Абҙан ауылы фольклоры.Таҡмаҡтар
Вложение | Размер |
---|---|
abzan_auyly_folklory.takmaktar.docx | 39.84 КБ |
«Абҙан ауылы фольклоры»
Һәр төбәктең үҙенә генә хас йәме, сере, тарихы,фольклоры бар. Ер-һыу атамалары халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул. Ваҡыт үтеү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер исемдәр аҡрынлап юйыла бара, оло быуын үҙе менән тарихты,фольклорҙы алып китә. Шуға күрә ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын,фольклорҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең изге бурысыбыҙ тип һанайым.
Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге:
Тарихты ,фольклорҙы үҙен ихтирам иткән һәр бер кеше белергә тейеш. Шуның өсөн дә үҙемдең тыуған төйәгем – Абҙан ауылы фольклорын байҡау эшенә тотондом.
Эштең маҡсаты һәм бурыстары:
- ололарҙан фольклор материалдары йыйыу;
Тыуған яҡ фольклорына hөйөү тәрбиәләү; хөрмәт хисе уятыу.
- йыйылған материалды презентация итеп эшләү;
- тикшеренеү эшен яҙма һәм электрон вариантта киләсәк быуынға мираҫ итеп
ҡалдырыу.
Эштең структураһы: Инеш, төп өлөш, һығымта, библиография,
ҡушымтанан тора.
Эштең гипотезаһы: әгәр ҙә халыҡ тыуған ауылының мәҙәниәтен,фольклорын өйрәнһә уны һаҡлаясаҡ һәм мәҙәни үҫешенә йоғонто яһаясаҡ. Тәҡдим ителгән гипотезаны раҫлау өсөн дәлилдәр төрлө мәғлүмәттәрҙән, документтарҙан килтерелә.
Эштең әһәмиәтлелеге: был материалды “Башҡортостан тарихы һәм
мәҙәниәте”, башҡорт әҙәбиәте, тарих дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа,
тирә-яҡты өйрәнеү музейында йәш быуындың күңелдәрендә ватансылыҡ
тойғо уятыу маҡсатында ҡулланырға мөмкин.
Эҙләнеү методтары:
Йөкмәткеһе
1.Инеш һүҙ.
2. Фәнизә Ҡотлозаманованың тормош юлы һәм таҡмаҡтары.
3.Фәнизә Ҡотлозаманова тураһында балалары,ауылдаштары.
4.Ғәтифә Рәхмәтуллинаның тормош юлы һәм таҡмаҡтары.
5. Ғәтифә Рәхмәтуллина хаҡында балалары .
6. Йомғаҡлау.
7. Библиография.
Инеш һүҙ
Тарихты , фольклорҙы үҙен ихтирам иткән һәр бер кеше белергә тейеш. Ер йөҙөндә тыуған яҡтан да яҡыныраҡ бер нәмә лә юҡ. Бөгөнгө фольклорҙы өйрәнеү айырыуса актуаль проблема булып тора, сөнки балалар фольклор өлгөләрен белеп бөтөңкөрәмәйҙәр. Был хәҙерге быуындың рухи ярлылығына килтерә. Ә фольклор тарихи үткәнде белеү, хәҙерге быуынды тәрбиәләү өсөн бик кәрәкле материал ул. Әнүр Вахитов фольклорҙың М. Буранғолов ижадында ҡулланылыуына иғтибар итеп, түбәндәгеләрҙе әйткән: “Мөхәмәтша Буранғолов өсөн фольклор – халыҡ тормошоноң иң әсенешле һәм көрәшле яҡтары тупланған тарихи документ” . Йәғни, фольклор материалдары – ул халыҡ тарафынан яҙылған тарих ул. Быға оҡшаш фекер Ғайса Хөсәйеновтың яҙмаларында ла осрай: “Тарихҡа ҡарашта ике ҙур төшөнсә йәшәп килә: береһе – яҙма тарих хәтере, икенсеһе – халыҡтың үҙ тарихи хәтере. Тәүгеһе үҙ заманының йәки һуңғыраҡ дәүерҙең тарихсылары, күренекле шәхестәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәре, сәйәхәтселәре, дипломаттары һ.б. тарафынан яҙып ҡалдырылған мәғлүмәттәр, тарихи яҙмалар булыуы менән ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булһа, икенсеһе иһә халыҡтың үҙ тарихына үҙ ҡарашы, баһаһы, үҙенсә аңлауы һәм аңлатыуы менән ҡиммәтле”
Шулай итеп, фольклорҙы өйрәнеү бик әһәмиәтле күренеш.
