Тел - ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған. Көнөн, йүнен йүнләшкән, тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән. Кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған.
Ғ. Хөсәйенов
Вложение | Размер |
---|---|
halkym_tele_-_min_haklyk_tele.docx | 16.82 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы
муниципаль районының хакимиәте мәғариф бүлеге
Яңы Күл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы
“Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле”
темаһына фәлсәфә
Ғәлиуллин Рүзилдең ижади эше
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Хисаметдинова Әлиә Закуан
ҡыҙы
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт
бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Рәшит Назаров
Әсәйем китапханасы булып эшләгәнгәме, әллә ғаиләмдә уҡырға яратыусылар күп булғанғамы, өйҙәге кәштәләр китаптар менән тулы, башҡорт телендә сыҡҡан газета-журналдар ҙа иҫ киткес күп. Үҙем күберәге “Аманат” журналын яратып уҡыйым. Кисен барыбыҙ ҙа йыйылып, берәй әҙәби әҫәр уҡырға ғәҙәтләнеп алдыҡ әле. Бына шулай, барыһы ла ял сәғәтендә бергә йыйылғас, мин дә публицистик журналды асып ҡарарға булдым. “Ағиҙел”дең ниндәй генә битен асма, унда әҙәби-нәфис әҫәрҙәрҙең күп булыуы ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки мин шундай әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Шул әҙәби әҫәрҙәр араһында миңә туған телгә арналған шиғырҙар оҡшаны. Уҡытыусым әйтеүенсә, туған телгә арналған шиғырҙарҙы уҡымай булмай ул. Шул тел беҙҙе йәшәтә һәм йәшнәтә, уҡыусылар, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен әле генә, 7-се класс уҡыусыһы булғас ҡына аңлай башланым...
Әйткәндәй, ана шул “Ағиҙел” журналында мин бик матур фекергә иғтибар иттем. Унда Рафаэль Аҙнағолов шулай тигән: “Әсә теле – бишек йыры, әсәләрҙең үҙ балаларын күкрәгенә ҡыҫып яратыу, һөйөү, наҙлау теле; өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр, хикәйәттәр теле; олатайҙар хикәйәләгән сал тарих... эскән һыуыңдың, һулаған һауаңдың... тәмен әсә телендә тоя, әйтә белеү кешегә бирелгән иң ҙур бәхет ул.”
Эйе, һәр кешенең үҙ туған теле бар. Минең телем – башҡорт теле. Был һүҙҙәрҙе мин хаҡлы рәүештә ғорурланып әйтәм. Килешер минең менән һәр башҡорт: иң гүзәл, иң матур телдәрҙең береһе – ул башҡорт теле. Мин үҙемдең туған телемдә һәр кемгә лә ғәзиз булған “әсәй” һүҙен әйткәнмен. Һөйөклө һәм һөйкөмлө әсәйем миңә туған телдә бишек көйө элек көйләһә, бөгөн туған телемдә белем һәм тәрбиә бирә. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла башҡорт телендә аралаша. Мәктәптә башҡорт телен беренсе синыфтан яратып уҡыйым. Бөгөнгө көндә унда дүрт тел – рус, башҡорт, инглиз һәм немец телдәрен өйрәнһәк тә, иң яҡын телдәрҙең береһе булып минең башҡорт теле ҡала, сөнки Ғ. Туҡай әйтеүенсә,
Эй туған тел, эй матур тел,
Атам-әсәмдең теле!
Донъяла күп нәмә белдем
Һин туған тел арҡылы...
Башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған кеүек, мин башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән дә мауығам. Айырыуса мин ҡурайҙа өҙҙөрөргә яратам. Мәктәбебеҙҙә байтаҡ йылдар эшләп килгән башҡорт халыҡ инструменттары ансамблендә шөғөлләнәм. Етәксебеҙ беҙгә бик күп башҡорт көйҙәрен өйрәтте. Башҡорт теленең матурлығын ошо халыҡ моңдары аша ла күрәм мин.
Туған тел һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейеш. Эйе, ысынлап та, туған тел беҙҙе йәшәтә, шәхес итеп тәрбиәләй. Туған йортобоҙ, тыуған ауылыбыҙ, ғәзиз илебеҙҙең ҡәҙерле булыуын шул туған телебеҙ аша өйрәнәбеҙ ҙә инде!
Филимоновская игрушка
Дерево в снегу
Отчего синичка развеселилась
В какой день недели родился Юрий Гагарин?
Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт