Дәрес өлгөләре,презентациялар

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тел ас ҡ ысы – иман биргән Һөйөклө туған телем. Ү ҙ телемдә һе ҙ гә сәләм: Әссәләмәғәләйкүм! Әссәләмәғәләйкүм!

Слайд 2

Эй туған тел, эй матур тел, Атам, әсәмдең теле! Донъяла күп нәмә белдем Һин туған тел ар ҡ ылы. Ғ.Ту ҡ ай

Слайд 3

Иле барҙың-теле бар

Слайд 4

н-ң ҡан- таң тун туң мен –мең мин - миң ун – уң тин –тиң ен – ең өн - өң

Слайд 5

у –ү айырыу –бейеү дауыл – дәүләт ауыл – еүеш һыуыҡ -һүтеү

Слайд 6

с -ҫ сәс – бәҫ тос –төҫ усаҡ –уҫаҡ сисә -иҫә Теле юҡтың иле юҡ, Иле юҡтың көнө юҡ

Слайд 7

Минең тыуған ерем,илем

Слайд 8

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Слайд 9

а=ы Башҡорт балы

Слайд 10

а=у Ҡурай

Слайд 11

эпосы « Урал батыр » эпосы

Слайд 12

р =лг ле =н мерй әһемә Шүлгәнташ мәмерйәһе

Слайд 13

Шүлгәнташ мәмерйәһе

Слайд 14

С алауат Юлаев һәйкәле е

Слайд 15

Янғантау ы=а

Слайд 16

Янғантау

Слайд 17

Ҡыҙыл ый о у тоҙ ь минераль + у ш Красноусол минераль шифаханаһы һы +

Слайд 18

Красноусол минераль шифаханаһы

Слайд 19

Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар Телде ң к ү рке- һүҙ Аҙ һөйлә күп эшлә . Тел Төркөстанға илтер. Тел ө ҫтөндә бал, тел аҫтында тал . Терелткән дә тел, үлтергән дә тел . Татлы тел таш ярыр. Теле н тыйған - аҡыллы .

Слайд 20

Өйгә эш 1. – туған тел тураһында 1 мәҡәл белеп килергә 2.– “ Туған тел ” тураһында шиғыр ятларға 3. – тел тураһында кескәй хикәйә ижад итеп ҡ арарға

Слайд 21

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Дүшәмбелә йүгерәбеҙ, Шишәмбелә һикерәбеҙ, Шаршамбыла туп уйнайбыҙ, Йомаламы,йомаламы ? Тик ял ғына итәбеҙ.

Слайд 2

Л = Ң Саңғы

Слайд 3

Й =П Туп

Слайд 4

, , Футбол

Слайд 5

А=Я Ярыш

Слайд 6

К= Ҡ Ка + Ка ток

Слайд 7

с а ң ғ ы т у п ф у т б о л я р ы ш к а т о к

Слайд 8

Баш ҡортостан ҡалаларында спорт

Слайд 9

Спорт төрҙәре

Слайд 10

х оккей сы сы сы к өр ә ш й өҙөү лар лар лар лар ләр ләр шахмат у ҡ атыу саңғы се се сы

Слайд 11

Ма́ксимЧу́дов Башҡортостан Республикаһы Михайловка ауылында 1982 йылдың 12 ноябрендә тыуған . Өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙағы Олимпия уйындары - 2010 бронза призеры. Рәсәйҙең арҡаҙанған спорт мастеры .

Слайд 12

Гали́на Ку́клева Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында 1972 йылда тыуған. Рәсәй биатлонисткаһы, олимпия һәм өс тапҡыр донъячемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Слайд 13

Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы ( 27 ғинуар 1941 —1993) Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы , мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы.

Слайд 14

Ирек Маннанов 1970 йылда Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Беренсе алтын миҙалын 1998 йылда алған.

