Эҙләнеү эше.
Вложение | Размер |
---|---|
Ж.Кейекбаев һәм Р.Ғарипов ижадының эпистоляр жанры | 67 КБ |
Ғафури районы Муниципаль районы
Красноусол башҡорт гимназия - интернаты
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни - ғәмәли конференцияһы
Секция : башҡорт филологияһы
Тема: Жәлил Кейекбаев һәм Рәми Ғарипов ижадының эпистоляр формаһы
( Р. Ғариповтың Надежда Васильевнаға һәм Ж. Кейекбаевтың буласаҡ тормош иптәше Нәфисәгә ебәрелгән хаттары буйынса)
Аҫылбәков Айгиз , 11-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Рәхимова М.М., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2016
Тема: Жәлил Кейекбаев һәм Рәми Ғарипов ижадының эпистоляр формаһы
Тикшеренеүҙең актуаллеге:
• Ж.Кейебаев һәм Рәми Ғарипов ижадтарына иғтибарҙың артыуы,
• уларҙың икеһенең дә ерем, илем, телем тип янып-көйөп йәшәүе, бер-береһенә оҡшашлығы , уртаҡ темаларҙың үҫтерелеүе.
Тикшеренеү эшенең объекты:
• уларҙың шәхес, шағир һәм тел белгесе булараҡ формалашыуын күҙәтеү.
Тикшеренеү эшенең предметы:
• Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡатыны Надежда Васильевнаға ебәрелгән хаттары;
• күренекле тел белгесе , әҙип Жәлил Кейекбаевтың буласаҡ ҡатыны Нәфисәгә яҙған хатттары.
Эштең яңылығы:
• башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған ике шәхестең күңел түренән сыҡҡан яҙмалары менән танышыу, уларҙың хаттарын сағыштырып ҡарарға тырышыу,
• ғилми әҙәбиәттә тәүге тәжрибә булараҡ Р. Ғарипов һәм Ж.Кейекбаев хаттары сағыштырма планда өйрәнелә.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
• Рәми Ғарипов һәм Жәлил Кейебаевтың ебәрелгән хаттарын өйрәнеү, тикшереү һәм сағыштырыу.
Тикшеренеү алымдары:
• хаттарын сағыштырып анализлау,
• анкета үткәреү, яуаптарҙы эшкәртеү, дөйөмләштереү, анализлау, математик иҫәпләүҙәр,
• һығымталар яһау.
Эштең практик әһәмиәте:
• тикшеренеү материалдары әҙәбиәт дәрестәренә әҙерләнгәндә, махсус курс дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:
• Халыҡ шағиры Р. Ғариповтың һәм тел белгесе Ж. Кейекбаевтың тормошҡа ҡараштары формалашыуға булышлыҡ иткән шарттар асыҡланды .
Һорау нигеҙендә гимназия уҡыусыларының Рәми Ғарипов һәм Жәлил Кейекбаев ижадына, бөгөнгә көндә хат аша аралашыуға булған ҡараштары асыҡланды.
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
(Р.Ғариповтың ебәрелгән хатынан).
Борон замандарҙан уҡ айырым кешеләрҙең , дәүләт эшмәкәрҙәренең бер-береһе менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре махсус хат яҙышыу аша ла барған. Ундай юл менән аралашыу тормошта ҙур урын алып торған. Ләкин һуңғы йылдарҙа компьютер, кеҫә телефондары заманында кешеләр хат яҙып ултырыуға ҡарағанда телефон , скайп аша аралашыуҙы өҫтөнөрәк күрә һәм был аралашыу формаһы бөтөнләй юҡҡа сыға бара тиһәм дә хата булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең , яҙыусыларҙың хаттарын улар тураһындағы иҫтәлектәргә, йыйынтыҡтарға индереү үҙе бер изге йолаға әйләнеп китте. Ғ.Сәләм, С.Агиш, Һ.Дәүләтшина кеүек яҙыусыларҙың иҫтәлектәре, хаттары баҫылып сыҡты. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә хаттар, һүрәтләү сараһы булараҡ , йыш ҡулланыла.
Беҙҙең көндәргә Рәми Ғариповтың тормош иптәше Надежда Васильевнаға 1956 йылдың апреленән алып 1975 йылдың сентябрына тиклем яҙған хаттары килеп еткән. Улар 2001 йылда баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең 3-сө томында урын алған. Ә Жәлил Кейекбаевтың 1940-1941 йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Нәфисә апайға яҙған хаттары “Ағиҙел” журналының 2011 йылғы 9,10,11,12-се һандарында донъя күрҙе. Был хаттарҙы баҫтырып сығарыуға уларҙың ҡыҙҙары Зөһрә Кейекбаева ҙур көс һалды.
