«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең эффектив алымы булараҡ аҡыл карталарын ҡулланыу»
Балалар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнһендәр өсөн нимә эшләргә? Балаларҙың дәрестәрҙә танып - белеү эшмәкәрлеген нисек ойошторорға? Башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн ошо мәсьәләләр һаман да актуаль булып ҡала килә. Уҡытыуҙағы яңы технологиялар ҡулланыу хәҙерге заман мәктәбенең талабы. Белем биреү системаһын камиллаштырыу, белем сифатын үҫтереү юлдары эҙләнелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҡулланылыусы инновацион технологиялар араһында интеллектуаль-карталар методы әһәмиәтле урын алып тора. Был метод менән эшләгәндә, уҡыусылар актив рәүештә уйлай, фекерләү ҡеүәһе үҫә, бер – береһенән оялмайынса, башҡорт телендә аралаша ала. Шуға күрә мин “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интеллект-карталар технологияһын ҡулланыу” темаһын һайланым. Сығышымдың маҡсаты: интеллектуаль-карталар технологияһын ҡулланыу уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа эффектлы технологияларҙың береһе икәнлеген күрһәтеү.
Был интеллект-карталар төҙөү алымын америка ғалимы һәм эшҡыуары Тони Бьюзен уйлап тапҡан һәм был технология тураһында “Башың менән эшлә” тигән китабын яҙған. Был эшендә Тони Бьюзен интеллект-карталар алымын һүрәтләгән.
Интеллект-карталар – ул уникаль һәм ябай алым. Был интеллект-карталар кеше баш мейеһенең эшләү үҙенсәлектәренә тулы яуап бирә. Эш процесында баш мейеһенең ике ярымшары ла бер үк ваҡытта мәғлүмәтте үҙләштерерг йәлеп ителеүе алымдың айырмалы үҙенсәлеге булып тора. Шунлыҡтан мәғлүмәт тулы образлы рәүештә һәм телдән әйтелгән формала һаҡлана. Беҙ үҙебеҙҙең биологик компьютерыбыҙ булған баш мейеһен эффектив итеп ҡулланмайбыҙ. Интеллект-карталар ошо эффектты күтәрергә һәләтле.
Карталар төҙөгән сағында идеялар асыҡ һәм аңлайышлы була бара. Бала интеллектуаль карталар менән эшләп, ябай логик операциялар аша үҫешә: сағыштыра, анализлай, дифференциация яһай, предметтарҙы классификациялай, төр төшөнсәһен айырырға өйрәнә.
Интеллектуаль карталар менән төркөмдәрҙә эшләү уҡыуға мотивацияны булдыра, коллективта эшләргә өйрәтә, иғтибарлылыҡ, түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү балаларҙы мәғлүмәт менән генә туҡландырыу тигән һүҙ түгел, ә белемде табырға һәм ҡулланырға өйрәтеү ҙә ул. Интеллект карталар- һүрәтләү эшмәкәрлегенең ғәҙәти булмаған төрө.
Башҡа алымдар менән сағыштырғанда интеллект- карталар уларҙан түбәндәгеләр менән айырыла:
- Күргәҙмәлелек. Бөтә проблемаға бер ҡараш ташлап уны төрлө яҡтан байҡау.
- Һөйкөмлөлөк. Яҡшы интеллект- картаның үҙ эстетикаһы бар. Уны ҡарауы ҡыҙыҡҡына түгел, ә күңелле.
- Хәтерҙә ҡалдырыусанлыҡ. Баш мейеһенең ике ярымшарының да бер үк ваҡытта эшләүе интеллект- карталарҙа ҡулланылған төҫ һәм образдарҙы еңел хәтерҙә ҡалдыра.
- Үҙ ваҡытында күрһәтелгән. Интеллект- карта мәғлүмәттең етешһеҙлеген асыҡларға һәм аңларға ярҙам итә.
- Ижадсылыҡ. Интеллект –карта ижадты үҫтереүгә стимул бирә, стандарт булмаған мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә.
- Ҡабат ҡарап сығыу ихтималлығы. Интеллект-карталарҙы бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәндән һуң да ҡабаттан ҡарап сығыу картинаны тулыһынса үҙләштерергә, иҫтә ҡалдырырға, картинаның төп идеяһын күрергә ярҙам итә.
Һүрәт төшөрөгөҙ! Күреү образы оҙаҡ ваҡытҡа хәтерҙә ҡала, максималь тиҙлектә ҡабул ителә, үҙләштерелә, күп һанлы ассоциацияларҙы формалаштыра, теләһә ниндәй һүҙгә күреү ассоциацияһы бик тиҙ ваҡытта барлыҡҡа килә, сөнки беҙҙең баш мейеһе шулай итеп төҙөлгән. Бына ошо беренсе ассоциацияны һүрәткә төшөрөргә кәрәк тә.
Буяғыҙ! Һәр төҫтөң үҙенең мәғәнәһе бар. Һәр ваҡытта ла һәр кем өсөн был бик тә индивидуаль. Төрлө мәҙәниәттә бер үк төҫтөң төрлө билдәләнештәре бар. Шулай уҡ интеллект карталағы мәғлүмәтте уҡыр өсөн беҙгә һәр төҫтөң мәғәнәһен аңларға һәм белергә кәрәк.
Асҡыс һүҙҙәр ҡулланығыҙ! Улар бик күп булмаһын. Карталар төҙөгәндә уҡыусылар баҫма хәрефтәр менән яҙырға тейеш, сөнки яҙма хәрефтәр оҙаҡ үҙләштерелә һәм ҡабул ителә.
Уйҙарығыҙҙы бәйләгеҙ! Интеллект карталар төҙөгәндә бәйләүсе ботаҡтар ҡулланыу беҙҙең баш мейеһен мәғлүмәтте максималь структуралаштырыуға һәм тулы образды барлыҡҡа килтерергә булышлыҡ итә. Интеллект картала 5-6 ботаҡ булһа, хатта ундағы мәғлүмәтте арыған кеше лә ҡабул итә ала.
Интеллект карталарҙың башҡа алымдарҙан өҫтөнлөгө:
Яҙабыҙ:
- Ҙур теләк менән
- Тиҙ
- Аҙ
Күрәбеҙ:
- Үҙ-ара бәйләнеште
- Материалды аңлатыу структураһын
- Логиканы
Үҫтерәбеҙ:
- Фекер йөрөтөүҙе
- Хәтерҙе
- Күҙаллауҙы
Эш итә башлайбыҙ:
- Бөтә потенциал
- Ижадсылыҡ
Хәтерҙә ҡалдырабыҙ:
- Шунда уҡ
- Күп
- Сифатлы