Исследовательская работа учащегося 1 класса на тему "Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?"
Вложение | Размер |
---|---|
issled._ural.docx | 42.47 КБ |
Башҡортостан республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы
Тема: Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
(эҙләнеү эше)
Башҡарҙы: Аҡсурин Урал ,1 класс
Етәксеһе: Аҡсурина Зәлифә Ғәни ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Йөкмәткеһе
I. Инеш ……………………………………………………………................... 3 б.
I I. Исемдәр нисек килеп сыҡҡан ............................................................ 3-4 б.
III. Класташтарымдың исемдәре нимә аңлата икән.............................. 4- 6 б.
IV. Йомғаҡлау…………………………………………………………..... 6 б.
V.Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………... 6-7 б.
I.Инеш.
Тел,һүҙ,исем-фамилия милләттең йөҙө,тылсымлы мөғжизәһе һәм һаҡсыһы. Һәр кемгә үҙ исеме- күңеленә иң яҡын, иң ҡәҙерле исем-һүҙ.
Ғүмәр Саттар Мулилле.
-Исемең кем?-тип бер-береһенә мөрәжәғәт итәләр кешеләр.
-Исемең нисек?-тип танышалар йәштәр.
-Кем балаһы булаһың? Ниндәй ырыуҙанһың?-тиҙәр ололар.
-Атың кем?Ҡайһы һыуҙы һыулайһың?-тип һорар булған боронғолар.Бына шулай танышҡандар кешеләр.”Ат”-ул исем тигәнде аңлата,хәҙерге көндә был һүҙ атама,атҡаҙанған тигән һүҙҙәрҙә һаҡланып ҡалған.Атҡаҙанған-исеме билдәле тигәнде белдерә.
Барлыҡ халыҡтарҙың да тиерлек исемдәренә бер нәмә хас: ҡатын-ҡыҙ исемдәре наҙлылыҡ, инсафлыҡ, нәзәкәтлелек, гүзәллекте сағылдыра, уларҙы матур сәскәгә оҡшаталар, ә ир-егеттәрҙең исеме лә ысын ир-егет холҡондай, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ, көс, таҫыллыҡҡа өндәп торғандай. Мәғәнәһенә иғтибар итһәң, исемдәрҙә тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан балаға бәхет, оҙон ғүмер, ҡот, ырыҫ килһен, тигән изге теләктәр асыҡ күренә.
Теманың актуаллеге. Исем – кешегә ғүмерендә иң күп ишетергә тура килгән һүҙ ул. Һәр һүҙ, билдәле булыуынса, айырым өндәрҙән тора. Ә һәр өн – үҙ йышлығы булған тулҡын. Төрлө тулҡындар кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ошо бер һүҙ, үҙенә генә хас әйтелеше, аһәңе менән дә кешенең яҙмышын билдәләй. Хатта бер генә кешенең түгел, уның тирәһендәге башҡаларға ла йоғонто яһай. Хәҙерге тел менән әйткәндә, исем – ул яҙмыштың формулаһы, коды, тормош программаһы. Ул кешегә ғүмере буйына эйәреп йөрөй һәм уны бетеү урынына һаҡлап йөрөтә. Кеше үҙен донъяла ошо исем менән таныта.
Шулай итеп, минең өйрәнеү объектым булып класташтарым исемдәре тора.
Эҙләнеү эше бурыстары:
1. Исемдәрҙең килеп сығышын өйрәнеү, башҡорт исемдәре менән танышыу;
2. Класташтарымдың исемдәренең яһалыш үҙенсәлектәрен өйрәнеү; мәғәнәләре тураһында мәғлүмәт биреү; исемдәребеҙҙең тормошобоҙҙа тотҡан урынын асыҡлау;
3. Башҡорт исемдәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм исемдәребеҙгә булған ихтирамды нығытыу.
Гипотеза:. Исем кеше тормошона ҙур йоғонто яһай. Эҙләнеү эшендә туплаған мәғлүмәттәр кластағы башҡа уҡыусыларҙа ла исемдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ һәм киләсәктә исем һайлауҙа иғтибарлы итәсәк.
