Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар
Вложение | Размер |
---|---|
mkl_hm_ytemdrz_handar1.docx | 41.1 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Архангел районы муниципаль район хакимиәте
Муниципаль бюджет дөйөм белеү учреждениеһы
Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Фәнни-тикшеренеү эше
Тема: “Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар”
Башҡарҙы: Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү
мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Шиһабетдинова Резида Рамазан ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы
Абҙан-2018
Йөкмәткеһе
Инеш.
I БҮЛЕК. ТЕОРЕТИК ӨЛӨШ.
1.1.Мәҡәл һәм әйтемдәр төшөнсәһе.
II БҮЛЕК. ПРАКТИК ӨЛӨШ.
2.1. 3,6,7,9-сы класс уҡыусыларының телмәрҙә ниндәй һан ингән мәҡәлдәр һәм әтемдәр ҡулланыуы. .
ЙОМҒАҠЛАУ.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ.
Фәнни-тикшеренеү эшебеҙҙең маҡсаты: мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау .
Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,”урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана.Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу-иң ҙур проблема.Тел байлығына килгәндә,иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм,айырыуса,беҙгә таныш булмаған мәҡәл һәм әйтемдәргә йүнәлткебеҙ килә.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы: уҡыусыларҙың ниндәй мәҡәл һәм әйтемдәр белеүен асыҡлау.
Эҙләнеү эшенең методтары: мәҡәлдәрҙе өйрәнеү, эҙләү.
Тикшеренеү объекты: темаға ярашлы әҙәбиәт,мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабы.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары : уҡыусылар менән әңгәмә.
Инеш
Донъяла халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер нәмә бар . Ул – тел. Тел халыҡтың мәңге тере тарихы ул. Башҡорт теле лә беҙгә ата – бабаларҙың үлемһеҙ бүләге, иң изге аманаты. Беҙ телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек
һаҡларға киләсәк быуындарға аманат итеп тапшырырға тейеш. Ләкин минең
бөгөн ҡайғым, хәсрәтем - әсәм теле. Башҡорт теленә хәүеф янауы. Эйе,
ата- бабаларыбыҙ теле, инәй - әсәйҙәребеҙ теле көндән – көн ярлылана, йәмһеҙләнә. Телебеҙ бөтһә, көнөбөҙ бөтәсәк бит. Элекке
замандарҙа телебеҙгә ҡәҙер булған. Уны ололағандар, уға бик һаҡ
ҡарағандар, иғтибарлы булғандар.
Ошо эшемдә ҡуйған маҡсатымды мин, халҡым ҡалдырған бай мираҫыбыҙ
мәҡәл -әйтемдәрҙең телебеҙ байлығында, бала тәрбиәләүҙә әһәмиәтлелеге
аша асып бирергә теләйем.
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар
Башҡорт теленә, шулай уҡ күпселек башҡа төрки телдәренә, ғәрәп теленән ингән «мәҡәл» термины урынлы, йәки кәрәк ерҙә әйтелгән тапҡыр һүҙ тигән мәғәнәне аңлата. «Мәҡәл һүҙе башҡорт теленә килеп кергәнгә тиклем, — тип яҙа проф. Ж. Ғ. Кейекбаев,— боронғо башҡорт телендә уның мәғәнәһен биргән төрлө һүҙҙәр (терминдар) ҡулланылған: мәҫәлән, бабайҙар һүҙе, боронғолар һүҙе, тапҡыр һүҙҙәр һәм, ахыр сиктә, әйтемдәр» 1 . Хәҙерге көндә лә халыҡ араһында мәҡәл термины менән бер рәттән «ололар һүҙе», «боронғолар әйткән һүҙ», «ата-бабаларҙан ҡалған һүҙ» тип һөйләү йыш осрай. Халыҡ ижадының башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, мәҡәлдәр теге йәки был фекерҙе көсәйтеү, раҫлау йә булмаһа кире ҡағыу өсөн телмәр ағышына индерелә. Уларҙы ҡулланыу фекергә ҡеүәт, телмәргә йәм өҫтәй. Шуға ла боронғолар, мәҡәлде ололап, уның тормоштағы әһәмиәтен билдәләп, «Йөҙ күрке — һаҡал, һүҙ күрке — мәҡәл», «Мәҡәлле һүҙ — аҡыллы һүҙ», тип әйтеп ҡалдырған. Мәҡәл тик һөйләү ағышында ғына үҙенең бөтөн тәрәнлеген асып, яҡтылығын сәсеп ебәрә.
