Эта научно-исследовательская работа посвящена памяти поэта, драматурга Рамиля Куль-Давлета, рано ушедшего из жизни. В родной деревне Альмухаметово Абзелиловского района открыт музей, там собран богатый материал.Провели встречу с работниками музея и родной сестрой Анисой.Думаю, эти материалы помогут поближе познакомиться с жизнью и деятельностью Рамиля Куль-Давлета.
Вложение | Размер |
---|---|
yshly_kitte_yshnp_kitte_npr_ftthova_g.docx | 31.71 КБ |
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһының Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге
Фәнни-эҙләнеү эше
Йәшләй китте, йәшнәп китте...
Эшләне: Республика дистанцион белем биреү
үҙәгенең(Сибай) 12 а класы уҡыусыһы
Фәттәхова Гүзәлиә Азамат ҡыҙы
Фәнни етәксеһе: Илембәтова Ғәлиә Төхвәт ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Өфө, 2020
Йөкмәткеһе.
I.Инеш өлөш.
II.1)Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуып-үҫкән билдәле шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең тормош юлы һәм
ижады.
2) Шағирҙың ҡәләмдәштәренең һәм замандаштарының иҫтәлектәре.
3) Шағирҙың Әлмөхәмәт ауылындағы музейы.
III.Йомғаҡлау.
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты: яҡташым шағир, драматург Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Рәмил Ҡол-Дәүләттең тормош юлын һәм ижадын ныҡлап өйрәнеү, уның башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағир һәм драматург булыуын күрһәтеү,шағирҙың ижады өлгөһөндә уҡыуға, аң - белемгә һөйөү тәрбиәләү.
Теманың актуаллеге :Рәмил Ҡол-Дәүләт әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә башҡорт әҙәбиәтендә мөһим урын алып тора, уларҙы китап һөйөүселәр яратып уҡыйҙар.
Йылытам, тип, туң донъяны
Ҡыш уртаһы йәшнәнем.
Үҙем өсөн йәшәмәнем,
Халҡым өсөн йәшәнем.
Һәр кемдең яҙмышы маңлайына яҙылған, тиҙәр. Кемдер берәү 80-90-100 йыл йәшәп тә, үҙе үлгәс, бер эҙ ҙә ҡалдырмауы мөмкин, ә кемдер берәү әҙ генә ғүмер йәшәп тә, халыҡ күңелендә яҡты йондоҙ булып ҡала ала. Мин бөгөн яҡты донъянан бик иртә киткән яҡташ шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә теләйем. Ул ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә халҡының күңелен яулай алды, халҡы өсөн ижад итте.Ҡәһәрле үлем уны беҙҙең арабыҙҙан бик иртә тартып алды.80-се йылдарҙа әҙәбиәткә килеп һуңғы осорға ҡәҙәр ифрат та емешле ижад иткән йәштәр иҫәбенән ине ул. Тормошҡа ла үҙ ҡарашы, фәлсәфәһе булды уның. Шуға күрә Рәмилдең сағыу, үҙенсәлекле ижады элекке ҡалыптарға һыйып та бөтмәне.Өҫтәүенә, тәбиғәтенең баҫалҡы булыуы арҡаһында Рәмил Ҡол-Дәүләт был донъялыҡта еңел юлдан атламаны. Дүрт кенә тиҫтә йыл ғүмере дауамында уның йөрәге тыуған ерем, ватаным, халҡым тип ярһып типте.
