Фразеологизмдар донъяһында
Вложение | Размер |
---|---|
frazeologizmdar_donyahynda.pptx_3_novyy_2.pptx | 575.13 КБ |
Слайд 1
Фразеологизмдар донъяһында Башҡарҙы:Шиһабетдинова Резида,Слайд 2
Сығышымдың маҡсаты : телмәрҙә йыш ҡулланылған фразеологизмдар менән таныштырыу. Теманың актуаллеге : бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”, “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә.
Слайд 3
Теманың исеме : Фразеологизмдар донъяһында. Тикшеренеү эшенең маҡсаты : фразеологизмдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау; телмәрҙә йышыраҡ ҡулланылған фразеологизмдарҙы асыҡлау. ҡ уйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк: фразеологизмдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү; кластарҙа фразеологизмдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү.
Слайд 4
Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар. Тикшеренеү эшенең объекты – Абҙан урта мәктәбенең 5-8-се класс уҡыусылары
Слайд 5
Лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән,бер нисә һүҙҙән тороп,бер генә мәғәнә аңлатыусы һүҙҙәр ҡушылмаһы Фразеологик берәмек тип атала. Мәҫәлән:тамаҡ ялғау,күҙ терәү,һөрән һалыу.
Слайд 6
Мәҡәл, әйтемдәр һәр ваҡыт һөйләм формаһында, ә фразеологик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында булалар. Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.
Слайд 7
З.Г.Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән бер нисә фразеологизмдарҙы әйтеп китәһем килә: ағас телле – тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле кеше; аҙым һайын – бик йыш; баш күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу; башҡа менеү - өҫтөнлөк итеү; донъя күреү – тормош менән яҡындан танышыу, яманын, яҡшыһын татыу; иманын уҡытыу – бик ҡаты яза биреү; кейеҙ ҡолаҡ – кеше һүҙенә ҡолаҡ һалып бармай, әйткәнде алмай торған; ләстит һатыу (сәйнәү) – юҡ-бар һүҙ, ғәйбәт һөйләү; тел Мәскәүгә еткерә - күп һөйләй; сәс үрә торған – ныҡ ҡурҡҡан; һарыҡ яңы ҡапҡаға ҡараған кеүек – аптырап ҡалыу һ.б.
Слайд 9
Икенсе бүлек. Практик өлөш. 5-8 класс уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдар ҡулланыуы. Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент үткәрелде . Тикшеренеү эшендә 51 уҡыусы ҡатнашты. Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә фразеологизмдар ҡулланыуын асыҡланыҡ. Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде: Фразеологизмдың нимә икәнен беләһегеҙме? Фразеологизмдарҙы телмәреңдә йыш ҡулланаһыңмы? Ниндәй фразеологизмдар беләһең? Уҡыусыларҙың яуаптарын анализлағас, беҙ шундай һөҙөмтәләргә килдек . Беренсе һорауға күпселек уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Фразеологизм төшөнсәһе менән уҡыусылар рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә танышҡандар. Икенсе һорау буйынса яуаптар түбәндәгесә булды:
Слайд 15
Ҡулланылған әҙәбиәт
Слайд 16
Ҡулланылған әҙәбиәт
Карандаши в пакете
Зимний дуб
Солнечная система. Взгляд со стороны
Туманность "Пузырь" в созвездии Кассиопея
Девочка-Снегурочка