Уҡыусылар өсөн

Солтанова Әлфиә Владик ҡыҙы

Был ҡыҙыҡлы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Мәғлүмәт15.07 КБ

Предварительный просмотр:

Быны беләһегеҙме.

  Башҡортостанда 600- гә яҡын ҙур һәм бәләкәй йылғалар бар. Ә 10 километрҙан ҡыҫҡараҡ йылҡаларҙы иҫәпкә индерһәк, 10000-дән артып китә.

  Йылғаларыбыҙҙың бер нисәһенең оҙонлоғ: Ағиҙел - 1420 км; Ҡариҙел – 918 км; Һаҡмар – 760 км; Дим - 556 км; Әй – 549 км Йүрүҙән - 404 км; Инйәр – 307 км; Таналыҡ – 225 км; Сөн – 209 км; Ашҡаҙар – 165 км.

   

     Туйғансы йоҡларға кәрәк.

  Бер аҙна буйы тәүлек һайын өсәр-дүртәр сәғәткә аҙыраҡ йоҡлау хатта йәш, сәләмәт кешеләргә лә кире йоғонто яһай. Дайми рәүештә туйғансы йоҡлай алмау хәтер буталыуға, зиһен тарҡалыуға, холоҡ боҙолоуға килтерә. Өлкән кешегә тәүлегенә уртаса 8 - 9 сәғәт йоҡларға кәрәк.

               Иң эҫе көн.

   Гиннестың рекордтар китабында донъялағы иң эҫе көн теркәлгән. Бынан 80 йыл элек, 1922 йылдың 13 сентябрендә, Ливияның Эль-Ализия ауылында күләгәләге иң юғары температура - +58 градус теркәлгән. Ҡояш яҡтыһындағы температураны үлсәй алмағандар, күрәһең, термометр түҙмәгәндер.

   Беҙҙең төп ризығыбыҙ – икмәк. Рәсәйҙә икмәкте бойҙай һәм арыш ононан, ә был ашлыҡтар үҫмәгән ерҙәрҙә башҡа бөртөклө культураларҙан бешерәләр. Мәҫәлән, Ҡытайҙа – дөгөнән, Скандинавияла – арыштан һәм арпанан, Һиндостанда – тары ононан. Ҡайһы бер илдәрҙә был маҡсатта фасоль, картуф, хатта сәтләүек тә файҙаланалар.

   Иң беренсе булып икмәкте беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл элек Мысырҙа уйлап табалар.