Ғиләжева Гөлназ Фәүҙәт ҡыҙы

сайт учителя башкирского языка и литературы

Мәңге йәшә,эй һөйөклө башҡорт теле, Атам теле, әсәм теле - минең телем. (Зәйнәб Биишева)

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион технологиялар.

Увлечения: Нәфис әҙәбиәт уҡыу, башҡорт халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙарын башҡарыу.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Нефтекама

Место работы: Нефтекама ҡалаһының 2-се урта мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gilyazova-gulnaz-faudatovna
Баланың киләсәге, тирә-яҡ мөхиткә ҡарашы, бөтә тормошо уҡытыусы тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Д. Дьюи

Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кесенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

                           Рәми Ғарипов

О себе

Ғиляжева Гөлназ Фәүҙәт ҡыҙы

Тыуған йылым - 05.08.1985й.

Тыуған ерем - Илеш районы Сейәле-Әтәс ауылы

Эшләгән урыным - Нефтекама ҡалаһының 2-се урта мәктәбе

Педагогик стажым - 15 йыл

Белемем - юғары, БДПУ, башҡорт филологияһы факультеты, 2009 й.

Категориям - юғары.

Ғаилә хәлем - тормошта, тормош иптәшем менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйбеҙ

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡырға яратам. Бигерәк тә М.Кәрим, Р.Ғарипов, М.Аҡмулла, Зәйнәб Биишеваның ижады күңелемә яҡын. Шулай уҡ хәҙергә прозаны алһаҡ, М.Ҡунафин, Ә.Әминев, Ф.Аҡбулатова, Г.Мостафина, А.Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым.

Мой взгляд на мир

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын. 
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә, 
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын! 
Һыҡранмаһын 
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны. 
Ҡыуанһын ул 
Яҡты эҙен күреп 
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының. 
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын, 
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын! 
Үҙ ҡайғыһын 
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен. 
Шундай бай, бәхетле итеп
күрәм 
Киләсәктең 
Матур кешеһен!

Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер бер көн, килер ул ҙур 
байрам, 
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып
етмәм, 
Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул
туй, 
Мин белмәгән дуҫтар 
йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән
бергә 
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

                                                                 (Р. Ғарипов)  

Моё портфолио

Кеше ғүмер буйы нимәгәлер өйрәнә, белгәнен өйрәтә. Минең дә тупланған мәғлүмәттәрем һеҙгә файҙалы булыр тип ышанам.

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: