Главные вкладки
Хабибуллина Ралия Хазиахметовна
сайт учителя башкирского языка
Профессия: учитель башкирского языка
Профессиональные интересы: психология
Увлечения: кулинария, вязание
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: с. Белое Озеро, Гафурийский район
Место работы: МОБУ СОШ с. Белое Озеро МР Гафурийский район РБ
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/habibullina-raliya-haziahmetovna«Нет величия там, где нет простоты, добра и правды»
Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға ике тиҫтә йыл үтеп тә киткән.Ошо һөнәрҙән башҡа мин үҙемдең тормошомдо, йәшәүемде күҙ алдына килтермәйем.Һайлаған һөнәрем яуаплы, еңелдән түгел,шулай ҙа көндә парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар менән осрашыу күңелгә шатлыҡ, йәшәүгә мәғәнә,бәхет өҫтәй
О себе
Замужем, 3 детей.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Книги башкирских писателей
Мой взгляд на мир
Если я знаю, что знаю мало, я сделаю все, чтобы знать больше»
Моё портфолио
Башҡа милләт балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу теләге йылдан-йыл көсәйә,ҡыҙыҡтыра бара.Ошо ерҙә тыуған, ошо төбәктә көн иткән төрлө милләт вәкилдәре булған уҡыусыларыма башҡорт телен өйрәтеү,уның матурлығын тойоп ҡәҙерләгән шәхес тәрбиәләү минең уҡытыусы бурысым.Сер түгел, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә төрлө ҡараштар бар.Ыңғай,кире һәм битараф ҡарашлы кешеләр менән осрашырға, эшләргә тура килә.Ыңғай ҡарашлы кешеләр менән һөйләшеү күңелгә шатлыҡ өҫтәһә, кире һәм битараф ҡарашлы кешеләрҙең уйы күңелдә ауыр хистәр тыуҙыра.Дөрөҫ, ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың һәм ҡайһы бер уҡытыусыларҙың бындай ҡарашҡа хоҡуғы барҙыр, тик беҙҙең, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өндәшмәй ҡалырға, телде өйрәнеүҙең мөһимлеген күрһәтмәҫкә хаҡы юҡ.Был эште үҙен йәлләмәй,бөтә күңелен биреп, ихлас тотонған, ңыҡышмалы эҙләнгән уҡытыусы ғына башҡара алаҙыр тигән уйҙа ҡалам.Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт телен яҡлап сығырға, уны һаҡлап ҡалыу юлдарын һәр беребеҙ эҙләргә, табырға тейешбеҙ тип уйлайым. Бөгөн дәрестәрҙә уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡтырыу юлдарын, яңы технологияларҙың алымдарын әүҙем ҡулланырға кәрәк.Был эш уҡытыусынан күп әҙерлек талап итә.Һәр дәрескә әҙерлек ныҡлы уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр, табыуҙар, ҡулланыуҙар аша килә.Телде өйрәнеүгә әҙерлек мәктәпкәсә йәштәге балалар менән балалар баҡсаһында эшләүҙән башлана.Һәр дәрестә бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында балалар менән төрлө уйын төрҙәре ҡулланам.Телде өйрәнгәндә дидактик уйындар, лото,домино кеүек уйындарҙы балалар теләп, әүәҫ уйнай. Һүҙле,йырлы түңәрәк уйындары,хәрәкәтле уйындар, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен ятлау, әкиәттәрҙе театрлаштырып уйнау,сюжетлы-ролле уйындар, ҡурсаҡтар,әкиәт геройҙары менән осрашыу, уларҙың үтенесен үтәү, уларға ярҙам итеү кеүек эш төрҙәре башҡорт һүҙҙәрен тиҙ отоп алырға,иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты