Вложение | Размер |
---|---|
bezzen_yaktashybyz_-_sovettar_soyuzy_geroyy_talip_norkev.docx | 60.59 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ |
дәүләт бюджетлы профессиональ белем биреү учреждениеһы |
С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжы |
Беҙҙең яҡташыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Талип Нөркәев
Башҡарҙы: Волкова Лиана
Октябрьский нефть колледжының 2 курс студенты
Ғилми тәксеһе:
Харрасова Гүзәл Тимерғәли ҡыҙы
Октябрьский нефть колледжының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Октябрьский, 2021
Йөкмәткеһе
Инеш…………………………………………………………………….3
Бүлек I. Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтерҙәрем күҙҙәре менән...........………4
Бүлек II. Т. Нөркәевтың тормош юлы………………………………………..….8
1. Армия сафтарындағы хеҙмәте ……………………………….……………….8
2. Советтар Союзы Геройының батырлыҡтары.....................……….……….9
3.Һуғыштан һуңғы тормошо ...………………………………………….…13
4.Талип Нөркәевтың наградалары......................................................................
5. Нөркәевҡа мемориаль экспозиция……………………………………….…..15
Әҙәбиәт исемлеге …………………………………………………………….9
Инеш.
Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы. Уның тамамланыуына быйыл 76 йыл була. Күп вакыт кеүек. Тик был һуғыштың күрһәткән яуызлығы, күҙ йәштәре, етем балалар һәм ҡатындар һыҡтауы, түгелгән ҡан уны оноттормай. Һуғыш тураһындағы материалдарҙы уҡығанда ла иҫ китерлек. Һәр бер һан артында күпме ҡайғы. Бына улар: 32 мең шартлатылған завод һәм фабрикалар, 65 мең километр тимер юлы, 40 миллион совет халҡы, 1725 мең юҡҡа сығалырған ҡасаба һәм ҡалалар, 70 меңдән артыҡ ауылдар. Бына нимә ул был һуғыш - 1418 көн.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлашһа ла, уның шаңдауы кешеләр күңеленә тынғы бирмәй әле. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен бөгөн дә хәтеренән сығармай. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы Еңеүенә 76 йыл тула.
Бөйөк Ватан һуғышы совет кешеләренең батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ сифаттарына ғына түгел, бәлки уларҙың рухи юғарылығы, күңел сафлығы һәм күркәмлегенә лә ҙур һынау йылдары булды.
Был ҡәһәрле һуғыш һәр ғаиләгә ҡағылды. Һәр ғаиләнең ғаилә альбомында һуғыш йылдарындағы фотоһүрәттәр һаҡланып ҡалды. Өлкән быуындың хәтерендә ас һәм һыуыҡ йылдар ҙа өлкән быуындың һаман да хәтеренән сыҡмай. Үҙ күҙҙәре менән һуғыштың бөтә фажиғәһен күргән ата-бабаларыбыҙҙы, өләсәйҙәребеҙҙе беҙгә белергә һәм иҫтә тоторға кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышы темаһы – изге. Был эштә Бөйөк Еңеү өсөн көрәшкәндә илебеҙ тарихына үҙенең ҙур өлөшөн индергән батырҙы күрһәтке килә.
Шуға күрә минең эшемдең маҡсаты, Талип Нөркәевтың тормошон һәм батырлыҡтарын өйрәнеү.
Маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
Минең төркөмдәштәрем өсөн Бөйөк Ватан һуғышының әһәмиәтен белеү өсөн, мин тикшереү үткәрҙем. Ул анкетирование формаһында үтте. Унда 2 курстан 25 кеше ҡатнашты.
Бер нисә һорауға яуап биреүҙәрен һораным: “Һинең өсөн нимә ул Бөйөк Ватан һуғышы?” Һәм төркөмдәштәремә киләһе яуаптар тәҡдим ителде: “Рәсәйҙең бөйөк батырлығы”, “үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ”, “йыраҡта ҡалған үткән йылдар ғына”, “ бөгөнгө көнгә тиклем йәшәгән ветерандарға хөрмәт”. Бер нисә яуап бирергә һәм үҙ вариантыңды ла яҙырға мөмкин ине.
“Һинең өсөн нимә ул Бөйөк Ватан һуғышы?” тигән һорауға күбеһе - “Рәсәйҙең бөйөк батырлығы” - 45%, “үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ” - 35% , “бөгөнгө көнгә тиклем йәшәгән ветерандарға хөрмәт” - 5%, “йыраҡта ҡалған үткән йылдар ғына” - 5%.