Беҙҙең Абҙан ауылы мәктәбендә “Башҡорт фольклоры “түңәрәге эшләне.Мин был түңәрәккә 2 йыл йөрөнөм.Беҙ төрлө йолалар,ғөрөф-ғәҙәттәр,таҡмаҡтар өйрәндек.Шулай уҡ ауыл тарихын, фольклорын яҙып алдыҡ. Түңәрәккә йөрөүсе бер төркөм уҡыусылар Фәнизә,Ғәтифә әбейҙәргә барып таҡмаҡтарын яҙып алдыҡ.
Абҙан ауылында үҙенең таҡмаҡтары менән дан алған Фәнизә әбейем йәшәй.Ул олатайым Әхмәткәрәй менән бер туған.
Беҙ барғанда Фәнизә әбей йөн ойоҡбаш бәйләп ултыра ине.Беҙҙең ни өсөн килгәнде белгәс,әҙерәк уңайһыҙланып китте.
-Ул таҡмаҡтарҙы мин бит үҙем өсөн генә яҙам .Элекке ваҡытта әйткәндәрҙе хәҙер яйлап ҡағыҙға төшөрәм, -тине.Уның 100-ҙән ашыу таҡмағын яҙып алдыҡ.
Фәнизә әбей 1937 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән. Бик иртә Исмәгзәм Ҡотлозамановҡа кейәүгә сыҡҡан.Ғүмер буйы колхозда сөгөлдөр эшләй. 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.4 ҡыҙ һәм 1 ул.Һәр береһе лә бөгөн матур итеп донъя көтә.Ире ҡул оҫтаһы була,был һәләт улдары Фәнискә лә күскән.Тик 24 йыл элек ире вафат була.
Фәнизә әбейҙең таҡмаҡтарында барлыҡ тормош юлы сағыла.
Тематик яҡтан да таҡмаҡтары төрлө-төрлө.Тормош хаҡында,мөхәббәт тураһында
Бына шул таҡмаҡтарҙың бер нисәүһе.
1.Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
Күп ултырма бейеп кит.
Рәхәтләнеп йырла ,бейе
Ғүмеребеҙ уҙа бит.
2. Инйәремдең аръяғында
Ҡыҙарып бешкән еләк.
Таҡмаҡтарҙың белеүсе күп
Таҡмаҡ әйтеүсе һирәк.
3.Йыр йырлайым,таҡмаҡ әйтәм
Көндәрем шулай үтә.
Таҡмаҡ әйтеп,йырҙар йырлап
Ғүмер юлдарым уҙа.
4.Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Күрәм ҡоштар осҡанын.
Осҡан ҡоштар ғына белә,
Эстәремдең бошҡанын.
5.Өҙөлә үҙәккәйем
Һыҙлама йөрәккәйем.
Йәшлектәрем иҫкә төшһә,
Өҙөлә үҙәккәйем.
6.Эй, дуҫҡайым, ҡайҙа киттең
Киткән ерең алыҫмы ?
Урам буйлап күп йөрөйһөң
Ялыҡтырҙың халыҡты.
7.Эй, дуҫҡайым ,ҡайҙа киттең
Китеп барам клубҡа.
Йәштәргә күрһәтергә тип,
Әбейҙәр концерт ҡуя.
8.Магазинға барғайным
Күҙем маңлайға етте.
Күпме генә әйбер алдым
Айлыҡ пенсиям бөттө.
9. Эй, дуҫҡайым,һиңә әйтәм
Ишеттеңме яңылыҡ.