II. Исемдәр нисек килеп сыҡҡан һуң?
Мин һеҙгә исемдәрҙең нисек килеп сығыуы хаҡында башҡорт халыҡ әкиәтенән өҙөк килтерәм. “Борон-борон заманда йәшәгән,ти,бер бабай.Уның яңғыҙ ғына улы булған,ти. Икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятҡанда бабай бик ҡаты ауырып киткән икән.Үлер сағында улына нимәлер тип әйтергә теләгән, тик”алп”тип кенә өндәшкән дә үлеп тә киткән,ти. Егет бер ни ҙә аңламай ҡалған,ти. Шунан егет урманға барып үҙенә уҡ-һаҙаҡ,һөңгө эшләп алған да, ил гиҙергә сығып киткән,ти. Эй, бара, ти, эй бара. Бына бер саҡ алдына бик матур ҡыҙ килеп сыҡҡан,ти. Егет уны күреп һүҙһеҙ ҡалған икән,ти.”Эй,егет,һинең исемең кем?”тип һораған ҡыҙ.”Ә исем нимә була ул?”-тип аптыраған егет.”Бына һиңә ата-әсәйең кем тип өндәшә торғайны?”-тип әйткән ҡыҙ.”Атайым үлер сағында “алп”тип кенә әйтеп өлгөрҙө,”-тигән егет.”Ярай, улайһа, һинең исемең Алп була инде, Алпбатыр булыр,”-тигән ҡыҙ. Ана шул замандан алып кешеләр бер-береһенә исемләп өндәшә башлағандар,ти.”
Борон заманда кешеләрҙең исемдәре бөтөнләй икенсе булған. Хәҙерге исемдәрҙән айырылып торғандар. Башҡорт исемдәре лә халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына,ғөрөф-ғәҙәттәренә, ышаныуҙарына бәйле булған. Бөтә был исемдәрҙе,ғәҙәттә,өс төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
Тасуири исемдәр.
Ул кешенең ниндәйҙер үҙенсәлеген сағылдырған булырға мөмкин:Миңлебай,Миңһылыу, Миңнур.
Тәбиғәт күренешен күрһәтеүсе:Томансы,Буранбай,Ҡояшбикә.
Төҫтө белдергәндәре:Аҡйән,Күккүҙ:Үләнгә,сәскәгә оҡшатыу: Гөлниса,Сәсәк һ.б.
Теләк исемдәр.Бала донъяға килеүе-ҙур ҡыуаныс.Шуға уны һаҡларға теләгәндәр һәм шундай исемдәр ҡушҡандар:Үлмәҫбикә,Теребай, Йәнбикә, Йәнғәле.
Ныҡ булһын тип:Тимербулат,Ҡоросбай,Алтынбикә һ.б.
Көслө булһын тип,Арыҫлан,Шоңҡар,Бүребай тигәндәр.
Арнау исемдәр.Улар төрлө табыныу йолаларына арнап ҡушылған исемдәр: Ямғырбикә,Елкәй,Абыз,Этҡол, Байбулат һ.б.
Ошо төп өс төркөмгә ҡушып, мин дүртенсе төркөм итеп батырҙар исемдәрен дә индерер инем:Салауат,Юлай, Ҡарағол, Кинйә, Шайморат, Шәкирйән, Урал, Әминбәк.
III. Класташтарымдың исемдәре нимә аңлата икән...
Исемдәрҙең кеше яҙмышына тәъҫире бар, тиҙәр. Мәғәнәләрен беләһем килеп, исемдәр китабын аҡтарам. Әйҙәгеҙ ҡарап китәйек.
Иң башта ғаилә ағзаларымдың исемдәре менән таныштырып китәм.
Минең исемем-Урал. Ул башҡорт һүҙе. Урал тауы атамаһынан, Уралда тыуған тигәнде, шулай уҡ “Урал батыр” эпосынан батыр исемен аңлата.
Атайым- Ғәлим. Башҡорт һәм ғәрәп теленән алынған, белемле, уҡымышлы тигәнде аңлата.
Әсәйем- Зәлифә. Фарсы теленән алынған- бөҙрә сәсле мәғәнәһендә.
Ағайым- Иҙел. Башҡорт һүҙе, йылға,ҙур йылға тигәнде аңлата.
Ҡустым- Амур. Фәрештәләр исеме, мөхәббәт, йомарт мәғәнәләрендә йөрөй.
Класташтарым исемдәре менән ҡыҙыҡһынам.
Айгөл- ул башҡорт һәм фарсы теленән алынған.Ай+гөл, ай гөлө тигәнде аңлата.
Айзилә- ул башҡорт һәм фарсы теленән алынған неологизм (яңы исем)булып тора. “Ай һымаҡ” тигәнде аңлата.
Айназ- ғәрәп теленән алынған, ай+наҙ мәғәнәһендә.
Артур- кельт телендә мыҡты, ғәйрәтле, айыу һымаҡ көслө тигәнде аңлата.
Гүзәлиә- ул башҡорт һүҙе, неологизм. Гүзәл, матур, һылыу тигәнде аңлата.
Гөлүзә- фарсы теленән,”гөл” һүҙенән алынған, неологизм.(Она сама как цветок).