Был хаттар әҙәби һәм тарихи ҡомартҡы ғына түгел, башҡорт йәштәре өсөн кәрәкле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә яҙмалар. Р.Ғарипов менән Ж.Кейекбаев ниндәй уйҙар солғанышында йәшәгән, киләсәккә нисек юл ярған, ниндәй этәргес көстәр уларҙың шағир һәм тел белгесе булараҡ формалашыуына йоғонто яһаған, тигән һорауҙарға яуап эҙләү мине эшемә маҡсат булды.
Был ике шәхестең тормош юлдаштарына яҙған хатттары ир кеше менән ҡатын кеше араһындағы мөхәббәт хаттары ғына түгел. Әлбиттә , был хаттар, йәш егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәт хаҡында, шулай уҡ ата- әсәйҙәргә, туғандарға, яҡташтарға, дуҫтарға, ғәзиз Башҡортостан тупрағына, уның тәбиғәтенә, Уралға , Ағиҙелгә, Өфөгә, халыҡ йырҙарына, ҡурай моңдарына - ғөмүмән , кешеләргә һәм тормошҡа һөйөү хаҡында. Уларҙың хаттарынан ни тиклем йылылыҡ һәм һөйөү бөркөлә. Бер уҡый башлаһаң аҙағына тиклем уҡымайынса туҡталып ситкә ҡуйыу мөмкин түгел. Әйтерһең дә һин улар менән йылдар аша түгел, ә ҡапма-ҡаршы тороп һөйләшәһең.
Был хаттарҙа ниндәйҙер художестволы дөйөмләштереү һәм ысынбарлыҡты үҙгәртеп һүрәтләү юҡ; улар донъяның асылын нисек бар шулай эскерһеҙ ҡабул иттеләр. Р.Ғарипов һәм Ж.Кейекбаевтың хаттары - уларҙың уйҙары , тойғолары , кәйефтәре ул. Был яҙмалар йәш Рәми менән Жәлилдең характер һыҙаттарын, уларҙың донъяға ҡараштарының, ҡыҙыҡһыныуҙарының киң икәнен, үҙҙәрен уратып алған кешеләр менән мөнәсәбәттәрен, әхләҡи тормош принциптарын сағылдыра, был принциптарға иһә улар ғүмерҙәренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем хыянат итмәнеләр. Был ике шәхестең хаттары араһында 15-20 йылға яҡын арауыҡ ята, ләкин уларҙың яҙмалары менән танышыу улар йәшәгән тормош мөхитен тойомларға мөмкинлек бирә. Улар үҙ тормоштарын шундай образлы итеп һүрәтләйҙәр, әйтерһең дә беҙ улар менән Өфө урамдары буйлап йөрөйбеҙ. Р. Ғарипов менән Ж.Кейекбаевтың икеһенең дә күп әхләҡи проблемаларға уртаҡ ҡараштары асыҡлана һәм, әлбиттә, уларҙың икеһен дә Ватанға – тыуған Башҡортостанға , башҡорт теленә, башҡорт халҡына, башҡорт йырҙарына уртаҡ һөйөү берләштерә. Улар икеһе лә ерем, илем, телем тип янып - көйөп йәшәнеләр, йәндәрен фиҙа ҡылдылар.
Был хаттар , ғөмүмән , шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы : уларҙа уйҙырмаға урын юҡ, ни күрелгән, ни кисерелгән , шул яҙыла. Рәми Ғарипов менән Жәлил Кейекбаевҡа хаттар яҙыу- һыҙма яҙмалар, булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу ғына түгел , ә үҙ тормошоноң романын яҙыу. Был хаттар - ысын мәғәнәһендә , әҙәби проза. Улар ҡайһы бер тормош мәлдәрен , тәбиғәт күренештәрен , уй-кисерештәрен билдәләп кенә үтмәй, ә ентекле тасуирлап хикәйәләй. Ошо күҙлектән ҡарағанда, был яҙмалар әҙәби проза булыу йәһәтенән баһалана ала. Улар - үҙ заманының уникаль документы. Хаттар яҙған кеше уны , ғәҙәттә , билдәле бер кеше өсөн генә яҙа. Рәми Ғарипов та, Ж. Кейекбаев та, моғайын , был яҙмаларҙың матбуғатҡа сығаһын, хатта айырым китап итеп баҫыласағын уйламағандыр. Шунлыҡтан уларҙың яҙмаларында яһалмалыҡтың , үҙен булғандан яҡшыраҡ , аҡыллыраҡ итеп күрһәтергә тырышыуҙың эҙе лә юҡ. Бөтөнөһө тәбиғи , һүҙҙәре, хатта, бер ҡатлыраҡ фекерҙәре , хаталары ихлас. Был ысынлап та уларҙың уй- кисерештәре, күңел көҙгөһө. Беҙгә шуныһы ҡиммәт. Хаттарынан күренеүенсә, улар ғүмерҙәренең аҙағынаса ваҡсыллыҡты, ике йөҙлөлөктө күрә алманылар.Тормошта бер кеше йөҙөндә бер нисә сифаттың гармоник берләшеүе йыш осрап тормай. Р. Ғариповтың да, Ж.Кейекбаевтың әҙәби ижад даирәһе лә, ғилми эҙләнеүҙәре офоҡтары ла киң булды. Улар шиғырҙар ҙа яҙҙы, ҡобайыр ҙа ҡойҙо, башҡа милләт әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә итеү өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләнеләр. Башҡорт халҡына, милләтенә, туған теленә тоғро булыуҙары, халыҡ ижадын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүҙәре лә улар ижадының оҡшаш һыҙаттары.
Эштең үҫеш перспективаһы:
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған иленә , халҡына , уның әҙәбиәтенә хеҙмәт күрһәткән Рәми Ғариповтың да, Ж. Кейекбаевтың да ғүмере , бер мәлдә генә күк көмбәҙен һыҙып үткән метеор кеүек , ҡыҫҡа булды. Ҡыҫҡа , ләкин ифрат мәғәнәле , тос йөкмәткеле һәм мәңгелек. Эйе, мәңгелек . Кеше ғүмеренең оҙонлоғо бит үтелгән юлдарҙың , йәшәлгән йылдарҙың күплеге менән түгел , бәлки шул йылдар һуҙымында башҡарылған эштәренең күләме , асылы һәм әһәмиәте менән билдәләнә. Тап ошоноң менән Р. Ғарипов та, Ж. Кейекбаев та халыҡ күңелендә уның даны , ғорурлығы булып урын алды. Эш күрһәткән улдарын ил онотмай ул.
Был , минеңсә, айырым тикшереүҙе талап итеүсе мәсьәлә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Сығанаҡтар:
1. Красноусол башҡорт гимназия - интернаты уҡыусылары менән үткәрелгән анкета.
Хәйерле көн хөрмәтле жюри ағзалары, уҡытыусылар, конференцияла ҡатнашыусылар!!!
Мин, Асылбәков Айгиз, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы. Эҙләнеү эшемдең темаһы:
Жәлил Кейекбаев һәм Рәми Ғарипов ижадының эпистоляр формаһы
Тикшеренеүҙең актуаллеге:
• Ж.Кейебаев һәм Рәми Ғарипов ижадтарына иғтибарҙың артыуы,
• уларҙың икеһенең дә ерем, илем, телем тип янып-көйөп йәшәүе, бер-береһенә оҡшашлығы , уртаҡ темаларҙың үҫтерелеүе.
• ғилми әҙәбиәттә тәүге тәжрибә булараҡ Р. Ғарипов һәм Ж.Кейекбаев хаттары сағыштырма планда өйрәнелә.
Тикшеренеү эшемдең маҡсаты:
• Рәми Ғарипов һәм Жәлил Кейебаевтың ебәрелгән хаттарын өйрәнеү, тикшереү һәм сағыштырыу.
Борон замандарҙан уҡ айырым кешеләрҙең , дәүләт эшмәкәрҙәренең бер-береһе менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре махсус хат яҙышыу аша ла барған. Ундай юл менән аралашыу тормошта ҙур урын алып торған. Ләкин һуңғы йылдарҙа компьютер, кеҫә телефондары заманында кешеләр хат яҙып ултырыуға ҡарағанда телефон , скайп аша аралашыуҙы өҫтөнөрәк күрә һәм был аралашыу формаһы бөтөнләй юҡҡа сыға бара тиһәм дә хата булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең , яҙыусыларҙың хаттарын улар тураһындағы иҫтәлектәргә, йыйынтыҡтарға индереү үҙе бер изге йолаға әйләнеп китте. Ғ.Сәләм, С.Агиш, Һ.Дәүләтшина кеүек яҙыусыларҙың иҫтәлектәре, хаттары баҫылып сыҡты. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә хаттар, һүрәтләү сараһы булараҡ , йыш ҡулланыла.
Беҙҙең көндәргә Рәми Ғариповтың тормош иптәше Надежда Васильевнаға 1956 йылдың апреленән алып 1975 йылдың сентябрына тиклем яҙған хаттары килеп еткән. Улар 2001 йылда баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең 3-сө томында урын алған. Ә Жәлил Кейекбаевтың 1940-1941 йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Нәфисә апайға яҙған хаттары “Ағиҙел” журналының 2011 йылғы 9,10,11,12-се һандарында донъя күрҙе. Был хаттарҙы баҫтырып сығарыуға уларҙың ҡыҙҙары Зөһрә Кейекбаева ҙур көс һалды.
