Галеева Арина участвовала в межрегиональном конкурсе Мирас-наследие в номинации сочинение на башкирском языке
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение "Мой учитель и наставник" на башкирском языке | 12.03 КБ |
Инша.
Минең уҡытыусым һәм остазым.
Уҡытыусы иң хөрмәтле кеше, ҙур хәрефтән. Сөнки ул беҙгә киләсәккә билет бирә һәм уның ярҙамында беҙ бик мөһим күнекмәләр алабыҙ, улар артабан да алыштырғыһыҙ буласаҡ.
Үҙемдең уҡытыусым Закирова Флүрә Тимербулат ҡыҙы тураһында һөйләгем килә. Уның менән беренсе класҡа барғас таныштыҡ. Флүрә Тимербулат ҡыҙы беҙҙе йылмайып ҡаршы алды ла, класыбыҙға алып китте. Ул беҙҙе яҙырға һәм уҡырға, миҫалдар иҫәпләргә һәм хәл итергә өйрәтә башланы. Дәрестәрҙә һәр саҡ ҡыҙыҡлы. Флүрә Тимербулат ҡыҙы беҙҙе шулай уҡ бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, эшһөйәр һәм дуҫ булырға өйрәтә.
Юғары категориялы, утыҙ тугыҙ йыллыҡ эш стажына эйә булған, сығарылыш уҡыусыларының күбеһен тәрбиәләгән уҡытыусы, беҙҙең ауылда хөрмәтле кеше булып тора. Ул минең әсәйемде лә уҡытты.
Минең уҡытыусым ғәҙел, аҡыллы, изге һәм бер аҙ ҡаты. Уға ҡәтғилек кәрәк,беҙҙән тыңламаусан балаларҙан,лайыҡлы кешеләр үҫһен өсөн.
Ул беҙҙе аңлай һәм ярҙамға килә.
Уҡыусы һәм педагог араһында ышаныс ептәре барлыҡҡа килергә тейеш, үҙ – ара аңлашыу һәм ихтирам. Беҙҙең киләсәк – уҡытыусының ныҡлы ҡулында. Уҡытыусы өсөн төп награда – ул уның уҡыусыларының уңыштары, ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре менән ҡыуандырыу тип иҫәпләйем. Флүрә Тимербулат ҡыҙы бар һәм артабан, уҡый алһын өсөн миңә кәрәкле белем биреүсе, беренсе яратҡан уҡытыусым буласаҡ.
МОУ “Таукаевская ООШ”
Галеева Арина, 3 класс
Сочинение “Мой педагог и наставник”
Два петушка
Рисуем "Осенний дождь"
Снеговик
Нечаянная победа. Айзек Азимов
В.А. Сухомлинский. Самое красивое и самое уродливое