«Тарихың бай һинең,Башҡортостан»
Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,
Тыуған ил ул – тыуған ер,
Атай кейәү булған ер,
Әсәй килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер...
Башҡортостан Республикаһы – Бөйөк Ватаныбыҙҙың бәләкәй генә бер өлөшө. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙҙың борон-борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондай матур тәбиғәткә һоҡланып, Урал батыр Аҡбуҙат эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән. Урал тигән һүҙ ҙә башҡорт теленән алынған. Ул боролоп-боролоп , ятҡан тауҙар тигәнде аңлата.
Һәр кешенең тыуған көнө булған кеүек, илдәрҙеңдә барлыҡҡа килгән көнө була. 1990 йылдың 11 октябрендә беҙ йәшәгән ил азат, суверенлы дәүләт тип иғлан ителде. Халҡыбыҙ тәүге тапҡыр үҙенең президентын һайланы.
1992 йылдың 25 февралендә республикабыҙҙың Флагы ҡабул ителде.
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Гимны , Гербы ҡабул ителде.
Гимн – илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ.
Герб- хоҡуҡи дәүләтселек билдәһе.
Тауың бирә һары алтын,
Ерең бирә ҡара алтын.
Балыҡҡа бай һыуҙарың,
Ашлыҡҡа бай ҡырҙарың.(Г. Юнысова)
Бына ошо байлыҡтарға хужа булыу – суверенлыҡ ул.Суверенлы республика булғас, милли мәктәптәр асылды, үҙ телебеҙҙә белем алырға мөмкинселектәр тыуҙы.
Иҫкиткес матурлығы өсөндөр инде “икенсе Щвецария” – тип йөрөтәләр тыуған илемде. Уның гүзәллеген һаҡлау – һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы. Башҡортостан таулы, ҡаялы, урманлы һәм яланлы ил. Урғылып аҡҡан йылғалар, ҡаялы тауҙар, осо – ҡырыйы булмаған тигеҙлектәр барыһылы бар мында. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы – Өфө. Ул йыраҡтан балҡып күренеп тора. Уның урамдары йәшеллеккә күмелгән. Иң юғары урында Салауат батыр һәйкәле ғорур баҫып тора. Минең тыуған яғым Салауат районы Таймый ауылы. Ул бик күп иҫтәлекле урындарға бай . Салауат районындағы “Салауат” мәмерйәһе туристарһың иң яратҡан урыны. Тағын бер үҙенсәлекле урын –Ҡорғаҙаҡ шишмәһе. Уның һыуы таҙа һәм шифалы. Шишмәнең уң яҡ ярында бөтә илгә билдәле “Янғантау” шифаханаһы урынлашҡан. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенә керҙе.
Башҡортостаныбыҙ үҙенең күренекле яҙыусылары, композиторҙары, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре менән дан тота. Салауат районында ла ундай данлыҡлы кешеләр аҙ түгел. Рәми Гарипов, Агиш Гирфанов, Сафуан Әлибаев һ. б. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Башҡоростанда төрлө милләт кешеләре дуҫ – татыу йәшәй.
Минең тыуған ауылым иң матур ерҙә урынлашҡан, йыраҡ түгел Йүрүҙән йылғаһы аға, урмандары еләк-емешкә бай, ҡырҙарында алтын башаҡтар тирбәлә. Ауылыбыҙҙа ҙур , яҡты мәктәп бинаһы, балалар баҡсаһы эшләй. Халҡым “Таймый” ографирмаһында тырышып эшләй. , ураҡ ура,көтөү көтә, һыйыр ҙауа. Яратам тыуған яғымды, халҡымды ,тыуған илемде.
Башҡорттар өсөн ошо ил-
Тиңһеҙ бер Бәхетостан.
Башҡортомдоң баш йорто ул –
Тиңһеҙ был Башҡортостан.
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_insha.docx | 15.08 КБ |

Как нарисовать портрет?
Дерево в снегу
Лев Николаевич Толстой. Индеец и англичанин (быль)
Загадка старого пирата или водолазный колокол
Какая бывает зима