Исследовательская работа на тему "Ҡар таҙамы?".
Вложение | Размер |
---|---|
materialy_gabdulhaeva_yaumbay.docx | 596.53 КБ |
Башҡортостан Республикаһының
Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы
Байназар ауылының урта дөйөм
белем биреү учреждениеһының
Яуымбай филиалы
«Ҡар таҙамы?»
темаһына тикшеренеү эше
Эште үтәне : Ғәбделхаева Әҙилә,
Етәксеһе : Ғизәтуллина Г.З.
башланғыс кластар уҡытыусыһы
2022 йыл
Инеш
Башҡорт теле дәресендә ҡар бөртөктәренең матурлығы, уларҙың ап-аҡ, саф, таҙа булыуҙары тураһында һөйләштек. Дәрестән һуң ҡайтырға сыҡҡайныҡ тышта ҡар яуа, шиғырҙа әйтелгәнсә:
Бер бөртөгө йондоҙҙай,
Бер бөртөгө түңәрәк,
Бер бөртөгө көмөштәй,
Бер бөртөгө күбәләк.
Беҙ ҡарға ҡарап һоҡланып, уйнай-шаяра ҡайтырға сыҡтыҡ. Бөтә ер шул тиклем матур, ап-аҡ. Ҡайһы бер балалар ҡар бабай эшләргә, ҡар бәрешеп уйнарға тотондолар. Кемдер ҡарҙы тәмләп ҡараны ла: “Тәмле генә” ,- тине. Ә дәрестә уҡытыусы апай: ”Ҡарҙы ашарға ярамай, унда микробтар бар”,- тигәйне. Мин ҡарҙы иретеп, унда ысынлап та бысраҡтар бармы, юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарарға булдым.
Гипотеза: ап-аҡ ҡар таҙамы әллә юҡмы?
Эшемдең маҡсаты: төрлө ерҙәге ҡарҙарҙы тикшереп ҡарау.
Бурыстар: 1) Балаларҙан һорау алыу,
2) Юлдан, баҡсанан, ҡыйыҡтан ҡар алып иретеү,
3) Бысраҡлығын тикшереү, таблицаға яҙыу,
4) Күҙәтеүҙәрем менән башҡаларҙы таныштырыу.
Тикшеренеү барышында ҡулланылған эш алымдары: күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау.
Төп өлөш – Һорау алыу.
Мин тикшеренеү эшен класташтарымдан һәм башҡа уҡыусыларҙан “Нисек уйлайһың, ҡар таҙамы әллә юҡмы?” тигән һорауҙы биреп башланым.
5 класташымдың 2-һе “Бысраҡ”, 2-һе “Таҙа”, 1-һе “Белмәйем” тип яуап бирҙе.
Башҡа уҡыусыларҙан һорап ошондай мәғлүмәт алдым:
Класс | Уҡыусылар һаны | Таҙа | Юҡ | Белмәйем |
1 | 5 | 4 | - | 1 |
2 | 6 | 3 | 2 | 1 |
3 | 7 | 4 | 2 | 1 |
4 | 2 | - | 2 | - |
5 | 11 | 1 | 10 | - |
6 | 2 | - | 2 | - |
7 | 7 | - | 7 | - |
8 | 3 | - | 3 | - |
9 | 4 | - | 4 | - |
Һығымта: бәләкәстәр ҡарҙы таҙа, ә өлкән класс уҡыусылары бысраҡ тип уйлай.
Практик эш.
Мәктәптә практик эшен уҡытыусым менән бергәләп эшләнем: төрлө ерҙән юлдан, баҡсанан, ҡыйыҡтан ҡар алып иретеп, сағыштырыу өсөн 3 һауытҡа ҡар алып индек. 2-се дәрестә ҡарлы һауыттарҙы индереп өҫтәлгә ултыртҡайныҡ ,4-се дәрестә ҡар иреп бөттө һәм уларҙы сағыштырҙым:
Ҡарҙы алған урын | Таҙа | Бысраҡ |
Юл (тапалған ер) | Таҙа түгел | Төрлө бысраҡтар күп |
Баҡса (тапалмаған ер) | Таҙа түгел | Ниндәйҙер ҡылдар, таптар бар |
Ҡыйыҡ башы | Таҙа түгел | Ныҡ бысраҡ, мөрйәнән сыҡҡан ҡором күп. |
Һәр бер этапты фотоға төшөрөп , ҡағыҙға яҙып барҙым.
Сағыштырғандан һуң шундай һығымта яһаным: Ҡар ап-аҡ булһала иретһәң бысраҡҡа әйләнә. Бигерәктә ҡыйыҡтан алған ҡар бысраҡ булды, сөнки мөрйәнән төшкән ҡором була. Яҙ көнө боҙбармаҡтар һурыусы балалар быны беләме икән? Тапалмаған ерҙәге ҡар таҙа тип уйлаусыларҙа хаталана, сөнки ундала төрлө бысраҡтар бар икән.
Күҙәтеүҙәрем менән башҡаларҙы таныштырыу.
Тикшеренеү эшен тамамлағандан һуң класташтарым менән бергәләп һығымта яһаныҡ һәм башҡа уҡыусыларға ла әйттек, ышанмағандарға әйтер һүҙем: “Үҙегеҙ ҡарҙы иретеп , тикшереп ҡарағыҙ: унда бысраҡтар бик күп!”
Ҡушымта
В поисках капитана Гранта
Каргопольская игрушка
10 осенних мастер-классов для детей
А. Усачев. Что значит выражение "Белые мухи"?
Цветение вишни в лунную ночь