Данис- ике төргә бүлергә була:1) исламға дан- ғәрәп һәм башҡорт телендә; 2)Данияс һүҙенә тартым итеп- белемле, данлы тигәнде аңлата. Яңы һүҙ (неологизм).
Зилиә- ғәрәп телендә таҙа, саф, ярҙамсыл тигәнде аңлата.
Илүзә- башҡорт һүҙе- ил үҫә тигән мәғәнәлә.
Илнур- ул башҡорт һәм ғәрәп теленән алынған, ил нуры мәғәнәһендә, неологизм.
Ранис- татар исеме, тәүге бала (родившийся рано утром) тигәнде аңлата.
Рәлиф- латин һүҙе “йәш”(юный) тигәнде аңлата. Неологизм.
Рәфил- ғәрәп теленән алынған,”ҡупшы”тигәнде аңлата.Неологизм.
Рифат- ғәрәп теленән алынған неологизм. Юғарыға олғашыу, күтәрелеү мәғәнәһендә.
Тимур- төрки теленән алынған. 1336-1405 йылдарҙа Урта Азияла эшмәкәре- әмир(полководец) Аҡһаҡ Тимер (Тимур хромец) исеме менән бәйле. Ул тимер һымаҡ ныҡ булһын, тигән теләк менән ҡушылғандыр.
Эльвина- эстонса бледная, испанса- принцесса, татарса-нежная(һөйкөмлө) тигән мәғәнәләре бар. Неологизм.
Класташтарым араһында ҡайһы телдән ингән исемдәр күп икәнлеген класс етәксем менән асыҡланыҡ, таблица төҙөнөк.
Телдәр | Уҡыусылар һаны | Исемдәре |
Башҡорт теленән | 7 уҡыусы | Айгөл,Урал,Айзилә,Илүзә, Гүзәлиә,Данис,Илнур |
Ғәрәп теленән | 6 уҡыусы | Айназ, Данис,Зилиә, Илнур, Рәфил, Рәлиф |
Фарсы теленән | 3 уҡыусы | Айгөл,Айзилә, Гөлүзә |
Татар теленән | 2 уҡыусы | Ранис, Эльвина |
Латин теленән | 1 уҡыусы | Рәлиф |
Төрки теленән | 1 уҡыусы | Тимур |
Кельт теленән | 1 уҡыусы | Артур |
Ҡайһы бер исемдәр икешәр төркөмгә инә.
Һығымта.Күренеүенсә, класташтарыма ата-әсәләре күпселек осраҡта саф, таҙа башҡорт исемдәрен ҡушырға тырышҡан. Һәм уларҙың исемдәре алда әйтеп кителгән төркөмдәрҙең икенсеһенә- теләк исемдәренә тура килеңкерәй.
Телмәргә яңы индерелгән (неологизм)дарҙан -12 уҡыусы.
Һығымта. Ата-әсәләр боронғо исемдәргә ҡарағанда, телмәргә яңы индерелгән исемдәргә өҫтөнлөк бирәләр.
Быны диаграммала күрһәттек.
66%- яңы исемдәр, 34%- электән һаҡланып килгән исемдәр.
III. Йомғаҡлау.
Кеше үҫә, шәхес булып формалаша. Уҡырға, эшкә сығып китә. Бер көн килеп, Фердинант исемле башҡорттан һораясаҡтар:
– Ҡайһы яҡтанһың, атайың менән әсәйең кемдәр?
Ошондай һорауҙарҙы күп ишетергә тура килһә...
Ә ул нимә тиер...
Кеше олоғая, ҡартая ла бит әле. Фердинант, Робинзон, Рональд, Фрунзе исемле башҡорт бабайҙарҙың исемен ишетеү ҡолаҡҡа ятмай һымаҡ.
Исем ҡушыу тураһында Рәсүл Ғамзатов былай тигән:” Ҡыҙҙарҙың исеме йондоҙҙар балҡышына һәм сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китаптар аҡылы сағылырға тейеш”.
Ошо исем менән йәшәп кеше,
Үрҙәр яулай,таный, таныла,
Исем мөһим кеше яҙмышында,
Һәр кем һалһын быны аңына.
Милләтебеҙгә лайыҡлы исемдәр ҡушайыҡ!!!
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. Баскаков Н.А.Русские фамилии тюркского происхождения. – М. 1979.
2. Кусимова Т., Бикколова С. башҡорт исемдәре. Башкирские имена. – Уфа,2002.
3. Федосюк Ю. русские фамилии. Популярный этимологический словарь – М. 2002.
4. Интернет. Истории фамилии.
Снежная сказка
Этот древний-древний-древний мир!
Рисуем акварельное мороженое
Самодельный телефон
Ель