... Дәрес үткәреүе - был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше - айсберг,
Дәрес - һыуҙан өҫкө өлөшө
З. Сөләймәнов
Вложение | Размер |
---|---|
ukytyusy_eshe_-_aysberg.docx | 19.88 КБ |
УҠЫТЫУСЫ ЭШЕ – АЙСБЕРГ
(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ә.З. Хисаметдинова тураһында)
Ижади эштең авторы:
Ғәлимова Гүзәлиә
Ижади эштең етәксеһе:
Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы,
Нуриман районы
Яңы Күл урта дөйөм белем биреү
мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Уҡытыусы!
Ошо исемдән дә
Артығыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.
Рауил Шаммас
Уҡытыусы... Күпме мәғәнә һалынған ошо оло һүҙгә: уҡытыусы, белем биреүсе, тәрбиәсе, иң яҡын дуҫ, әсәй... Эйе, эйе, әсәй! Уҡытыусы эшен башҡа бер ниндәй һөнәр менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Үҙе ҡатмарлы, яуаплы, тик иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Ниндәй генә һөнәргә эйә булмайыҡ, беҙ тәүге белемде, әлбиттә, уҡытыусынан алабыҙ.
Игенсенең эшен үлсәп була:
Сәсеү, урыу – гектар һанында...
... Малсының да эше үлсәм менән:
Һөткә литр – күләм үлсәмдә...
... Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.
Һүҙем Нуриман районы Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Закуан ҡыҙы Хисаметдинова хаҡында булыр. Хәтерләйем: 5-се синыфҡа уҡырға килдек. Тәүге дәрес туған тел ине. Дәрес башланыу менән, бүлмәгә мөләйем йөҙлө апай килеп инде. Ул үҙенең сихри, серле тауышы менән шунда уҡ арбап алды. Һәм ошо минуттан мин киләсәгемде уҡытыусы һөнәренә бәйләйәсәгемә һис шик юҡ ине.
11-се синыфты яҡшы тамамлап, юғары уҡыу йортона юлланыр мәлдә Әлиә Закуан ҡыҙы шулай тине: “Уҡытыусы эшен баһалап бөткөһөҙ киң даръя, ҙур аҡлан, йыһан киңлеге, күк йөҙөндә йымылдаған меңәрләгән йондоҙҙар менән сағыштырыр инем, сөнки “Уҡытыусы” ғына тигән исем күп мәғәнәгә эйә. Гүзәлиә, һинең был һөнәрҙе һайлауыңа мин бик шатмын. Һинән яҡшы уҡытыусы сығасаҡ!” Уның әйткән һүҙҙәре мине ҡанатландырғандыр, күрәһең, сөнки бөгөнгө көндә мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетында уҡыйым. Ә оҙаҡламай мин дә уҡытыусы булып китеремә бик ышанам.
Мин – уҡытыусы! Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, - тип һүҙен башланы бер осрашыуҙа Әлиә апай. – Кес кенә сағымда ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнай торғайным. Балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән, әхирәттәрем ҡунаҡҡа килер ине, уларға “белем” биргән була инем. Эх, ул саҡтар! Ҡыҙыҡ саҡтар! Минең бала саҡтарым!
Ана шул мәктәпкә лә төшмәгән сабый ғына бала киләсәктә уҡытыусы булып китәсәген, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер әле. Әлиә Закуан ҡыҙы мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфөнөн Башҡорт дәүләт университетына юл тота. Тиҙҙән йәш белгес тыуған районында эш башлап ебәрә. Бына инде 16 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһын етәкләй. “Ә ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?”- тигән һорау биреүселәргә Әлиә Закуан ҡыҙының яуабы етди яңғырай: “Сөнки мин балаларҙы яратам!”
Мәктәп уҡыусылары менән эшләүемә инде байтаҡ йылдар уҙҙы. Мин хәҙер үҙемдең тормошомдо уҡыусыларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Улар миңә йәшәү дәрте бирә, ә мин, үҙ сиратымда, уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға өйрәтәм. Балаларҙа әҙәп-әхлаҡ, милли рух һәм үҙаң, туған телгә ҡарата ғорурлыҡ һәм һөйөү тойғолары тәрбиәләйем, - ти Әлиә Закуан ҡыҙы.
Уҡытыусымдың шундай ыңғай сифаты бар: уҡыусыларҙың һәләтен асыу. Уның әйтеүенсә, кеше – тәбиғәт балаһы. Ә тәбиғәт кешегә матур-матур һәләттәр бүләк иткән. Ана шул тәбиғи таланттарҙы асыр өсөн, Әлиә апай төрлө бәйгеләр, викториналар ойошторор ине. Республика кимәлендә уҙған ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә инек. Мәҫәлән, Р. Ғималетдинова мәктәптә уҡыған йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында икенсе урын яулай. “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика бәйгеһенең дипломанты исеменә Р. Низаметдинова дәғүә итә. Л. Ғәлиуллина, Р. Ғималетдинова һәм мин – Г. Ғәлимова Б. Солтангәрәев исемендәге республика конурсының “Халҡым киләсәге” номинацияһының еңеүселәре тип табылдыҡ. Ижади һәләткә эйә булыусыларға айырыуса иғтибар бүлде. Миндә шиғырҙар яҙыу һәләтен асты уҡытыусым, ошо йәһәттән мәктәп йылдарында “Йәш хәбәрсе” түңәрәгенә йөрөп, үҙемдә ышаныс артты. Эйе, һәләт тәбиғәттән ярала. Тик бында уҡытыусының да өлөшө бихисап ҙур, минеңсә.
Әлиә Закуан ҡыҙы уҡыусыларҙа үҙ телен, тормош-көнкүреш традицияларын, йолаларын аңлаған, күп мәҙәниәтле, бөтә яҡтан үҫешкән, белемле шәхестәр тәрбиәләй. Шуға бер асыҡ миҫал: 2016/2017 уҡыу йылында 11-се класта уҡыған Л. Бужаева менән Р. Гәрәева Әлиә Закуан ҡыҙы етәкселегендә Мәскәүҙең М.Горький исемендәге әҙәбиәт институты, М. Кәрим исемендәге фонд һәм Ә.Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторолған “М. Кәримдең 100 йылығына арналған тәржемәселәр” конкурсында еңеү яулай һәм Мәскәү институты студенттары булыу хоҡуғына эйә була. Бөгөнгө көндә был ҡыҙҙар М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. Уҡытыусым 2017 йылда К.Д. Ушинскийҙың 90 йыллығына бағышланған Бөтә Рәсәй ғилми конференцияла “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге” исемле мәҡәләһе менән сығыш яһай һәм был доклады ғилми-методик йыйынтыҡҡа индерелә. Ошо уҡ йылда “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитеты тарафынан Нуриман районында башҡорт халҡы мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, балалар күңелендә башҡортлоҡ рухын һеңдереүҙә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Әйтергә кәрәк, 2013 йылда Әлиә Закуан ҡыҙы Мәскәүҙең “Спец-адрес нәшриәте” тарафынан иғлан ителгән “Мәғарифта иң яҡшылар” Халыҡ-ара энциклопедияһының исемлегенә индерелә һәм “Уҡытыусы” номинацияһында еңгән энциклопедия геройы булараҡ “Мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн” миҙалы менән наградлана. Һанап китһәң, уҡытыусымдың хеҙмәттәре бихисап. Үҙе әтмешләй: “Хеҙмәтемә күрә хөрмәтем.”
Шундай юғары хеҙмәттәргә һәм хөрмәттәргә өлгәшкән уҡытыусы апайыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ өсөн, беҙ, уның уҡыусылары, бөгөнгө көндә тырышып уҡып йөрөйбөҙ, үҙе өйрәткәнсә, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшеп торабыҙ. Күптәребеҙ инде уҡытыусы...
Зәки Сөләймәнов әйтеүенсә: “Уҡытыусы эше – айсберг.”
Дәрес күреп кенә. Уның эшен
Баһаларлыҡ фекер тыуамы?
Дәрес бит ул уҡытыусы өсөн
Эштең башы түгел, дауамы...
Дәрес үткәреүе – был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше – айсберг,
Дәрес – һыуҙың өҫкө өлөшө.
Как представляли себе будущее в далеком 1960-м году
Рисуем белые грибы пастелью
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Как я избавился от обидчивости
Невидимое письмо