Главные вкладки
Фәтҡуллина Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
Увлечения: Китап уҡыу, сәскә үҫтереү, сәйәхәт итеү.
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Учалы ҡалаһы
Место работы: С.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ftkullina-lfi-mohmt-kyzyДонъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша. Уй күрке тел икән, тел күрке - һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. Минең туған башҡорт телем - әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән, әсә телем - донъяны танытҡан, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул телем мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә, урыҫ телен икенсе туған телем итергә юл асҡан.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр,ҡыҙыҡһыныусылар!
Һеҙҙе сайтымда күреүемә бик шатмын. Мин бында хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем. Рәхим итегеҙ!
О себе
Мин Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.
Һөнәрем – Уҡытыусы! Ниндәй ябай, наҙлы, яғымлы һүҙ. Белемгә, яҡты донъяға әйҙәүсе изге йәндәр. Ауыр, яуаплы, әммә бик мауыҡтырғыс һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәйем. Минең өсөн эшем, һөнәрем – йәшәү мәғәнәһе. Уҡытыусы булыу бик яуаплы эш. Көн һайын нисә күҙ һинән яңы, фәһемле, мауыҡтырғыс дәрес көтә. Бөгөнгө заман шарттарында туҡтауһыҙ үҙгәрештәр һәм үҫеш кисергән көндәрҙә уҡытыусыға артта ҡалырға ярамай. Мин дә заман менән бергә атларға тырышам. Уҡыусыларҙың бөгөнгө көндә техника, компьютер менән ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, үҙемдең эшемдә балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ эш алымдарын, яңы технологияларҙы ҡулланам.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
А. Герцендың: «Кешелек тормошо эҙмә-эҙлекле китаптарҙа тороп ҡалған: ырыуҙар, кешеләр, дәүләттәр юғалған, ә китаптар һаҡланған», - тигән һүҙҙәре бар. Тимәк, үткәндәр менән танышыуҙа, тормошто танып белеүҙә, борсоған һорауҙарға яуап табыуҙа китап төпһөҙ хазина һанала. С. Смайлстың (шотланд яҙыусыһы) «Китаптар - ҡартайғанда иң яҡшы дуҫ, ә йәшлектә - иң яҡшы етәксе», - тигән һүҙҙәре лә был хазинаның аңыбыҙҙы, күңелебеҙҙе үҫтереүҙә, тормош мәғәнәһен тулыландырыуҙа белем сығанағы булыуын дәлилләй.
Мин дә буш ваҡытымда китап уҡырға тырышам. Миңә М.Кәрим, З.Биишева, Н.Мусин әҫәрҙәре күңелемә яҡын.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты