Туған тел. Инша
Вложение | Размер |
---|---|
tugan_telem.insha_.docx | 18.08 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ 13-СӨ УРТА МӘКТӘБЕ
МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Туған телем - наҙлы гөлөм!
(инша)
Башҡарҙы: Сәйфутдинова
Ильнара 11б класс
уҡыусыһы
Етәксе: Ғиндуллина Рәзинә
Салауат ҡыҙы
Нефтекама 2021
Эй, туған тел!
Ниндәй ҡәҙерлеһең һин! Гүзәлһең,
Йыйнаҡһың, байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең.
Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, икенселәре – далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенселәре урмандары менән дә мәшһүр.
Урал… Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа. Ләкин бөтә матурлыҡтарҙан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле беҙҙең халҡыбыҙ, беҙҙең башҡорт телебеҙ. Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм ҡолаҡҡа яғымлы.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
Ысынлап та, Рәүил Бикбаев әйтеүенсә, донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел. Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”, - тигән сәсәндәр.
“Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,
Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.
Бирҙең, тәңрем, телде шуға әйҙәйем!” –
Тип яҙған беҙҙең мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла.
Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған, халыҡтар менән аралашҡан.
Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Грамматик төҙөлөш, һүҙ байлығы буйынса ул татар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәренә яҡын ҡәрҙәш һанала. Башҡорт теле үҙ тарихына өс яҙма алмаштыра. Борон-борондан ғәрәп графикаһы ҡулланып килгән. 1928-1929 йылдарҙа латин яҙыуы ҡабул ителә. Ә 1940 йылда рус графикаһына нигеҙләнгән алфавит төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле иң ныҡ үҫешкән, камил формалашҡан әҙәби тел. Был телдә өҙәби әҫәрҙәр ижад ителә. Газета-журналдар сыға. Фәнни китаптар,төрлө һүҙлектәр баҫыла. Ул театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение буйынса яңғырай. Закон буйынса 2006 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыу индерелә.
Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе тарафынан әйтелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм әсәһенең һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел – әсә теле тип атала. Минең әсә, туған телем – башҡорт теле. Донъяла һәр кешегә үҙ теле яҡын һәм ҡәҙерлелер, тип уйлайым. Сөнки һәр кем теле аша донъя менән таныша, матурлыҡты тойоп үҫә. Үҙ телен белмәй икенсе телдә аралашыусылар ҙа йыш осрай. Башҡорт ҡыҙҙары ла башҡа милләт егеттәренә кейәүгә сығып, егеттәребеҙ – сит милләт ҡыҙҙарына өйләнеп, телдәрен юғалта бара. Ҡалала йәшәгән башҡорт ғаиләләре лә, балаларыбыҙ рус телен яҡшыраҡ белһен тип, улар менән башҡорт телендә аралашып бармай. Ә был минең уйлауымса, ҡыҙғаныс күренеш, үкенесле, үҙ телеңде ихтирам итмәү хыянат һымаҡ һанала. Беҙ үҙ телебеҙҙе хөрмәтләп ҡабул итергә тейешбеҙ. Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ телдәрен һаҡлағандар һәм киләсәк быуынға еткергәндәр. Беҙҙә улар кеүек артабанғы быуынға тапшырырға тейешбеҙ, бурыслыбыҙ. Мин ышанам, минең туған телем киләсәктә юғалып ҡалмаҫ, мәңге йәшәр тип, сөнки минең туған телем – наҙлы гөл кеүек матур, яғымлы, гүзәл, нәфис.
Эй, һөйкөмлө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле.
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем –
Тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем –
Гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем –
Бөйөкһөң һин.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле.
Атам теле, әсәм теле – минең телем.
Простые летающие модели из бумаги
Заколдованная буква
Девчата
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"
Рисуем "Ночь в лесу"