1958 йыл. 30 май. Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында күп балалы Хөснитдин һәм Зәйнәб Дәүләтҡоловтар ғаиләһендә етенсе бала булып Рәмил тыуа. Ғәҙәттә, бала тыуғас та донъяға яр һалып ҡысҡыра, тиҙәр, ә был баланың ҡысҡырмауына, ә ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләүенә кендек инәһе хайран ҡала. “Собханалла, был бала үҙ һүҙле булыр, сәсән булыр, ләкин ғүмере ҡыҫҡа булыр,-“ тип әсә күңеленә шом һала. Ысынлап та, Рәмил бала саҡтан бик сибек, ауырыу ғына булһа ла, һүҙгә маһир, сәсән телле була. Башланғыс белмде Рәмил Әлмөхәмәт ауылында ала, бишенсе-унынсы синыфтарҙа Урал урта мәктәбендә уҡый. Артабан ул Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһына юл ала. Тәу ҡарашҡа театрҙы яратҡан һымаҡ булһа ла, аҙаҡтан ул үҙенең әҙәбиәткә һөйөүе көслөрәк икәнен аңлай. Училищела уҡыған йылдарҙа ныҡлап әҙәбиәт, шиғыр яҙыу менән шөғөлләнә. Училищены уңышлы тамамлап, ҡулына “Клуб режиссураһы” специальносы буйынса диплом алған егетте Өфө ҡурсаҡ театрына эшкә ебәрәләр.
Ләкин :”Өфөлә йәшәү һиңә зарарлы, ылыҫлы урман тирәһендә йәшәр кәрәк һиңә,-“ тип табиптар кәңәш бирә. Уларҙың кәңәшен тотоп , Рәмил Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылына эшкә юллана. Һүнеп барған Бөрйән халҡына йән өрөп, йоҡоларынан уята Рәмил. Ике йыл эсендә Рәмилдең тырышлығы менән үҙешмәкәр театр халыҡ театры исемен алыуға өлгәшә.
Баймаҡ районы театрында, Әлмөхәмәт мәҙәниәт һарайында эшләп ала, әммә ләкин ҡайҙа ғына йөрөһә лә әҙәбиәткә, шиғриәткә булған һөйөу уға тынғы бирмәй. Һәм ул 1983 йылда Башҡорт Дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Университетта эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөй, шағирҙар менән аралаша, шиғырҙары шымарғандан-шымара бара, һәм “Ямғыр алдынан” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Икенсе китабы «Һигеҙенсе мөғжизә» 1991 йылда сыҡты. Ул
китапта Р.Дәүләтҡолов тәүге тапҡыр Ҡол – Дәүләт псевдонимы
менән баҫылып сыҡты.Мөғжизә тип ғәҙәттә иҫ киткес, таң ҡалдырғыс,
ҡабатланғыһыҙ нәмәләргә әйтәләр. Ер йөҙөндә шундай ете
мөғжизә бар, тиҙәр. Ә бына Ҡол – Дәүләт өсөн һигеҙенсе мөғжизә лә бар икән.
Ул-ҡурай. Был китабында башҡорт иленә, мөхәббәткә арналған шиғырҙар һәм “Быума” поэмаһы тупланған. Шәлкемгә ингән шиғырҙарҙың һәр береһе-иҫтә ҡалырлыҡ үткер,үҙенсәлекле фекерле, сағыу һәм тормошсан. Бына, бер миҫал:Башҡортостан образын ҡайһы шағир нисек кенә яҙманы. Уны йөрәккә лә, дуҫҡа ла һуҙылған усҡа ла, ҡайын япрағына ла оҡшаттылар. Ә Ҡол-Дәүләт иһә былай тине:
Башҡортостаным- илем
Яҙа алмай бер ҙә билен.
Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә
Ярай алмаған килен.
Шиғырҙарында шағир үҙенең ауыр бала сағын, хәсрәт –нужаһын,имгәтелгән көндәр тураһында яҙҙы.Ул, ҡыйын булһа ла, ысынын әйтеп һөйләшә торған шағир ине. Мәҫәлән, тормоштағы ошо ваҡиғаны кемдең күргәнебеҙ бар:
Көтмәгәндә төн йоҡомдо бүлеп,
Балта тотоп берәү донъяны ҡулына
Төшкә инә, бар донъяны шунан
Ватып-емерергә тотона.
