Главные вкладки
МОБУ ООШ с. Новые Маты Бакалинского района РБ
сайт школы
Регион: РБ
Населенный пункт: с. Новые Маты
Количество учащихся: 53
школа основана в деревне в 1886 году.
Дополнительная информация
Беҙҙең ауылда мәктәп 1886 йылда асыла. Халыҡ училищелары эштәре буйынса департаменттан алынған рөхсәт ҡағыҙында былай тип яҙылған: «Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Яңы Маты һәм Бозор ауылдарында һеҙ планлаштырған шарттарҙа (йәғни йыл һайын һәр училищеға 280 һум аҡса бүлеп) керәшен татарҙары өсөн Халыҡ министрлығының бер класлы инородецтар башланғыс халыҡ училищелары булдырырға ».
1890 йылда 3 класлы (кесе, урта, өлкән) училищеға әйләнә. Ауылдаштар: Савельев Дмитрий Иванович, Савельев Капитондар һөйләүҙәре буйынса был йылдарҙа 15-ләп бала уҡыған, уларҙы Трофимов Григорий уҡытҡан. Ул Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған. Дәрестәр урыҫ телендә барған. Арифметика, уҡыу, яҙыу, йыр дәрестәре керә. Йыр дәрестәрендә доғалар өйрәнгәндәр, уны Иҫке Матылағы сиркәүгә барып, поп ҡаршында йырлап күрһәткәндәр. Мәктәптә ҡыҙҙар әҙ булған. 1900 йылда 17 баланың 1-һе ҡыҙ бала – Биккинина Мария Артемьевна була.
1903 йылда уҡыусылар һаны 40-ҡа етә. 1914 йылда мәктәп дүрт йыллыҡ – ике класс-комплектлы була. Уҡытыусылар: Артемьев П. В. һәм Мария Алексеевна (поп ҡыҙы).
1919 йылда Павел Васильевич граждандар һуғышына китә һәм аҡтар тарафынан үлтерелә.
Был йылдарҙа мәктәптең үҙ бинаһы булмай, уҡыуҙар Чернов Лаврентий Федотович, Емашев Сергей, Емашева Анастасия йорттарында үтә.
1918 йылдың 30 сентябрында ВЦИК-тың ҡарары буйынса, 1919 йылды Совнаркомдың декреты буйынса, 8 йәштән 50 йәшкә тиклем бөтә кеше лә уҡый-яҙа белергә тейеш. Шунлыҡтан, 1919 йылда ауылда ликбез асыла. 1920 йылда ликбез нигеҙендә башланғыс мәктәп асыла. Уҡыу мотлаҡ була, татар телендә алып барыла.1935 йылдарҙа балалар һаны 110-120-гә етә. 1937 йылда ете йыллыҡ уҡыу кертелә. Районда ике генә урта мәктәп булғанлыҡтан, беҙҙең ауыл уҡыусылары Ҡорос урта мәктәбенә барып уҡыуҙарын дауам иткәндәр. Был мәктәпте тамамлап, уҡытыусылар булып эшләгән ауылдаштарыбыҙ: Данилова Мария Алексеевна, Мрясова З. В., Емашева Раиса Николаевна, Сергеевна Анна Деомедовна, Ишинбаева Любовь Тимофеевна.
1956 йылда яңы 2 класлы бина төҙөлә. Уҡыусылар 200-ҙән артҡанға, 2 смена уҡыйҙар. 1958 йылда 8 йыллыҡ политехник мәктәп тураһында закон ҡабул ителә. Мәктәп мастерскойы төҙөлә:2 класлы 50 урынлы.
1962 йылдарҙан уҡыусылар хеҙмәт бригадалары ойошторола. Балалар кукуруз, сөгөлдөр үҫтерәләр, картуф алышалар.
1964 йылда яңы мәктәп төҙөлә, уҡыу бер сменала алып барыла.