Слайд 15

күнекмәләр-тренировки боронғо-древний үҙәк-центр һөйөүселәр-любители киләсәктә-в будущем

Слайд 16

Бәләбәй ҡалаһы спорткомлексы

Слайд 17

Хәрәкәттә -бәрәкәт. Һаулығың- байлығың. Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух

Слайд 18

1.Салауатта ниндәй спорт төрө үҫешкән? б) йөҙөүселә,саңғысылар 2.Белоретта ниндәй спорт төрө үҫешкән? а) тау саңғысылары 3.Бөрөлә кемдәр тәрбиәләнә? а) уҡ атыусылар 4.Мәләүездә ниндәй спорт төрө алға киткән? а) ат спорты 5.Ишембайҙа ниндәй спорт төрҙәре үҫешкән? б)шахмат 6.Бәләбәйҙә ниндәй спорт төрө алға киткән? а) көрәш



Предварительный просмотр:

                 Тема:  Йыл   миҙгелдәре. Һорау  алмаштары. 5 класс

                                                                       

Маҡсат:

1.Предмет буйынса :“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү;

2.Универсаль уҡыу төрҙәрен үҙләштереү:үҙ аллы белем алырға,яңы мәғлүмәтте тупларға һәм ҡуллана белергә өйрәтеү,төркөмдәрҙә эшләү һәләтен, һөйләү телмәрен һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу.

3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:Тыуған ергә,тәбиғәткә иғтибарлы булыу, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һөйөү уятыу, кешелек сифатын тәрбиәләү.

Һорау  алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Күҙалланған һөҙөмтәләр:

Метапредмет-ара: тексты уҡыу, аңлау, үҙ фекереңде әйтә белеү, төркөмдәрҙә эшләргә өйрәнеү.

Шәхсән: алған белемде тормошта дөрөҫ ҡулланырға, һаҡланыу сараларын белеү, киҫкен ситуацияларҙа юғалып ҡалмау.

Премет-ара: тәбиғәт, география, халыҡ ижады өлгөләре.

Эш алымдары: Дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү, йыл миҙгелдәре билдәләрен белеү, йомаҡтар сисеү, ҡағиҙә уйлау, тасуири уҡыу, төркөмләп эшләү.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге: уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу, эшкә йүнәлеш биреү, тикшереү, дөйөмләштереү, һығымталар яһау.

Уҡыусылар эшмәкәрлеге: дәрескә маҡсат ҡуйыу, тормошҡа ашырыу, уҡытыусы менән берлектә эшләү, үҙ фекереңде белдереү, һығымта яһау.

 Дәрес төрө: яңы белем алыу, үтелгәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү;

 Йыһазландырыу: слайдтар, һүрәттәр,дәреслек,карточкалар,интерактив таҡта

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.(психологик момент).

Һаумыһығыҙ! Һаумы, һаумы!

Һаулашам - сәләм бирәм.                                   

“Һаумы” тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға еткерәм.                           (Р.Ураҡсина

Хәйерле көн, уҡыусылар! Һеҙҙе күреүемә шатмын. Минең исемем Ситдиҡова Рәйсә Сәлимйән ҡыҙы. 1-се урта мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Бөгөн һеҙҙә дәрес үткәрәм.  

  1. Артикуляцион күнегеү.

 Өн-ижектәрҙе уҡыу.

         Ла-лә-ло-лө.

         Тар-тәр-тор-төр

         Һа-һә-һо-һө

         Ҙар –ҙәр-ҙор-ҙөр

Ҡар яуа, 
Ҡар яуа, 
Ҡарға тулған 
Бар һауа. 
Ҡар яуа, 
Ҡар яуа, 
Өҫтөбөҙгә күк ауа! 

  1.  -Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлау өсөн таҡтала бирелгән йомаҡтың яуабын сисергә кәрәк буласаҡ.

          (Бер уҡыусы матур итеп уҡып ишеттерә)

Бер ҡарттың ун ике улы бар,

Шуларҙың өсәүһе һоро көпө кейә,                     

Өсәүһе йәшел күлдәк кейә,                          

Өсәүһе һары сәкмән кейә,

Өсәүһе аҡ тун  кейә.                      (йыл миҙгелдәре)

Эйе ,йыл миҙгелдәре!!!

-Әле ниндәй йыл миҙгеле?Ҡыш миҙгелендә нисә ай бар?(ҡыш.өс  ай)

- Балалар нисә йыл миҙгеле  бар?

-Бөгөн көн ниндәй?

- Бөгөн ниндәй число?Аҙнаның нидәй көнө?(20февраль,шишәмбе)

-Беҙ мәктәпкә ҡасан барабыҙ?Ниндәй миҙгелдә?(Көҙ көнө)

-Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?(Башҡортостанда)

-Һеҙ нисәнсе класта уҡыйһығыҙ?(бишенсе)

-Мәктәптә һеҙ кем?(уҡыусылар)                 (Һорауҙарҙы таҡтаға элеп барам)

-Был ниндәй һүҙҙәр? Был һүҙҙәр беҙгә кәрәкме?Ни өсөн?