Ижадының һуңғы йылдарында Ҡол – Дәүләт драматургия өлкәһендә лә уңышлы эшләне. Уның “Һарысәс”, “Бермуд өсмөйөшө”, “Шартлап китһен донъяһы”, “Ҡарауыл” пьесалары Башҡорт академия драма театрында, Милли йәштәр һәм “Нур”театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. 1994 йылда “Тышаулы өйөр”драматик хикәйәте өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булды.
1997 йылда Ҡол – Дәүләттең «Ҡорама» китабы баҫылып сыҡты. Был китабы тормоштоң матурлығын, йәмһеҙлеген, мөхәббәтен-күңел ҡайтыуҙарын йөрәк аша үткәреп тыуған шиғырҙарҙан яралған. Ҡатыны Әминәгә, улы Рәсүлгә арналған шиғырҙар ҙа ингән.
Һикһәненсе йылдар башында көслө тулҡын булып әҙәбиәткә килгән талантлы шағирҙар Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләков һәм Ғәйзулланың шиғырҙарын туплаған “Егет һүҙе” китабы баҫылып сыға. Йыйынтыҡтағы шиғырҙарҙың төп темаһы-халыҡ, тел һәм тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоу, йәшәйештең асылын аңларға тырышыу, рухи юғарылыҡҡа ынтылыш.
Шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең уҡыусылар араһында популяр булып китеүенең сәбәбе нимәлә һуң? Беренсенән, уның ижадында халыҡсанлыҡ ярылып ята. Икенсенән, ул тик беҙҙең халыҡҡа ғына хас булған образдар таба һәм уларҙы үҙенсә балҡытып ебәрә.
Үҙенең ҡабатланмаҫ шиғри әҫәрҙәр,тик Рәмилсә генә әйткән һүҙҙәр яҙыуын, бер кемдеке менән дә бутап булмаҫлыҡ образдар тыуҙырыуын шағир был донъянан китмәҫтән алда ла белә, һүҙҙәренең мәңгелек икәненә ныҡ инана ине. Шуға ла ул һуңғы йылдарҙа әҫәрҙәремде баҫырҙармы-юҡмы, пьесаларымды ҡуйырҙармы-юҡмы, тип уйланманы. Ә ҡаты сир тамам аяҡтан йыҡҡансы әйтер һүҙҙәремде тиҙерәк аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡалайым, тигән кеүек ижад итте. Рәмил ағайҙың шиғырҙары эскерһеҙлеге, ихласлығы, күңел торошон тулыһынса аңлатып асып биреүе, ябайлығы һәм шул уҡ ваҡытта образлығы менән уҡыусыларҙы әсир итә. Уның һәр шиғыры шул тиклем ябай,уҡыған һайын уҡып туйып булмай. «Һуңғы йылдарҙа Рәмил ныҡ ауырыны, бер – бер артлы больницалар тупһаһын тапаны. Әммә ошо йылдарҙа ифрат имһамланып ижад итте, ашыҡты. Шәп бейеүсе лә ине», - тип яҙа Әхмәр Үтәбай.
Ҡол-Дәүләттең ижадын тау шишмәһе менән сағыштырып булыр ине. Ғәҙәттә, шишмә әллә ҡайҙан, уйламаған бейеклектән, таш аҫтынан күҙгә күренер-күренмәҫ кенә булып тиртеп сыға ла юлындағы кәртәләргә ҡарамай алға ынтыла. Уның өсөн әҙер үҙәндәр юҡ, үҙенә генә юл ярырға кәрәк. Тора-бара был шишмәгә башҡалары ҡушыла, һәм үҙән яйлап киңәйә, яйлап көслө ағымлы йылғыр йылға барлыҡҡа килә. Ул мул һыулы, тәрән, тымыҡ аҡҡан йылғаларҙан дәртлерәк тә, һыуы ла сафыраҡ һәм тәмлерәк. Ҡол-Дәүләттең ижад йылғаһына ҡушылған шишмәләр- шиғриәт, проза һәм драматургия ул.