Диаграмма 1. “Һинең өсөн нимә ул Бөйөк Ватан һуғышы?”
Икенсе һорау: “Олатай йәки ҡарт олатайҙарың һуғышта ҡатнаштымы?” тигән һорауға үҫмерҙәрҙең барыһы ла тиерлек ыңғай яуап бирҙе. Кемдер был турала бөтөнләй бер нимә лә белмәйҙер тип уйламаған инем. Тик студенттарҙың 10% бер нимә лә белмәйбеҙ тип яуап бирҙе.
Диаграмма 2. “Олатай йәки ҡарт олатайҙарың һуғышта ҡатнаштымы?”
Минең тиҫтерҙәрем һуғыш тураһында китаптар уҡыймы тигән һорауҙың һөҙөмтәһе: “эйе” - 50%, “һирәк кенә” - 30%, егерме проценты һуғыш тураһында китаптар бөтөнләй уҡымайбыҙ тине.
Диаграмма 3 . «Һуғыш тураһында китаптар уҡыйһығыҙмы?»
Әйтеп китергә кәрәк, “Беҙҙең халыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында еңергә нимә ярҙам итте?” тигән һорауға бөтәһе лә тиерле “батырлыҡ” - 40%, “берҙәмлек” һәм “ғәйрәтлелек” унар процент.
Диаграмма 4. “Беҙҙең халыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында еңергә нимә ярҙам итте?”
Тикшеренеү эше менән минең төркөмдәштәремдә тарихи хәтирәләр юғалмаған икәнлеген белергә ярҙам итте. Ғөмүмән, студенттар, илебеҙҙең һәм ғаиләләренең тарихын, шулай уҡ бөйөк полководецтарҙың һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының исемдәрен белә.
Бынан тыш, тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, тиңдәштәремдең күбеһе тыуған ҡалабыҙҙың геройҙарын белмәй тигән һығымтаға килдем. Шуға күрә, уларҙың береһе тураһында проект әҙерләргә булдым. Ул – Нөркәев Талип Латип улы.
Минең уйлауымса, һәр кем үҙенең тыуған иленең, үҙ халҡының, тыуған яғының тарихын белергә тейеш.
Беҙҙең колледж биләмәһендә Советтар Союзы Геройы Нөркәев Талип Латип улына арналған музей ҙа бар. Бының өсөн уҡытыусыбыҙ һәм төркөм менән музейҙа булып, уның тураһында материал йыйҙым.
Т. Нөркәевтың тормош юлы.
1. Армия сафтарындағы хеҙмәте
Талип Нөркәев 1925 йылдың 9 мартында Башҡортостандың Баҡалы районы Устюм ауылында тыуа. 1938 йылда Мостафа ауылының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Армия сафтарына тиклем “Ҡыҙыл Күс” колхозында умартасы булып эшләй.
1943 йылдың февралендә армия сафтарына алына. Һәм шул уҡ йылдың ноябрь айында фронтҡа китә. Армияла 3-сө Украина фронтының 46-сы армия 34-се уҡсылар дивизияһы 105-се уҡсылар полкында автоматчик була. Дәрәжәһе – ҡыҙылармеец. Ҡушымта № 1
2. Советтар Союзы Геройының батырлыҡтары.
Гвардия комсомолецы, ҡыҙылармеец Талип Нөркәев 1944 йылдың 17-18 апрелендә Молдавияла Суворовский районы Раскаец ауылындағы Днестр йылғаһының уң яҡ ярында гвардия лейтенанты Б.С. Васильев-Кытин командованиеһы аҫтында ун һуғышсынан торған төркөм составында 36 сәғәтлек һуғышта ҡатнаша. Талип Нөркәев гитлерсыларҙың 17 атакаһын кире ҡаға һәм 250 дошман һалдатын һәм офицерын ҡыра.
Уларҙың төркөмө оҫта маневр менән дошмандың ҡаты ҡаршылашыуы шарттарында Днестрҙың уң яҡ ярында иң юғары бейеклекте ала. Һәм шул ваҡытта 45 винтовник, 38 атавтомат, 5 пулемет эләктерә.
36 сәғәтлек бәрелеш ваҡытында ҡыҙылармеец Нөркәев тиңе булмаған батырлыҡ һәм ғәйрәтлек күрһәтә. Иң юғары бейеклектә дошман күҙәтеүселәре ултырыуына ҡарамаҫтан, Нөркәев шул бейеклеккә үтеп инеп, дошмандың күҙәтеү пунктын юҡҡа сығара. Ул немец блиндажына шыуышып килеп граната ырғыта. Унда ул дүрт дошман офицерын һәм өс һалдатты ҡыра.