 (һорауҙар,тимәк һорау алмаштары)

4. Дәрестең маҡсаты.  

Әйҙәгеҙ әле,дәрестең маҡсатын асыҡлап китәйек.

-Беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ бөгөнгө дәрестә?

Дәресебеҙҙең маҡсаты: йыл миҙгелдәре  тураһында һөйләшербеҙ,һорау алмаштарын  телмәрҙә ҡулланырға өйрәнербеҙ.

Был маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн беҙгә дәрестә киләһе һүҙлек  һүҙҙәре кәрәк буласаҡ.

  • яҙ-весна                                    көслө -сильный
  • ҡыш-зима                                ямғыр -дождь
  • һалҡын-холодно                     йылы-тепло
  • көняҡтан-с юга                       ҡояш -солнце
  • иҫә-дует                                    ел-ветер
  • ҡыҙҙыра-греет                        ҡар-снег
  • ирей-тает                                  быҫҡаҡ-проливной

  • Ошо һүҙҙәр менән  һүҙбәйләнештәр төҙөп үтәйек.

     Һалҡын көн,ҡар ирей,көслө ел,ҡояш ҡыҙҙыра,ямғыр яуа,һалҡын ел иҫә һ.б.

  • Ә хәҙер мин һеҙгә үҙбәйләнештәр әйтәм ,ә һеҙ тәржемә итегеҙ.

5.         Төп өлөш.

   Әйҙәгеҙ миҙгелдәр тураһында дәреслектән шиғырҙар  уҡып  үтәйек.Был шиғырҙарҙы һеҙ уҡып ниндәй миҙгелгә тап килгәндәрен билдәләргә тейешһегеҙ.      

  ( Балалар шиғыр дәреслектән уҡый)48-се бит

         

Ағас баштары                                       Ҡырға аҡ ҡарҙан  

Булды һап-һары,                                  Юрған ябылған,

Көслө елдәрҙә                                Ер яҙға тиклем

Япраҡ өҙөлә,                                Йоҡоға талған.

Ергә түгелә. ( Ғ.Ғүмәр)                        (Ғ.Туҡай)

Сыйырсығым, ҡошсоғом,                Ҡупшы күбәләктәр оса

Хәҙер  бында ҡыш түгел,                Йылы көнгә наҙланып

Матурым, һин кил инде,                Тау битләүенә килегеҙ,

Өйөң өлгөрҙө бөгөн.                        Еләк бешкән балланып.

                        ( М.Кәрим)                                        (Г.Юнысова)

2.Һүҙбәйләнеште дөрөҫ билдәләүгә эш.   Төркөмдәрҙә эшләү.

( Таҡталағы һүҙбәйләнештәрҙе йыл миҙгелдәренә айырырға)

ҡар ирей                      тамсы тама                    ҡоштар ҡайта

   ҡояш ҡыҙҙыра                 көслө бурандар             Ҡыш бабай килде

       матур сәскәләр          көндәр йылы                  ҡар яуа

      быҫҡаҡ ямғырҙар           ҡоштар китә                  япраҡтар ҡойола

Ҡыш                        Яҙ                        Йәй                        Көҙ

3.Ял минуты.

 Минең арттан ҡабатла!

Бейейбеҙ!

Алға,артҡа!

Етеҙерәк!

Һикерәбеҙ!

Әйләнәбеҙ!

Атлайбыҙ!

4.Дәреслек менән эш.22-се күнегеү,54-се бит.Һорауҙар урынына кәрәкле һүҙҙәр ҡуйып һөйләмдәрҙе тулыландырып яҙып эшләү.Һәр төркөм  

Декабрь,ғинуар,февраль- (ниндәй)айҙары.Көҙ көнө(ниндәй?) ямғыр яуа.Йәй көнө(нимә)ҡыҙҙыра.Яҙ көнө ҡоштар(ҡайҙан?)ҡайталар.

 

5.Диалогты тултырыу.Ролдәргә бүлеп уҡыу.

-Йә,Коля,әйт әле,ниндәй йыл миҙгелдәрен белдең?

- ........................

-Дөрөҫ,ә хәҙер ниндәй йыл миҙгеле?

-..............................

-Ҡыш айҙарын һанап сыҡ.

-..............................

-Яҡшы.Ә һиңә ҡыш оҡшаймы?

-.......................

