеүе)
- Йомро икмәк, йомро икмәк мин һине ашайым,ашайым!
Уға ҡаршы йомро икмәк йырлай башлаған:
- Мин – Йомро икмәк, Йомро икмәк, мине йәшник төбөнән ҡырҙылар, бура мөйөштәренән һеперҙеләр. Ҡаймак менән туҡынылар, майҙа баҫтылар, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да ҡастым, мин әбейҙән дә ҡастым,ми Ҡуяндан да ҡастым, һинән дә, Бүре, ҡыйын булмаҫ ҡасыуы! Лә- лә –лә, лә – лә – лә! – тигән дә тәгәрәп киткән.
Йомро икмәк тәгәрәгән дә тәгәрәгән, уның ҡаршыһына бер ваҡыт айыу осраған. Ул телен сығарып, йомро икмәкте ашарға әҙерләнеп ултыра, ти. (“Сынаяҡ”күнегеүе)
- Йомро икмәк, йомро икмәк мин һине ашайым,ашайым!
- Ҡайҙа ул һиңә, Тайыштабан, мине ашарға! Мин – Йомро икмәк, Йомро икмәк, мине йәшник төбөнән ҡырҙылар, бура мөйөштәренән һеперҙеләр. Ҡаймак менән туҡынылар, майҙа баҫтылар, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да ҡастым, мин әбейҙән дә ҡастым,ми Ҡуяндан да ҡастым, Бүренән дә ҡастым, һинән дә,Тайыштабан, ҡыйын булмаҫ ҡасыуы! Ла- ла –ла, ла – ла – ла!– тигән дә тәгәрәп киткән.
Йомро икмәк тәгәрәгән дә тәгәрәгән, уның ҡаршыһына төлкө осраған:
- Йомро икмәк, һин ниндәй сибәрһең!
Уға йомро икмәк йырлай башлаған:
- Мин – Йомро икмәк, Йомро икмәк, мине йәшник төбөнән ҡырҙылар, бура мөйөштәренән һеперҙеләр. Ҡаймак менән туҡынылар, майҙа баҫтылар, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да ҡастым, мин әбейҙән дә ҡастым, мин Ҡуяндан да ҡастым, Бүренән дә ҡастым, Айыуҙан да ҡастым, һинән дә,Төлкө, ҡыйын булмаҫ ҡасыуы! Ла- ла –ла, ла – ла – ла!
- Ах, ниндәй матур йыр! Тик мин бик насар ишетәм, минең танауыма ултырып йырла! (“Әүһәләк” күнегеүе)
Йомро икмәк төлкөнөң танауына ултырған да йырлап ебәргән:
- Мин – Йомро икмәк, Йомро икмәк, мине йәшник төбөнән ҡырҙылар, бура мөйөштәренән һеперҙеләр. Ҡаймак менән туҡынылар, майҙа баҫтылар, тәҙрә төбөндә һыуыттылар. Мин бабайҙан да ҡастым, мин әбейҙән дә ҡастым,мин Ҡуяндан да ҡастым, Бүренән дә ҡастым, Айыуҙан да ҡастым, һинән дә,Төлкө, ҡыйын булмаҫ ҡасыуы! Ла- ла –ла, ла – ла – ла!