Ҡол-Дәүләт шиғриәтенең көсө-күңелдәрҙең иң төбөндәге хистәр-тыуған ер,тыуған ил һәм әсәйгә мөхәббәт тойғоларын һәр кем аңлағанса ябай ғына итеп асып һалды. Рәмил Дәүләтҡолов үҙе лә, уның лирик геройы ла тыуған төйәгенә, тыуған еренә йөрәгенең бөтә тамырҙары менән барып тоташҡан. Ҡала кешеһе булып китеүенә инде күпме йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, холҡо-фиғеле, уй-тойғолары, хистәре – ғөмүмән, бөтә асылы менән ул барыбер ауыл йырсыһы булып ҡала.
“Сиҙәмем” тигән шиғыр ошо фекерҙе раҫлай:
Сит ерҙәрҙә ҡайғы-һағыштарҙан
Ҡаңғырғанда яңғыҙ,Сиҙәмем!
Иҫкә төшәң, һулышымды һинең
Ете диңгеҙ аша һиҙәмен.
……..
Берсә ҡара юрған ябынаһың,
Берсә һарыһына төрөнәң.
Ҡара мамыҡ кеүек бүртеп яҙын,
Бураҙналар һуҙылып ятҡанда,
Тупрағыңды алып битте йыуҙым,
Аҡылымдан яҙып шашҡандай.
Көҙөн, һары ямғыр булып шаулап,
Комбайындан иген аҡҡанда,
Мин бейенем ярһып ҡыуаныстан,
Әйтерһең дә, алтын тапҡандай.
Бына хәҙер үҙем сит ерҙәрҙә,
Яҙмыштарҙан юҡ бит уҙмыштар..
Ә шулай ҙа һин минеке, Сиҙәм,
Мин һинеке, Сиҙәм, тыумыштан!
Тыуған ер Рәмил Дәүләтҡолов ижадында мең төрлө төҫ – сифаттарҙа һынлана, ул шағирҙы берсә шатландыра, берсә моңландыра. Тыуған яҡ моңо уға йәшәргә, ижад итергә илһам бирә. Ул-тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға,уның йолаларына, рухи ҡомартҡыларына һоҡланып йәшәгән шағир. Шул уҡ ваҡытта, ул ошо ғәзиз төшөнсәләрҙе юғалтыу ҡурҡынысынан да һыҙланып йәшәй:
Сал далала армыт-армыт тауҙар-
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгеңде нтңә ярһыттың?
Ашҡынһам да, аҙаҡ йөрөй алмам
(Үкенермен үҙем һуңынан)
Форсат тейгән саҡта үтәйемсе
Атайҙарҙың данлы юлынан.
...Уйһыу ғына ерҙең ҡол-таштарын
Уя баҫып елә Аҡбуҙат.
Ярһыу хистәремде тыя алмай,
Дәртләнеп тә китеп йыр һуҙам:
“Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы,
Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән
Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы...”
Ошо шиғыр юлдарында ата-олатайҙар йәшәгән тыуған яҡҡа мөхәббәт тойғоһо уға нисек итеп илһам көсө биргәне ярылып ята.
Шағир үҙенең тыуған яғы менән бәйле бөтә нәмәне лә һағына: бер ниндәй ҡайғы-хәсрәт белмәйенсә аунап үҫкән тауҙарын, йән серҙәше булған күк далаһын.
Бары тик улар уға йәшәргә өмөт,дәрт бирә, аһ-зарҙарын тарата:
Күҙҙәремә тағы салынғайны
Таҡыр башлы ҡала тауҙарым,
Йөрәгемдән сыйпалып уҡ китте
Сит ерҙәрҙә йыйылған аһ-зарым...
Күҙ йәшемдең, беләм тормағанын
Еркәйемдең бөртөк саңына.
