Aтайым - таянысым.
Минең таянысым-минең атайым,
Исемен уның шатланып атайым.
Һаҡлай мине, атайым.
Уны гелән тыңлайым.
Атай-ниндәй ябай һүҙ...Әсәй тигән һүҙҙән һуң ул икенсе әйтелә.Сөнки был ике һүҙ гел йәнәшә йөрөйҙәр. Улар кешеләрҙең иң ҡәҙерле кешеләре.
Вложение | Размер |
---|---|
minen_atayym.docx | 14.51 КБ |
Aтайым - таянысым.
Минең таянысым-минең атайым,
Исемен уның шатланып атайым.
Һаҡлай мине, атайым.
Уны гелән тыңлайым.
Атай-ниндәй ябай һүҙ...Әсәй тигән һүҙҙән һуң ул икенсе әйтелә.Сөнки был ике һүҙ гел йәнәшә йөрөйҙәр. Улар кешеләрҙең иң ҡәҙерле кешеләре.
Минең атайым – минең таянысым, батырым. Ул ысын мәғәнәһендә ошо һүҙҙәргә лайыҡ.Уның исеме Хәлим Уйылдан улы. Урман хужалығында мастер булып эшләй. Эшендә ул хөрмәткә лайыҡ. Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, атайым ғаиләһе тураһында онотмай.Ул әсәйемә һәр ваҡыт булыша. Улар бергә аш-һыу әҙерләйҙәр, өй төҙөйҙәр,баҡсала эшләйҙәр. Беҙ уларға ярҙам итергә тырашабыҙ. Хәҙер беҙ үҙебеҙ төҙөгән өйҙә йәшәйбеҙ.
Атайым “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, - мәҡәлгә тап
килеп тора. Сөнки уның белмәгән эше юҡ. Ул бигерә тә бал
ҡорттары менән булышырға ярата. Берәй кеше кәңәш һорап килһә,тиҙ генә ярҙам итергә әҙер тора. Атайымдың иң яҡшы сифиты- үҙ һүҙендә тороу. Әйткән вәғәҙәһен ул үтәмәй ҡалдырмай.
Атайым- минең таянысым. Ул ҙур батырлыҡ эшләмәһә лә, көндәлек тормошта һынатмай, ябай , ғәҙел, эшсән, ярҙамсыл кеше була белә. Киләсәктә мин атайыма оҡшарға теләйем. Ул минең өсөн һәр ваҡыт терәк- таянысым. Шундай атайым булыуы менән мин ғорурланам.
Сәлимгәрәев Нурислам.Белорет районы, 2-се һанлы Инйәр мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы.
На берегу Байкала
Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев
Соленая снежинка
У меня в портфеле
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"