Пенсиябыҙ тағы артҡан
Ике киҫәк һабынлыҡ.
10.Әхирәт һин ҡайҙа киттең
Күтәреп донъя йөгөн.
Ҡатын-ҡыҙҙың иңдәрендә
Көтөлә донъя бөгөн.
11.Ҡайһы бер ялҡау егеттәр
Эшләмәй ҙә йәшәйҙәр.
Улар ниңә эшләһендәр,
Пенсия алғас әсәйҙәр.
12.Таҡмаҡ яҙа-яҙа
Ҡулдарым талып китте.
Әлегә етеп торор ул
Яҙырға таҡмаҡ бөттө.
13.Алтын йөҙөк бәйләп ҡуйҙым
Ҡулъяулығым ситенә,
Фәнизә әбейҙең таҡмағы тип,
Төшөрөрһөң иҫеңә.
Фәнизә әбейемдең таҡмаҡтарында бөгөнгө тормошҡа ҡарата асыныу ҙа сағыла.
1.Һөйгән йәрем берәү генә
Юҡ-барға өйрәтмәгеҙ.
Шайтан һыуҙарын эсереп
Тәмәке көйрәтмәгеҙ.
2.Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ.
Тәмәкеһен дә ташлар.
Шайтан һыуын да ташлаһа
Әҙәмгә оҡшай башлар.
3.Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ
Күҙе- бите бик матур.
Нисек матур булмаһын ул
Һылап торғас штукатур.
Таҡмаҡтары менән маҡтанырға яратмай Фәнизә әбей.Был турала үҙенең таҡмаҡтарында ла әйтеп бирә.
1.Мә, яҙ, тиеп дәфтәр бирҙең
Таҡмаҡ яҙып бир тинең.
Таҡмаҡтәрым яҙып бирәм
Ҡулъяҙмам насар минең.
2.Ағиҙелде бергә йөҙәйек
Йөҙөп сығалһаң ғына
Таҡмаҡтарымды яҙамын
Көлмәҫ булһағыҙ ғына.
3.Таҡмаҡтарым яҙып бирәм
Һандуғас һағынғанда.
Утҡа яҡма,һыуға һалма
Уҡырһың һағынғанда.
Фәнизә әбей Ҡотлозаманова бөгөнгө көндә дин юлында,5 ваҡыт намаҙын ҡалдырмай,әҙәби китаптар уҡый.Икенсе ҡыҙы Илүзә лә дин юлында.Әбей балаларының, ауылдаштының ихтирамын тойоп йәшәй.
Ауылдаштары,балалары:
Мәрйәм Ғизәтуллина(ауылдашы):Фәнизә апай күп шиғырҙар белә,төрлө ваҡытта таҡмаҡтарын әйтеп ебәрә.Бик күңелле кеше.
Әхмәткәрәй Мәсәлимов (бер туған ағаһы):-Фәнизә менән беҙ бергә үҫтек.Киске уйындарға сыҡҡанда ул гел генә үҙенең таҡмаҡтарын әйтте,әле лә таҡмаҡтарын ҡағыҙға төшөрә.
Фәнис Ҡотлозаманов (улы):-Әсәйем элек-электән таҡмаҡ әйтте.Мин дә уның таҡмаҡтарын тыңлап үҫтем.
Абҙан ауылында таҡмаҡтар яҙыусы тағы Ғәтифә әбей Рәхмәтуллина йәшәй.
Беҙ Ғәтифә әбейгә көҙ көнө Тимур командаһына барҙыҡ.Ҙур баҡсаны сүптән таҙарттыҡ. Эш бөткәс,Ғәтифә әбей һәр бер баланы үҙ балаһылай күреп яратты,таҡмаҡтарын да әйтеп һалды.
“Ҡыҙ сағым ҡыҙыл сәскә,
Йәш сағым зәңгәр сәскә.
Ҡыҙыл сәскә,зәңгәр сәскә
Йәшлек беҙҙән дә уҙа.”
Беҙ ҙә унын тормош юлы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Ғәтифә Сиражетдин ҡыҙы Рәхмәтуллина 1928 йылда Иҫке Тимербай ауылында тыуған.
-Атайым тирмәндә эшләй ине,ә әсәйем колхозда төрлө эштәр башҡарҙы.
Күберәк ваҡыт ураҡ өҫтөндә булдылар.Игенде ҡул менән урҙылар.МТС-тан комбайн килһә,ураҡсылар комбайнды баҫыуға төшөрмәйҙәр.Иген мул уңыш бирә ине.Ураҡтан һуң Ҡыҙыл ылау менән флагтар тағып өй беренсә иген таратып сығалар ине.Беҙҙең колхоз “Ҡыҙыл Инйәр” исемле һәм өс бригаданан тора ине,ә бригадалар араһында ярыш ойошторола.Листокта алда барған бригада- самолетта,икенсеһе урындағы -автомошинала,ә арттағыһы -ташбаҡала һүрәтләнә торған ине.Таҡмаҡтар ҙа шул ваҡытта тыуа ине.
1. Алма ағасы ултырталар
Төбөн ҡаҙып,һыу һибеп,
Кәримә апай йоҡлап ята
Көлгә борсағын һибеп.
2.Арығы оста Һәбилә
Урам буйын ярата.
Бригадирҙы күреп ҡалһа,
Ун биш аҙымдан ҡаса.
3.Кинйәбикә апайыбыҙ
Йоҡоно бик ярата,
Йәй көндәрен эшләмәйсә
Ҡыш нимә ашап ята?
4.Арғы оста Мәликә,
Иртә ҡайта һуң китә.
Көлтәгә бер көлтә
Нисек бәйләп өлгәртә.
- Мин белерҙән мәктәп әлеге урында ине.Бер ҡатлы ете йыллыҡ мәктәп,эргәһендә ике фатирлы йорт та бар.Шулай матур ғына тормош көтөп ятҡанда,1941 йылдың 29 майында атайым вафат булып ҡалды,ә бер ай тулыр-тулмаҫтан 22 июндә һуғыш башланып китте.Мин 5-се класты тамамлаған инем.Бик яҡшы уҡыным,активистка инем,ауылдарға йөрөп концерттар ҡуя торған инек.Һуғыш башланғас йүнләп уҡып булманы.
Беҙҙең һыйыр бар ине,әммә һөтөн дәүләткә мәжбүри тапшырабыҙ.Бынан тыш итен,йомортҡаһын,йөнөн дә түләргә кәрәк.Һуғыштың беренсе көнөнән үк күптәр фронтҡа киттеләр.Уларҙың береһе лә тиерлек әйләнеп ҡайтманылар.
минең бурыс шулай уҡ апайҙарға,еңгәләргә фронттан килгән хаттарҙы уҡып биреү һәм фронттҡа хаттар яҙыу була торған ине.Бына шулай ауыр шарттарҙа үтте беҙҙең бала саҡ һәм йәшлек йылдары.
1945 йылдың 9 майында һуғыш тамаланды,ләкин тормош еңеллеге килмәне.Һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙергә кәрәк ине.1946 йылда яңы фронттан ҡайтҡан Рәхмәтуллин Миңлеәхмәткә кейәүгә сыҡтым.Иптәшем колхозда бригадир булып ,ә мин төрлө эштәрҙә эшләнем.
(әбей таҡмаҡтарын әйтеп ебәрҙе)
1.Машинаға бер ултырһаң ,
Бара ла бара икән.
Йәш йөрәккә ут ҡабынһа,
Яна ла яна икән.
2.Улай ҙа үтә ғүмерҙәр,
Былай ҙа үтә ғүмерҙәр
Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,
Күтәрелә күңелдәр.
-1981 йылда тормош иптәшем үлеп ҡалды.Балаларҙы кеше итеп тәрбиәләү бер үҙемә ҡалды.Хаҡлы ялға сығыуыма ҡарамаҫтан,колхозда эшләүемде дауам иттем һәм тағы ла 11 йыл эшләнем.
