Сценарий праздника на 9 мая "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" - "Мы на страже мира"
Праздник проводится на двух языках - башкирском и русском.
Его нужно организовать так, чтобы он остался в душах детей, заставил задуматься, почувствовать себя причастными к великой истории. Так как праздник посвященный Дню Победы - один из самых выжных в году.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_9_maya.docx | 24.75 КБ |
Предварительный просмотр:
Беҙ тыныслыҡ яҡлы
I. Мәктәп сәхнәһе матур итеп биҙәлгән. Сәхнәнең иң түрендә башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәл алдына тере сәскәләр һалынған. «Изге һуғыш» («Священная война») көйө янғырай.
Сәхнәгә малайҙар һәм ҡыҙҙар сыға.
1-се бала: Һаман һыҙлай әле һуғыш һалған
Тәрән яра тыуған тупраҡта.
Балаларҙың илау тауыштары
Һаман яңғырай әле ҡолаҡта.
2-се бала: Аҙмы йәш ғүмерҙе һуғыш алды,
Аҙмы иптәш ҡултыҡ таяҡлы,
Һәм Зояһыҙ ҡалды күпме әсә,
Күпме Маресьевтар аяҡһыҙ.
Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып.
Бөтәһе бергә: Бына шуның өсөн,шуның өсөн,
Беҙгә бик, бик ҡиммәт тыныслыҡ!
1-се бала: Башҡорт яугирҙары борон-борондан тыуған илебеҙҙе баҫҡынсаларҙан һаҡлауҙа ҡатнашҡандар. Үҫеп буй еткәс тә, егет кеше ҡулына ҡорал алып, атына һыбай атланған да, ата-әсәһе, туғандары менән хушлашып, ил һаҡларға – әрмегә хеҙмәт итергә киткән.
2-се бала: 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, башҡорт егеттәре үҙҙәренең атлы ғәскәрҙәрен төҙөргә теләк белдерәләр. Совет хөкүмәте быны хуплай һәм Башҡортостанда кавалерия дивизияһы төҙөргә рөхсәт итә. Уның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнә
3-сө бала: Шайморатов бик ҡыйыу һәм белемле командир була. Башҡорт кавалерия дивизияһындағы полк командирҙары араһында иң ҡыйыу, иң батыр командир Таһир Күсимов та була. Ул йәштән үк спорт менән шөғөлләнгән, оҙаҡ йылдар буйы чемпион исемен йөрөткән.
Н.Нәжми һүҙҙәре, З.Исмәғилев музыкаһы – «Батырҙар йыры» башҡарыла.
Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һау булығыҙ, йән һөгәндәр.
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары
Бөтәбеҙгә, бәлки, кире
Тыуған илдәргә.
Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттәр илдәр, үттек яуҙар
Изге яуҙарҙа.
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!
Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар иткән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып килә аттар.
Дан бөркөлә, саң бөркөлә
Беҙҙең юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!
4-се бала: 1942 йылдан 1945 йылдың 9 майына тиклем Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, атлы яугирҙар үҙҙәре биләгән ерҙән бер ҡарыш та артҡа сигенмәй.
5-се бала: Башҡорт атлылары Липецк өлкәһендә, Сталинградта барған героик һуғыштарҙа,Украина, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашалар, алыш майҙандарында сикһеҙ батырлыҡ күрһәтәләр. Шуға ла дивизияла хеҙмәт иткән 77 кешегә СоветтарСоюзы Геройы тигән исеме бирелә. Был тиклем һандағы Геройҙар тәрбиәләгән хәрби частар һирәк.
3-сө бала: Атлылар күрһәткән батырлыҡ өсөн кавалерия дивизияһына гвардия исеме бирелә, ул Ленин, Ҡыҙыл байраҡ, Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградлана. Украинаның боронғо ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн уға Чернигов тигән почетлы исем бирелә. Еңеү парадында 20 атлы яугир ҡатнаша.
1-се бала: 1941-1945 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда иң батыр, иң тәүәккәл һәм ғәйрәтле 102 яугирға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исем бирелде. Батырҙарҙың да батыры булған ошо баһадирҙар араһында башҡорт халҡының ҡыйыу улы, летчик Муса Ғайса улы Гәрәев тә бар ине.
2-се бала: Бөйөк Ватан һуғышында Муса Гәрәев 1942 йылдан алып 1945 йылға саҡлы ҡатнаша. Һуғыш осоронда батыр летчик-осоусы Ил-2 штурмовик-самолетына 63 осош яһай, дошмандың бик күп техникаһын һәм һалдаттарын юҡ итә.
5-се бала: «Һөйкөмлө тыуған Ватанды!
Юҡ, бирмәйбеҙ дошманға!» - тип
Ант итеп, бәһлеүәндәр
Күтәрелгән ҙур яуға.
Һай, айбарлы баһадирҙар,
Ни генә кисермәгән,
Ҡайғыһы баштан ашһа ла,
Рухын һис төшөрмәгән.
Көрәшкән... Еңгән... Яуыздың
Күккә осорған көлөн..
Һәм тыуған ерҙе ҡотайтып,
Ҡөҙрәтле иткән илен!
(А.Игебаев)
4-се бала: Белмәгән дә береһен-береһе улар:
Ике егет – ике арыҫлан,
Бына данлы Саша Матросов
Ғөбәйҙуллин менән табышҡан.