-Коля,ә ниңә һин ҡышты яратаһың?

-.........................

6.Рефлексия. Йомғаҡлау.

-Балалар һеҙгә дәрес оҡшанымы?

-Һеҙгә нимәләр аңлашылманы?

- Баһалап китәйек.Кем иң яҡшы эшләне дәрестә?

-Нисек уйлайһығыҙ ,дүрт миҙгел араһында иң яҡшыһы ниндәй?(Миҙгелдәрҙең дүртеһе лә матур,береһе булмайынса икенсеһе килмәй)

Ниндәй миҙгелде яратһаҡ та, беҙ һаҡсыл булырға тейешбеҙ.

 Көҙ-  көндәр һалҡын, ямғыр яуа, һыуыҡ. Ҡалын итеп кейенеп йөрөргә кәрәк.

Ҡыш- ҡоштарға, йәнлеклектәргә ауыр ваҡыттар килә. Ҡоштарға ярҙам итергә кәрәк.

Яҙ- тәүге сәскәләр умырзая сыға. Уларҙы өҙөргә ярамай, сөнки улар “Ҡыҙыл китапҡа” ингән. Бик һирәк ҡалған.

Йәй- уҡыусыларҙың йәйге каникулдары башлана. Һыу буйҙарында , урманда һаҡ булырға кәрәк.

Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә беҙ һау, сәләмәт булырбыҙ. 

7.Өй эше.

1.Үҙегеҙгә оҡшаған йыл миҙгеле тураһында һүрәт төшөрөп килергә

2.Һүрәт төшөрөп  бәләкәй генә (3-4 һөйләмдән торған)хикәйә төҙөп килегеҙ.

3.Йыл миҙгелдәре тураһында берәй шиғырҙы тасуири уҡып килеү.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Һаумыһығыҙ! Һаумы, һаумы! Һаулашам – сәләм бирәм. “Һаумы” тигән һәйбәт һүҙҙе Бар донъяға еткерәм .

Слайд 2

Ла-лә-ло-лө Тар-тәр-тор-төр Һа-һә-һо-һө Ҙар-ҙәр-ҙор-ҙөр

Слайд 3

Ҡар яуа, Ҡар яуа, Ҡарға тулған Бар һауа. Ҡар яуа, Ҡар яуа, Өҫтөбөҙгә күк ауа!

Слайд 4

Бер ҡарттың ун ике улы бар, Шуларҙың өсәүһе һоро көпө кейә, Өсәүһе йәшел күлдәк кейә, Өсәүһе һары сәкмән кейә, Өсәүһе аҡ тун кейә. Йыл миҙгелдәре

Слайд 5

Йыл миҙгелдәре Яҙ-весна Йәй-лето Көҙ-осень Ҡ ыш-зима

Слайд 6

Һүҙлек һүҙҙәре яҙ-весна көслө -сильный ҡ ыш-зима ямғыр -дождь һ алҡын-холодно йылы-тепло көняҡтан-с юга ҡояш -солнце иҫә-дует ел-ветер ҡыҙҙыра-греет ҡар-снег ирей-тает быҫҡаҡ-проливной

Слайд 8

-Коля,әйт әле,ниндәй йыл миҙгелдәрен белдең? - Ҡыш,яҙ,йәй,көҙ. -Дөрөҫ,ә хәҙер ниндәй йыл миҙгеле? - Ҡыш. - Ҡыш айҙарын һанап сыҡ! - Декабрь,ғинуар,февраль. -Яҡшы.Ә һиңә ҡыш оҡшаймы? - Эйе,оҡшай! -Коля,ә ниңә һин ҡышты яратаһың ? - Сөнки,Ҡыш бабай бүләктәр алып килә,санала шыуып була.

Слайд 9

Өй эше: 1.Һүрәт төшөрөп килергә 2.Һүрәт төшөрөп бер нисә һөйләм яҙырға 3.Йыл миҙгелдәре тураһында шиғыр табып тасуири уҡып килергә

Слайд 10

И ғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Халыҡтың фольклор ғөрөф-ғәҙәттәре  нигеҙендә йәш быуынға әхләҡи

тәрбиә һәм белем биреү

Бөгөн һеҙҙең менән күрешеп-аралашыу бәхетенә ирешеүемә бик шатмын. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә.                 Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен,фольклор жанрҙарын  ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор- үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы. Милли йолалар,байрамдар тарих менән һәр ваҡыт бергә атлай.Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Халыҡ ижады, фольклор байрамдар ,милли йола , ғөрөф-ғәҙәттәрҙе  өйрәнеү  һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.

