Балалар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнһендәр өсөн нимә эшләргә? Балаларҙың дәрестәрҙә танып - белеү эшмәкәрлеген нисек ойошторорға? Башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн ошо мәсьәләләр һаман да актуаль булып ҡала килә. Уҡытыуҙағы яңы технологиялар ҡулланыу хәҙерге заман мәктәбенең талабы. Белем биреү системаһын камиллаштырыу, белем сифатын үҫтереү юлдары эҙләнелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҡулланылыусы инновацион технологиялар араһында интеллектуаль-карталар методы әһәмиәтле урын алып тора.