Был хаттар әҙәби һәм тарихи ҡомартҡы ғына түгел, башҡорт йәштәре өсөн кәрәкле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә яҙмалар. Р.Ғарипов менән Ж.Кейекбаев ниндәй уйҙар солғанышында йәшәгән, киләсәккә нисек юл ярған, ниндәй этәргес көстәр уларҙың шағир һәм тел белгесе булараҡ формалашыуына йоғонто яһаған, тигән һорауҙарға яуап эҙләү мине эшемә маҡсат булды.
Был хаттарҙа ниндәйҙер художестволы дөйөмләштереү һәм ысынбарлыҡты үҙгәртеп һүрәтләү юҡ; улар донъяның асылын нисек бар шулай эскерһеҙ ҡабул иттеләр. Р.Ғарипов һәм Ж.Кейекбаевтың хаттары - уларҙың уйҙары , тойғолары , кәйефтәре ул. Был яҙмалар йәш Рәми менән Жәлилдең характер һыҙаттарын, уларҙың донъяға ҡараштарының, ҡыҙыҡһыныуҙарының киң икәнен, үҙҙәрен уратып алған кешеләр менән мөнәсәбәттәрен, әхләҡи тормош принциптарын сағылдыра, был принциптарға иһә улар ғүмерҙәренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем хыянат итмәнеләр. Был ике шәхестең хаттары араһында 15-20 йылға яҡын арауыҡ ята, ләкин уларҙың яҙмалары менән танышыу улар йәшәгән тормош мөхитен тойомларға мөмкинлек бирә. Уларҙың икеһен дә Ватанға – тыуған Башҡортостанға , башҡорт теленә, башҡорт халҡына, башҡорт йырҙарына уртаҡ һөйөү берләштерә. Улар икеһе лә ерем, илем, телем тип янып - көйөп йәшәнеләр, йәндәрен фиҙа ҡылдылар.
Хаттар яҙған кеше уны , ғәҙәттә , билдәле бер кеше өсөн генә яҙа. Рәми Ғарипов та, Ж. Кейекбаев та, моғайын , был яҙмаларҙың матбуғатҡа сығаһын, хатта айырым китап итеп баҫыласағын уйламағандыр. Шунлыҡтан уларҙың яҙмаларында яһалмалыҡтың , үҙен булғандан яҡшыраҡ , аҡыллыраҡ итеп күрһәтергә тырышыуҙың эҙе лә юҡ. Бөтөнөһө тәбиғи , һүҙҙәре, хатта, бер ҡатлыраҡ фекерҙәре , хаталары ихлас. Был ысынлап та уларҙың уй- кисерештәре, күңел көҙгөһө. Беҙгә шуныһы ҡиммәт. Хаттарынан күренеүенсә, улар ғүмерҙәренең аҙағынаса ваҡсыллыҡты, ике йөҙлөлөктө күрә алманылар.Тормошта бер кеше йөҙөндә бер нисә сифаттың гармоник берләшеүе йыш осрап тормай. Р. Ғариповтың да, Ж.Кейекбаевтың әҙәби ижад даирәһе лә, ғилми эҙләнеүҙәре офоҡтары ла киң булды. Улар шиғырҙар ҙа яҙҙы, ҡобайыр ҙа ҡойҙо, башҡа милләт әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә итеү өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләнеләр. Башҡорт халҡына, милләтенә, туған теленә тоғро булыуҙары, халыҡ ижадын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүҙәре лә улар ижадының оҡшаш һыҙаттары.
Эштең үҫеш перспективаһы:
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған иленә , халҡына , уның әҙәбиәтенә хеҙмәт күрһәткән Рәми Ғариповтың да, Ж. Кейекбаевтың да ғүмере ҡыҫҡа булды. Ҡыҫҡа , ләкин мәңгелек. Эйе, мәңгелек . Кеше ғүмеренең оҙонлоғо бит үтелгән юлдарҙың , йәшәлгән йылдарҙың күплеге менән түгел , бәлки шул йылдар һуҙымында башҡарылған эштәренең күләме , асылы һәм әһәмиәте менән билдәләнә. Тап ошоноң менән Р. Ғарипов та, Ж. Кейекбаев та халыҡ күңелендә уның даны , ғорурлығы булып урын алды. Эш күрһәткән улдарын ил онотмай ул.
Был , минеңсә, айырым тикшереүҙе талап итеүсе мәсьәлә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Снеговик
Ребята и утята
«Течет река Волга»
Муравьиная кухня
Разноцветное дерево