Немец фашистары баҫып инеп,
Утта ҡалғас Совет Ватаны,
Икеһе лә уны ут-ялҡындан
Үҙ йөрәге менән ҡапланы.
(Г.Юнысова)
3-сө бала: Александр Матросов – ул Шакирйән Мөхәмәтйәнов. Ул Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Балалар йортона урынлашыу өсөн исем-фамилияһын үҙгәрткән.
5-се бала: Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы егете. Уларҙың икеһенә лә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
4-се бала: Ватандың ҡаһарман улдары тураһында халыҡ яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Уларға һәйкәлдәр ҡуйылған. Өфөләге Еңеү паркында Ағиҙелдең бейек ярында Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға уртаҡ һәйкәл ҡуйылды.
1-се бала: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлығы өсөн бөтәһе 250-нән ашыу яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.
2-се бала: Миңлеғәле! Саша!
Һеҙ мәңгегә бергә,
Һеҙ ҡайттығыҙ урап
Ғәзиз тыуған ергә.
Һеҙҙең ҡандан бит ул
Ҡыҙыл гөлдәр үҫкән,
Һеҙҙең һөйөү ергә
Бәхет булып күскән...
(Ф.Рәхимғолов)
Беҙ һалдаттар, ҡыйыу заттар,
Бик тынғыһыҙ бөгөн дә,
Заман именлеген ҡурсып,
Торабыҙ ил сигендә.
(А.Игебаев)
Мәңгелек утҡа төбәлә
Күпме уйсан ҡараштар.
Ут телдәре ни һөйләүен
Һиҙгер тоя һалдаттар.
Беҙ һалдаттар, ҡыйыу заттар,
Тоғробоҙ анттарға.
Тыуып-үҫкән атайсалды
Бөтәһе бергә: Тапатмабыҙ яттарға!
Тапатмабыҙ яттарға!
1-се бала: Йөрәгендә күпме яра йөрөтә
Һуңғы һулышҡаса әсәләр.
Һағыш, өмөт, һөйөү, хәтер булып,
Һәйкәлдәрҙә тере сәскәләр.
Һуғыш тамаланыуға ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән.
2-се бала: Хәҙер ул һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар ҙа бик аҙ ҡалғандар.
5-се бала: Сафта килә олатайҙар,
Орден, миҙал таҡҡандар.
Шул бөркөттәр дошман ҡырып,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
(Ф.Рәхимғолова)
3-се бала: Ҙурлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы,
Ҡәҙер, хөрмәт итәйек,
Бөтәһе бергә: Еңеү көнө менән ҡотлап,
Гөлдәр бүләк итәйек,
Ҡәҙер,хөрмәт итәйек!
II. 1 ведущий: Великая Отечественная война продолжалась долгих 1418 дней и ночей, 34000 часов. Фашистские варвары разрушили и сожгли свыше 70 тысяч городов, посёлков и деревень нашей Родины. Враг не щадил ни женщин, ни стариков, ни детей. Фашисты убивали, жгли заживо, вешали…
2 ведущий: У каждого немецкого офицера была при себе книжечка, содержащая «12 заповедей в обращении с русскими». Вот лишь одна цитата из нее: «Убивай всякого русского. Не останавливайся, если перед тобой старый человек, женщина, мальчик или девочка». И фашисты не останавливались!
1 ведущий: В годы Великой Отечественной войны погибло свыше 25 миллионов человек. Это значит,что каждый восьмой житель нашей страны пал смертью храбрых. И если за каждого погибшего в этой войне объявить минуту молчания, мир молчал бы пятьдесят лет.
2 ведущий: В честь погибших в годы Великой отечественной войны объявляется минута молчания.
Все присутствующие на празднике встают.
Минута молчания на фоне звучания метронома.
3 ведущий: Мы, молодое поколение России, всегда будем чтить память всех тех, кто выстоял в те ужасные годы, кто отдал свою жизнь за Победу. Мы никогда не забудем о великом подвиге советского народа в годы Великой Отечественной войны!
4 ведущий: Вечная слава героям, павшим в боях за свободу и независимость нашей Родины! Вечное почтение и вечная память всем, кто выжил в те страшные годы!
5 ведущий: Люди!
Встречайте весну,
Прокляните войну,
Жизнь мечтою наполните!
Но о тех, кто уже не придет никогда,-
Заклинаю вас,-
Помните!
Вместе: С праздником вас! С Днем победы!
Программа выступления на 9 мая:
I. Литературно-музыкальная композиция на башкирском языке
- Песня «О той весне». Поёт Мухаметгалина Диля.
- Стихотворение Михаила Владимова «Ещё тогда нас не было на свете». Декламирует Шагисултанова Лейла.
- Песня «Миру мир». Исполняют Мухаметгалина Диля и Сафина Ализа.
- «Рассказ о прадеде». Читает Искакова Азалия.
- Песня. Вальс. «Ах, эти тучи в голубом». Песню исполняют Сафина Ализа, Мухаметгалина Диля, Искакова Азалия. Вальс танцуют Шагисултанова Лейла, Гарипов Айбулат.
II. Литературно-музыкальная композиция на русском языке
- Песня «День Победы».