Ошо көрәш дауамында Нөркәев бер нисә тапҡыр дошман тылына үтеп инә. Апостолованан Днестрға тиклем өс ай дауамында барған көрәштә Нөркәев 65 немецты ҡыра.
Танкыларға ҡаршы граната менән ул дошмандарҙың күҙәтеү пунктын тар-мар итә. Засадаларҙан ул үҙе ун һигеҙ гитлерсыны юҡ итә. Сталинградтан Молдавияға тиклем юл үтә.
Ҡушымта № 2
3.Һуғыштан һуңғы тормошо.
Һуғыштан һуң СССР Хәрби Көстәр сафында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1947 йылдан алып капитан Нөркәев Т.Л. запасҡа сығарыла һәм тыуған ауылына ҡайта. Унда тәүҙә бригадир, шунан колхоз рәйесе булып эшләй. 1951 йылда ғаиләһе менән Октябрьский ҡалаһына күсеп килә һәм нефть эшенә бирелеп китә. Октябрьский ҡалаһындағы хеҙмәт юлын 1951 йылда “Туймазынефть” тресында нефть һәм газ табыу буйынса өлкән оператор булып башлай. Шунан бригадир булып эшләй.
1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡорт АССР-ның Юғары Советы депутаты, КПСС-тың 25-се съезд делегаты итеп һайлана.
Халыҡ депутаттары Советы ҡарары менән 1983 йылдың апреленән Нөркәев Талип Латип улына “Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданины” тигән исем бирелә. 1988 йылдың сентябрендә хаҡлы ялға сыға һәм 1992 йылдан 1997 йылға тиклем ҡала һуғыш ветерандары ҡала советында эшләй.
1997 йылдың 24 сентябрендә вафат була. Октябрьский ҡалаһында ерләнә. Ҡушымта № 3
4. Талип Нөркәевтың наградалары.
Командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән 1944 йылдың 13 сентябрендә Талип Латип улы Нөркәевҡа Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә, Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.
Шулай уҡ Октябрь Революцияһы ордены, 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Нефть өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп көс һалып эшләгәне өсөн “СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе”, “РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, “Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Ҡушымта № 4
5.Нөркәевҡа мемориаль экспозиция.
2015 йылдың 9 декабрендә Геройҙар көнөндә Октябрьский нефть колледжы биләмәһендә Нөркәевтың хеҙмәт биографияһына арналған мемориаль экспозицияһы тантаналы асыла.
Төркөмөбөҙ менән был музейҙа булдыҡ. Музейға кергәс тә күҙгә Талип Нөркәевтың бюсты сағыла. Унда уға арналған стендттар бик күп. Бөтә наградалары, миҙалдары, ордендары, маҡтау грамоталары музейҙа һаҡлана. Уның тураһында яҙылған китаптар күргәҙмәһе лә бар.
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы Депутаттар советы ҡарары менән 1997 йылдың 17 октябрендә ҡалалғы бер урамға Советтар Союзы Геройы Т.Нөркәев исеме бирелә. 1998 йылдың октябрендә геройға бюст ҡуйыла. Ҡушымта № 5
Йомғаҡлау.
Бына ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулауҙа ҙур өлөш индергән ябай һуғышсы. Тыуған илгә һөйөү, гражданлыҡ бурысына тоғролоҡ, иптәшлек хисе – геройҙарға хас булған төп һыҙаттар. Улар көрәштең дөйөм мәғәнәһен дә, илебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты ла аңлай, үҙ аңдары менән батырлыҡ ҡыла. Ғүмер һәм Тыуған ил өсөн көрәш улар өсөн айырылғыһыҙ. Ундай кешеләрҙе еңеп булмай.
Беҙ, 21 быуат замандаштары, был кешеләр тураһындағы иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерергә, улар алдында баш эйергә тейешбеҙ. Тыуған илебеҙ һаҡсылары аша һалынған йолаларҙы дауам итергә тейешбеҙ. Ныҡышмалылыҡ, батырлыҡ, ғәйрәтлелек – былар барыһы ла беҙгә бик кәрәк.
Әҙәбиәт исемлеге.
Заяц-хваста
Без сердца что поймём?
Рисуем осенние листья
Пока бьют часы
Сказка на ночь про Снеговика