- Рәхмәт, Йомро икмәк, яҡшы йыр. Мин тағы ла тыңлар инем. Минең телемдең осона ултырып һуңғы тапҡыр йырласы” – тигән Төлкө һәм телен сығарған. Йомро икмәк төлкөнөү теленә ултырыуы булған, төлкө уны “һап!” итеп йотоп та ебәргән. (“Фокус” күнегеүе)
Предварительный просмотр:
К өнөнә артикуляция комплексы
“Маймыл ҡылана”. Тәүҙә ирендәрҙе “торба” һымаҡ алға һуҙабыҙ. Шунан ирендәрҙе киң йәйеп йылмаябыҙ, аҫҡә һәм өҫкө тештәр бергә күренә. (Һәр торошта 2-3 секунд торабыҙ. “Бер - ике, бер – ике…” тип тыныс һанап 6-10 тапҡыр ҡабатлайбыҙ)
“Маймыл үсекләшә”. Ҡарағыҙ, маймыл нисек үсекләшә – хатта телен сығара!Ауыҙҙы асабыҙ, яҫы телде аҫҡы ирендәргә һалабыҙ.(Телде ошо торошта 5-10 секунд тотабыҙ.) Шунан телде йәшерәбеҙ, ауыҙҙы ябабыҙ. (3-5 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
“Тәмле еләк”. Маймыл ҡыуаҡтағы тәмле еләккә теле менән тейергә ынтыла. Ауыҙҙы асабыҙ, телде “энә” һымаҡ осло итеп алға һуҙабыҙ. (Телде ошо торошта 5-10 секунд тотабыҙ.) Шунан телде йомшартып “көрәк” эшләйбеҙ. (3-5 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
“Аҫҡы тештәрҙе таҙалайбыҙ”. Маймыл тештәрен таҙаларға булған. Ул теле менән таҙалай белә. Бына ошолай. Ауыҙҙы асабыҙ, яҫы телдең осо менән аҫҡы тештәрҙе эске яҡтан һыйпайбыҙ. Тел өҫкә-аҫҡа хәрәкәт итә. (6-10 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
“Бешкән емештәр” Ә хәҙер маймыл бешкән еләктәрҙең һутын ялай. Бына ошолай. Ауыҙ асыҡ, тел ауыҙҙан сыҡҡан. Яҫы телдең осо танауға күтәрелә һәм эйәккә төшә. Ә хәҙер ауыҙ асыҡ, әммә тел ауыҙ эсендә хәрәкәт итә. Маймыл емештәрҙең орлоҡтары тешенә ҡыҫылғандә шулай итә. Яҫы телдең осо өҫкө тештәрҙең эске яғына, шунан аҫҡы тештәрҙең эске яғына ҡағыла. (6-10 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
“Бына нисек күп!” Маймыл ниндәй ҙур киҫәк бананды тешләгәнен күрһәтә. Бына ошолай. Ауыҙҙы асабыҙ, яҫы телдең осон аҫҡы тештәрҙең төбөнә терәйбеҙ. Тәүҙә телдең урта һәм артҡы өлөшөн ҡабартабыҙ – “тау” эшләйбеҙ, шунан төшөрәбеҙ – тау юҡ. (“Өҫкә- аҫҡа, өҫкә – аҫҡа…”командаһы буйынса 6-10 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
“Бына нисек тиҙ!” Маймыл ниндәй ҙур киҫәк бананды тешләгәнен һәм нисек тиҙ ашап бөткәнен күрһәтә! Ауыҙҙы асабыҙ, яҫы телдең осон аҫҡы тештәрҙең төбөнә терәйбеҙ. Телдең осон тештәрҙән айырмайбыҙ. Телдең урта өлөшөн ауыҙҙың эсенән “тәгәрәтеп” сығарабыҙ. Шунан уны ауыҙ эсенә йәшерәбеҙ. (“Алға-артҡа,алға- артҡа …”командаһы буйынса 6-10 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.)
