Төрлө йәштәге кешеләрҙең тәбиғәтте һаҡлауға ҡарашын өйрәнеү
Вложение | Размер |
---|---|
keshenen_tbigtk_yngay_hm_kire_tsire.docx | 925.81 КБ |
Бөрйән районы Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе
Ғәлиәкбәр филиалы
Эҙләнеү эше
Кешенең тәбиғәткә
ыңғай һәм кире тәьҫире
(экология секцияһы)
Башкарҙы: Юнысова В. А.
Етәксеһе: Аҫылғужина Д.З.
Ғәлиәкбәр 2013
Инеш
Тәбиғәт һәм кеше. Кеше һәм тәбиғәт. Донья яратылғандан бирле ошо ике төшөнсә бер-береһенән айырылмай. Кеше тәбиғәттән башҡа көн итә алмай. Торор урын биргән дә, туйындырған да, кейендергән дә – тәбиғәт.Тәбиғәттең байлығын кеше файҙаланғас, үҙ сиратында уны һаҡларға, яҡларға тейеш. Ләкин күп осраҡта был бәйләнеш күҙәтелмәй. Кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт һаман да көнүҙәк булып тора.
Эҙләнеү эше темаһының актуаллеге:
Ҡалын урманлы тип һаналып килгән Бөрйән районындағы ғына түгел, бөтә Башҡортостан урмандарына ҡырылып бөтөү ҡурҡынысы янай. Йәнлектәребеҙ, ҡош- ҡорттарыбыҙ ҙа йылдан-йыл һирәгәйә, үҫемлектәр төрө кәмей. Быйылғы 2014 йылдың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип ҡабул ителеүе лә тәбиғәтте һаҡлап алып ҡалыу көнүҙәк мәсьәлә булып тороуы тураһында һөйләй. Тап ошо факттар эҙләнеү эшенең актуаллеген билдәләй.
Теманың өйрәнелеү кимәле.
Тәбиғәт тураһында бик күп әҫәрҙәр яҙылған. Шулай уҡ иҫәпһеҙ- һанһыҙ йырҙар һәм шиғырҙар ижад ителгән һәм ижад ителә. Кеше һәм тәбиғәт мөнәсәбәте тураһында китаптар, методик ҡулланмалар сығарыла, гәзит- журналдарҙа, радио-телевизор эфирҙарында даими яҡтыртылып тора.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты.
Тәбиғәт- тиңһеҙ байлыҡ. Ошо оло байлыҡты рәхәтләнеп, бер ниндәй сикләүһеҙ тотонған кеше уның ҡәҙерен беләме? Хан һарайындай йорттар төҙөп, йылылыҡты ла, яҡтылыҡты ла урмандан алған кеше тотонолған ағас урынына яңынан йәш ағастар ултыртамы икән? Йылғаларҙа йөҙөп, шишмә һыуҙарын эсеп, һәр йорт алдына тиерлек ер аҫты һыуҙарын сығартып, өй эсенә һыу үткәртеп алғандар йылға-күлдәрҙе, шишмәләрҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерәме? Тәбиғәт- тиңһеҙ байлыҡ. Кешенең тәбиғәткә ыңғай тәьҫире күберәкме, әллә кире тәьҫиреме? Ошо һорауға яуап эҙләү – беҙҙең төп маҡсат.
Эҙләнеү эшенең бурыстары.
Темаға ярашлы, беҙҙең эҙләнеү эшенең төп бурыстары түбәндәгеләр:
1. Төрлө йәштәге кешеләрҙең тәбиғәткә ҡарата ыңғай һәм кире мөнәсәбәтен өйрәнеү;
2. Алынған яуаптарҙы файҙаланып, кешенең тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтен сағылдырған диаграмма төҙөү.
Эҙләнеү эше һорау алыу һәм шул һорауҙарҙы тикшереп һығымта яһау методы менән башҡарылды.
Төп өлөш
Кешенең тәбиғәткә ыңғай һәм кире тәьҫире
Заман кешеһе тәбиғәттең ҡәҙерен беләме? Тәбиғәткә ярҙам итергә теләүселәр күпме? Тиңһеҙ байлығыбыҙҙың киләсәге бармы? Бына ошо һорауҙарға яуап эҙләп, бер төркәм кешегә (8 уҡыусы, 8 урта йәштәрҙәге кеше) түбәндәге һорауҙарҙы ( 8 һорау кешенең тәбиғәткә ыңғай тәьҫирен, 8 һорау - кире тәьҫирен сағылдыра ) бирҙек:
1. Тәбиғәтте яратаһығыҙмы?
