Күңелем йылыһын өләшәм балаларға,
Милли рух - ул йәшәү асылы.
Халҡым ынйыларын тиҫпей-тиҫпей
Бөйәкләнә сабый аҡылы.
Йөрәгемде балаларға бирәм:
Һис урын юҡ илке-һалҡыға,
Хеҙмәтемдең аҫыл емештәре
Бүләк булһын ерем, халҡыма!