Предварительный просмотр:
Артикуляция комплексы “Ҡышҡы көн”
“Тәҙрә” Ҡыштың бер көнөндә тел тышҡа сығырға булған. Ул үҙенең өйөнән сыҡҡан да, һыуыҡ тип кире ингән. Шунан тағын сығып ҡараған, тағы инеп киткән. (Тел ауыҙҙан ҡапыл сыға ла, кире йәшенә) | |
“Сәғәт” Һыуыҡтан ҡурҡыуын еңеп тышҡа сыҡҡан, тирә-яҡты ҡараған. Тирә-яҡ шундай матур, бөтә ер ап-аҡ! (Йылмайырға, ауыҙҙы асырға, телде уңға-һулға йөрөтөргә). | |
“Тәмле ҡайнатма” Тышта күп ҡар яуған. Ҡар бөртөктәрен ел өйөрөлтөп алып йөрөй. (Ауыҙҙы асырға, телдең осо менән ирендәрҙе яларға – 3 тапҡыр ике яҡҡа) | |
“Көрәк” Тел көрәген алған да ҡар көрәй башлаған. (Ауыҙҙы ҙур асырға, киң телде аҫҡы иренгә һалырға) | |
“Тау” Шунан ул тауҙан өйөргә булған. (Ирендәр йылмайған, телдең осо аҫҡы тештәр артына терәлеп тора, телдең уртаһы ҡабарып тора) | |
“Әүһәләк” Тауға бер менгән, бер төшкән. (Йылмайырға, ауыҙҙы киң асырға, телдең осо менән өҫкө тештәргә һәм аҫҡы тештәргә алмашлап тейергә) | |
“Сынаяҡ” Тел өшөп киткән дә инеп сәй эсеп алған. (Ауыҙҙы ҙур асырға, яҫы телде сығарып “сынаяҡ” формаһын бирергә) | |
“Ат саба” Тиҙҙән үҙенең атына ултырып Ҡыш бабай ҙа килер. (Телде өҫкө аңҡауға йәбештерергә, телде шалтылдатырға) | |
“Тумыртҡа” Ҡыш шулай һыуыҡ шул. (Телде өҫкө тештәр артына күтәрергә һәм тештәргә һуғырға: д - д – д…) |
Предварительный просмотр:
Уйын рәүешендә үткәрһәң, бала ихлас шөғөлләнәсәк.
Телмәрендә өн кәмселектәре булған балалар менән төрлө күнегеүҙәр эшләргә тәҡдим итәм. Сабыйға туған телендә өндәрҙе әйтеп өйрәнер өсөн тел, тештәр, эйәк, ирендәр, йомшаҡ һәм ҡаты аңҡау, сикәләр ярҙам итә.
Атай-әсәйҙәргә бәләкәс менән көҙгө алдында көнөнә 3 тапҡыр 5-7 минут, 5 йәшлектәр менән 15-20 минут шөғөлләнеү мөһим.
Тел күнегеүҙәрен башҡарғанда ауыҙ киң асыла, аҫҡы эйәк ҡыбырламай. Уйын рәүешендә үткәрһәң, бала ихлас шөғөлләнәсәк. Мәҫәлән:
Тел йоҡонан уянған да, йыуыныу бүлмәһенә ингән. “Тештәрен таҙарта” ( тел ауыҙ эсендә уңға-һулға йөрөй). Аҫҡы тештәрен, аҙаҡ өҫкө тештәрен таҙартҡан. Битен йыуған (малайҙы, сикәләрҙе һыйпап алабыҙ). Әсәһе иртәнге ашҡа саҡырған. М-м-м... тәмле генә “Ҡоймаҡ “ ҡойған икән (телде ҡоймаҡ кеүек яҫы итеп аҫҡы ирендәргә һалабыҙ). Матур “Сынаяҡтан” сәй эскән (яҫы телде өҫкә күтәрәбеҙ). Тел “Ишектәрҙе асҡан” (ауыҙ асыла), тышҡа уйнарға сыҡҡан датирә-яғына ҡараған – “Сәғәт” күнегеүе (телде уңға-һулға 4-5 тапҡыр йөрөтәбеҙ). “Бәүелсәктә” бәүелгән (телде өҫкә-аҫҡа йөрөтәбеҙ). Дуҫтары менән “Ат сабышы” уйнаған (ат сапҡан тауыш сығарабыҙ).
Тел күнегеүҙәрен беренсе тапҡыр эшләгәндә килеп сыҡмаҫҡа ла мөмкин, шуның өсөн атай-әсәйҙән түҙемлек талап ителә. Әгәр балаға 5 йәш тулып туған телдә өндәрҙе дөрөҫ әйтмәһә, борсолорға урын бар. Неврологка, психолог, логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бала мәктәпкә барғансы был ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тейеш, юҡһа, уҡый башлағас, комплекстар барлыҡҡа килеүе ихтимал.