Күрше милләт халҡы менән яҡын ҡатышып йәшәү,  йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Быны бигерәк тә башҡорт һәм рус халыҡ байрамдарында,йолаларҙа,уйындарҙа күреп була. Мәҫәлән,башҡорт халҡында Наурыз байрамы бар.

Слайд 2

“Науруз” – фарсы һүҙе, “яңы көн” тигәнде аңлата. Был байрам көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә.
Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул. Был күңелле байрамда төрлө ярыштар үткәрелә.Уйын –көлкө, йыр – бейеү күп була.

     Рус халҡында ла ошондай Наурыз байрамына оҡшаған Маленица байрамы бар.Был байрамда ла  ҡышты оҙатыу яҙҙы ҡаршылау күҙ уңыда тотола,уларҙа ла милли аҙыҡтар әҙерләнә,улар ҡояшҡа табынып уның бөтә тереклеккә  көс биреүенә ышанып ҡоймаҡ бешерәләр бит инде.Ҡоймаҡ тимәк ул -ҡояш. 

Тимәк,был байрамдарҙың уртаҡ яҡтары бик күп тиһәк тә була.Был ике байрамды ла ғаилә,туғандар менән үткәреү ,берҙәм булыу күҙ уңыда тора. Баланың тормош сығанағы булып ғаилә һанала.Балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләү тәү сиратта ғаиләгә ҡайтып ҡала. Туған тел ҡәҙерен аңлаған һәр ғаилә үҙ балаһына туған телен биләүҙән өйрәтә: туған телендә бишек йырын көйләй, әкиәттәрен һөйләй һәм бала үҫә төшкәс милли йолаларҙы, байрамдарҙы  күрә, өйрәнә, ҡыҙыҡһына башлай.Һәм мин бөгөнгө оҫталыҡ класымда ошо ике  байрамды сағыштырып ҡарау.

    Һәр дәрестең башында уҡ уҡыусыларҙың иғтибарын яулау өсөн мин грамматик темаға ярашлы әйтем, йыр, йә булмаһа, тиҙәйткестәр алам, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итәм.

  1. (Речевая разминка)    Слайд 3

ә,ө,ү,ҡ,ғ,һ,ҙ,ҫ,ң

Ҡа-ҡә-ҡо-ҡу
Ға-ғә-ғо-ғу

Кө-кө-көн
Тө-тө-төн

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

  Бында байрам бар-бар-бар.

  1. Һүҙлек эше.

Наурыз-Науруз ,яҙ килә-весна идет,ямғырға-к дождю,көн-день,байрам-праздник,

3.Наурызды саҡырыу.      

   Рус халҡының Масленица байрамында  төрлө саҡырыуҙар булған.     Слайд 4.

Байрамға ҡысҡырып саҡырып йөрөгәндәр.

  Беҙҙең Наурыз байрамында шундай саҡырыуҙар бар.Әйҙәгеҙ әле беҙҙә Наурызды саҡырып алайыҡ.        

    Бындай ҡыҫҡа ҡыҙыҡлы шиғырҙар балаларҙың телмәрен дә  шымарта,һүҙлек запасын да арттыра һәм шулай уҡ телгә ҡыҙыҡһыныуҙы  арта.

Наурыз килде,тиҙ килде,         Слайд   5           По группам.Карточки цветные.

Наурыз килде яҙ килде,

Яҙ менән муллыҡ килде.

4.Байрамдарҙа һәр яңы көнгә ҡыуанып,яҙ килеүенә шатланып йырҙар яңғыраған. Наурыз байрамында инде яҙ килеүен,ерҙе яңы йылға уятыу өсөн төрлө йырҙар йырлағандар,бейегәндәр.

   Йыр дәрестәрҙә телмәр аралашыуын булдырыуға булышлыҡ итә,

уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итә, арығанлыҡты бөтөрә,эмоциональ йоғонто яһай.

