Главные вкладки
Нафикова Ильсия Валиулловна
сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Изучение ИКТ и применение в обучении
Увлечения: Кулинария
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г.Белорецк
Место работы: МОБУ СОШ №21
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/nafikova-ilsiya-valiullovnaО себе
Минең тәрбиәүи фәлсәфәм.
(эссе)
Тәрбиәһе булмаған ерҙә гүзәл ашлыҡ етешмәгән кеүек, тейешле тәрбиә бирелмәгәнлектән, гүзәл кеше лә етешмәҫ. Бындай тәрбиә иң кәрәкле бер эш буласаҡтыр.
(Ризаитдин Фәхретдин)
Уҡытыусы! Күпме сабыйҙарҙы йән йылыһын биреп йылытҡан, педагогик һәләте, психологик оҫталығы менән күпме балаға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән уҡытыусы! Ниндәй генә цивилизациялы тормош шарттары булмаһын, уҡытыусының йәнле һөйләүен, яғымлы, наҙлы күҙ ҡарашын алмаштырырлыҡ бер нәмә лә уйлап табып булмаҫ. Информацион- техно-логик саралар уҡытыу эшсәнлеген еңеләйтеү бурысын үтәһәләр ҙә, яңы осор мәктәбен бары- бер уҡытыусыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Уҡытыусы иң изге кешеләр рәтендә. Ул балаларҙың күңелдәренә нур һәм йәм өҫтәүсе. Үҙемдең беренсе класҡа уҡырға барыуым, уның тулҡынландырғыс тәьҫирҙәре, беренсе уҡытыу-сымдың наҙлы ҡарашы мине мөғәллим һөнәрен һайларға этәрҙе. Беренсе класҡа уҡырға барған көндәремде иҫкә төшөрәм. Атайым менән әсәйемдең миңә ап-аҡ алъяпҡыс менән ҡара күлдәк, аяғыма өр- яңы сандалиҙар алып ҡайтып биргәне хәтеремдә. Өр- яңы мәктәп формаһын кейгәс,йөрәгем күкрәк ситлегенән осоп сығамы, тип торам. Кейгәс, күлдәктең еңдәре лә, итәге лә оҙонораҡ икәне күренде. Әсәйем шул күлдәкте төн буйы миңә тамамлап тегеп ултырҙы. Мин уны көтөп ултырып, өҫтәл артында йоҡлап киткәнмен… Хәҙерге уҡыусыны мәктәп формаһы кейеү шулай тулҡынландырамы икән? Моғайын, юҡтыр . Бөгөнгө йәмғиәт бөтөнләй башҡа. Мәктәп формаһын хәҙер магазин кәштәләрендә лә осрата алмайһың. Ҡанатлы алъяпҡыстар кейгән ҡыҙҙарҙың мәктәп буйлап атлап барыуҙарын күреү нисек булыр ине…. Әммә ҡыҫҡа итәк, асыҡ иҙеүле кофталар, кендектәрен күрһәтеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы күреп, күңел әрней. Европа шауҡымы беҙҙең балаларыбыҙҙы ла ситләтеп үтмәне. Бөгөнгө буталсыҡ, болғансыҡ заманда балаларҙы нисек һаҡлап ҡалырға һуң?! Нисек уларҙы “һуңғылар”ҙан уратып, ситләтеп уҙҙырырға!? Нисек уларға дөрөҫ тәрбиә бирергә? Намыҫлылыҡ, шәфҡәтлелек, әҙәплелек һәм әхлаҡ сифаттарын һәр балала нисек булдырырға? Әле сиселмәгән, эшләнмәгән проблемалар һәм эштәр етәрлек әле. XXI быуат шәхесен үҫтереүҙә мәктәп, ул алып бара торған тәрбиә эше ҙур әһәмиәткә эйә. Мәшһүр татар мәғрифәтсеһе Р.Фәхретдинов: “Халыҡтарҙы ла, айырым заттарҙы ла бәхет майҙанына алып бара торған юлдарҙың иң тоғроһо - гүзәл холоҡ менән яҡшы тәрбиәлер” - тигән. Бөгөн беҙ шәхескә рухи, әхлаҡи, яҡшы тәрбиә биреүгә нигеҙләнгән яңы заман мәктәбе булдырырға тейеш. Был мәктәпте мин нисек күҙ алдына килтерәм һуң? …Класта ижади студиялар, оҫтаханалар, клубтар, боронғо бабаларыбыҙҙың тарихын сағылдырған мини- музей, һәр баланың яҡшы ғәҙәттәрен иҫәпкә алып бара торған счетчиктар. Расписаниела булмаған яңы төр дәрестәре:“ Шәфҡәтлелек дәресе”, “Кескәйҙәр тураһында ҡайғыртыу фәне” һәм башҡалар. Мәктәп серверенда һәр уҡыусының һәм уҡытыусының үҙ электрон почтаһы булдырылған. Уҡыусы үҙенең мәҙәни мираҫы, милләте, йәшәйеше һәм үҫеше тураһында ситтә йәшәүселәргә хәбәр итеп тора, улар менән аралашып йәшәй. Башҡортостан ҡалаларында йәшәүсе күренекле шәхестәр менән теле күпер ойошторолған. Балалар ижади фекерләй, конкрет тәҡдимдәр менән сыға, тәжрибәләр, практик эштәр, техник ижадтар менән шөғөлләнәләр. Бындай эштәр балаларға төрлө яҡлап үҫешкә ирешергә мөмкинлек бирә. Улар араһында минең балаларым, ейәндәрем. Улар - милләтебеҙҙең үҫешен ҡайғыртыусылар, телебеҙҙең һағында тороусылар. Мин уларҙы ситтән һөйөнөп күҙәтәм. Йәмғиәттә ҙур тиҙлек менән барған үҙгәрештәр осоронда уҡытыусыға нимә эшләргә? Бала- лар аңында әхләҡи ҡиммәттәр булдырыу, әлбиттә, еңел түгел. Шуға күрә уҡытыусы, иң беренсе сиратта, намыҫлы, белемле булыуы, мәҙәниәтлелеге менән үрнәк булырға тейеш. Замана нисек кенә үҙгәрмәһен, тормош ҡиммәттәре һәр ваҡытта бер үк булып ҡала бара. Кешелеклелек, әхлаҡлылыҡ, белемгә ынтылыу, зыялылыҡ - башҡорт халҡының күркәм сифаттары. Бөгөнгө мәктәптең бурысы - тиҙ үҙгәреп торған йәмғиәттә үҙ урынын таба алырҙай шәхес тәрбиәләү. Уҡытыусы - педагог үҙен бөйөк эшкә, изге эшкә алынған кешеләр иҫәбенә индерелергә тейеш. “Әгәр һин уҡытыусы - педагог икәнһең, уҡыусыларыңды шулай итеп тәрбиәлә. Һин биргән тәрбиә уҡыуыңа яҡын, тормошоңда төп йүнәлеш булһын”, - тип яҙған бөйөк мәғрифәтсе. Ошо һүҙҙәргә нигеҙләнеп эшләргә кәрәктер, тип уйлайым.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
/
Моё портфолио
Учитель высшей категории. Педагогический стаж 27 лет.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты