Башҡорт телендә инша.
Вложение | Размер |
---|---|
os_tirk.docx | 276.64 КБ |
Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйҙәр,
Кәрәк булған бында ҡайтаһы,
Кендегемде киҫкән Абҙағымда –
Яҙмышымдың алтын уртаһы.-
тип Әхмәҙин Әфтәх ағайҙың шиғыр юлдары менән башлар инем мин иншамды.
Инша яҙыр алдынан мин иң тәүҙә эҙләнеү эше алып барҙым. Әсәйем менән мәктәптән ҡайтҡанда турараҡ була тип, бер тапҡыр Ҡолсоғаҙы йылғаһы аша туранан ҡайтҡан инек. Шунда әсәйем йәшен атҡандан һуң ҡороған ағас төптәренә күрһәтеп: “Был ағас төптәре бик ҡәҙерле, бөтә донъяға билдәле “Өс тирәк” ағастарының төптәре”,тигән ине. Ошо һүҙҙәр миңә тынғы бирмәне. Мин китапханаға барып, интернет селтәрҙәре аша, күршелә йәшәгән Гөлкәй инәйҙең һөйләгәндәренән бик куп мәғлүмәттәр йыйып алдым.
Ысынлап та был тирәк ағастары, баһадир һаҡсылар кеүек, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торғандар. Бөтә ауыл йәштәре ошо тирәктәр янында уйын ҡорғандар, ҡыҙҙар-егеттәр бер-береһенә вәғәҙәләр бирешеп хушлашҡандар, бик күптәре ошо тирәктәр янында үҙҙәренең парҙарын табып, ғаилә ҡорғандар. Шуға ла был тирәктәр ауылдаштарым өсөн бик ҡәҙерле.
Бына беҙҙең ауылдан сыҡан ҙур шәхестәр үҙҙәренең ошо тирәктәргә булған һөйөүҙәрен бына нисек еткерәләр.
Яҙыусы Әхмәҙин Әфтәх ошо тирәктәргә арнап шиғыр яҙһа, Әхмәт Лотфуллин “Өс тирәк” картинаһын төшөргән.
Был картинала өс тирәк ағасы шундай күркәм, ҡыйыу баһадирҙай ҡолас йәйеп: ”Беҙ булғанда бер ниндәй ҙә ел-дауылдар ҡурҡыныс түгел”, тигән кеүек әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Йәшел ҡуйы япраҡтары бер ҡараһаң мөхәббәт йырҙарын көйләгән кеүек. Бер ҡараһаң вәғәҙәләр бирешеп тә, бергә була алмаған параҙарҙың моң-зарзарын һөйләгән кеүек тойола.
Үкенескә ҡаршы был донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел шул. Был тирәктәрҙә хәҙер инде ошо оло шәхестәребеҙҙең ижад емештәрен дә генә иҫтәлек булып ҡалды.
Как нарисовать ветку ели?
Юрий Визбор. Милая моя
10 осенних мастер-классов для детей
Горка
Какая бывает зима