Таш ҡалаға толҡа таба алмай
Әйләнәм дә ҡайтам яңынан.
……
Хыялдарым яңырғандай була,
Күкрәгеңә ятып ял алһам,
Яҙмышыма яҙған һәр шатлығым
Һинең тупрағыңда ярала.
Ошо өҙөктәрҙән Рәмил Дәүләтҡоловтың бөтә булған шатлыҡтары бары тик Тыуған ил менән бәйле икәнен, уның йылылығын тәрәндән тойоп, уның менән бергә тын алып йәшәгәнлеген яҡшы аңлайһың.
Шағирҙың бөтә шиғырҙары ла ошондай хозур кисерештәрҙән, һоҡланыу, һағыныу, ғорурланыу тойғоларынан ғына тормай, әлбиттә.
Тыуған яҡ, тыуған тупраҡ моңдарынан шытып сыҡҡан шиғри ауаз һәм биҙәктәр уны киң илебеҙ, бөтә донъябыҙ хаҡында уйланыуҙарға ялғап алып китә.
Уның бик күп шиғырҙарында борсоулы уйҙар, һыҙланыуҙар урын алған.
Рәмил Дәүләтҡолов ысынбарлыҡ нисек бар, уны шулай күрһәтергә тырыша. Донъяның ауырлыҡтарын, илдең фажиғәле яҙмышын ситләтеп уҙмай, сөнки халыҡ яҙмышы, ил яҙмышы – фәҡәт уның да яҙмышы. Ғәҙелһеҙлек –уның ҡан дошманы. Ул Тыуған иленең ысын гражданины булып саң һуға, уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә. Ул беҙҙең донъябыҙҙы ғәҙелһеҙлектән, ялғанлыҡтан, сүп-сарҙан арындырып матур итеп күрергә теләй.
Тыуған йорттоң бар йәме, нуры, йылылығы бары тик әсәйҙәр булғанда ғына. Рәмил Дәүләтҡолов үҙенең тыуған йортонда әсәһеҙ йәм тапмай, ул уға һағышлы, ҡайғылы булып күренә. Тыуған йортто тотоп тороусы, уға матурлыҡ, йылылыҡ биреүсе – бары тик әсәй генә:
Тыуған йортом бөгөн әллә нисек
Һағышлыраҡ һымаҡ күренә.
Ниҙер һиҙенгәндәй, ҡыйыр-ҡыймаҫ
Ишек тотҡаһына үреләм...
……
Беркем ҡаршы алмай,йөрәккенәм
Күкрәгемде ярып сығырҙай
“Балам!” тигән тауыш урынына
Ишек кенә хәтәр шығырлай…
Һәр нәмәнең үҙ тотҡаһы була,
Ишек – ишекме ни тотҡаһыҙ!
Тотоп торған кешеһе булмағас,
Донъябыҙ ҙа ҡалай толҡаһыҙ.
Әсәгә оло һөйөү, ихтирам яңғырай Р. Дәүләтҡолов әҫәрҙәрендә.
Әсә – изгелек, сафлыҡ символы. Ул әсәһенең бөтә яҡшылыҡтарын иҫенә төшөрөп, уны фәрештәгә тиңләй.Әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙған мәрхиәһендә ул былай ти:
Ваҡытһыҙ алды
Ғазраил-йәлләд
Аҡыҡ йәнеңде,
Әсәйем Зәйнәп.
Тупрағың йомшаҡ,
Урының йәннәт
Булһа инде, тим,
Әсәйем Зәйнәп.
……
Белмәнең хәйлә,
Һөймәнең ғәйбәт-
Фәрештә инең,
Әсәйем Зәйнәп.
Әсәгә булған изге мөхәббәт, уның үлеме арҡаһында ҡайғы булып, шиғыр юлдарына күсеп, поэтик яялҡынға әүерелә был мәрҫиәлә. Унда һәр бер һүҙ һәлмәк, үҙенән-үҙе еңел генә йырлана ла йөрәктәрҙе тетрәтә.
