Ер шарының картаһында беҙҙең Башкортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла,үҙенең меңәр саҡрымдарға һыҙылған далалары, күҙ күреше етмәҫ тауҙары, ҡоштарға, йәнлектәргә бай урмандары,тәрән, саф һыулы йылғф-күлдәре,эшсән хфлыҡ менән ул япраҡ ҡына түгел, ә Рәсәй дәүләтенең күкрәгенә һыйынған, ел-дауыл, әсе ҡыуфндарға бирешмәҫ, тамырҙарын ныҡ итеп йәйгән бай тарихлы республика.
Шундай күркәм, матур тәбиғәтле ерҙә тормош ҡороп, һәр таңды тыныс лыҡта ҡаршы алыу әҙәм балаһына үҙе ҙур бәхет.
Башҡортостан, борон-борондан сәсән телле , йыр-моңға ғашиҡ, ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бфй тарихлы төбәк.
Беҙ атлап барған ошо һуҡмаҡ, беҙҙе ҡаршы алған гүзәл иртәләр өсөн ата-бабаларыбыҙ ҡасандыр күп яуҙар, дауыллы йылдар үткән, әсә күҙ йәштәре түккән. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр. Сөнки уның тамырҙары ла бөйөк Рәсәйгә барып тоташа.
457 йыл элек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ ирке менән Рәсәйгә барып ҡушылған. Нисәмә йылдар дуҫ һәм татыу булып, бер-береһен ихтирам итеп, һуғышын да, аслығын да бергә кисергәндәр. Был иҫтәлекле данды белмәу йәки уны онотоу һис тә мөмкин түгел. Ошо урында Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдарынан иҫкә алырға мөмкин:
“Рус түгел мин, ләкин россиян мин
Росияның һыуын эскәнмен.
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен...”
Ниндәй тапҡыр һәм мәғәнәле һүҙҙәр! Рус түгел мин, ә ябфй башҡорт кыҙымын. Үҙ еремдә тамыр йәйгәнмен,үҙ тыуған телемдә һөйләшәмен. Мин тыуған телемде,милләтемде, илемде яратам. Рәсәй дәүләтендә йәшәгәс,үҙ халҡымды ғына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла ихтирам итергә тейешмен. Сөнки беҙҙең үткәнебеҙ,бөгөнгөбөҙ,киләсәгебеҙ Рәсә менән бәйләнгән. Башкортостандың милли батыры Салауат Юлаевты алырға мөмкин. Ул Пугачев менән уртаҡ тел табып, бер үк маҡсат ҡуйып яуға күтәрелгән. Рус һәм башҡорт араһында дуҫлыҡ ебе нығыған.
Мин, рус һәм башҡорт араһындағы дуҫлыҡты, бейек тау башындағы бер-береһенә һыйынып үҫкән имән менән ҡайын ағасына тиңләр инем. Улар ҙа икеһе бергә тәбиғи күренештәргә ҡаршы торалар. Рус һәм башҡорт араһыдағы дуҫлыҡ та ошо ағастарға тиңләп була. Милләттең башҡорт булып та, россиянмын тип әйтә алыуы үҙе ҙур ғорурлыҡ. Ике ағасҡа тиң, ныҡлы дуҫлыҡ ептәре, рус һәм башҡорт араһында бер ваҡытта ла өҙөлмәһен ине!
Вложение | Размер |
---|---|
er_sharynyn_kartahynda_bezzen_bashkortostanybyz_ber_yaprak_sakly_gyna_bulha_la_1.docx | 13.95 КБ |
Башҡортостан республикаһы
Нуриман районы
Муниципаль районының
Хәкимиәте
Мәғәриф бүлеге
Яңы Күл ауылының
Урта дөйөм белем биреү
Мәктәбе
Муниципаль бюджет
Мәғәриф учережденияһы
Рус түгелмен, ләкин россиянмын...
Башҡарҙы: Яңы Күл урта мәктәбенең
10 синыф уҡыусыһы Ғәлимова Гүзәлиә
Уҡытыусыһы: Загидуллина Наилә
Закуан ҡыҙы
2020 йыл
Ер шарының картаһында беҙҙең Башкортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла,үҙенең меңәр саҡрымдарға һыҙылған далалары, күҙ күреше етмәҫ тауҙары, ҡоштарға, йәнлектәргә бай урмандары,тәрән, саф һыулы йылғф-күлдәре,эшсән хфлыҡ менән ул япраҡ ҡына түгел, ә Рәсәй дәүләтенең күкрәгенә һыйынған, ел-дауыл, әсе ҡыуфндарға бирешмәҫ, тамырҙарын ныҡ итеп йәйгән бай тарихлы республика.
Шундай күркәм, матур тәбиғәтле ерҙә тормош ҡороп, һәр таңды тыныс лыҡта ҡаршы алыу әҙәм балаһына үҙе ҙур бәхет.
Башҡортостан, борон-борондан сәсән телле , йыр-моңға ғашиҡ, ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бфй тарихлы төбәк.
Беҙ атлап барған ошо һуҡмаҡ, беҙҙе ҡаршы алған гүзәл иртәләр өсөн ата-бабаларыбыҙ ҡасандыр күп яуҙар, дауыллы йылдар үткән, әсә күҙ йәштәре түккән. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр. Сөнки уның тамырҙары ла бөйөк Рәсәйгә барып тоташа.
457 йыл элек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ ирке менән Рәсәйгә барып ҡушылған. Нисәмә йылдар дуҫ һәм татыу булып, бер-береһен ихтирам итеп, һуғышын да, аслығын да бергә кисергәндәр. Был иҫтәлекле данды белмәу йәки уны онотоу һис тә мөмкин түгел. Ошо урында Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдарынан иҫкә алырға мөмкин:
“Рус түгел мин, ләкин россиян мин
Росияның һыуын эскәнмен.
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен...”
Ниндәй тапҡыр һәм мәғәнәле һүҙҙәр! Рус түгел мин, ә ябфй башҡорт кыҙымын. Үҙ еремдә тамыр йәйгәнмен,үҙ тыуған телемдә һөйләшәмен. Мин тыуған телемде,милләтемде, илемде яратам. Рәсәй дәүләтендә йәшәгәс,үҙ халҡымды ғына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла ихтирам итергә тейешмен. Сөнки беҙҙең үткәнебеҙ,бөгөнгөбөҙ,киләсәгебеҙ Рәсә менән бәйләнгән. Башкортостандың милли батыры Салауат Юлаевты алырға мөмкин. Ул Пугачев менән уртаҡ тел табып, бер үк маҡсат ҡуйып яуға күтәрелгән. Рус һәм башҡорт араһында дуҫлыҡ ебе нығыған.
Мин, рус һәм башҡорт араһындағы дуҫлыҡты, бейек тау башындағы бер-береһенә һыйынып үҫкән имән менән ҡайын ағасына тиңләр инем. Улар ҙа икеһе бергә тәбиғи күренештәргә ҡаршы торалар. Рус һәм башҡорт араһыдағы дуҫлыҡ та ошо ағастарға тиңләп була. Милләттең башҡорт булып та, россиянмын тип әйтә алыуы үҙе ҙур ғорурлыҡ. Ике ағасҡа тиң, ныҡлы дуҫлыҡ ептәре, рус һәм башҡорт араһында бер ваҡытта ла өҙөлмәһен ине!
Голубая лягушка
Каргопольская игрушка
Галка в чужих перьях
Злая мать и добрая тётя
Сладость для сердца