Тормош иптәше менән 7 балаға ғүмер бирәләр.Бишәүһе юғары белемгә эйә.Береһе махсус урта белемле,ә инде береһе урта белем алып төрлө өлкәлә хеҙмәт итәләр.Үҙ ваҡытында уҡып белем генә ала алмаған.Ул оҫта йырлай һәм бейей ҙә .
Ул почетлы колхозсы исеменә лайыҡ булған.Хеҙмәт ветераны.Тиҫтәләгән район етәкселеге һәм колхоз идараһы тарафынан бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары бар.
Ғәтифә әбейҙең йәш саҡта сығарылған 169 куплет таҡмағы бар.Унда уның барлыҡ тормош юлы сағыла.Бына шул таҡмаҡтарҙың бер нисәүһе.
1. Улай ҙа үтә ғүмерҙәр
Былай ҙа үтә ғүмерҙәр.
Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,
Күтәрелә күңелдәр.
2.(Һары матур)3 һайлаһаң
Тауыштарыңдан танырмын
Ҡоштар булып һайраһаң.
3.Ултырҙым ҡайын төбөнә
Ҡайын төбө һалҡынға
Уф,тиһәң,үләндәр көйө
Эсемдәге ялҡынға.
4.Гармундар уйнай беләһең
Маладис ҡулдарыңа
Аллы-гөллө сәскә атһын
Йөрөгән юлдарыңа.
5.Гармунсының исемдәре
Гармун ҡайыштарында
Иртән торһам,ике күҙем
Ҡояш байыштарында.
6.Һынаһаң,һынамаһаң да
Гармун теле ун ике.
Теләһәң,теләмәһәң дә
Йәш ғүмер килмәй ике.
7.Ағиҙелдән ағып килә
Сепарат ҡаҙандары.
Булһа булһын грамотный,
Кәрәкмәй наҙандары.
8.Аҡлы ситса күлдәгемде
Ҡараға алышмайым
89-ҙы уҙһам да
Йәштәрҙән ҡалышмайым,
тип беҙҙе оҙатып ҡалды Ғәтифә әбей.
Бөгөнгө көндә Ғәтифә әбей ҡыҙы Резидала,ә йәй –яҙ айҙарында тыуған йортонда.
Балалары:
Рахматуллин Р.М.(улы)-Әсәйебеҙ беҙҙе таҡмаҡ менән тәрбиәләгәндер.Һөйләшкәндә һәр ваҡыт таҡмаҡ әйтте,халыҡ әйтемдәрен күп белә.
Маликова Р.М.(ҡыҙы)-Әсәйем ғүмер буйы китап,журнал уҡыны ,әле лә китап уҡый. “Башҡортостан ҡыҙы”,Ағиҙел “журналдарын иң беренсе ул уҡып сыға. Тормошта булған ҡыҙыҡ мәлдәрҙе йыш ҡына таҡмаҡ әйтеп көлдөрөп һөйләй.
Бына шундай ижади кешеләр йәшәй Абҙан ауылында.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, тикшереү барышында алдыма ҡуйылған маҡсат һәм бурысты үтәнем тип уйлайым.Таҡмаҡтарҙы беҙ төрлө фольклор байрамдарында ҡулланасаҡбыҙ.
Киләсәктә был эште дауам итеп ауыл фольклорын ныҡлап өйрәнергә уйлайым.
Беҙ күп осраҡта ижади кешеләрҙе ситтән эҙләйбеҙ.Минеңсә, улар беҙҙең арала.
Ҡулланылған әҙәбиәт
3.Ә.Сөләймәнов”Бала-сағаның уйын фольклоры”.
4.М.Буранғолов”Сәсән аманаты”китабы.
Сығанаҡтар:
1.Фәнизә Ҡотлозаманова(таҡмаҡ яҙыусы).
2.Ғәтифә Рәхмәтуллина(таҡмаҡ яҙыусы)
3.Ҡулъяҙма яҙмалар.
4.Мәктәп музейынан материалдар.
5.Ауылдаштар,балалары.
Ветер и Солнце
Лиса и волк
Отчего синичка развеселилась
Цветущая сакура
Рисуем осень: поле после сбора урожая