“Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, мин был ерҙә шулай үҫкәнмен,” - тип яҙып ҡалдырған бөйөк шәхесебеҙ Мостай Кәрим. Ысынлап та, киң, яҡты, иркен туғайҙарҙа көслө, олпат имәндең ҡурайып үҫеүен үҙ тыуған ерендә йәшәгән кеше менән сағыштырып булалыр ул. Йәшел, гүзәл тыуған илеңдә күкрәк киреп, моңло йырҙар йырлап, тыуасаҡ һәр таңды ҡаршы алыуы әҙәм балаһы өсөн оло бәхеттер...
Башҡортостан - тыуған ерем! Йылдан-йыл йәшәреп, байып, үҫеп, Рәсәйҙең иң матур төбәктәренең береһе булып ҡалаһың. Һинең даныңды таратҡан олпат Уралтау, билеңде быуып аҡҡан Ағиҙел, көҙгөләй ялтырап ятҡан Асылыкүл, матурлығы, сихрилығы менән үҙенә тартып ятҡан мөһабәт Янғантау, тарихҡа тулы Шүлгәнташ – былар барыһы ла башҡорттоң күңеленә ҡәҙерле. Республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәтен маҡтап бөтөрлөк тә һүҙҙәр етмәҫ был донъяла. Тыуған еребеҙҙең таҙа һауаһын, шифалы һыуын, бай тупрағын, тырыш халҡын маҡтап яҙған М.Кәрим, З.Биишева, Р.Ғарипов, Р.Назаров, Р.Бикбаев кеүек оло шәхестәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Илебеҙҙең тарихын сағылдырған халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре күп, әҙәбиәтебеҙ шундай бай. Бөгөнгө көндә лә тыуған еребеҙ байый, матурлана, үҫә, көндән-көн сәскә ата! Ниндәй оло бәхет шундай республикала тыуыуы, үҙ туған телеңдә иркен итеп ата-әсәң, дуҫтарың менән аралашып йәшәүе! Бай тарихлы, гүзәл тәбиғәтле илдә үҫәбеҙ! Шундай бәхетле үҫмерҙәрҙең береһе мин. Үҙ тыуған илем менән ғорурланам, шатланам! Ер йөҙөндә ниндәй генә матур яҡтар юҡ. Америка, Австралия, Индия булһынмы ул, әммә тыуған яҡтан да матурыраҡ һәм ҡәҙерлерәк ер булмаҫ! Башҡортостандың халыҡ шағиры, Мостай Кәрим, әйткән һүҙҙәрен мин үҙемә лә ҡарата алам. Белеүебеҙсә, имән, башҡа ағастарҙан ҡарағанда, үҙенең оҙаҡ йылдар йәшәүе һәм ҙурлығы менән айырылып тора. Имән ағасы ҡышҡы бурандарға ла, көҙгө әсе елдәргә лә, йәйге йәшенле ямғырҙарға ла баш бирмәй. Сағылдарҙа үҫкән имән бигерәк тә ҙур, йыуан, киң ботаҡлы була. Уға үҫергә ҡояштың йылыһы ла, туҡланыр өсөн оҙон, йыуан тамырҙарына һыу ҙа бар. Тирә – яғында үҫкән вағыраҡ ағастарға ул күләгә төшөрөп, ышыҡ булып тора. Ҡалай матур булып үҫә бит ул имән! Әгәр ҙә ихтибар итһәгеҙ, уның олпатлығына иҫең китер! Ә ни өсөн М.Кәрим үҙен сағылда үҫкән имән менән сағыштыра икән тип аптырарһығыҙ?! Бер аптырарлыҡ нимә лә юҡ, беҙ ҙә шул сағылда үҫкән олпат имән бит ул. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, шундай матур йәшел Башҡортостаныбыҙҙа йәшәйбеҙ. Эсер һыуыбыҙ, ашар емешебеҙ, йәшәр еребеҙ, һөйләшер туған телебеҙ – беҙҙең бөтәһе лә бар. Кәрәк тиһәң, ҡулыңа алып китабыңды уҡы, күңелеңде шатландырыр булһаң, моңло халыҡ йырын һуҙ, дәртләнеп тыпырҙатып бейеп тә ал, туған-тыумасаларың менән йыйылышып ҡунаҡ бул... Бер ҡарауҙан, ябай әйберҙәр кеүек тойолһа ла, икенсе яҡтан был бит оло бәхет. ЮНЕСКО статистикаһына күҙ һалһаҡ, ер йөҙөндә йәшәгән ике мең халыҡтың көндән-көн берәүһе юҡҡа сығып тора. Бәләкәй халыҡ үҙенең милли йөҙөн юғалтып, ҙурыраҡтарына ҡушыла. Ә ни өсөн? Ер йөҙөнә техник прогресс килгәс, күп халыҡ унан баш тартып, элекке ата-бабалары йәшәгән юл менән көн күреүен дауам итәләр. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә манси, эскимос кеүек халыҡтар боронғо ата-бабалары ҡалыбы менән йәшәйҙәр. Уларҙың һаны көндән-көн кәмей бара һәм улар ассимиляция процессына табан баралар. Сөнки уларҙың мәҙәниәте, әҙәбиәте, милли үҙенсәлектәре үҫмәй, байымай. Ундай халыҡты сағылда үҫкән имән менән бер нисек тә сағыштыра алмаҫһың. Ә киреһенсә, ҡараңғы, бәләкәс ерҙә тамыр алып китә алмай йонсоған, ҡороуға дусар булған ағасҡа ғына оҡшатырһың.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына (М.Кәрим).
Эйе, Ер шарының картаһында беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла, ә ул ниндәй йәшел, һутлы, матур япраҡ! Тыуған еребеҙ үҙенең меңәр саҡрымдарға һуҙылған дала-ҡырҙары, мөһабәт бейек тауҙары, сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмәләре, ҡуйы урмандары, тырыш, мөләйем халҡы, бай тарихы, ныҡлы мәҙәниәте менән тамырҙарын ныҡ итеп йәйгән гүзәл республика.
Шундай күркәм, матур төйәктә үҫеүемә сикһеҙ бәхетлемен. Әле мин уҡыусы ғына, әммә ҙур ышаныс менән киләсәктә мин үҙ тыуған Башҡортостаным тағы ла үҫһен, көсәйһен, матурланһын өсөн бар көсөмдән килгәнсә, үҙ алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып, халҡыма хеҙмәт итеп ҙур өләш индерәсәкмен тип әйтә алам. “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, -ти халыҡ мәҡәле. Һәр кем үҙ илендә бәхетле тормош ҡороп, ер йөҙөндәге башҡа милләт кешеләрен дә ихтирам итеп йәшәһен ине!
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie_na_konkurs.docx | 15.43 КБ |
Яхина Регина, 9 класс.
Нуриман районы Яңы Күл урта мәктәбе.
Уҡытыусыһы Заһиҙуллина Н.З.
Сағылдарҙа имэн нисек үҫһә, мин был ерҙә шулай үҫкәнмен (М.Кәрим).

Барсучья кладовая. Александр Барков
Одна беседа. Лев Кассиль
Самодельный телефон
Музыка космоса
Пока бьют часы