Ҡулланыштары, йәшәү формалары яғынан мәҡәлдәргә әйтемдәр бик
яҡын тора. Дөйөмләштерелгән фекергә ҡоролған, күпселектә өгөт-нәсихәт
итеүсе мәҡәлдәрҙән айырмалы рәүештә, әйтемдәр теге йәки был конкрет
күренеште образлы һәм ситләтеп атау менән генә сикләнәләр.
Мәҡәлдәрҙең күпселеге халыҡтың тәбиғәтте һәм ижтимағи тормошто күҙәтеүе, тәжрибә нигеҙендә тыуған. Көнкүреш тәжрибәһе, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, әхлаҡ нормалары, ҡайһы бер тарихи ваҡиғалар, тәбиғәттәге төрлө күренештәр, йәғни халыҡтың бай, күп яҡлы һәм ҡатмарлы тормошо тәрән йөкмәткеле, образлы мәҡәлдәр рәүешендә формалашҡан. «Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер», «Утыҙ тештән сыҡҡан һүҙ утыҙ ырыуға етер», «Алтау ала булһа — ауыҙҙағы китер, дүртәү теүәл булһа — түбәләге килер» һ. б. ошондай йөҙәрләгән, меңәрләгән мәҡәлдәр тик хәл-ваҡиғаларҙы оҙаҡ йылдар күҙәтеү, уларҙы өйрәнеү һәм белеү һөҙөмтәһендә генә барлыҡҡа килә алған. Һирәкләп телмәрҙә әҙәби (яҙма) сығанаҡтарҙан килеп ингән мәҡәлдәр осрай. Төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара бәйләнеше, аралашыуы һөҙөмтәһендә бер халыҡтың мәҡәл байлығы икенсе халыҡҡа күсеп китеү осраҡтары ла билдәле. Башҡорт халҡының афористик ижадында ситтән ингән мәҡәлдәр ниндәйҙер күләмдә булырға тейеш, ләкин уларҙың һәр ҡайһыһын хәҙер асыҡ ҡына күрһәтеү мөмкин түгел, сөнки ул мәҡәлдәр башҡорт теленең грамматик һәм фонетик принциптарына буйһоноп, аҫылда башҡорт мәҡәле булып киткәндәр. Тик ҡайһы бер мәҡәлдәрҙе генә уларҙың ниндәй телдән килеп ингәнлеген билдәләргә мөмкин.
Башҡорт мәҡәлдәренең идея – тематик йөкмәткеһе ғәжәп дәрәжәлә киң.Улар халҡыбыҙ тормошоноң бөтә сфераларына ла ҡағыла. Мәҡәлдәрҙе был күҙлектән ентекле байҡап сығыу мөмкин түгел. Был урында, мин, фәҡәт төп темаларҙы ғына айырып күрһәтергә миҫалдар килтереү менән сикләнер инем.Ошондай мөһим темалар булып түбәндәгеләр тора:
1) Ватанға, Тыуған ил һәм халыҡҡа мөхәббәт, уларға бәйле башҡа темалар.
Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир ҡулында. Ир – егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. Алтын – көмөш яуған ерҙән,тыуған – үҫкән ер артыҡ. Ил төкөрһә - күл була.
2) Дуҫлыҡ, иптәшлек, туғанлыҡ темаһы.
Дуҫтың иҫкеһе, тундың яңыһы яҡшы. Дошманды һөйөндөрмә, дуҫыңды
көйөндөрмә. Ике ыласын талашһа, бер ҡоҙғонға ем булыр. Дуҫың дуҫ
булһын, иҫәбең дөрөҫ булһын.