  1.                       Слайд   6

Ел йылы һәм иркә,
Ҡояш та йылмая.
Бар донъя уяна,
Бар донъя уяна.
Яҙ килә, яҙ килә сәскәләр уяна
Йөрәккә яҙ килде
Бар донъя ҡыуана
Яҙ килә, яҙ килә сәскәләр уяна
Йөрәккә яҙ килде
Бар донъя ҡыуана.Яҙ килә

4.Мәҡәл-әйтемдәр һәм һынамыштар  –ул халыҡ аҡылы,хазинаһы тиҙәр.Байрамдарҙа ла мәҡәл әйтемһеҙ булмай,көндөң торошон юрағандар,хеҙмәт тураһында  мәҡәлдәр әйтешкәндәр. Мәҡәлдәр- әйтемдәр баланың тормош тураһындағы аңын байыта, хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштерә.

 Слайд 7  Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә- (Готовь сани летом, а телегу (зимой)  Слайд  8    Ағас емеше менән- кеше эше менән.( Дерево плодами, а человек делами.)

                                     Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.(По труду и честь)
                                     Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа,аяҙ була.

Слайд   9       Көн ҡыҙҙырһа-ямғырға.

Слайд   10     Мартта көн менән төн- тиңләшә. 

Шулай итеп,  мәҡәл һәм әйтемдәрҙе ҡулланыу балаларға башҡорт

халык ижадына мөхәббәт тәрбиәләргә, уҡыусыларҙың фекерләү дәрәжәләрен,

һөйләм телмәрен үҫтерергә ярҙам итә.

Ручеёк.    Башҡортса Сума өйрәк,сума ҡаҙ.

Выбирается водящий, остальные делятся на пары, желательно разнополые, и сцепляют руки.

Пары встают дуг за другом, образуя коридор и поднимая руки вверх.

Водящий входит  в образованный коридор с одного конца и двигается в другой конец коридора, по дороге выбирая себе пару.

Он берет понравившегося ему человека за руку, расцепляя стоящую пару. Новая пара вместе идет в конец «ручейка» и встает там, подняв руки вверх.

Освободившийся игрок становится водящим, идет в начало «ручейка»и заходит в коридор, выбирая себе человека для пары и так далее, пока всем не надоест играть.

Если играет очень много народу, водящих может быть несколько.

Игру желательно проводить в  темпе, так веселее (только представьте, что только вас выбрали и вы встали, сцепив руки в новой паре, как вас опять выбирают еще раз и снова тянут в ручеек).

6.Байрамдарҙа күңелле йырлы уйындар ҙа уйнағандар.Ярыш уйындары  ла уйналған.  Мин һеҙгә Сума өйрәк уйынын тәҡдим итәм.Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.Был уйын рус халҡының Ручеек йә иһә ул Гори гори ясно уйынына оҡшаған.

Сума өйрәк,сума ҡаҙ  -2раз                        Слайд   11

Ағын һыуҙы ярата,ярата,ярата-  2раз

Айгөл кемде ярата?  -2раз

Әлфиәне ярата,ярата.-  2раз

7.Рефлексия.  Если согласны, то хлопайте.Если нет, то топайте.

- Наурыз – башҡорттарҙың байрамы(праздник всех  башкир) (хлопок)

- Башҡорттарҙың милли ашы– хачапури (топот)

- Масленница байрамына – бауырһак бешерәләр (топот)

- Бишбармакты ашайҙар– француздар (топот)

- Масленица рус халҡының байрамы.хлопок)

- Наурыз , яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы.  (хлопок)

Слайд   12     Наурыз,масленица кеүек  байрамдар  аша киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләргә мөмкин икәнлеген күрергә була.  Үҫеп килгән быуында халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә hөйөүҙе боронғо ошондай фольклор байрамдары ярҙамында тәрбиәләүҙең файҙаhы баhалап бөткөhөҙ . Башҡорт халҡының фольклоры бик бай.Рус халҡы менән башҡорт халҡының фольклорының  уртаҡ яҡтары ла бик күп .Төрлө телдә һөйләшеүгә,йолалар,ғөрөф ғәҙәттәрҙең төрлө булыуына ҡарамаҫтан ,халыҡ  татыу,берҙәм  бер ғаилә булып йәшәргә тырыша.

Уҡыусылар менән ошондай эш төрҙәрен башҡарыу уларҙы эшкә активлаштыра, ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтә, үҙ фекерен туплап әйтә белергә өйрәтә. Дәрестәрҙә фольклор жанрҙарҙы ҡулланыу ҙур

әһәмиәткә эйә.

Шулай уҡ дәрестәрҙә предмет-ара бәйләнеш булдырыуға ярҙам итә. Ә был бөгөнгө дәрескә талаптарҙан сығып ҡарағанда бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Слайд   13      Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!