Это сочинение на башкирском языке, Ученица написала о своём дедушке, участнике ВОВ
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 60.77 КБ |
Минең олатайым – ветеран.
Олатайым оло яуҙа
Ауыр юлдарҙы үткән
Онотмайыҡ, хәтерләйек,
Кемдәр ҙур яуҙа үлгән!
1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан Һуғышы. Ошо ҡәһәрле йылдар барлыҡ халҡымдың хәтерендә һәм тарихта ҡан менән яҙылған. Беҙ, яңы быуын балалары, тыныс тормошта тыуғанбыҙ. Шуға күра был һуғыш кинофильмдарҙан ҡарап һәм ололарҙың һөйләгән һүҙҙәренән беләбеҙ.
Миллиондарса кеше ғүмерен алып киткән был ҡан ҡойғос һуғыш мәңге онотолорға тейеш түгел. Мин, үҙ атай-олатайҙарымдың ҡот осҡос яҙмыштарын белгәндән һуң, был һуғыштың бик ҡурҡыныс булғанлығын аңланым.
1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан Һуғышында минең дә олатайҙарым ҡатнашҡан. Бына улар: Закиров Таһир, Ғәбсәдиров Йыһангир Ғәбделсабир улы һәм Йәрмөхәмәтов Йыһанур Ғәбделсабир улы, Хәсбиуллин Ғәлимьян һәм Хәйҙәров Таһир .
Таһир олатайым Мәсетле районы Аҙанғол ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда бригадир булып эшләгән. Бик оҫта һәм көслө көрәшсе булған. Һабантуйҙарҙа беренселекте ьер кемгә лә бирмәгән. Ләкин, матур тормошто емереп, һуғыш башлана. Ҡатынын һәм алты балаһын ҡалдырып,ул 1941 йылдың 31 июлендә һуғышҡа китә. Тиҙҙән 1941 йылдың авгусында ғаиләһе менән бәйләнеш өҙөлә. Өйгә «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килә. Ҡатынына бер үҙенә балаларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була. Бигерәк тә оло ҡыҙы, минең Хәкимә өләсәйемдең ярҙамы ҙур була. Ләкин 1943 йылдағы ҡот осҡос аслыҡ ике ҡыз баланың ғүмерен алып китә.
Ғәбсәдиров Йыһангир олатайым Мәсетле районы Төрөпкилде ауылында 1923 йылда тыуған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Ул бик зирәк һәм белемгә ынтылыусы кеше булған. Күп китаптар уҡыған һәм яҙырға яраҡан. Уҡытыусы булырға хыялланған. Йыһангир олатайым мәктәпте тамамлаған саҡта, 1941 йылдың 22 июнендә ҡурҡыныс һуғыш башлана. Егет кенә көйөнсә ул һуғышҡа китергә мәжбүр була. Ата-әсәһе уны һуғышҡа оҙатҡанда, ул былай тип әйтә: «Һеҙ мине ун йыл уҡыттығыҙ, кешк иттегеҙ, ә мин һеҙгә ярҙам итеп өлгөрмәнем. Был һуғыштан иҫән ҡайта алмаҫмындыр инде...» Уҡымышлы кеше донъя хәлен бик яҡшы аңлағандыр, күрәһең. Һуғышҡа ул Ленинград өлкәһенә эләгә. Өйгә уның бер фотоһы һәм өс хаты ғына килә. Фотоһында Йыһангир олатайым командир формаһында була. Бер хатында ул: «Миңә, 19 йәшлек егеткә, 30-40 йәшлек ағайҙар менән командалыҡ итеүе ҡыйын”, - тип яҙа. Йыһангир олатайым өс хатын өс төрлө телдә яҙған була. Береһе – башҡорт, икенсеһе – латин, өсөнсөһө – ғәрәп телендә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның бер хаты ла, фоторәсеме лә һаҡланмаған. Интернет селтәренән эҙләгәндә беҙ бына ошо мәғлүмәтте таптыҡ: Йыһангир олатай 1943 йылдың 4 февралендә Ленинград өлкәһенең Синяево ҡалҡыулығы өсөн барған алыштарҙа һәләк була. Ул Синяево ауылының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Мин интернетта Синяево ҡалҡыулығы өсөн һуғыш тураһында документаль фильм осраттым. Был һуғыш иң ҡурҡыныс, бик ныҡ ҡан ҡойғос алыш була. Шулай итеп, 20 йәшлек Йыһангир олатай ошо алышта һәләк була. Әгәр ҙә тере ҡалған булһа, бәлки, ул оло ғалим булыр ине.
Минең тағы ла бер олатайым, Йәрмөхәмәтов Йыһанур Ғәбделсабир улы 1925 йылда тыуған. Ул Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең ете класын тамамлай. 1943 йылда 18 йәшлек егет Совет Армияһына саҡырыла. 1943-1944 йылдарҙа I Украина фронтында хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына һуғыш бөткәс тә ҡайта алмай. Әрме хеҙмәте 1949 йылға тиклем һуҙыла. Һуғыштан ҡайтҡас механизатор белеменә эйә була. Алдынғы комбайнсы, ферма мөдире, склад мөдире булып эшләй. Йыһанур олатайыма Венгрияла «Балатон күле» хәрби операцияһында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн “За отвагу” миҙалы бирелә. Хәкимә өләсәйем менән ун бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Атайым яғынан да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике бабайым бар. Улар: Хәсбиуллин Ғәлимьян һәм Хәйҙәров Таһир. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә улар тураһында мәғлүмәттәр таба алманым.
Беҙ ғаиләбеҙ менән йыл һайын еңеү парадына барабыҙ. Олатайҙарыбыҙ һәм бабайҙарыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ. Улар беҙгә ошо тыныс тормошто бүләк иткәндәр. Был беҙҙең тарих! Онотмайыҡ! Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына, арыу-талыу белмәй хеҙмәт итеп, Еңеү көнөн килтергәндәргә, тыуған ер азатлығы өсөн ғүмерҙәрен аямағандарға, иҫәндәргә һәм һәләк булғандарға – мәңгелек дан!
Ҡупмаһын яу, сыҡмаһын да һуғыш,
Сәскә атһын дуҫлыҡ, туғанлыҡ.
Ҡитғаларҙа, бөтә илдәрҙә лә
Хөкөм һөрһөн ине тыныслыҡ.
Есть в осени первоначальной...
Позвольте, я вам помогу
Весенняя гроза
В поисках капитана Гранта
Анатолий Кузнецов. Как мы с Сашкой закалялись