Әсә образы – Рәмил өсөн иң бөйөк, иң изге, юғары образ. Әсәгә булған мөхәббәте уның шиғыр юлдарында ярылып ята, ул уны иманлыҡтың, именлектең аллаһы итеп күрә.
Фәнни-эҙләнеү эшенә әҙерлек осоронда беҙ етәксем Ғәлиә Төхвәт ҡыҙы Илембәтова менән Әлмөхәмәт ауылында урынлашҡан шағирҙың музейында булдыҡ. Музейҙа Рәмил Ҡол-Дәүләт ижады тураһында бик бай материал тупланған. Музей директоры Рәсимә Сәфәрғәле ҡыҙы әйтеүенсә, материалдарҙы туплауҙа шағирҙың туғандары ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ Рәмил Ҡол-Дәүләттең Урал ауылында йәшәүсе бер туған апаһы Әнисә инәй менән дә осраштыҡ. Ул да үҙенең ҡустыһы тураһында йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Районда яҡташтары шағир тураһында онотмайҙар: хәтер кисәләре үткәреп торалар, ул уҡыған Урал урта мәктәбендә таҡтаташ асылған, Р.Ҡол-Дәүләт исемендәге стипендия булдырылған, уны башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы өлгәшкән уҡыусыларға тапшыралар.2011 йылда “Йәшлек” гәзите Башҡортостан яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы ҡоролтайы менән берлектә Р.Ҡол-Дәүләт исемендәге премия булдырған
Был донъяға бер кем дә мәңгелеккә килмәгән. Берәүҙәр үҙенә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә лә сағыу бер балҡыш булып, үҙе ашҡан бейеклектәрҙән кешелек донъяһына нур булып һуҙылырға өлгөрә. Рәмил Ҡол-Дәүләттең дә шағир йөрәге,азат рухлы йәне 39 йәшендә беҙҙе ташлап китте.Тормошҡа ашырып өлгөрмәгән сикһеҙ хыялдарын, күңел түрендә генә йөрөткән өмөттәрен ҡалдырып, яҙылмаған әҫәрҙәрен алып китте был фани донъянан.
Кеше мәңгелек түгел, ләкин әҙәбиәт, шиғриәт тигән илаһи тормош-үҙе мәңгелек. Уны Рәмил Ҡол-Дәүләт һымаҡ ялҡынлы йөрәкле, аҫыл талант эйәләре, үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеп, йәшәтә, йән өрөп һәм яңы һыр-биҙәктәр өҫтәп тора. Был оло тормошта Рәмилдең дә тынғыһыҙ ижадының лайыҡлы урыны бар.Ул донъялыҡтан китте, әммә шиғырҙары тороп ҡалды. Үҙе булмаһа ла, тәрән һағышлы, дөрөҫлөктө ярып әйткән, туған халҡы һәм теле өсөн һыҙланыу менән һуғарылған шиғырҙары йәшәй, халыҡ иҫләй, уҡый, ятлай, белә уның ижадын. Үҙҙәре иҫән саҡта әҫәрҙәре йәшәүҙән туҡтаған күпме яҙыусы-шағир бар. Был йәһәттән яҡташыбыҙ бәхетле. Сөнки Ҡол-Дәүләттең шиғырҙары, ҡайһы заманда алып уҡыһаң да, бөгөн генә яҙылған кеүек ҡабул ителә. Улар айырыуса халыҡсан, үҙебеҙсә, әбйәлилсә теле менән, һәр беребеҙҙе борсоған темаларҙы күтәреүе менән күңелдәребеҙҙе арбауҙан туҡтамаясаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Фотографии кратера Королёва на Марсе
Астрономический календарь. Ноябрь, 2018
Домик зимней ночью
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
Соленая снежинка