2.Үҙ ғүмерегеҙҙә ағас ултыртҡанығыҙ бармы?
3.Йылғаларҙы таҙартаһығыҙмы?
4. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда үҙегеҙҙең артығыҙҙан сүп-сарҙы таҙартаһығыҙмы?
5. Ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡ эшләп, ем ашатаһығыҙмы?
6. Йылға ярҙарын таҙартаһығыҙмы?
7. Тәбиғәт- төп байлығыбыҙ тигән әйтем менән килешәһегеҙме?
8. Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек, хайуандарҙы һаҡлайһығыҙмы?
һәм
1. Яҙ көнө ҡайын һыуы эсәһегеҙме?
2. Муйыл ашағанда ботаҡтарын һындыраһығыҙмы?
3. Урманға сүп-сар ташлайһығыҙмы?
4. Урманда матур сәскә күрһәгеҙ уны өҙәһегеҙме?
5. Ҡош ояларын туҙҙыраһығыҙмы?
6. Йылғаға сүп-сар ташлайһығыҙмы?
7. Һыу буйҙарын бысратаһығыҙмы?
8. Ау менән балыҡ тотаһығыҙмы?
Был һорауҙарҙың яуаптарын сағыштырып ҡарағандан һуң түбәндәгеләр билдәле булды:
1. Тәбиғәтте яратаһығыҙмы тигән һорауға барыһы ла ыңғай яуап бирҙе.
2.Үҙ ғүмерегеҙҙә ағас ултыртҡанығыҙ бармы? Урта йәштәрҙәгеләрҙең яуабы бөтәһе лә ыңғай. Ә 3 уҡыусының кире яуабы аңлашыла: был йәш менән бәйле һәм киләсәктә ултыртырҙар тигән өмөт бар.
3.Йылғаларҙы таҙартаһығыҙмы? Был һорауға 4 урта йәштәрҙәге кешенең , 1 уҡыусының яуаптары кире.
4. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда үҙегеҙҙең артығыҙҙан сүп-сарҙы таҙартаһығыҙмы? Был һорау ҙа тик ыңғай яуаптар алды.
5. Ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡ эшләп, ем ашатаһығыҙмы? Уҡыусыларҙың барыһы ла, һәм 7 урта йәштәрҙәге кеше ыңғай яуап бирҙе.
6. Йылға ярҙарын таҙартаһығыҙмы? 1 оло кеше, 3 уҡыусы “Эйе” тип яуап ҡайтарған.
7. Тәбиғәт- төп байлығыбыҙ тигән әйтем менән килешәһегеҙме? Барлыҡ яуаптар ҙа "Эйе"
8. Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек, хайуандарҙы һаҡлайһығыҙмы? 1 уҡыусы ғына кире яуап биргән.
һәм
1. Яҙ көнө ҡайын һыуы эсәһегеҙме? Барыһы ла “Эйе”
2. Муйыл ашағанда ботаҡтарын һындыраһығыҙмы? Уҡыусыларҙың яуаптары “Юҡ”, 1 урта йәштәрҙәге кеше “Эйе ”тип яуап биргән.
3. Урманға сүп-сар ташлайһығыҙмы?1 уҡыусы ыңғай яуап биргән.
4. Урманда матур сәскә күрһәгеҙ уны өҙәһегеҙме? 5 урта йәштәге кешенең, 1 уҡыусының яуабы “Эйе”,
5. Ҡош ояларын туҙҙыраһығыҙмы? Барлыҡ яуаптар ҙа “Юҡ”.
6. Йылғаға сүп-сар ташлайһығыҙмы? Барлыҡ яуаптар ҙа “Юҡ”.
7. Һыу буйҙарын бысратаһығыҙмы? Барлыҡ яуаптар ҙа “Юҡ”.
8. Ау менән балыҡ тотаһығыҙмы? Урта йәштәге 2 кеше, 2 уҡыусы “Эйе” тигән яуап биргән.
№ | Һорауҙар | Урта йәштәгеләр | Уҡыусылар | ||
Эйе | Юҡ | Эйе | Юҡ | ||
1. | Тәбиғәтте яратаһығыҙмы? | 8 | 0 | 8 | 0 |
2. | Үҙ ғүмерегеҙҙә ағас ултыртҡанығыҙ бармы? | 8 | 0 | 5 | 3 |
3. | Йылғаларҙы таҙартаһығыҙмы? | 4 | 4 | 7 | 1 |
4. | Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда үҙегеҙҙең артығыҙҙан сүп-сарҙы таҙартаһығыҙмы? | 8 | 0 | 8 | 0 |
5. | Ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡ эшләп, ем ашатаһығыҙмы? | 7 | 1 | 8 | 0 |
6. | Йылға ярҙарын таҙартаһығыҙмы? | 7 | 1 | 5 | 3 |
7. | Тәбиғәт- төп байлығыбыҙ тигән әйтем менән килешәһегеҙме? | 8 | 0 | 8 | 0 |
8. | Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек, хайуандарҙы беләһегеҙме һәм уларҙы һаҡлайһығыҙмы? | 8 | 0 | 7 | 1 |
№ | Һорауҙар | Урта йәштәгеләр | Уҡыусылар | ||
Эйе | Юҡ | Эйе | Юҡ | ||
1. | Яҙ көнө ҡайын һыуы эсәһегеҙме? | 8 | 0 | 8 | 0 |
2. | Муйыл ашағанда ботаҡтарын һындыраһығыҙмы? | 7 | 1 | 0 | 8 |
3. | Урманға сүп-сар ташлайһығыҙмы? | 0 | 8 | 1 | 7 |
4. | Урманда матур сәскә күрһәгеҙ уны өҙәһегеҙме? | 5 | 3 | 1 | 7 |
5. | Ҡош ояларын туҙҙыраһығыҙмы? | 0 | 8 | 0 | 8 |
6. | Йылғаға сүп-сар ташлайһығыҙмы? | 0 | 8 | 0 | 8 |
7. | Һыу буйҙарын бысратаһығыҙмы? | 0 | 8 | 0 | 8 |
8. | Ау менән балыҡ тотаһығыҙмы? | 2 | 6 | 2 | 6 |
Таблицалағы һандарҙы сағыштырғандан һуң түбәндәге диаграмма килеп сыҡты:
Диаграмманан асыҡ күренеүенсә, барлыҡ яуап биреүселәр ҙә тәбиғәтте төп байлыҡ тип һанай һәм уны һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ҡыш көнө ҡоштарҙы ашатыуға һәм ағас ултыртыуға ыңғай ҡараш белдерһәләр ҙә,ҡайһы бер яуап биреүселәр сәскәләрҙе өҙөү, ау менән балыҡ тотоу, муйыл ағастарын һындырыу, ҡайын һыуы эсеү кеүек һорауҙарға «Эйе» яуабын биреп, тәбиғәткә ниндәйҙер кимәлдә кире тәьҫир итеүҙәрен белдерҙеләр. Шулай уҡ урманды бысратыу, йылға буйҙарын, сүп- сар түгеү мәсьәләһе лә асыҡ булып ҡала килә.
Урта йәштәрҙәге кешеләр һәм уҡыусыларҙың яуаптарын сағыштырып шуны әйтергә мөмкин: бәләкәй быуын тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға һәм һаҡларға тырыша. Бында ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың роле ҙур тип әйтергә була.
Һығымта
Шулай итеп, беҙ эҙләнеү эшенең маҡсатына ирештек һәм кешенең тәбиғәткә ыңғай тәьҫиренең күберәк булыуын белдек. Ә уҡыусыларҙың тәбиғәткә ярҙам итергә әҙер тороуҙары, һаҡсыл булыуҙары һур иғтибарға лайыҡ. Тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө тип әйтә алабыҙ
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Аҙнабаева Ф. Ғ., Шафиҡова Г. Р. Тәбиғәт һәм кеше. Методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2012. – 324 б.
2. интернет:
-ataysal.ru
- hakmar.blogspot.ru
-bashgazet.ru.
Шелковая горка
Учимся рисовать горный пейзаж акварелью
Простые новогодние шары из бумаги
Барсучья кладовая. Александр Барков
Новый снимок Юпитера