"Ғилемле кеше - ҡанатлы ҡош" инша.
Вложение | Размер |
---|---|
gilemle_keshe-_kanatly_kosh.docx | 19.56 КБ |
Яҙҙы: Йәмилова Наҙгөл Рәиф ҡыҙы.
Ямилова Назгуль Раифовна.
10 класс
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя
общеобразовательная школа с. Аккузево муниципального района
Илишевский район Республики Башкортостан
Уҡытыусы: Әхмәтйәнова Изалия Хәнәфи ҡыҙы.
Ахметзянова Изалия Ханафиевна.
« Ғилемле кеше—ҡанатлы ҡош »
Тел-кешенең төп көсө.
Телдә ҡеүәт, телдә аҡыл.
Ҡул көсө һынһа һыныр, ә
Тел көсө һынмаҫ ҡапыл.
Тыуған тел! Һәркем өсөн ғәзиз һүҙ был. Сөнки тел- тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел ул ҙур бер гөлбаҡса кеүек, унда йөрөгән һайын гөлдәрҙең төрлөлөгөнә шаҡҡатаһың, хуш еҫтәрен тояһың, матурлығына һоҡланаһың. Тел кешеләргә бер-береһен аңларға, теләк-маҡсаттарын, уй—фекерҙәрен белергә ярҙам итә. Йор телле халҡыбыҙ ижат иткән йомаҡтар, һынамыштар, таҡмаҙалар, әкиәттәр, бәйеттәр, моңло бишек йырҙары- тел өйрәнеүҙә иң бай сығанаҡ.
Башҡорт халҡының мең йылдарға һуҙылған тормош тәжрибәһе, уйҙары, ғәҙәттәре, кешене шәхси итеүсе сифаттары, уның телендә образлы һөйләмдәрендә сағылыш тапҡан. Шуға күрә ата—әсәһе балаға тыуған телде мәжбүри итеп өйрәтергә тейеш. Сабый тыуғанда шундай саф була. Ата-әсәһенә, милләтенә, иленә таяныс булып үҫһен өсөн, дөньяға килеү менән уны тәрбиәләү, мөмкинлегенә күрә аҡылын, зиһенен үҫтереү башлана. Борон-борондан уҡ билгеле: тәрбиә, бала тыуғас та башлана һәм баланың киләсәктә үҙ—үҙен тотошондағы, йәшәүендәге ҡыйынлыҡтар, көйһөҙлөктәр, үҙһүҙлелек, йылаҡлыҡ, һүҙ килтермәү, һүҙендә тормау-насар тәрбиә нәтижәһе.
Баланы беренсе көнөндән үк туплай башлаған хәзинәһе-тыуган теле. Ана һөтө менән кергән тыуған тел сабыйҙа ғәзиз әсәһенә, атаһына, әбей-бабаһына, тыуғандарына, тыуған тупрағына, шишмә һәм урмандарына, тереклек дөньяһына мөхәбәт, уны белергә, төшөнөргә ынтылыу хистәре лә тәрбиәләй. Балаға тыуған телде яҡшы камилләштереүсенең беренсе сараһы булып уйындар тора. Сөнки улар-бала тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Башҡорт халҡының уйындарын балалар бик тиҙ өйрәнәләр һәм бик теләп уйнайҙар. Балаларға уйын тәҡдим иткәндә, уларҙың иң яҡшы үҙләштерә торғандарын һайлайҙар. Беҙҙең күберәк уйнаған уйындарыбыҙ «Бесәй һәм сысҡан», «Өкө», «Йоҡлаған бесәй», «Осто, осто», «Айыу—бүре», «Күрһәт әле үҫкәнем». Халҡыбыҙҙың йәш быуынын телле лә, рухлы ла итеп тәрбиәләү өсөн күп нәмәләр эшләнә бөгөн. Ижади бәйгеләр, олимпиадалар, фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрелә. «Урал батыр» эпосы буынса ойошторолған сәсәндәр бәйгеһендә генә лә йыл һайын күпме бала 4-5 көн дауамында бер уй, бер ғәм менән янып йәшәй. Рухланып, сәмләнеп һәм үҙ милләте менән ғорурланып ҡайтып килгән балаларҙың күбеһен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙәрендә русса аралашыуҙы хуп күргән атай-әсәй ҡаршы ала. Эш бында «мама» менән» әсәй», «сәләм» менән «привет» араһындағы айырмала ғына түгел, күпкә ҡатмарлыраҡ: телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә тейешле төп көс-атай менән әсә һаман «икенселек» проблемаһынан ҡотола алмай. Тимәк, балалар менән бергә уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк булып сыға. Шунһыҙ, телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән ниндәй генә закон сығарылмаһын, мәсьәлә хәл ителмәйәсәк. Ауыл ерендәме, ҡалаламы, мөһим түгел, - үҙ балаһында милләтенә, туған теленә ҡарата ихтирамды иң тәүге сиратта, атай-әсәй тәрбиәләргә бурыслы. «Ауыл күперен сыҡтыңмы, туған тел кәрәкмәй» тигән ҡарашты күптән аңыбыҙҙан ҡыҫырыҡлап сығарырға ваҡыт. Сөнки тел- милләт күрһәткесе генә түгел, ул- тәрбиә ҡоралы ла. Үҙ милләтебеҙгә генә хас тарихи-мәҙәни мирасыбыҙ, әхләҡи ҡиммәттәребеҙ, йәшәү ҡағиҙәләре быуындан—быуынға тик туған телебеҙҙә генә бар тулылығында тапшырыла. Ә ҡайһы атай-әсәй үҙ балаһының һәр йәһәттән камил булыуын теләмәй һәм тәрбиәле, әҙәпле, игелекле бала үҫтереү хаҡында хыялланмай һуң? Тик бына телебеҙҙе тәрбиә ҡоралы булараҡ тейешле кимәлдә баһаламай ғына яңылышабыҙ. Укыусыларҙың нәфис әҙәбиәттән, гәзит—журналдар уҡыуҙан ситләшеүе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының етерлек кимәлдә эшләмәуе менән аңлатыла. Әйтерһең, әҙәби китап уҡыу-бары мәктәп программаһының талабы ғына. Асылда, ул күңел талабы булырға тейеш бит! Өйҙә өҫтәмә рәүештә уҡымаған, гәзит-журналдарҙы тотоп та ҡарамаған баланы, уҡытыусы нисек кенә тырышмаһын, ижади эшкә ылыҡтыра алмаясаҡ. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына битараф булмаған бала иһә иптәштәренән һәр саҡ айырылып тора: ил-көн хәстәре менән дә ҡыҙыҡһынырлыҡ ғәмле, сәмле, аң даирәһе киң, телмәре бай (бер ҡасан да ыҡ—мыҡ итеп тормай, уйлағанын дәлилдәр килтереп , асыҡ һәм аныҡ итеп әйтеп бирә), һәр нәмәгә үҙ ҡарашы була. Бәләкәйҙән уҡып ғәҙәтләнгән кеше китаптарҙы һәм матбуғат баҫмаларын ғүмер буйы ташламай, тормоштан арып, биҙрәп киткән мәлдәрендә лә китапҡа мөрәжәғәт итә. Ундайҙар төрлө тетрәнеү- стрестарҙы уҡыу менән дауалай. Уҡып өйрәнмәгән бала күңеленә оҡшағанды урамдан эҙләй. Йылдан-йыл ҙурая барған күңел бушлығын тултырыу өсөн урам, ҡыҙғанысҡа ҡаршы тәҡдим итмәй.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә. Үҙ туған телен , ғөрөф-ғәҙәтен белгән кеше башҡа телдәрҙе лә яҡшы белә. Бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай. Үҙ телен белгән кеше ғилемле була. Ә башҡорт халыҡ мәҡәле тап шуны раслай ҙа инде «Ғилемле кеше- ҡанатлы кеше».
Минең һүҙемде ошо иншаны яҙғанда тыуған дүтюллыҡ менән бөтөрәм.
Әсәм теле мине әйҙәп бара
Үтәргә тормош кәртәһен.
Әсәм телен юғалтмайса һаҡлау
Минең бурыс, минең киләсәгем.
Весенняя сказка
Мороз Иванович
Валентин Берестов. Аист и соловей
Что есть на свете красота?
Компас своими руками