Ағас-әсә мотивы башҡорт халыҡ ижадында
Опубликовано 03.11.2014 - 16:28 - Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Баштарында изгелекле ҡош оялатҡан ағастар ҙа боронғо кешеләр аңында ҡәҙимге ағастар рәүешендә генә түгел, ә йән эйәләренең яралыу мөхите (ятҡылығы), изге терәге булараҡ (йәғни ағас-әсә мотивы) урын алған. Был күренеш бик күп халыҡтарҙың мифтарында, шул иҫәптән башҡорт легенда- риүәйәттәрендә, шәжәрәләрҙә сағыла. Мәҫәлән, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан туғыҙ ауылда (Абҙан, Әйтмәмбәт, Аҙау, Ҡыҙғы, Тәүәкәс, Тимербай, Тирәкле, Оҙондар, Ҡыҙылъяр) йәшәгән башҡорттарҙы әле лә «ҡумырыҡ башҡорттары», «ҡумырыҡтар» тип йөрөтәләр: риүәйәт-легенда буйынса, улар ҡумырыҡ ағасы аҫтында табылған дүрт игеҙәктән таралған нәҫелдәр (42, 139).