3) Аҡыл, һөнәр, хеҙмәт тәрбиәһе.
Аҡыллының аты арымаҫ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Хеҙмәттә
үткән ғүмер – алтын ғүмер. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. Дөйәләй
алтының булғансы, төймәләй алтының булһын.
4) Уҡыу, белем алыу темаһы.
Уҡыған уҙыр, уҡымаған туҙыр. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу.Белемең менән меңде еңерһең.
5) Ғаилә мөнәсәбәттәре, әҙәп , тәрбиә темаһы.
Ата - әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Ғәҙәтһеҙ кеше - әҙәпһеҙ кеше.
Йәшлектә тырыш булһаң, ҡартлыҡта тыныс булырһың. Үҙеңде ҙурлама,
кешене хурлама.
Фәнүзә Нәҙершинаның 1980 йылда нәшер ителгән “Башҡорт халыҡ ижады Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” китабына 10895 мәҡәл һәм әйтем ингән. Шуларҙың 497 һан менән булған мәҡәл һәм әйтемдәр.
Мәҡәлдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыла һуң?Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе уҡып сыҡҡандан һуң,шундай һығымтаға килдем: Бигерәк тә бер һәм ете күп ҡулланыла, сѳнки бер-донъяның нигеҙе ныҡлығы билдәһе, ә ете һанын башҡорттар изге лә, серле лә һан тип ҡабул иткәндәр.
Ә ике һаны мәҡәлдәрҙә һирәгерәк ҡулланыла, сѳнки йышыраҡ ул икеләнеү билдәһе.
Өс мәҡәлдәрҙә бик йыш ҡулланылмай.
Шулай уҡ мәҡәлдәрҙә алты, һигеҙ, ун, мең һандары ла күренә. Йөҙ,мең ул күплек билдәһе.
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
3,6,7,9-сы класс уҡыусыларының телмәрҙә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҡулланыуы.
Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент үткәрелде.
Тикшеренеү эшендә 46 уҡыусы ҡатнашты.
3 – сө класс- 11 уҡыусы;
6 – се класс – 12 уҡыусы;
7 – се класс – 12 уҡыусы;
9 – сы класс – 11 уҡыусы.
Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә мәҡәлдәр ҡулланыуын асыҡланыҡ.
Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:
3 класс | 6 класс | 7 класс | 9 класс | |||||
Мәҡәлдәр ҡуланаһыңмы | эйе | юҡ | эйе | юҡ | эйе | юҡ | эйе | юҡ |
11 | - | 12 | - | 12 | - | 11 | - | |
1 һаны | 3 | 10 | 8 | 9 | ||||
7 һаны | 11 | 12 | 12 | 11 | ||||
8 һаны | 3 | 10 | 7 | 8 | ||||
40 һаны | 8 | 12 | 12 | 10 | ||||
100 һаны менән | 11 | 12 | 12 | 11 |
Уҡыусыларҙың иң күп ҡулланылған мәҡәлдәре:
1 һаны менән. Бер эшлә,берәгәй эшлә.
Бер көн артта ҡалһаң ,биш көн йүгерерһең;
7 һаны менән. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ;
Ете атаһын белмәгән-етемлектең билдәһе;
8 һаны менән. Һигеҙ һыйыр аҫырағансы ,һимеҙ һыйыр аҫыра;
40 һаны менән. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә;
100 һаны менән. Йөҙ һум аҡсаң булғансы ,йөҙ дуҫың булһын.
ЙОМҒАҠЛАУ
Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, мәҡәл һәм әйтемдәр ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау,телмәрҙә йышыраҡ ниндәй мәҡәл әйтемдәрҙе ҡулланыу торҙо.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас,түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:
Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында 3,6,7,9-сы класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдергебеҙ килә:
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
Волшебные звуки ноктюрна
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
Сочные помидорки
Весенняя сказка
Загадка старого пирата или водолазный колокол