Фразеологизмдар донъяһында
Вложение | Размер |
---|---|
_frazeologizmdar_tekst_2.doc | 75 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Архангел районы муниципаль район хакимиәте
Муниципаль бюджет дөйөм белеү учреждениеһы
Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Фәнни-тикшеренеү эше
Тема: “Фразеологизмдар донъяһында”
Башҡарҙы:
Шиһабетдинова Резида Рамазан ҡыҙы
Абҙан-2019йыл
Йөкмәткеһе
I.Инеш
Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.
Фразеологизм төшөнсәһе.
II.Икенсе бүлек. 2. Практик өлөш.
5-8 класы уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдарҙы телмәрҙә ҡулланыуы.
III.Йомғаҡлау
IV.Библиография
Инеш
Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтле һин! Гүзәлһең, йыйнаҡһың һин. Һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс менән сағыштырған булған.Телмәрҙең иң матур биҙәге булып фразеологизмдар тора.
Сығышымдың маҡсаты: телмәрҙә йыш ҡулланылған фразеологизмдар менән таныштырыу.
Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”, “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә.
Теманың исеме: Фразеологизмдар донъяһында.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:
Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар.
Тикшеренеү эшенең объекты – Абҙан урта мәктәбенең 5-8-се класс уҡыусылары.
Беренсе бүлек.
Теоретик өлөш.Фразеологизм төшөнсәһе.
Телмәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Һөйләм эсендә һүҙҙәр үҙ-ара төрлө бәйләнешкә инә һәм төрлө грамматик формала килә. Һәр бер телмәрҙә, һөйләмдә яңынан бәйләнешкә инеп, яһалып торған һүҙбәйләнештәр шартлы рәүештә “ирекле һүҙбәйләнештәр” тип атала. Мәҫәлән, аҡ сәскә, сәскә үҫтереү һ.б. Күренеүенсә, “сәскә” һүҙе быларҙан башҡа ла йөҙәрләгән һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә һәм һәр ваҡыт үҙенең төп мәғәнәһен һаҡлай.
Ләкин икенсе бер төр һүҙбәйләнештәр ҙә бар. Улар составына ингән һүҙҙәр мәғәнә яғынан да, грамматик йәһәтенән дә үҙ-ара ныҡ берегеп китәләр һәм тарҡалмай торған бер бөтөнгә әйләнәләр. Телмәрҙә улар шулай нығынған һүҙбәйләнеш хәлендә ҡулланыла, һөйләмгә әҙер көйөнсә инеп китә. Мәҫәлән, баш ватыу – берәй эш-хәлде, мәсьәләне хәл итә алмай аҙапланыу; мин был хаҡта оҙаҡ баш ваттым. Баш ваттым берәмеге урынына баш ҡыйраттым, баш туҙҙырҙым йәки икенсе төрлө итеп һис кенә лә әйтеп булмай. Бына ошондай нығынған һүҙбәйләнештәрҙе фразеологизм тип йөрөтәләр.
Бик күп кеше фразеологик берәмектәрҙе мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән бутай. Фразеологик берәмектәр менән мәҡәл һәм әйтемдәрҙең үҙ-ара оҡшаш яҡтары, уртаҡ үҙенсәлектәре бар. Улар барыһы ла составы яғынан тотороҡло була, телмәргә әҙер көйө, ойош берәмек кеүек алына. Фразеологик берәмектәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә башлыса күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм күпмелер дәрәжәлә образлы була.
Ләкин мәҡәлдәр менән фразеологик берәмектәр бер-береһенән ныҡ айырыла, шул арҡала уларҙы бер рәткә ҡуйып булмай. Айырмалыҡ уларҙың мәғәнәһендә лә, төҙөлөшөндә лә, телмәрҙәге функцияһында ла күренә.
1.Фразеологик берәмек төшөнсә аңлаталар, ә мәҡәлдәр ҡатмарлы уй-фекерҙе белдерәләр. Сағыштырығыҙ: ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр; айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар һ.б. – ел ҡыуыу, баш ватыу, эт тубығынан һ.б.
Мәҡәл үҙенең тура мәғәнәһендә лә мәҡәл булып ҡала (тура һәм күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала). Ә фразеологик берәмек күсмә мәғәнәлә генә берәмек була.
2.Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр ысынбарлыҡ күренештәрҙе атай һәм кәүҙәләндерә (типһә тимер өҙөрҙәй-көслө). Мәҡәлдәрҙә тормош-көнкүреш, ысынбарлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү сағылдырыла.
3. Мәҡәл, әйтемдәр һәр ваҡыт һөйләм формаһында,ә фразеологик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында булалар.
Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.
З.Г.Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән бер нисә фразеологизмдарҙы әйтеп китәһем килә:
ағас телле – тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле кеше;
аҙым һайын – бик йыш;
баш күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу;
башҡа менеү - өҫтөнлөк итеү;
донъя күреү – тормош менән яҡындан танышыу, яманын, яҡшыһын татыу;
иманын уҡытыу – бик ҡаты яза биреү;
кейеҙ ҡолаҡ – кеше һүҙенә ҡолаҡ һалып бармай, әйткәнде алмай торған;
ләстит һатыу (сәйнәү) – юҡ-бар һүҙ, ғәйбәт һөйләү;
тел Мәскәүгә еткерә - күп һөйләй;
сәс үрә торған – ныҡ ҡурҡҡан;
һарыҡ яңы ҡапҡаға ҡараған кеүек – аптырап ҡалыу һ.б.
Фразеологизмдарҙы ғалимдарҙың китаптарын да ғына түгел, дәреслектәрҙә, художество китаптарында йыш осрарға мөмкин. Мәҫәлән,М.Кәримдең
“Өс таған” повесында “донъя күргән”,”ҡолаҡ салыу”,”аҡыл йыйыу”,”уҡ шикелле”,”йән фарман сабыу”,”йән асыуы менән”, Р.Байбулатовтың “Иң ауыр фән “әҫәрендә “бәкәленә килтерә лә һуға”,”ауыҙына һыу уртлаған һымаҡ”,”тел төбөн аңларға теләне”,”ҡара һөрөм менән ҡапланған”,”ҡул һуҙып тоторҙай”,”эт һуғарғансы”,”күҙ буяп йөрөгән” кеүек фразеологизмдар осрай.
Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлайым.
Икенсе бүлек.
Практик өлөш.
5-8-се класс уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдар ҡулланыуы.
Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 51 уҡыусы ҡатнашты.
Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә фразеологизмдар ҡулланыуын асыҡланыҡ.
Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:
Уҡыусыларҙың яуаптарын анализлағас, беҙ шундай һөҙөмтәләргә килдек.
Беренсе һорауға бөтә уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Фразеологизм төшөнсәһе менән уҡыусылар башҡорт теле әҙәбиәте,рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә танышҡандар.
Икенсе һорау буйынса яуаптар түбәндәгесә булды:
5 класс | 6 класс | 7 класс | 8 класс | |
“Йыш ҡулланам” | 2 | 2 | 1 | 1 |
“Ҡайһы бер саҡта” | 10 | 9 | 9 | 10 |
“Бөтөнләй ҡулланмайым” | 0 | 1 | 3 | 2 |
Өсөнсө һорау буйынса 5-8 класс уҡыусылары түбәндәге яуаптар тәҡдим иттеләр:
“күҙе дүрт булды”,
“күҙ ташланы”,
“бер ҡолаҡтан керҙе, икенсеһенән сыҡты”,
“биттәр яна”,
“етенсе һауала”,
“ауыҙына һыу ҡапҡан”,
“йән үксәгә китте”,
“һөйәкһеҙ тел”,
“сәстәр үрә торған”,
“күк менән ер араһында”,
“танауҙы сәйгә элеү”,
“баш ватыу”,
“утлы табаға баҫтырыу”,
“күҙ һалыу”,
“ҡыҙыу тотоу”,
“ҡул һуҙымы”,
“әүен баҙарына китеү”,
“ҡаҡ һөйәк”,
“керпек тә ҡаҡмау”,
“эс бошоу”,
“балтаһы һыуға төшөү”,
“кәкре ҡайынға терәтеү”,
“әүен баҙарына китеү”
Бына ошондай фразеологизмдарҙы беҙҙең уҡыусылар телмәрендә йыш ҡулланалар.
Шулай уҡ беҙ ҡайһы бер фразеологизмдарҙы тәрәнерәк өйрәнеп, аңлатмаһын асыҡланыҡ.
Йомғаҡлау
Минең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, фразеологизмдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланған фразеологизмдарҙы тикшереү торҙо.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:
Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында 5-8 класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдерәһем килә:
Библиография
1.Ураҡсин З.Г. “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” баҫма. - Өфө:
“Китап”, 2006
2. Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте,
1996.
3.Башҡорт әҙәбиәте.5 класс.Өфө: “Китап нәшриәте”,2011
4 .Башҡорт әҙәбиәтенән уҡыу китабы.5класс .Өфө: Башҡортостан “Китап”
нәшриәте,2011.
Астрономический календарь. Март, 2019
Весёлые польки для детей
Как нарисовать зайчика
Четыре художника. Осень
Нас с братом в деревню отправили к деду...